БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.22K photos
8.46K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районының Балтика ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Башҡортостанда тағы ла бер яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Иглин районының Балтика ауылында сафҡа инде. Яңы бина һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса төҙөлгән, кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә робот ярҙамында тубыҡ быуынын алмаштырыу операцияһы үткәрелде

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында тубыҡ быуынын эндопротез менән алмаштырыу буйынса операция робот ярҙамында башҡарыла. Бөгөн клиникала ҡатмарлы операцияны робот менән бергә университеттың травмотология һәм ортопедия кафедраһы мөдире Булат Минасов яһаны.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дирижёр Рөстәм Сөләймәнов иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин исемендәге залында Рөстәм Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе-академик музыка концерты ойошоролдо.
Рөстәм Сөләймәнов һуңғы йылдарҙа Санкт-Петербургта эшләй. Төркиә симфоник оркестрҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Хәтер кисәһендә республика сәнғәт әһелдәренән тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь һәм Ҡазан вәкилдәре ҡатнашты.
2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми эш сәфәре менән Тажикстанда

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә яңы офоҡтар һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр. Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми эш сәфәре менән Тажикстанда. Программала бер нисә эшлекле осрашыу, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттарға барыу планлаштырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң абруйлы төбәк башлыҡтарының береһе тип танылды

Башҡортостан башлығы «Үтә көслө йоғонтоһо» булғандар төркөмөнә индерелгән. Исемлектә 20 субъект етәксеһе бар. Тикшереүҙе уҙған сентябрь йомғаҡтары буйынса Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар федераль агентлығы үткәргән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙары майлы культуралар буйынса рекорд ҡуя

Быйыл рапс, етен, соя һәм көнбағышты бер миллион тонна йыйып алырға иҫәп тотола. Шул уҡ ваҡытта май һығыу заводтары былтырғы уңышты эшкәртеп бөтмәгән. Ләкин был хәл предприятие мул уңышты ҡабул итеүгә әҙер түгел тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, завод әле ярты ҡеүәтенә эшләй. Уның ҡарауы, май сифатына хилафлыҡ килтерелмәй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Тормош өсөн инфраструктура» проекты буйынса республикала күперҙәр яңыртыла

Быйыл Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 10 күпер норматив хәлгә килтерелә. Уларҙың күбеһе туристик объекттарға алып барған юлда, терәк юл селтәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһында ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек әүҙем бара

Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыусы махсус техниканың төҙөклөгөн комиссия вәкилдәре тикшерә. Хеҙмәткәрҙәр йыл һайын ошо ваҡытҡа транспорт төрҙәрен ентекләп ремонтларға тырыша. Тәүгеләрҙән булып Ленин районы предприятиеһы юлдарҙы тәртиптә тотоуға әҙер булыуҙарын күрһәтте. Улар ҡом һибеү, грейдер, ҡар тейәү һәм ташыу өсөн тәғәйенләнгән техникаларҙы тәҡдим итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Матбуғат йорто алдында гәзит-журналдарға яҙылыу байрамы ойошторолдо

11 октябргә тиклем республикала ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Ошо уңайҙан Матбуғат йорто алдындағы майҙанда «Гәзит-журналдарға яҙылыу көнө» үтте. Уҡыусылар араһында квитанциялар буйынса бүләктәр уйнатылды, концерт ҡуйылды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл 10 мең кешегә талпан ҡаҙалыу осрағы теркәлгән

Был үткән йыл менән сағыштырғанда, бер нисә меңгә күберәк. Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына тапшырылған бөжәктәрҙе тикшереү һөҙөмтәһендә талпан барелеозы 17, талпан энцефалиты бер процент тәшкил итә. Көҙҙөң икенсе айы башланып торғанда ла талпан тешләүҙән мөрәжәғәт итеүселәр бар.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалтасы районы коллективы Мәскәүҙә сығыш яһарға әҙерләнә

«Холмичи» ҡалаҡсылар ансамблен республикала ғына түгел, унан ситтә лә йыш алҡышлайҙар. Йәш таланттар репертуарында халыҡ композицияларын ла, заманса көйҙәр ҙә бар. Ижади коллектив концерттарҙан тыш, төбәк һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән осрашты

Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереңү юлдарын барланы. Әңгәмә барышында Башҡортостана етәксеһе Тажикстандың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ынтылышын юғары баһаланы. Радий Хәбиров республиканың Дүшәнбелә Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы вәкиллеген асырға әҙер булыуын белдереҙе. Үҙ сиратында Шерали Кәбир илдең Рәсәй эшҡыуарҙары һәм инвесторҙары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға әҙер булыуын билдәләп үтте.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Тылдағы фиҙәҡәр хеҙмәткә-лайыҡлы баһа. Өфөлә алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттарға, төрлө предприятие етәкселәренә, эшҡыуарҙарға һәм ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һәр ҡайһыһы махсус хәрби операция яугирҙарына, Белгород һәм Курск өлкәләренә гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәштәре социаль үҫеш һәм мөмкинлектәр тураһында фекер алышты

Башҡортостандың йәш депутаттар советы ағзалары мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары һәм халыҡ һайланыусылары менән берлектә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашып, йәштәр алдында ҡуйылған заман саҡырыуҙары тураһында фекер алышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Интернет аша башҡарылған енәйәттәр Башҡортостанда 15 меңдән ашҡан

Йыл башынан Башҡортостанда мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ҡулланып башҡарылған енәйәт осраҡтары 15 меңдән ашҡан. Дөйөм зыян күләме-2 миллиард һумдан күберәк. Мутлашыусылар төрлө алымдар ҡулланып урлашыуға бара. Әйтәйек, кешеләрҙең «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге учет яҙмаларына инеп, шәхси мәғлүмәттәр ярҙамында кредит рәсмиләштереүгә бәйле осраҡтар артып, 25-кә еткән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ашығыс ярҙам машинаһы ҡатнашлығындағы аварияны прокуратура тикшерә

Прокуратура Өфөлә ашығыс ярҙам машинаһы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһын тикшереүҙе контролгә алды. Авария кисә Сипайлово биҫтәһенең Маршал Жуков урамында теркәлде. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, махсус сигнал менән ҡаршы һыҙаттан барған медиктар бригадаһы «Фольксваген Поло» һәм «Лада Гранта» менән бәрелешә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса уҡыуҙар үтте

Юл фажиғәләрен иҫкәртеп. Иглин районында авария-ҡотҡарыу хеҙмәте тарафынан юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса күрһәтмә уҡыуҙар ойошторолдо. Сценарийға ярашлы, ҡотҡарыусылар аварияға тарыған автомобилдән аяғын һындырған водителде сығарып, уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтте һәм артабан ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Остаздарҙың лайыҡлы хеҙмәте өсөн» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Өфөлә юғары социаль һөҙөмтәлелеккә һәм партнерлыҡты үҫтереүгә арналған Бөтә Рәсәй конкурсы остаздарын һәм еңеүселәрен бүләкләнеләр.
Улар профсоюздар, эш биреүселәр һәм хөкүмәт вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолған киңәйтелгән ултырышта тәбрикләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Республика көнөнә арналған байрам концерты үтте

Кесе ватанға һөйөү менән. Мәскәүҙә Республика көнөнә арналған байрам концерты үтте. Сараға йыйылыусыларҙы Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин сәләмләне. Ул залда төрлө быуын кешеләре булыуын, уларҙы кесе ватанға һөйөү берләштереүен билдәләне.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Alter еgo» театр студияһы яңы тамашаға әҙерләнә

Өфөлә, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто бинаһында «Alter еgo» театр студияһы эшләй. Тиҙҙән тамашалар актерҙар йортоноң камера сәхнәһендә күрһәтеләсәк. Актер һөнәрен үҙ итеүсе йәштәр репетицияларҙың береһен дә ҡалдырмай. Ҡыҙыҡлы образдар аша улар хис-тойғоларын еткерә, остаздарынан сәхнә пластикаһына өйрәнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәренең икенсе көнө тамамланды

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәренең икенсе көнө тамамланды. Төбәк етәкскһе бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттар менән танышты. Тәүҙә Радий Хәбиров Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән осрашты.
Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү юлдарын барланы. Әңгәмә барышында Башҡортостана етәксеһе Тажикстандың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ынтылышын юғары баһаланы.