БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.22K photos
8.46K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр» төбәк программаһы тормошҡа ашырыла

Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм үҙ эшен асыу һәм алып барыу, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһендә белем алыу менән ҡыҙыҡһынған ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Программаны «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы менән берлектә төбәктең бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды, милли мониторинг һәм аналитика үҙәге әҙерләгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡтың «көмөш» ирекмәндәре 95-се маскировка селтәрен үрҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға райондан даими ярҙам оҙатыла, бөтә кәрәк-яраҡтар тиҙ арала йыйып алына.
Баймаҡ ирекмәндәре райондың 95 йыллығына 95-се маскировка селтәрен үрҙе. Күптән түгел яңыртылған бинала хәҙер эш өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, кәрәкле тауарҙар ҙа ваҡытында алына.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика район-ҡалаларында санитар оборонаға әҙерлек буйынса махсус уҡыуҙар үтә

Саралар Башҡорт дәүләт медицина университетының тактик медицина уҡыу үҙәге етәксеһе, «Башҡортостан геройҙары» программаһы ҡатнашыусыһы Алина Маннапова ҡатнашлығында ойошторолған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районының Урыҫ-Юрмаш ауылында янғында зыян күргән ғаиләгә ярҙам кәрәк

4 октябрь төнгө сәғәт 11-ҙән һуң Вера Хрычева менән Виталий Григорьевтың ғаиләһенең өйөндә янғын сыға. Ут Совет урамындағы бер ҡатлы ике фатирлы ағас йортто ялмап ала. Уны ғаилә башлығы үҙаллы һүндереп ҡарай, әммә үҙе төрлө тән йәрәхәттәре ала. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәй, әммә Матвей, Мирон һәм Макар исемле өс ул үҫтергән ғаилә торлаҡһыҙ ҡалған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышында тел сәйәсәте буйынса түңәрәк өҫтәл үтте

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Башҡортостанда тел сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте үтәү торошо» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Йыйылышта Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы телдәр буйынса комиссия эше ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауыл хужалығы һөнәрҙәре агродиктант яҙып популярлаштырыла

«Берҙәм Рәсәйҙең» йәмәғәт ярҙамы штабында почетлы ҡунаҡтар ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен ҡарап,беренсе Бөтә Рәсәй «Аграр диктанты»нда ҡатнашты. Башҡортостанда агродиктант 8 октябрҙән 12-нә 350-нән ашыу диктант яҙыу пунктында уҙғарыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә өлкән йәштәгеләр өсөн «Көмөш старт» программаһы башланды

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә бер ҡасан да һуң түгел. Быны «Көмөш старт» федераль программаһында ҡатнашыусылар иҫбатлай. Өфөлә «Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған проект нигеҙендә уҡыуҙар башланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә арналған уҡтан атыу буйынса турнир үтте

Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған ярыш 50-гә яҡын ҡатнашыусыны берләштерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.