БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.36K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика район-ҡалаларында «Йәйге шайморатов уйындары»ның зональ этабы башланды

Бөгөн баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейы Өфө биләмәһенә ингән өс тиҫтәнән ашыу мәғариф учреждениеһын бергә йыйҙы. Шайморатов кластарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлеккә, мәргәнлеккә ярышты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын ҡаршылай

Ошо уңайҙан 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексында концерт көтөлә. Сәхнәлә Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Радионың үҫеш юлы һәм юбилей сараһына әҙерлек барышы тураһында киләһе яҙма.
👍31
Александр Хмелевский “Салауат Юлаев”тан китте

Хоккейсы, алмашыу һөҙөмтәһендә, Өфө командаһынан “Аҡ барыҫ”ҡа күсте. Клубтың матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Хмелевский менән алмашҡан өсөн “Салауат Юлаев”ҡа аҡсалата компенсация бирелә. Шулай уҡ канада һаҡсыһы Уайат Калинюк беҙҙең команда өсөн уйнай башлай. Өфө клубы Александр Хмелевскийға рәхмәт белдергән, уңыштар теләгән.
👍1
Ғафуриҙа яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Учреждение райондың Юрмаш ауылында урынлашҡан. Ул “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярышлы төҙөлгән. Юрмаш ауылында 200-гә яҡын кеше йәшәй. Һуңғы 5 йылда республикала 700-гә яҡын медицина пункты яңыртылған. Быйыл 6 яңы поликлиника һәм 134 модулле пункт, шулай уҡ табип амбулаторияһы асыу ҡарала.
👍1
Белоретта Уҡшуҡ йылғаһы яры таҙартылған

“Ирәмәл” тәбиғәт паркы хемәткәрҙәре өмә ойошторған. Акцияла ҡатнашыусылар 1 километр ярым самаһы биләмәне тәртипкә килтергән. 1 кубик метрҙан ашыу сүп-сар тупланған. Уларҙың күп өлөшө көнкүреш ҡалдыҡтары. “Ирәмәл” паркы халыҡты тәбиғәткә һаҡсыл булырға саҡыра. “Йылға һәм күлдәрҙе таҙа тотоу өсөн һәр кем яуаплы. Тирә-яҡ мөхитте хәстәрләү ябай ғына эштәрҙән башлана”, - тип белдерә парк хеҙмәткәрҙәре.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды

Предприятеға атака. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булды.
Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, янғын һүндереү ойошторолған. Күрелгән зыян күләме асыҡлана.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауатта һауа сифаты норма сиктәрендә

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Салауатта атомосфера һауаһы сифатын контролдә тота. Ҡалала уны тикшереү буйынса даими мониторинг уҙғарыла. Ведомство етәксеһе Нияз Фазылов социаль селтәрҙә белдереүенсә, көндөҙгө сәғәт 12-се яртылағы анализдар һауаны бысратыусы матдәләрҙең норма ситәрендә ҡалыуын күрһәткән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡала һәм район комиссариаттары көҙгө саҡырылышҡа әҙерләнә

Республиканың хәрби комиссариаты вәкилдәре ҡала һәм райондарҙың саҡырылыш комиссиялары рәйестәре өсөн инструктор-методика йыйыны ойошторҙо. Унда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылышҡа ҡағылышлы мәсьәләләр өйрәнелде. Кампания 1 октябрҙә башланып 31 декабргә тиклем дауам итә. Әрме сафына алыныусыларҙың барыһы ла Рәсәй биләмәһендә хеҙмәт итәсәк. Улар махсус хәрби операцияға оҙатылмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатты

Был юлы 55-се конвой яугирҙарҙың үтенесе буйынса тупланды. Ил именле өсөн көрәшеүселәргә юғары үтеүсәнле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йылытыу миҙгеле 25 сентябрҙә башлана

Был туралағы указға ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйҙы. Ҡулланыусыларға йылы заявкалар буйынса бирелә башлай. Федераль ҡануниәткә ярашлы, торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн 5 көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булырға тейеш.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Йондоҙ» үҙәге грант ярҙамында балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштыра

Өфөнөң «Йондоҙ» белем биреү үҙәге һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса проектты тормошҡа ашыра. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек федераль грант нигеҙендә алып барыла. 1 миллион 200 мең һум күләмендәге грант «Белем» йәмғиәтенең ата-әсәләр берләшмәләре башланғыстары конкурсында еңеү өсөн бирелгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта ҡала көнө «Мин-Ватанымдың патриоты» акцияһы менән үтте

«Мин-Ватанымдың патриоты». Быйыл Баймаҡта ҡала көнө ошондай исем аҫтында үтте. Байрам уңайынан уҙғарылған еңел атлетика буйынса ярышта 350-нән ашыу кеше ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй стратегик һөжүм ҡоралдары буйынса сикләүҙәрҙе тағы бер йыл үтәргә әҙер

Стратегик һөжүм ҡоралдары тураһында килешеү ғәмәлдән сыҡҡандан һуң, Рәсәй сикләүҙәрҙе тағы ла бер йыл дауамында үтәргә әҙер. Был турала Владимир Путин Именлек советының даими ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе. Президент билдәләүенсә, килешеү үҙе киләһе йыл февралдә тамамлана, был үҙ сиратында ракета-ядро потенциалына бәйле һуңғы документтың юҡҡа сығыуын аңлата. Шуға ла килешеүҙән тулыһынса баш тартыу күп йәһәттән хаталы аҙым.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараһы ҡара

Махсус хәрби операция шарттарында Башҡортостан халҡы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Бөгөн республикала ил именлеге өсөн көрәшеүселәргә көнкүреш һорауҙарын еңеләйтеүҙе, шарттар булдырыуҙы күҙаллаған 54 ярҙам сараһы ҡаралған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Трактор» айлығына йомғаҡ яһалды

Уның һөҙөмтәләре буйынса 874 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған, 39 берәмек техника штраф туҡталҡаһына оҙатылған. Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын ҡулланғанда ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн бындай саралар йыл һайын уҙғарыла. Уның барышында машиналарҙың төҙөклөгөнә, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә иғтибар бүленә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яңы кардиохирургия корпусында ҡатмарлы йөрәк операциялары уңышлы үтә

Өфөлә дүрт ай элек асылған Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусында ҡатмарлы операциялар уңышлы үтә. Аҡ халатлылар республиканан ситкә сыҡмай үҙебеҙҙә 5 меңдән ашыу пациенттың йөрәген ҡотҡарған. Заманса учреждениела йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен асыҡлау, дауалау, операция үткәреү, реабилитация үтеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Ҡатмарлы операция барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бер аҙнала 30 меңдән ашыу ОРВИ һәм грипп осрағы теркәлде

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда 30 меңдән ашыу киҫкен респиратор инфекция һәм грипп менән ауырыу осрағы теркәлгән. Сирләүселәрҙең яртыһы тиерлек 14 йәшкә тиклемге балалар.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәле һүтелә башланы

Архитектур ҡоролма өлөшләп махсус әҙерләнгән төҙөкләндереү урынына оҙатыласаҡ. Рестовраторҙар һәйкәлде 1967 йылда нисек монтажланған, шул тәртиптә һүтә. Тәүҙә батырҙың ҡылысы, ҡамсыһы алына. һуңынан инде ат өҫтөнән һыбайлы һын төшөрөлә. Ә бына скульптураның аҫҡы өлөшө тарихи фотографияларға таянып тулыһынса демонтажлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡорт биҙәктәре» этнофорумы тамамланды

«Башҡорт биҙәктәре». Өфөлә «Берҙәмлек» ижад үҙәге уҡытыусыһы Милена Килмәтова башланғысы менән ойошторолған фәнни белем биреү этнофорумы тамамланды. Өфө ҡалаһы һәм Урал батыр эҙҙәре буйлап ҡыҙыҡлы экскурсияларҙы, милли кейем өлөштәрен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, халыҡ ижады, этнография буйынса лекцияларҙы үҙ эсенә алған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
19🥰5🎉5👏3🔥2
Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт палатаһы яңы тәртип буйынса формалаша

Ошо турала закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала. Палатаның яңы саҡырылышы быйыл декабрҙә ойошторола башлай. 45 ағза һайлана, әлегә тиклем 35 ине. Уларҙың вәкәләттәре өс йылдан 5 йылға тиклем арттырыла. Палатаның ҙур өлөшө конкурс нигеҙендә туплана, тине спикер Константин Толкачев. Закон проектын әҙерләгәндә Рәсәйҙең тиҫтәгә яҡын төбәге тәжрибәһе иҫәпкә алынған.
Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса өс ҙур объект төҙөлә

Проекттарҙың дөйөм хаҡы 2 миллиард 977 миллион һум. Улар өс районда ғәмәлгә ашырыла. Борайҙа 500 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Раевкала һырғалаҡ булдырыла, Шишмә районы Йәрми ауылында агроауыл барлыҡҡа килә. Был турала Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Быйыл Башҡортостанда ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһына 1 миллиард 687 миллион һум бүленгән.