БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.37K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған ярҙам саралары менән хәҙер Дәүләт хеҙмәттәре порталында танышырға мөмкин.
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер көндә хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу мөмкинлеге бар

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә. Өфөләге «Защитник» үҙәгендә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғарыу менән шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын бер көн эсендә тулыһынса үтергә була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ҡурсаҡ-фест» Беренсе Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестиваленә старт бирелде

Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең алдынғы ижади коллективтарын берләштергән күләмле мәҙәни сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Фестивалде асыу тантанаһында асыҡ һауала һуғыш йылдарына арналған театрлаштырылған миниатюра ҡуйылды. Проект Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла, сараны ойоштороусылар булараҡ «Беҙҙең киләсәк» Хәйриә фонды менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сығыш яһай.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамленең яңы ижад миҙгелендә тәүге концерты үтте

«Торатау» Конгресс-холы сәхнәһендә ансамбль тамашасылар яратҡан иң яҡшы номерҙары менән сығыш яһаны. Мәҙәни программа сиктәрендә «Илкәйем», «Башҡорт балы», «Өфө», «Салауатҡа дан» һәм башҡа вокал-хореография композициялары күрһәтелде, башҡорт, удмурт, ҡаҙаҡ, төрөк халыҡ бейеүҙәре ҡуйылды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Шиғриәткә тулы күңел» шиғриәт һәм йыр фестивале үтте

Хәйбулла районында «Шиғриәткә тулы күңел» тип исемләнгән шиғриәт һәм йыр фестивале үтте. Сарала 20-нән ашыу ижадҡа һөйөүен күрһәтте. Улар Рәсәй классиктарының, шулай уҡ үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны. Фестивалдең тәүмаҡсаты-төрлө быуын вәкилдәрен ижадҡа һәм шиғриәткә илһамландырыу, мәңгелек рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе данлау ине. Шиғриәт байрамын Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары һәм уҡыусыларының сығыштары ла биҙәне.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө аэропортын үҫтереү буйынса яңы пландар ҡаралды

Республикала аэродром инфраструктураһын модернизациялау мәсьәләләре Радий Хәбировтың Һауа транспорты федераль агентлығы етәксеһе Дмитрий Ядров менән осрашыуында өйрәнелде. Көн тәртибенә маршрут селтәрен, шул иҫәптән сит илдәргә осоштарҙы арттырыу юлдары барланды
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙың ижади конкурсы еңеүселәре гала-концерты үтте

Йырҙар менән кеше хәүефһеҙлеге һағында. Баш ҡалала янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙың ижади конкурсы еңеүселәре гала-концерты үтте.
Музыкаль конкурста тотош илдән йөҙгә яҡын ҡотҡарыусы ҡатнашҡан. Еңеүселәр өс номинацияла һайлап алынған. Ижади бәйге һөнәр абруйын арттырыуға булышлыҡ итә һәм ҡотҡарыусыларҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй.
👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яугирҙар дәүләт хеҙмәтенә йәлеп ителәсәк

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дәүләт хеҙмәтенә йәлеп итеү, кибермутлашыусыларҙан зыян күреүселәргә юридик ярҙам, Йәштәр йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеген киңәйтеү. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бөгөн көҙгө сессияға старт бирҙе. Ултырышта Башҡортостан башлығы ҡатнашты. Парламент ултырышына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм яугирҙарҙың балалары ла саҡырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йылылыҡ миҙгеленә старт бирелде

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡарарына ярашлы, йылы тәү сиратта социаль учреждениеларға: балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, һаулыҡ һаҡлау объекттарына, шулай уҡ ҡулланыусыларҙың заявкаларына ярашлы бирелә. Торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта йылылыҡҡа тоташтырыла.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Һүҙ Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән Үзбәкстан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының бахша сәнғәте үҙәгенең эшлекле бәйләнештәре тураһында бара. Документҡа «Евразияның тарихи-мәҙәни мираҫы» халыҡ-ара ғилми конференцияһы сиктәрендә ҡул ҡуйылды. Кәңәшмәлә шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Молдова, Әзербайжан һәм Төркмәнстан ғалимдары ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районында «Йәйге Шайморатов уйындары»ның зона этабы үтте

Унда республиканың алты районынан 19 команда ҡатнашты. Оҙонлоҡҡа һикереү, турникта күтәрелеү, тиҙлеккә йүгереү, туп менән уҙыш һәм спорт эстафетаһында иң көслөләр һәм етеҙҙәр асыҡланды. Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына ойошторолған спорт сараһы үҫеп килгән быуын араһында ҙур танылыу алған. Ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында «Милләттәр кросы» үтте

Иглин ауылының 7-се мәктәбе биләмәһендә уҙғарылған спорт сараһына 350-нән ашыу кеше ҡушылды. Балалар һәм үҫмерҙәр 100 метр араны үтһә, көмөш йәштәге атлеттар 500 метр, ҡалғандар бер саҡрым араға йүгерҙе. Кросҡа тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп булды, шулай уҡ стартҡа мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа баҫты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🙌 «ДУҪТАР» менән уйнарға ла, көлөргә лә, йырларға ла, иларға ла була!

«Башҡорттар улай итмәй», тигәнгә таянһаҡ, был һөйләшеү эфирға сығырға тейеш түгел ине... Әммә... Беҙ эфирҙа!
2👍2🥰1🤩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Медицина университеттары Өҫтөнлөк-2030 программаһында» Бөтә Рәсәй форумы старт алды

Өс көн дауамында медицина өлкәһендәге алдынғы эксперттар тармаҡты үҫтереү, инновацион технологиялар үҙләштереү һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Форум программаһында 20-нән ашыу тематик сессия, дискуссия һәм интенсив ҡаралған, шул иҫәптән Башҡорт Дәүләт медицина университетының уҡыу үҙәгенән тактик медицина буйынса белем биреү курсы ла.
1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районының 7 мәктәбе яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса Йылайыр районының 7 мәктәбе яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» кабинеты хәҙер Калашников автоматы һәм Макаров пистолеты, граната макеттары, противогаздар менән тәьмин ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта махсус хәрби операция яугиры Артур Ғәҙелшиндың хәтер кисәһе үтте

Айджиның яҡты иҫтәлегенә. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында махсус хәрби операция яугиры Артур Ғәҙелшиндың хәтер кисәһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында аяҡҡа баҫтырыусы клиника эшләй

Аяҡтан яҙғандарҙы атлата, билдән ҡалғандарҙы турайта. Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан Шәмсетдинов клиникаһы әлеге ваҡытта киң таралған заман сирҙәре менән көрәшә, умыртҡа һөйәген, быуындарҙы дауалай. Йыл һайын был учреждение аша 600-лап кеше үтә. Операцияһыҙ ғына дауалау алымдары тураһында репортаж.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын республиканың иң ҙур сәхнәһендә ҡаршы алды

Юбилей концерты-«Өфө-арена»ла. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын республиканың иң ҙур сәхнәһендә ҡаршы алды. Берҙәм ижади коллективтың байрамын Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар, биш меңдән ашыу тамашасы уртаҡлашты. Радионың үҫеш юлы һәм сағыу шоу-программа тураһында киләһе материалда.
👍3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында мәсет асылды

Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында көтөп алынған мәсет асылды. Биләмәлә изге йорт бинаһы төҙөлөшө өс йыл дауам иткән. Мәсет асыу тантанаһына диндарҙар, ауылдаштар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡунаҡтар йыйылды. Яҡты, иркен мәсет битараф булмаған кешеләр һәм бағыусылар көсө менән сафҡа индерелгән. Иман йорто «Уйылдан» тигән исем йөрөтәсәк.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Көрәш һарайында профессиональ бокс кисәһе үтә

Бөгөн Өфөнөң Көрәш һарайында профессиональ бокс кисәһе үтә. Ярыш алдынан «Арт-квадрат» майҙансығында медиа үлсәү тантанаһы ойошторолдо. Мауыҡтырғыс сара төбәктә спорттың был төрөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Рингта донъяның биш иле вәкиле ҡатнаша, Башҡортостан данын 4 спортсы яҡлай.
👍1