Forwarded from Лига Свободных Наций / Free Nations League
⚡️"Башкирам нужна независимость": Башкорт в плену узнал новости из дома
Как оказалось, когда человек попадает в плен, у него появляется очень много времени на раздумья. Какие поступки он совершил в прошлом, чего не замечает в настоящем и чтобы хотел поменять в будущем. И это особенно важно, когда речь идет о собственном народе. Активистка Лиги Свободных Наций Айгуль Лион пообщалась с пленным башкортом, который живо интересовался, что произошло на родине за последнее время.
⚔️ Лига Свободных Наций | Youtube | Twitter

YouTube
Башкорт в плену узнал новости из дома | Гнать президента | Башкирам нужна независимость
Как оказалось, когда человек попадает в плен, у него появляется очень много времени на раздумья. Какие поступки он совершил в прошлом, чего не замечает в настоящем и чтобы хотел поменять в будущем. И это особенно важно, когда речь идет о собственном народе.…
👍16🤬2
Башҡорт телендәге был әңгәмәне хәҙер минең шәхси каналымдан ҡарарға мөмкин
https://youtu.be/ZfNWWwu3Lng?si=b0vyFCKH0Xjx6_2p
https://youtu.be/ZfNWWwu3Lng?si=b0vyFCKH0Xjx6_2p
YouTube
Башҡорт әсирлектә тыуған яғынан яңылыҡтар белде Башҡорттарға бойондороҡһоҙлоҡ кәрәк
Кеше әсирлеккә эләккән осраҡта, уның уйланыу өсөн ваҡыты күплеге асыҡлана. Үткәндә ниндәй эштәр эшләгән, бөгөнгө көндә нимәләргә ихтибар итмәй, киләсәктә нимәләрҙе үҙгәртергә теләр ине. Үҙ халҡы тураһында һүҙ барғанда был айырыуса мөһим
👍18
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, Башҡортостан!
Һуғышҡа тиклем. Әле урыҫ йырҙарын машинала тыңлап йөргән замандарҙы иҫкә төшөрә торған видео.
Һәм урыҫса белмәгән бала урыҫ йырын нисек ишетә

❤17
Константин Качалов:
#после_рф
Арсений Турбин, молодой человек 15 лет, попал в тюрьму, так как был уверен в том, что живёт в правовом государстве и ему, как не нарушающему закон, нечего бояться. Ведь он всего лишь раскладывал антивоенные листовки по почтовым ящикам. Теперь он ждёт суда, его избивают в СИЗО, он просит свою маму забрать его домой и скорее всего он не доживёт до окончания срока, который ещё даже не назначен.
Кто в этом виноват? Конечно же фашистская российская система.
Кто ещё несёт ответственность за судьбу этого наивного подростка? Те, кто долгие годы врали и сейчас врут своим подписчикам, слушателям и зрителям о том, что в России есть правовое государство, что вообще у гражданина этой страны есть какие либо права. Что ещё немного и режим зассыт, что крысу в кремле уже тошнит, что "мы здесь власть", что надо просто не врать и не воровать и все наладится.
Сейчас эти лицемеры, прекрасно понимавшие и понимающие то, что нет у россиян никаких прав, кроме права сдохнуть по ведению плешивого карлика, показушно льют крокодиловы слезы и, в первых между внутренними срачами и крышеванием воров, пишут о том, что надо, мол, просто написать письмо избиваемому ребенку и режим сразу зассыт и начнет заботиться о безопасности пацана.
Гребаные лицемеры.
Сколько ещё таких Арсениев, поверивших умным речам о том, что в РФ есть закон, будет убито. Сколько ещё детей, отцов, матерей, сестёр принесут свои жизни на алтарь "прекрасной россии будущего"?
Поэтому я и повторяю каждый раз - только полный демонтаж структуры, только полная люстрация, только начинать все с нуля. Зачем? Чтобы не погибали по тюрьмам вот такие вот Арсении, поверившие в химеру под названием ПРБ.
RF delenda Est!

🤬13👍3❤1
1492 йылдың 12 октябрендә Христофор Колумб экспедицияһы Багама архипелагында урынлашҡан Сан-Сальвадор утрауына барып етә, һәм был артабан Американы асыуҙың рәсми датаһы тип ҡабул ителгән. Әммә Колумбтың асышы бында йәшәгән ерле халыҡты ҡанға батыра, ерҙәрен, илдәрен юғалтыуға килтерә.
Элегерәк Америкала октябрьҙың һәр икенсе дүшәмбеһе Колумб көнө булараҡ билдәләнә ине. Һуңғы йылдар ҡайһы бер штаттарҙа әлеге көндө кире ҡарап, үҙгәрештәргә килтерҙе. Демократик штаттар хәҙер был көндө Аҫаба халыҡтар көнө тип билдәләй. Был көн мәктәптәр ерле индеецтар тарихын, мәҙәниәтен иҫкә ала, улар тураһында уҡый, баҫып алыусыларҙы хөкөм итә.

❤11
Лесь Подерв’янський
Ҡорттар.
Әкиәт.
Бер бабай менән әбей йәшәгән, ти.
Уларҙың ихатаһы булған.
Һыйыр, һарыҡ, сусҡа, ҡуян, нутрия тотҡандар.
Ә мал булһа, буғы ла була — ҙур ғына тиреҫ өйөмө.
Ә шул тиреҫ эсендә ҡорттар йәшәгән:
Владимир, Александр һәм Николай.
Бер көндө Александр Владимирға:
— Һин ишеттеңме, Владимир, тирә-йүндә донъя хакимәте, бөтә нәмәне йәһүдтәр бүлешкән, ә беҙ бер нимә лә хәл итмәйбеҙме? — ти.
Владимир уға:
— Беҙҙең эш бәләкәй: беҙгә күберәк ашау кәрәк, шунан ҡурсаҡҡа әйләнеп анабиозға инеү, — тигән.
Александр уға:
— Һин нисек теләйһең, Владимир, ә мин был ерҙән китергә теләмәйем: бында һиңә — өй, тәмле ризыҡ, ә тышта бары тик йәһүдтәр һәм донъя хакимәте.
Мин был анабиозға әйләнеүҙе юҡ итәм, — тигән.
Александр Владимирҙы өгөтләгән: үҫештәрендә туҡтап ҡалырға һәм тиреҫ эсендә йәшәргә ҡарар иткәндәр.
Ә ни өсөн? Тиреҫтә — йылы, рәхәт.
Ашарға ла уйларға кәрәкмәй: соҡоп ал да ашай бир.
Иртәнге, төшкө, киске аш — барыһы ла бар.
Төнөн уянып китһәң дә, ашарға нәмә табыла.
Николайға Владимир менән Александр бер ни ҙә әйтмәгән, сөнки улар бүлешергә теләмәгән — көнләшкәндәр.
Шулай итеп, Николай ваҡыт еткәс, ҡурсаҡҡа әйләнеп, анабиозға ингән, ҡышты шулай сыҡҡан да, яҙын тиреҫ ҡуңғыҙына әйләнеп осоп киткән.
Николай матур ҡуңғыҙға әүерелгән, йыуылған джип һымаҡ ти, тик ҡанатлы.
Осҡан, яҙғы еҫтәрҙе һуланы…
Ә тиреҫ тураһында иҫенә лә төшөрмәгән,
донъя хакимәте лә уны борсомай.
Ә яҙ еткән, гүзәллек алып килгән…
Ҡоштар һайраған…
Сейә баҡсалары сәскә атҡан…
Шул баҡсаларҙа яҡшы кешеләр өҫтәл артында ултыра, самогон эсә, йомортҡа менән уйнай, ҡыҙҙырылған ҡабан итен, май, һуған ашай һәм украин йырҙарын йырлай.
Барыһы ла — сигелгән күлдәктәрҙә.
Николай осоп йөрөгән дә, сейәгә ҡунып, ял иткән.
Ә теге яҡтан бер ҡуңыҙ осоп килгән.
Ул шундай матур!
Яҡын килеп ултырған да:
— Сәләм, егет! Ниндәй һылыуһың һин, ҡайҙан? — тигән.
Николай тиреҫ тураһында уйлаған, тик әйтергә оялған.
— Минең исемем — Николай, — тигән.
— Тимәк, беҙҙеңсә — Микола, — тигән ҡуңыҙ ҡыҙ:
— Миңә “Николай” тигәнде башҡа ишетергә тура килмәһен! Аңланыңмы? — тигән.
— Аңланым, — тигән Микола: — Башҡа ҡабатламам. Ә һинең исемең нисек?
— Минең исемем — Галя, — тигән ҡуңыҙ ҡыҙ:
— Тор, һылыуым. Осайыҡ. Һин миңә оҡшаның. Мин һинең менән йәшәрмен, — тигән.
Һәм улар осоп киткән…
Ә Владимир менән Александр тиреҫтә йәшәй биргән.
Үҫештәрендә туҡтап, ҡурсаҡҡа әйләнмәгән һәм анабиозға инмәгәндәр.
Шулай итеп, улар үҙ соҡорҙарында йөрөй, тиреҫ ашай, йәһүдтәр һәм донъя хакимиәте тураһында һөйләшә.
Яҙ еткәс, бабай тиреҫте баҫыуға сығарып, һәнәк менән таратып ташлаған.
Шул ваҡытта бер ағуна осоп килеп, Владимирҙы ҡабып йотҡан.
Ә Александрҙың артынан аҙ ғына йөрөгән дә арыған, ахырҙа уны ла ашап ҡуйған.
Шуның менән әкиәт тамам.
Башҡортсаға Айгөл Лион ауҙарҙы

❤16
Forwarded from Тот самый из Башкорт
Наше предложение.
Выделите для ремонта средства (на проведение всяких никому ненужных форумов и фестивалей у вас они всегда находятся), пригласите зарубежных специалистов и проведите ремонт на месте - не снимая памятник с постамента!
Проводить ремонт не снимая памятник - это нормальная практика в цивилизованных странах!
https://t.me/aspecty/40120

Telegram
Аспекты - Башкортостан
Башкультнаследие опубликовало проектную документацию «для проведения работ по сохранению памятника Салавату Юлаева»
Документация для общественного обсуждения опубликована на сайте ведомства по ссылке
«Утрачен декоративный медальон, украшающий 14 упряжь…

👍15
Ҡазанды яулап алғанда һәләк булғандар өсөн Хәтер көнөнә бағышланған онлайн конференцияла ҡатнаштым
https://youtu.be/Gbn4_wzxWU0?si=h4dey_DA4_zA4nHN
https://youtu.be/Gbn4_wzxWU0?si=h4dey_DA4_zA4nHN
YouTube
Это запретили вспоминать в Татарстане #россия #татарстан #путин
Сегодня Лига Свободных Наций провела дискуссионную панель о татарском Дне памяти. Как трагическая дата повернула историю не только татарского народа, но и всех народов Поволжья и фактический стала прологом возникновения Московской империи. Учасники: Руслан…
❤13🤬2👍1
"Новая газета Европа"ның баш мөхәрире Кирилл Мартынов менән бәхәстә ҡатнаштым.
https://youtu.be/RwcKEjjenmE?si=nG002V_dmujn2Ien
https://youtu.be/RwcKEjjenmE?si=nG002V_dmujn2Ien
YouTube
От "топлива для дезинтеграции нет" до "мы не имеем права оставаться в РФ". Дебаты о будущем России
Возможна ли демократическая Россия? Российские оппозиционные группы настаивают на том, что возможна, а регионалисты не верят в такую перспективу. В прошлом татаро-башкирская журналистка, а ныне участница Башкирского национального движения Айгуль Лион, которая…
👍25🔥1😁1
Башҡорт һәм татарҙарҙың Төркия президенты Рәджәп Эрдоғанға тыуған телдәрендәге мөрәжәғәте
https://youtu.be/zxl6b1wFiUI?si=vVHzGTnOu4qXBUQS
https://youtu.be/zxl6b1wFiUI?si=vVHzGTnOu4qXBUQS
YouTube
Обращение президенту Турецкой Республики
Башкиры и татары просят Эрдогана обменять политзаключенных
Активисты башкирского и татарского национальных движений обратили внимание Президенту Турции на притеснение мусульман и тюрков в России

❤17😁3👍1🔥1
Һуңғы ике көндә Башҡорт чатҡа спам һала башланылар. Зинһар, ундағы һылтамаларға баҫып ҡуймағыҙ!
В последние дни кидают спам рекламу на Башҡорт чат. Пожалуйста, остерегайтесь идти по тем ссылкам.
Мира нам всем!

👍8❤1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
👆Промо видео Aygul Lyon (Committee of the Bashkort National Movement Abroad) в преддверии Free Nations PostRussia Forum: Rethinking (post)Russia’s Future: International Experts and representatives of Russia’s captive nations explore the viability of a peaceful transformation & decolonization of the so-called "Russian "Federation" 19 ноября в Канаде (Оттава, Parliament Hill 19.11.24)✌️
Дискуссионная панель - Is the world ready for a #PostRussia period? Transforming the mindset and information space to allow for successful decolonization process🎯
Независимый Башкортостан будет свободным, богатым и успешным государством!💯
#MakeMoscoviaSmallAgain 💪
#DecolonizationRF
#MoscoviaDelendaEst 🔥

👍15😁1
Бөгөн 30 октябрь - репрессия ҡорбандары көнө булараҡ билдәләнә. Яңынан репрессиялар башланыуға микән, был көндө хәҙер билдәләп торған кеше һирәк.
Бынан теүәл 10 йыл элек, Азатлыҡ радиоһы сәхифәһендә инәйем менән һөйләшеүем сыҡҡан ине. Шуны бөгөн яңыртырға булдлым.
Инәйемә 87 йәш тулды. Сәләмәтлеге лә көндән көн насарланыуға бара. Атайымды ерләгәс, 27 йыл яңғыҙы донья көттө. Ике һеңлеһе лә гүр эйәләре. Бөгөн генә апайым инәйемдең баласаҡ әхирәте үлеп киткәнен хәбәр итте. Инәйем ауылдағы һәр үлемде ауыр кисерә. Хоҙайға шөкөр, үҙ аҡылында, ҡулынан килгәнсә намаҙын ҡалдырмай.
Минең инәйем «халыҡ дошманы» ҡыҙы. Беҙҙең яҡта ундай хәлде ҡысҡырып һөйләмәйҙәр ине, Шуға күрә күп булғандармы улар, әллә минең ҡартатай бер үҙе 58-се статья буйынса хөкөм ителгәнме, был миңа билдәһеҙ.
Халыҡ дошманы балаһы булыуын иҫкә алмағанда, инәйемдең исеме урынына Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән теләһә кемдең исемен ҡуй, яҙмыштары бер булыр ине, минеңсә. Өс класс белемле, ғүмерен колхозда эшләп үткәргән, хәҙер ҙә район үҙәгенән йыраҡ китмәгән ябай ғына ауыл ҡатыны ул минең инәйем. Ғәҙәттә, аҙна һайын шылтыратып хәл белешәм, бер-ике сәғәт кинәнеп һөйләшәбеҙ. Был юлы һөйләшеүҙе диктофонға яҙҙырырға булдым. 30 октябрь датаһы иминең инәйемә лә ҡағыла бит, уларҙың аталары Сәхиулла Ғиззәтулла улы Ғәлләмов — ҡанһыҙ репрессия ҡорбандары исемлегендә.
– Бөгөн ундай дата барлығын хәтерләгән кеше лә юҡ, Тәнзилә (инәйемдең бер туған һеңлеһе) барған булған Миякәгә, хәҙер уның льготалары бөттө инде, бер нәмәһе лә ҡалмаған, тип әйтеп ҡайтарғандар. Тәнзилә апайың ала уның аҡсаһын, мин баш тарттым, хеҙмәт ветеранының аҡсаһы күберәк, мин әллә ҡасан күстем.
– Ниңә ул ветеран танытмаһын ҡулланмай?
– Уларҙың «ветераны» өсөн 140 һум ғына, ике йөҙ ҙә түгел. Сөнки 35 йыл эшләгән бөтә кешегә таратып сыҡтылар ул танытманы. Льгота аҡсаһы бик бәләкәй. Хеҙмәт ветераны танытмаһын элекерәк алғандарҙың аҡсаһы күберәк — минеке 400 ахырыһы, юл аҡсаһы 380 һум, бөтәһе бергә 700 артыҡ сыға. Ҡала халҡының тағы ла күберәк.
– Атайыңды хәтерләйһеңме һин?
– Хәтерләйем. Һикелә сагыз сәйнәп ятҡанын хәтерләйем. Ат алып ҡайтҡанын беләм. Ике ат егеп алып ҡайҡан ине, шул «лобогрейка»ла йөрөгән мәлеҙер инде. Тәнзилә менән икәүләп йүгереп сығабыҙ, туғаным бәләкәйерәк бит, уны атҡа ултыртып, уны тотоп алып инә. Мине мендермәне атҡа.
Тағы атайым бер ваҡыт «Әйҙә, ҡыҙым, ҡартнәйеңде күрһәтеп алып ҡайтам» тип Сафарға (инәйем телендә был ауыл исеме — Ҫапар) алып киткәне хәтерҙә. Юлда Ҡашапов менән осрашып, төртөшөп әрләштеләр, тегеһе бармайһың ти, мин барыбер барам тип атайым атына тартты ла китеп барҙы. Ҡартнәйем сығып ҡаршы алды, өҫтөндәге күлдәгенең төҫөн дә хәтерләйем. Шулай бер нисә эпизод хәтерҙә атайым тураһында.
Бәләкәй саҡта төшөмә керҙе атайым: атлы санаға туп-тура баҫып ишек алдына килеп керҙе. Өҫтөндә шинель кейгән ине. Өнөмдә уның шинель кейгәнен белмәйем, инәйем туны бар ине, тип һөйләй торғайны. Шинелде инәйем кейҙе. Ул шинелде мин уйынға кейеп йөрөй торғайным (шаркылдап көлә). Шинель кейеп, бүрек кейеп, муйынды бәйләп, уйынға барам. Башта бүрек — атайымдың бүреге (көлә). Шул бүрек менән бәргеләп ҡайтармағас! Иии, бигерәк дәртле була торғайным бит! Ҡыуып сығарып ебәреп торалар, яңынан кире инеп, клуб мөйөшөндә уйнайбыҙ ҡыҙҙар менән. Атайым балаларҙы уйындан ҡыуа торған булған, «атаң беҙҙең артҡа тибеп сығара торғайны» тип клуб ишегенән артҡа тибеп осоралар, тагы барып инә инем.

👍11🤬2🔥1
дауамы:
– Элеккеләрҙе иҫкә төшөрһәң, атайыңды алып киткәндәрен хәтерләйһеңме?
– Эйе, 5 йәш булған бит миңә. Ғәйшә әбей бар ине, беҙҙең күрше Индустар урынында торалар ине. Ғәйшә әбей ҡалын ғына ҡатын булғандыр инде, мин уны йыуан итеп хәтерләйем. Инәйем ыумас уып аш бешерә, ҡараңғы төшә башлаған, Ғәйшә әбей атайымдың ҡоралдарын ҡайраҡ, асҡыс, сүкеш кеүек тимерҙәрен ҡайтарып бирҙе. Атайым «лобогрейка»ла йөрөгән була, уны яландан алып китәләр. Ғәйшә әбей һүҙ һөйләй, инәйемдәр ҡайғырып ултыралар, мин һикелә, әбейҙең арт һынын ҡарышлап һанап ултырғаным хәтерҙә (эсе катып көлә).
– Ни өсөн алып киткәндәр инде уны?
– Теле өсөн. «Германдар әйбәт икән, унда велосипед менән йөрөйҙәр икән, унда электр яна» тип һөйләп ултырған, тип инәйем әйтә торғайны. Төгәлен мин хәтерләмәйем.
– Ғәйнисафа апай, ҡартатайымды таҡмаҡ әйткән икән, «урам һайын полномоченный - буҡтан ярала микән» тип йырлаған, тип һөйләгәйне.
– Колхоз тарала микән,
совхоз ҡорола микән?
Урам һайын полномочий -
буҡтан ярала микән? тигәнен Хәтимәнең атаһы йырлаған. Уны алып китергә килгән милицияға бирмәйенсә, «ауырый ул, иҫәр, уның аҡылы юҡ» тип халыҡ алып ҡалған, тип һөйләй торғайнылар мин үҫкәндә. Һуңынан һуғышҡа барып, ятып ҡалған, кире әйләнеп ҡайтмаған.
– Атайыңды 1942 йылда алып китәләр бит?
– Атайымдың ҡолағы ишетмәгән, уны башта һуғышҡа алмағандар. 1942 йылда повестка килә. Атайыма колхоздан бер пот он бирәләр, ҡараңғы төшкәндә генә шуны алырға бара. Мәһүбә әбейең үҙе һөйләне, ул келәт һаҡсыһы: «Ҡашапов (ситтән килтерелгән колхоз рәйесе — авт.) мине он әрйәләренә һалмаҡсы булып, шаяра инек, Сәхиулла ағай килеп керҙе, Ҡашапов сығып китте, „ии, Сәхиулла ағай, нишләрһең инде һуғышҡа барғас?” тип һораным, уға яуап итеп: „Мин һуғышҡа барғас, һуғышып тормайым, кепкамды ырғытам да, теге яҡҡа сығам” тип әйтте, Ҡашапов ишетеп, һин быны ишеттеңме тип, мине шаһит итеп күрһәттеләр» тип үҙе һөйләгәйне миңә.
– Өйөгөҙгә килеп, тентеү үткәрҙеләр тип һөйләй торғайны ҡәртнәйем, нимә эҙләнеләр тип уйлайһың?
– Шпион иткәндәр бит, шпион булған тип радиотапшырғыс эҙләгәндәр. Баҙға төшөп, эҙләнгәндәрен хәтерләйем мин дә.
Бәләбәйҙә ултырған, суд була тип беҙҙең яҡтар барғандар, беренсе көндө иртәгә килә тиҙәр, икенсе көндө килмәй инде, юғалды, тиҙәр. Вәҙиға ҡулда була, атайымды алғандың икенсе аҙнаһына тыуа ул бала. Бала менән инәйем судҡа керә алмаған, индермәгәндәр. Шуға күрә судта нимә булғанын да белмәй ине.
– Һуғыш ваҡыты, һеҙ ҡартатай, үгәй ҡәртнәй менән бер йортта ҡалғанһыҙ. Эшләгән кеше бер инәйең генә инеме?
– Юҡ, ҡартатайым эшләне әле ул. Бейек итеп күпер һалды. Бынан тыш, ҡарауылда торҙо. Кулактарҙы һөргөн ваҡытында тартып алған амбарҙарҙы йыйып бер урынға ултыртҡандар ине, улар алыҫыраҡ, ә был оста башы ябылған ындыр табағы ине, шунда иген һаҡланылар.
Ҡарттайым аслыҡтан үлде. Баштараҡ балыҡ тота ине, атайым киткәс тә әле ҡараңғылы- яҡтылы иртәләрҙә яртышар ҡапсыҡ балыҡ ҡайтарғаны иҫтә, һуңғараҡ балыҡҡа ла бара алманы. Балыҡсы ине ул, морҙа үрә ине, Шарламакта урыны бар ине. Күлгә индермәнеләр, Баҙарҙар хужа булды. Улар үлгәс кенә күлгә керә башланылар. Әммә морҙа менән балыҡ тотҡан кеше юҡ, ау менән генә тота инеләр. Морҙа та үргән, тәҙрә рамдары ла яһаған, умарта тотҡан, өй башы япҡан, балта эшен дә белгән, балыҡсы ине. Атайымды алып киткәс, 6 йыл йәшәне ҡарттайым.

❤9🔥1
дауамы:
– Ул үлгәндә һуғыш та бөткән булған бит.
– Һуғыш бөткәндә лә беҙгә еңеллек килмәне әле. Колхозда хәҙерге кеүек трактор менән ерҙе һөрөп, комбайн менән йыйып алыу юҡ. Ат менән һөрәләр баҫыуҙы, ҡул менән сәстеләр, һыйыр менән тырматылар инәйемдәр. Биш йыл инәйем һыйырыбыҙҙы егеп яҙын ер тырмалаған. Орлоҡҡа ғына алып ҡала ла, бөтә иген дәүләткә китә бит. Сәскәндә ураҡ менән урылған, көлтә итеп бәйләп, ике тирмәнгә ташыйҙар. Унда барабанды һыу әйләндерә, көлтәне киҫеп индереп ебәрәләр, һаламы сыға, игене һуғылып ҡала. Аслыҡтан үлтермәҫлек кенә булды, балам.
Бының өҫтөнә һалымдар: ауыл хужалығы һалымы, хәрби һалым, йылына 44 килограмм ит, 100 йомортҡа, һарығың булһа, йөнөн, һыйырың булһа 253 литр һөт тапшырырға кәрәк. Ул мин кейәүгә сыҡҡанда ла булған икән әле, беҙҙең һыйырыбыҙ булманы. Ҡәйнәмдеке бар ине, ул тапшырҙы һөттө.
– Һалымдар ҡасан бөттө?
– Сталин үлгәс, Хрущев килгәс бөттө шикелле ул. 60-сы йылдарҙа колхозсыларҙың көндәре еңеләйҙе. Эшләгән өсөн аҡсаһын, игенен бирә башланылар, 15әр, 20шәр центнер иген ала инек. Һалымдар, түләүҙәр бөттө, таяҡҡа йәки бушҡа эшләү туҡтаны. Халыҡ үҙен ҡарай алды. Аҡсаһын да биргәс, колхозсыларҙың көндәре еңеләйҙе. Беҙҙең инәйемдәр колхозға 30 йыл бушҡа эшләне. Минең бушҡа эшләгәнем 10 йылдан ашты.
– Ҡасан колхозға эшләй башланың?
– Колхозға мин 10 йәштән эшләй башланым. Ә ҙурайғас, ҙурыраҡ эшкә тотондом, 1952 йылда баҡса үҫтерҙем, 1953тән һыйыр һауҙым. Ике туғанымды эйәртеп инәйем янына бесәнгә бара инем.
Икенсе йылына ике туғаным килә, мин инәйем менән бесәндә эшләйем. Ҡатындар әрләй: «Тырмаға көсө етмәгән баланы нишләп йөрөтәһең?» — тип. Ике туҫтаҡ ашты ашарға ике туғаным килә. Аштары артып ҡалһа, йәлләп, алып килеп тә һалалар. Ашамаған кешеләр ҙә аштарын беҙгә биргеләй торғайны. Хәҙерге кеүек яҡшы он түгел ине бит, нимә етһә, шуны ашағанбыҙ.
— Шул заманда нисек иҫән ҡалғанһығыҙ икән?
Үҙебеҙ ныҡ, тырыш булғанбыҙҙыр. Әле лә баҫыуҙан башаҡ йыйып алып ҡайтып ашай торғайныҡ. Колхоз йыйып бөткәс, баҫыуҙа нимә ҡалһа, шуны йыйып алып ҡайтабыҙ. Башаҡ ятып ҡалһа ла. Беҙҙең өсөн ризыҡ ул. Шуға ҡарамаҫтан, баҫыуҙан башаҡ йыйҙырмайҙар ине. Фәрәх ҡарт беҙҙе ҡыуа торғайны. Йүгереп алып ҡайтып, шул башаҡты ризыҡ итәбеҙ. Шулай йәшәргә тырышҡанбыҙ инде. Яҙ башынан үлән: тау йыуаһы, күл йыуаһы, ҡуҙғалаҡ, балтырған, ҡаҡы, балтырған, уныһы ката башлаһа — көпшәһен ашайбыҙ, тупый төбө, сәрҙе, кәжә сәрҙеһе лә, хатта шыма көпшә. Бүре көпшәһен дә ашай торғайныҡ. Йәй еткәс, еләк өлгөрә, ҡарағат ҡарая. Йәйгә сыҡҡас, үлмәйһең инде. Йәшәргә була.
— Һуғыш ваҡытында хатта беҙҙең ауылға ла гуманитар ярҙам килгән тип ишеткәйнем.

— Американдар ярҙам иткән беҙҙең балаларға. Әммә беҙгә теймәне ул, «халыҡ дошманы» балалары бит, шулай ҙа беҙ үлмәгәнбеҙ, Аллаға шөкөр ҡалғанбыҙ. Башҡалар барғас, мин дә туғанымды етәкләп барҙым: «Килеп йөрөмәгеҙ, һеҙгә юҡ!» тип ҡысҡырҙылар. Кәримә әбейҙе таныйым, икенсеһен, миңә ҡысҡырғанын, һис таныманым, кем булған икән тип, гел уйлай торғайным. «Маратты мин генә алып ҡалдым, үлә ине, кешеләрҙән алда аштың ҡуйырағын ғына алып, ҡамыш араһына ҡуя инем, шунан йүгереп килеп, һыуынып бөткән ашты тиҙ генә эсер ҙә ҡайтып китер ине» тип һөйләгәс, шунда ғына аңланым, Миңзифа (атайымдың олатаһының бер туған һеңлеһе) әбейең булған икән.
Инәйем утауға йөрөй. Уның өсөн 100 грамм он бирәләр. Инәйем мине үҙе менән алып бара, эргәһендә йөрөтә. Үлән осраһа, үҙе ала, мин дә утайым. Ҡайҙа кем алдында нимә осраһа — тупыймы, ҡаҡымы, ҡыҙғалаҡмы — йүгереп йыйып алам. Ҡатындар инәйемде тағы ла: «Ҡыҙыңды алып киләһең дә, алдыбыҙҙағын йыйып алып китә лә, үҙегеҙ генә ашайһығыҙ», тип әрләй. Инәйем 10 ҡатынға звено башлығы ине. Шул 10 ҡатынға бер кило он бирәләр. Звено башлығы кеше шул ондо йөҙ грамм итеп бүлеп бирә. Шул ондо яулығыма һалып алып ҡайтам да, туҡмас таҡтаһына бәләкәй генә өйөмдәр менән 10 урынға өйөп ҡуям, ҡалғанын өс бармаҡ менән генә тағы ла бер ҡат һалдыртып сығалар. 10 пар күҙ ҡарап тора, былай ит, тегеләй ит, өймә, һыпырып ҡына ҡалдыр, тип.
Бер йәйҙә тупыйҙар бөттө, ҡаҡы бөттө, ашарға бер нәмә лә ҡалманы, үҫәһе үҫеп етмәгән, үҫкәне бөтөп барған мәл ине. Инәйем эштә. Хәҙер ҙә бәләкәй генә бер сүлмәк бар, шуны Ҡаран буйына ике ташҡа ҡуйып, усаҡ яҡтым да, бәрәңге һабаҡтарын тураным, тамырҙарынан бармаҡ осо хәтлем генә картуф йыйып алдым. Аш бешерҙем, ләкин эсә алманым. Уға ни һөт, ни май, ни ҡатыҡ һалырға юҡ ине. Ашарға бер нәмә лә юҡ ине. Башта һарыҡтарҙы бирҙек, һуңынан һыйырҙы тапшырҙыҡ. 5 йыл инәйем шул һыйыр менән ер һөрҙө. Тегеһе ҡаса алманы, быҙауламаны. Башына һуғып, яңҡыларында шеш бар ине, шуны йәй буйына йыуып йөрөттө. Тапшырғас, бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ. Һәҙия әбейҙең кәзәһенең тыумаған бәрәсенә инәйем балаҫ һуҡты. Шул кәзәне кәзә итте, мин атайыңа кейәүгә барғанда ла шул кәзәне һауҙы. Һыйырыбыҙ юҡ ине.
Бер мәл уянып киттем, инәйем аяҡ осонда һикелә ултыра, “Эй, Аллам, был балаларға нимә бешереп ашатырмын икән?” тип илағандыр инде. Шунан юҡҡа сыҡты, мин йоҡлап киткәнмен. Биҙрәне шап иттереп иҙәнгә ултыртыуға уянып киттем: бер биҙрә эре картуф алып ҡайтҡан. Уның өҫтөндә аҡ туҡымаға төрөп, бер килолай он һалған. Нимә бешергәнен, нисек ашағаныбыҙ иҫтә ҡалмаған. Инәйем иҫән саҡта һөйләштек, шунда алып ҡайтҡайның бит он менән картуфты, әл дә биргәндәр, тинем. Лоҡман бабайҙың ҡарсығы беҙгә нисектер туған булған, шуға барып алып ҡайтҡан. “Эй, балаҡайым, уны бушҡа биргән, тип уйлайһыңмы ни? Уның өсөн картуф баҫыуын ҡаҙып сыҡтым”, тине.
Ҡан сиренән ҡарттайым алып ҡалды. Балыҡ та тотто, тегенән тапты, бынынан тапты, урыҫтарҙан барып әйбер алып ҡайта торғайны. Ул ваҡытта беҙ ас булманыҡ, икмәк тә бешерә торғайны ҡәртнәйем. Ҡарттайым аслыҡтан үлде, ул үлгәс, беҙ ҙә ныҡ аслыҡ кисерҙек. 1944 йылда ҡан сире сығып, халыҡ шунан күпләп үлде.

❤10👍2🔥1
Аҙағы:
– Ауыл кешеһе бергә йәшәгән кеүек ине миңә, бер-береһен асҡа үлергә бирмәгәндер тип уйлай инем, яңылышаммы?
– Ҡарттайым эшкә һәләтле саҡта арпа, тары сәстек, уны ҡәртнәйем менән барып утай торғайныҡ. Ҡуҙғалаҡ йыябыҙ, ҡапсыҡ менән өйгә алып ҡайтабыҙ. 1947 йылда өйөбөҙ янды, бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ. Шулай ҙа, ҡарттайым күп итеп бесән әҙерләгән, бер өйөм бесәнде Покровкаға һатып, кибәк алып ҡайтып ашатты. Ә 48-се йылдың яҙына бер нимә лә ҡалманы.
Ҡарттайым эшкә яраҡһыҙ булғас, хәер һорап йөрөнө. Алып ҡайтҡанын кәштәгә ҡуйҙы. Бер мәл хәер һорап ҡайтты: “Нисә кешегә керҙем, бер кешелә лә ашарға юҡ. Фәррахтарға (колхоз рәйесе) керҙем, ҡатыны икмәк бешергән, уны йәшереп ҡуйған, өйҙәрендә икмәк еҫе сыға, ләкин икмәгем юҡ, тип сығарҙы, бүтән йөрөмәйем инде, Фәррахтың ҡатыны ла бирмәһә, кешеләрҙә ашарға юҡ”, — тип ҡайтты. Шул хәтеремдә. “Их, йөрөй алмайым бит”, — тине. Вәдиғама (ауыл тегермәнсеһенең ҡатыны) барһам, бирер ҙә ине бит. Нишләп мине ебәрмәне икән, барып һорап алып ҡайтыр инем, тип уйлайым. Шулай итеп, ҡайтып йығылды.
Инәйем эштәлер инде, беҙгә ял көн булдымы икән, барыбыҙ ҙа өйҙәбеҙ. “Ҡарсыҡ, тамаҡҡа әҙерләйһеңме?” тине ҡартатайым, ыумас бешертте. Хәҙер малға ашатҡан он ап-аҡ, ә теге ыумас ҡап- ҡара ине. Һөтө лә, майы ла, ҡатығы ла юҡ. Бәләкәй генә бер табаҡ ултырттылар. Өсөбөҙ ҡарап ултырабыҙҙыр инде. Ҡарап тора бит тип Вәҙиғаға бирҙеләр. Бераҙҙан, күҙҙәре ҡарғар тип Тәнзиләгә лә ашаттылар. Миңә лә өлөш эләкте. Киленгә лә ҡалдыр инде, эшләп йөрөй бит, үлһәк, бергә үлербеҙ тип әсәйемә лә аш ҡалдырҙылар. Был февраль аҙаҡтары булһа кәрәк, 31 мартта ҡартатайым үлеп китте, 1 апрелдә ерләнеләр.
Айран эсәһе килгәндер инде ҡартатайымдың, әле Гөлбикә (әсәйемдең ахирәте): “Айран алып килгән инем, бабайың үлде инде тип, әбей әйтте, айранды кире алып киттем” тип һөйләй. 72 йәшендә фани донъяға күсте ҡартатайым, туйып ашаһа, 90-ға етерлек ныҡ ир ине.
Ҡартатайым менән ҡәртнәйем булғанда ас булманыҡ. Әсәйем яратмаһа ла: “Өсәр-дүртәр бала менән тороп ҡалған ҡатындар бөтәһе бергә үлеп бөттө, өйҙәрен ҡаҙаҡлап ҡуйғандар ине, беҙгә ауырыу ҙа кермәне, тамаҡ туҡ булғанға кермәгән ул. Беҙ - ҡартатай булғанға ғына иҫән ҡалдыҡ” тип әйтә торғайным.
Үлер алдынан ҡартатайым: “Тау-тау игендәр күрәм, һеҙ ризыҡлы булырһығыҙ әле” тип әйткән. Ысынлап та бер аҙҙан тормош яйланды. Ҡартатайым әйткән тау-тау игендәр ҙә килде.
Фермала һыйыр һауғанға быҙау биргәйнеләр, инәйем шул быҙауҙы һыйыр итте. Оҙаҡ йылдар тотто ул эшләп алған тәүге һыйырын. Инәйемдән һуң мин һауынсы булдым, миңә лә быҙау бирҙеләр. Колхоз әкренләп аяҡҡа баҫып килә ине.
Хәҙер рәхәт йәшәйбеҙ, аҡсаны өйгә алып килеп, өҫтәлгә һалып бирәләр. Ондо килтереп, келәткә индереп ҡуялар. Әлхәмдүлиллаһи шөкөр. Ил-көндәр генә тыныс булһын.
– Атайың иҫән икән тип хәбәр ҙә килгән бит әле һеҙгә. Ниндәй йылдарҙа ине ул?

– Бикколдан бер бабай килгән ине. “Сәхиулла иҫән бит, урмандан тапҡандар, үлгән тип соҡорға ташлап киткәндәр, сыбыҡ-сабыҡ менән ҡаплаштырып. Ыңғырашып ятты микән, үлеп етмәгән күрәһең, кемдер табып алып ҡайтҡан. Баҡалы районы Балыҡлы ауылында йәшәй, көтөү көтә, Ҡөрьән уҡып йөрөй икән, Сирәш буйын, Ҡаран буйындағы өйөмдө һағынам, балаларым иҫән микән, ике ҡыҙым бар ине, өсөнсө балам тыуырға тейеш ине, улар үҫтеме икән тип һорашҡан” тип һөйләне. Әлегә бармағыҙ әле, мин йәнә барып хәлдәрен белеп ҡайтайым тип киткәйне, бик ҡарт ине ул бабай, үлгәндер, кире хәбәрләшә алманыҡ. Бабай миңә үҙемә һөйләне.
Күңелем талпынһа ла, инәйем “ул түгелдер, Ҡөрьән дә уҡығас, бүтән берәүҙер, беҙҙең яҡ кешеләре түгелдер, атайың асығып та тора алмай ине, күптән үлгәндер инде”, тип һүҙҙе тамамланы. Кейенеп әҙерләнеп бөткән инем, инәйем килде лә: “Ҡуй инде, мәшәҡәтләнеп йөрөмә, атайың бер минут та асығыуға түҙә алмай ине, ныҡ ашай торғайны, асығып үлгәндер, ул түгелдер”, тип сығарманы ла ҡуйҙы. Яңы ғына кейәүгә сыҡҡайны шул. Тормошо ла яйланып киткәйне бит.
Бер ваҡыт Шәмсинур апай килде, атайыңды һөйләп алып киттек, “Мәғүбә еңгә генә уның башын йотҡан”, тип рәнйенем, ҡәһәрләп үк ҡуйҙым, шунда ул: “Ҡуй, туғанҡайым, шул тиклем ҡәһәрләмә”, тине. Ул үҙе лә судта ҡатнашҡан, шаһит булып йөрөгән икән. Шәмсинур апай беҙҙең яҡта бригадир: “Кешеләрҙе йыйып ала ла, нимә һөйләһә лә һөйләй, Германияны, башҡа сит илдәрҙе маҡтап ултыра”, тип күрһәтмәләр яҙған икән.
Үлгәндә Ғәрифәгә һарыҡ бирегеҙ тип васыят ҡалдырған, инәйемә Шәмсинур апайҙың улдары һарыҡ биргән. Шунан алдараҡ, инәйемде кейәүгә бирҙеләр. Сәһәрйәр ҡартҡа димләгәндәр инәйемде. Шул рәнйеше өсөн, гонаһтан ҡурҡҡандарҙыр, моғайын.
Апайыңа һөйләгәйнем бит, инәйемде нисек алып киткәндәрен. Беҙ сөгөлдөр ҡаҙып йөрөй инек. Инәйем янына өс-дүрт ҡатын килде лә, алып киттеләр. Минниһан әбей, Миникамал әбей, Шәмсинур апай булғандар икән. Вәҙиға, Тәнзилә, мин - беҙ: “Ҡайҙа китте былар инәйемде?” тип ҡарап ҡалдыҡ. ИНәйем йырағраҡ ине. “Балаларға әйтәйем әле”, тигән, Миникамал әбей: “Әйтеп тә, һөйләп тә торма, улар һине бирмәйәсәк, һорама ла”, тигән. Никах уҡытып ҡына беҙгә хәбәр иттеләр, кисен барып, ашап-эсеп, атай тип туғанлашып ҡайттыҡ. Был 1965 йыл ине. 28 йәшендә тол ҡалған инәйем 50 йәшендә икенсегә кейәүгә сыҡты. Сәһәрйәр ҡартты беҙ атай тип йөрөттөк, бик яҡшы кеше булды, беҙгә лә, инәйемә лә.
— 30 октябрь һинең өсөн ниндәйҙер бер иҫтәлекле көнмө?
— Белмәйем, уйлап та ҡараманым. Тәнзилә апайың Өфөләге һәйкәлгә барып сәскә һалам тип әйтте, былтыр барып ҡайтты, күргән, сәскә һалған. Бик әҙ кеше килгән, тип һөйләне.
— Быйыл Сталиндың тыуған көнөнә ҡотлауҙар күренә башланы, ҙурларға уйлайҙар икән. Әлмәттә ҙур яҙыу элгәндәр ҡотлап.
— Әстәғәфирулла! Сталин тырышҡан инде илде һаҡларға. Әммә кешеләрҙе күп ҡыйратҡан бит. Нимә тип әйтергә лә белмәйем. Уның батырлығы ла бар, этлеге лә бар. Әмерҙе ныҡ биргән: “Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!” Тип әйтмәһә, германлылар беҙҙе баҫып алырҙар ине, кем белә. Шул да бар. Халыҡты ҡырған ғына инде.
31 октябрь 2014
Азатлыҡ радиоһы

❤8🤬2👍1🔥1