Башҡорт юлы
448 subscribers
418 photos
329 videos
250 links
Download Telegram
Кому достанется завод на Ҡырҡты тау, если вопреки воле народа все же будет построен?

Почему в России искусственно ограничивают работу whats up telegram и вводят новое приложение Макс?

Страхи населения пред независимым государством Башкортостан и о многом другом в нашей очередной аналитике на башкирском.

Рәхим итеп ҡарағыҙ, яҙылығыҙ, лайк ҡуйығыҙ.

https://youtu.be/hoRpp_c9vNM?si=qVoJJ1Sq7DW9uq6c
17👍3😁2🔥1
Путин ҡул ҡуйған яңы закон нигеҙендә бәлки башҡорттарға Россиянан айырылып сығырғалыр? Телдәрҙе бөтөрөп, бер телгә ҡалдырыу сәйәсәте АҠШта, Канадала һәм Россияла нисек хәл ителә? Интернетты тағы ла нығраҡ ҡыҫыу тураһындағы ҡанундан нимә көтөргә?
Башҡорт милли хәрәкәте ағзалары Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбуллин һәм Айгөл Лион билдәләп үтелгән һәм башка мәсьәләләргә үҙ фекерҙәрен еткерҙе.

https://youtu.be/52m9bs9g9rk?si=l4CcMWOShJLNS778
👍15😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
‼️ Ихтибар! Бөгөн киске сәғәт 9ҙа минең шәхси каналымда премьера көтөлә. Ҡарамай ҡалмағыҙ

Мәжит ағай Ғәли Башҡортостандың Саҡмағош районы Биккенәй ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте яңы тамамлаған килеш, 18 йәше тулғансы, Икенсе Бөтә донья һуғышына алына. Ике-өс аҙна хеҙмәт итергә лә өлгөрмәй, Мәжит ағай әсирлеккә эләгә. Бөгөн ул АҠШтың Нью Йорк ҡалаһында ғүмер итә. Һуғышҡа сығып киткәндән бирле тыуған еренә ҡайта алмаған.
Бөгөнгө яҙмабыҙҙа Мәжит ағай тормошонан төрлө иҫтәлектәрен бәйән итә.
Июль айының 25ндә Мәжит ағайға 100 йәш тула. Ныҡлы сәләмәтлек, зирәк зиһен, тән һәм рух сәләмәтлеге теләйбеҙ.

Яҙманы әҙерләүҙә минең әхирәтем, күренекле журналист ярҙам итте(тормоштарҙың үҙгәреп китеүе сәбәпле, уның үҙен, ғәиләһен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайым тип, исемен билдәләмәйем. Шулай уҡ, әлеге һөйләшеүҙә Мәжит ағайҙың улы - Иректең тауышын ишетергә була. Киләсәктә Иректең үҙе менән дә һөйләшеү яҙҙырырмын тип планлаштырам.

https://youtube.com/@aygullyon?si=ubKFNV_YcZAOpMLp
🔥19👍4
Сит илдәге башҡорт милли хәрәкәтенең ютуб каналында сығып килгән "Илсе Ғайса Ирекле фекер клубы" ултырыштарын телеграмға ҡуя башлайым 👇
12👍1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 1-се ултырыш

Сит илдәге милләттәштәребеҙ нимә менән йәшәй? Тыуған илдәрен һағынып, һағышҡа батып яталармы икән, әллә милләт өсөн файҙалы эштәр ҙә башҡаралармы? Ошолар һәм башҡа мәсьәләләр буйынса Комитет ағзалары Ишморат Хәйбуллин һәм Айгөл Лион фекер алыша
👍19😁2
Ошо һылтама буйынса, Ишморат хәҙрәт һөйләгән китапты уҡырға мөмкин. Рәхим итеп, рәхәтләнеп уҡығыҙ
https://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtMjU2NTc/0KXQuNGB0LDQvNC-0LIg0pIuLCDQotCw0LzRi9C_INGC0LAg0pPRi9C90LAg0qHQsNC70LAg0qHQsNC90LTQsNGA0YsuIC0g0KPRhNCwLCAxOTkz
11👍1🔥1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 2-се ултырыш

Бөгөнгө фекер алышыуҙа Ишморат Хәйбулла, Руслан Сәләймән, Айгөл Лион ҡатнашты.
Ҡырыҡтытау, демография, мәғәриф һәм бөгөнгө ауыл йәшәйешенә ҡағылышлы фекерҙәр еткерелде.
16👍3😁2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 3-сө ултырыш.

Бөгөнгө ултырышта Комитет активистары Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөйләймән, Айгөл Лион Башкортостандағы һуңғы һәм бик һуңғы булмаған яңылыҡтарға туҡталды, кешелек мөнәсәбәттәре, закондар һәм законһыҙлыҡ, үс алыу, наҙанлыҡ, берҡатлылыҡ кеүек кеше тәбиғәтенең төрлө һыҙаттары тураһында фекер алышты
👍114😁2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 4-се ултырыш.

Был ултырышта ла Башҡорт милли хәрәкәте Комитетының актив ағзалары Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбуллин, Айгөл Лион Башҡортостандағы һәм уның тирәһендәге яңылыҡтарға, халыҡ яҙмышына, иҡтисад хәлдәренә, хатта доньяуи сәйәсәткә лә ҡағылды.
👍13🔥3😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 5-се ултырыш.

Был ултырышты ла Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөләймән һәм Айгөл Лион Ҡырыҡтытауҙағы вәзғиәттән башлап, мигранттар, доньялағы хәлдәр менән дауам итте. Уҙған аҙнаның вәғъҙәһен тотоп, Башҡортостан халҡының мөстәҡиллек алдында торған ҡурҡыуҙарын барланылар.
9
Уҙған аҙнала вәғәҙә ителгән башҡорт теленең бөгөнгө хәле, уның үҫеше, үҙгәреше турыһында һөйләштек. Өфөлә 260 млн һумға йәйәүлеләр урамы төҙөмәксе булып киткәндәр икән, был яңылыҡ бик ҡыуандырҙы. Шулай уҡ, бәләкәй бесәй балалары ла шатландырып тора.
Ултырышта - Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөләймән, Айгөл Лион фекер алышты.
Яҙмаға лайыҡ ҡуйырға, үҙ фекерегеҙҙе, һорауҙарығыҙҙы яҙырға, таратырға оялып тормағыҙ. Рәхмәт!

https://youtu.be/dSSKVL-TXlA?si=uU8bA1sXnyBcnaq6
13
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 6-сы ултырыш.

Путин ҡул ҡуйған яңы закон нигеҙендә бәлки башҡорттарға Россиянан айырылып сығырғалыр? Телдәрҙе бөтөрөп, бер телгә ҡалдырыу сәйәсәте АҠШта, Канадала һәм Россияла нисек хәл ителә? Интернетты тағы ла нығраҡ ҡыҫыу тураһындағы ҡанундан нимә көтөргә?
Башҡорт милли хәрәкәте ағзалары Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбуллин һәм Айгөл Лион билдәләп үтелгән һәм башка мәсьәләләргә үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
9
Ватсапты ябыу нимәгә килтерер икән? Бөгөнгө мөһәжирҙәргә туғандары менән аралашыу өсөн ниндәй юлдар ҡала? Әлеге юлдарҙы россияла һаҡлап ҡала алырҙармы?
Баланы мәктәпкә әҙерләү 13%ҡа артҡан ти белгестәр. Яңы мәктәп йылы башланыр алдынан, Канадала мәктәпкә әҙерләнеү тураһында белеү ҙә зыян итмәҫ.
Артур Иҙелбаевты ҡулға алғандарына һөйөнгән инегеҙме?
10-сы ултырышта ошолар һәм башҡа бик күп темаларга Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөләймән һәм Айгөл Лион фекер алышты.

https://youtu.be/Y1UpTMLq2KY?si=EqokthtakIYxpiGn
👍12
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 7-се ултырыш.

Бөгөнгө ултырышты Руслан Сөләймәнһеҙ генә, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион үткәрҙе.
Фекер алышыуҙа Башҡортостандағы хәл-әхүәлдәргә - Аҫылташ форумындағы вәзғиәткә, билдәле шәхес Артур Иҙелбаевты тотҡарлау һәм ҡулға алыуға ҡағылышлы фекерҙәр еткерелде. Шулай уҡ, закондарҙың ҡатыланыуы тотош мобилизацияға килтерәсәкме, тигән һорауға ла яуап эҙләнде.
Ҡарағыз, лайыҡ ҡуйығыҙ, үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе лә еткерегеҙ, башҡалар менән дә бүлешегеҙ.
10🔥3👍2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 8-се ултырыш.

Бөгөн Канадала минималь хеҙмәт хаҡы күпме икән? Руслан Сөләймән үҙ тормошо, йәшәйеше, эштәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ, Башҡортостандағы вәзғиәткә туҡталдыҡ, үҙ фекерҙәребеҙҙе еткерҙек. Ултырыш бөгөн тулы составта уҙҙы - Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла, Айгөл Лион ҡатнашты
8😁2
Ҡуштауҙағы бәрелештәргә һәм еңеүгә 5 йыл. 2020 йылдың ошо көндәрен иҫкә төшөрөп, нимәләрҙе хәтерләргә була?
Урыҫтарҙың яулаған урындарына тәре ҡуйыуҙары бесәйҙең үҙ биләмәләренә сәптереп сығыуынамы, әллә айыуҙың шулай уҡ биләмәһендәге ағастарҙы тырнап сығыуынамы оҡшаған?
Трамп-путин осрашыуы ниндәй фекерҙәр уятты? Ошо һәм башҡа яңылыҡтарға туҡталып, Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла, Айгөл Лион фекер алышты.

https://youtu.be/iMxxfSIo2t0?si=6SBhAJQ8RXzExZfP
6