Башҡорт юлы
431 subscribers
442 photos
367 videos
290 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 2-се ултырыш

Бөгөнгө фекер алышыуҙа Ишморат Хәйбулла, Руслан Сәләймән, Айгөл Лион ҡатнашты.
Ҡырыҡтытау, демография, мәғәриф һәм бөгөнгө ауыл йәшәйешенә ҡағылышлы фекерҙәр еткерелде.
18👍4😁2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 3-сө ултырыш.

Бөгөнгө ултырышта Комитет активистары Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөйләймән, Айгөл Лион Башкортостандағы һуңғы һәм бик һуңғы булмаған яңылыҡтарға туҡталды, кешелек мөнәсәбәттәре, закондар һәм законһыҙлыҡ, үс алыу, наҙанлыҡ, берҡатлылыҡ кеүек кеше тәбиғәтенең төрлө һыҙаттары тураһында фекер алышты
👍125😁2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 4-се ултырыш.

Был ултырышта ла Башҡорт милли хәрәкәте Комитетының актив ағзалары Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбуллин, Айгөл Лион Башҡортостандағы һәм уның тирәһендәге яңылыҡтарға, халыҡ яҙмышына, иҡтисад хәлдәренә, хатта доньяуи сәйәсәткә лә ҡағылды.
👍14🔥3😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 5-се ултырыш.

Был ултырышты ла Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөләймән һәм Айгөл Лион Ҡырыҡтытауҙағы вәзғиәттән башлап, мигранттар, доньялағы хәлдәр менән дауам итте. Уҙған аҙнаның вәғъҙәһен тотоп, Башҡортостан халҡының мөстәҡиллек алдында торған ҡурҡыуҙарын барланылар.
11
Уҙған аҙнала вәғәҙә ителгән башҡорт теленең бөгөнгө хәле, уның үҫеше, үҙгәреше турыһында һөйләштек. Өфөлә 260 млн һумға йәйәүлеләр урамы төҙөмәксе булып киткәндәр икән, был яңылыҡ бик ҡыуандырҙы. Шулай уҡ, бәләкәй бесәй балалары ла шатландырып тора.
Ултырышта - Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөләймән, Айгөл Лион фекер алышты.
Яҙмаға лайыҡ ҡуйырға, үҙ фекерегеҙҙе, һорауҙарығыҙҙы яҙырға, таратырға оялып тормағыҙ. Рәхмәт!

https://youtu.be/dSSKVL-TXlA?si=uU8bA1sXnyBcnaq6
15
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 6-сы ултырыш.

Путин ҡул ҡуйған яңы закон нигеҙендә бәлки башҡорттарға Россиянан айырылып сығырғалыр? Телдәрҙе бөтөрөп, бер телгә ҡалдырыу сәйәсәте АҠШта, Канадала һәм Россияла нисек хәл ителә? Интернетты тағы ла нығраҡ ҡыҫыу тураһындағы ҡанундан нимә көтөргә?
Башҡорт милли хәрәкәте ағзалары Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбуллин һәм Айгөл Лион билдәләп үтелгән һәм башка мәсьәләләргә үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
11
Ватсапты ябыу нимәгә килтерер икән? Бөгөнгө мөһәжирҙәргә туғандары менән аралашыу өсөн ниндәй юлдар ҡала? Әлеге юлдарҙы россияла һаҡлап ҡала алырҙармы?
Баланы мәктәпкә әҙерләү 13%ҡа артҡан ти белгестәр. Яңы мәктәп йылы башланыр алдынан, Канадала мәктәпкә әҙерләнеү тураһында белеү ҙә зыян итмәҫ.
Артур Иҙелбаевты ҡулға алғандарына һөйөнгән инегеҙме?
10-сы ултырышта ошолар һәм башҡа бик күп темаларга Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөләймән һәм Айгөл Лион фекер алышты.

https://youtu.be/Y1UpTMLq2KY?si=EqokthtakIYxpiGn
👍14
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 7-се ултырыш.

Бөгөнгө ултырышты Руслан Сөләймәнһеҙ генә, Ишморат Хәйбулла һәм Айгөл Лион үткәрҙе.
Фекер алышыуҙа Башҡортостандағы хәл-әхүәлдәргә - Аҫылташ форумындағы вәзғиәткә, билдәле шәхес Артур Иҙелбаевты тотҡарлау һәм ҡулға алыуға ҡағылышлы фекерҙәр еткерелде. Шулай уҡ, закондарҙың ҡатыланыуы тотош мобилизацияға килтерәсәкме, тигән һорауға ла яуап эҙләнде.
Ҡарағыз, лайыҡ ҡуйығыҙ, үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе лә еткерегеҙ, башҡалар менән дә бүлешегеҙ.
12🔥3👍2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 8-се ултырыш.

Бөгөн Канадала минималь хеҙмәт хаҡы күпме икән? Руслан Сөләймән үҙ тормошо, йәшәйеше, эштәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ, Башҡортостандағы вәзғиәткә туҡталдыҡ, үҙ фекерҙәребеҙҙе еткерҙек. Ултырыш бөгөн тулы составта уҙҙы - Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла, Айгөл Лион ҡатнашты
14😁2
Ҡуштауҙағы бәрелештәргә һәм еңеүгә 5 йыл. 2020 йылдың ошо көндәрен иҫкә төшөрөп, нимәләрҙе хәтерләргә була?
Урыҫтарҙың яулаған урындарына тәре ҡуйыуҙары бесәйҙең үҙ биләмәләренә сәптереп сығыуынамы, әллә айыуҙың шулай уҡ биләмәһендәге ағастарҙы тырнап сығыуынамы оҡшаған?
Трамп-путин осрашыуы ниндәй фекерҙәр уятты? Ошо һәм башҡа яңылыҡтарға туҡталып, Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла, Айгөл Лион фекер алышты.

https://youtu.be/iMxxfSIo2t0?si=6SBhAJQ8RXzExZfP
12
Башҡорт ауылдары ҡайсанраҡ ҡоллоҡтан ҡотолдо икән? Әсәйегеҙ паспортын ҡайсанраҡ алған, шул датаға күҙ һалығыҙ.
Әбйәлил районында нисәнсе мәсеткә ут төртөлдө, ерле хәкимиәттән берәрһе әлеге янғынға киҫкен ҡарашын белдерҙеме, әллә әлеге хәлдәр тауыш-тынһыҙ ғына үтәме?
Сираттағы ултырышта ошолар һәм башҡа яңылыҡтар, хәбәрҙәр тураһында Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла, Айгөл Лион фекер алышты.

https://youtu.be/TuSfK2j7usA?si=j-bHqAO5IMdNugJE
🔥13👍1
Forwarded from Табигат
Абзелил районының ҡайһы бер ауылдарында йәшәгән халыҡҡа янауҙар килә башлаған. Салауат-Совхоз эргәһендә ойоштороласаҡ сәй эсеүҙә ҡатнашыусыларҙы «ауыр эҙемтәләр» менән ҡурҡытып, билдәһеҙ кешеләр шылтырата, социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа хәбәрҙәр ебәрә.
Хөкүмәт һәм РМК сәй эсеүҙе булдырмаҫҡа һәм халыҡты ҡурҡытырға тырыша. Йәнәһе, сәй эсеү «килешелмәгән» һәм «рөхсәтһеҙ» тип, һатып алыу, янау һәм эҙәрлекләү кеүек бар ысулдар ҡулланыла. Халыҡтың ауыҙын ябырға, һәм барыһы ла ГОК төҙөү идеяһына ҡыуана кеүек итеп күрһәтмәкселәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең акция – сәйәсәтһеҙ, плакаттарһыҙ һәм лозунгтарһыҙ. Беҙ бары тик тәбиғәттә сәй эсергә йыйылабыҙ.
🤬10
Русияла ҡабул ителгән һәм 1 сентябрҙән ғәмәлгә кергән әкиәти яңы закон һәм ҡарарҙар буйынса ниндәй тыйыуҙар индереләсәк?
Сит илдәрҙән инвестрҙар, спонсорҙар саҡырылып, Асҡарҙа йә Яңы Собханғолда өр-яңы спорт һарайы төҙөлөп, һәләтле башҡорт балалары футбол, хоккей, саңғы, йөҙөү, йүгереү, һ.б. спорт ярыштарында күренекле спортсылар булып китеп, еңеүҙәрҙән һуң Башҡортостан байрағы күтәрелеп, Башҡортостан гимны уйналһа... Амин. Амин. Беҙ ошолар хаҡында ла хыялландыҡ бөгөн.
Ғәҙәттәгесә, бөгөнгө ултырышта Сит илдәге башҡорт милли хәрәкәте комитеты ағзалары Руслан Сөләймән, Ишморат Хәйбулла, Айгөл Лион фекер алышты.

https://youtu.be/10-DLMyPtsU?si=NYJdN5iZ9jvXtfkE
10👍2🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 9-сы ултырыш

Уҙған аҙнала вәғәҙә ителгән башҡорт теленең бөгөнгө хәле, уның үҫеше, үҙгәреше турыһында һөйләштек. Өфөлә 260 млн һумға йәйәүлеләр урамы төҙөмәксе булып киткәндәр икән, был яңылыҡ бик ҡыуандырҙы. Шулай уҡ, бәләкәй бесәй балалары ла шатландырып тора.
Ултырышта - Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөләймән, Айгөл Лион фекер алышты.
Яҙмаға лайыҡ ҡуйырға, үҙ фекерегеҙҙе, һорауҙарығыҙҙы яҙырға, таратырға оялып тормағыҙ. Рәхмәт!
🔥6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 10-сы ултырыш.

Ватсапты ябыу нимәгә килтерер икән? Бөгөнгө мөһәжирҙәргә туғандары менән аралашыу өсөн ниндәй юлдар ҡала? Әлеге юлдарҙы россияла һаҡлап ҡала алырҙармы?
Баланы мәктәпкә әҙерләү 13%ҡа артҡан ти белгестәр. Яңы мәктәп йылы башланыр алдынан, Канадала мәктәпкә әҙерләнеү тураһында белеү ҙә зыян итмәҫ.
Артур Иҙелбаевты ҡулға алғандарына һөйөнгән инегеҙме?
10-сы ултырышта ошолар һәм башҡа бик күп темаларга Ишморат Хәйбулла, Руслан Сөләймән һәм Айгөл Лион фекер алышты.
10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илсе Ғайса ирекле фекер клубы. 11-се ултырыш.