Башҡорт юлы
431 subscribers
441 photos
364 videos
288 links
Download Telegram
Бөгөн иртәнән әхирәтем менән Нью Йорк әйләндек. Бик матур, бик йылы көн ине
23
Рузвельт утрауының иң гүзәл миҙгелдәре
23
Рузвельт утрауының тарихи бинаһы - сәсәк ауырыуы дауаханаһы янында.
Утрауҙы һатып алғандан һуң, бында ҡулға алынған енәйәтселәрҙе ебәрәләр. Шунда уҡ сәсәк ауырыуы менән яфаланыусыларҙы ла күсерәләр. Был дауахананы енәйәтселәр төҙөгән
👍18
На канал Руслана Габбасова идет полноценная атака

https://t.me/c/2011005987/7435
😱10🤬8
Бөгөн ҡунаҡҡа барам👆 аб
👍20
Башҡорттарҙың милли манифесы!

Үҙ халҡына тоғро булған һәр вәкил өсөн иң оло ҡиммәт — иреклек һәм азатлыҡ!
Ирекһеҙ айырым кеше генә түгел, тотош милләт тә тулы күкрәк тынала алмай, арҡаһын турайтып үҫеш юлына баҫа ла алмай.
Бөгөн башҡорт милләте азат түгел. Халҡыбыҙ ирекле, үҙе теләгән үҫеш юлын һайлай ала, тип әйтеп булмай.
Кем башҡорттарға “һеҙ ирекле халыҡ!” ти — шул күҙгә ҡарап алдаусы бәндә!
Ирекле халыҡҡа Мәскәүҙән ят етәкселәрҙе көсләп таҡмайҙар — беҙ Ил башлығын үҙебеҙ һайларға тейешбеҙ!
Ирекле халыҡтың туған телдә уҡыу мөмкинлеген Мәскәү аша юҡ итмәйҙәр. Ирекле халыҡ үҙ дәүләтендә тел статусы тураһында ҡарарҙы тик үҙе ҡабул итергә тейеш!
Ирекле халыҡтың ер аҫты байлыҡтарын, тупрағын, һыуын, һауаһын ҡомһоҙ Рәсәй үҙенә тартып алмай — ирекле халыҡ был байлыҡтарҙы үҙе файҙалана!
Ирекле халыҡтың етәкселәрен ҡанлы ФСБ ҡулға алмай һәм үлтермәй — улар үҙ халҡы араһында иркен йәшәй!
Бөгөн беҙҙең башҡорт халҡы ирекле түгел, ә Башҡортостан Республикаһы — Рәсәйҙең колонияһы.
Башҡорт халҡының ысын вәкиле булған кешенең маҡсаты — Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғона ирешеү, үҙ халҡы һәм уның вариҫтары өсөн ирекле тормошҡа юл асыу!
Кем Рәсәйҙең золомона ҡаршы тора, ирек өсөн көрәш юлына баҫа — шул ысын башҡорт милләтсеһе, батыры һәм яугиры!
Күп быуаттар буйы халыҡтар үҙ иреге өсөн баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшкән. Күп милләттәр азатлығын көрәш, ихтыяр һәм бихисап ҡорбан аша яулаған.
Бөгөнгө донъя һәм Рәсәйҙәге ваҡиғалар башҡорттарға ошо иреккә өлгәшеү мөмкинлеген аса.
Беҙ бөгөн тарихи һайлау алдында торабыҙ: йә азатлыҡ яулап үҙ аллы милләт булып йәшәй башлайбыҙ, йә ассимиляция һәм манҡортлоҡ арҡаһында юҡҡа сығабыҙ!
Был хәлде аңлаған һәм халҡына ирек теләгән һәр башҡорт БОЙОНДОРОҠҺОҘЛОҠ ӨСӨН КӨРӘШКӘ ҠУШЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ!
Беҙ үҙебеҙ өсөн генә көрәшмәйбеҙ — киләсәк быуындар өсөн көрәшәбеҙ. Улар ирекле Башҡорт дәүләтендә ирекле кешеләр булып үҫәсәктәрме, әллә Рәсәйҙең ҡоло булып ҡаласаҡтармы — беҙҙең ҡулда.
Һәр берегеҙ Башҡортостан бойондороҡһоҙлоғона ирешеү эшенә үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.
Кемдер туғандар араһында аңлатыу эшен алып бара ала, кемдәндер — матди ярҙам, кемдәндер — яугир юлына баҫып Рәсәй оккупанттарына ҡаршы көрәш!
Барыбыҙ ҙа бергәләшеп тырышлыҡ һалһаҡ, мотлаҡ еңәсәкбеҙ!
Беҙ күп! Беҙ көслө һәм батыр халыҡ! Беҙҙең ата-бабаларҙың данлы көрәш тарихы бар!
Был юлы беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ һәм бойондороҡһоҙ, азат, ирекле милләт буласаҡбыҙ!
👍26🔥54😱1