Башҡортостан ҡыҙы
452 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сегодня сотрудники журнала "Башкортостан кызы" находятся в Иглинском районе совместно с фондом "Защитники Отечества", которые оказывают юридическую помощь участникам СВО и их семьям. "Башкортостан кызы" встречаются с женщинами района, организовывают подписку на издание, беседуют с матерями участников СВО.   

Среди посетителей мероприятия оказалась мать героически погибшего на СВО Пешкова Антона, награжденного "Орденом Мужества", "Орденом Генерала Шаймуратова" - Пешкова Ольга Александровна. Несмотря на горе, она как и многие матери, потерявших сыновей на войне, показала непоколебимуую силу духа. Объединившись с матерями и вдовами они делают все, чтобы приблизить победу, помогают воинам СВО, организовывают гуманитарную помощь.

Мы желаем скорейшего возвращения сыновей нашей страны из СВО с победой.
🙏1
Яңы героиняларыбыҙ.

Иглин районында яңынан-яңы шәхестәр менән осраштыҡ. Шуларҙың береһе - Игеҙбаева Роза Фазлетдин ҡыҙы - ирекмән.

Райондың " Все для победы" штабы волонтеры. Улар маскировкалаусы селтәрҙәр үрә, МХО-лағыларға гуманитар яррҙам ойоштора.

Роза Фазлетдин ҡыҙының улы 2022 йылда мобилизацияланған, позывнойы "Байконур", мотоуҡсылар полкы командиры булған,
2022 йылдың авгусынан хәбәрһеҙ юғалған.

Роза апай яҙмыш һынауҙарына бирешмәҫкә тырышып йәшәй.
Ул "Башҡортостан ҡыҙы"
журналын алдырыуын, яратып уҡыуын
белдерҙе, башҡаларҙы ла туған
телдә сыҡҡан журналға яҙылырға өндәне.

Роза апайға рух көсө, сабырлыҡ
теләйбеҙ! Барыһы ла яҡшы булһын!
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Агзамова Марьям Саматовна - участница волонтерского движения Нуримановского района "Все для Победы".

В их деятельность входит:
-плетение маскировочных сетей;
-подготовка нашлемников для воинов;
-подготовка окопных свечей;
-сбор с населения гуманитарной помощи и отправка на СВО.

Оказывается, маскировочные сети задерживают вражеские дроны и спасают жизни наших воинов.
-
👍1
Бикбаева Инна Юрьевна - социальный координатор Филиала государственного фонда поддержки участников специальной военной операции "Защитники Отечества " по РБ в г. Бирске, вдова офицера, кавалера
трех орденов мужества
Бикбаева Юнира Юлаевича.
Инна Юрьевна сделала подписку на журнал
"Башкортостан кызы" своей свекрови.
👍1
Ҡыҙҙар журналға яҙылды,
Ә һеҙ яҙылдығыҙмы?!

Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондары ҡатын - ҡыҙҙары "Башҡортостан ҡыҙы" журналына 2025 йылдың киләһе 10 айына бик теләп яҙылдылар
👍5
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәүге һәм берҙән-бер журналға нигеҙ һалыусы
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Билдәле булыуынса, бөйөк шағир журналды Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа уҡыһын өсөн тырышҡан. Журнал 1968 йылда донъя күрә, Рәми Ғарипов уның тәүге яуаплы сәркәтибе була. Был вазифаны ул 1972 йылға тиклем башҡара.
Яҙыусыбыҙҙың тыуған көнөндә күренекле яҙыусы, журналист, дәүләт эшмәкәре Ғәлим Хисамов “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һәм Рәми Ғарипов хаҡында бик ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән бүлеште. “Беҙ йәш, буласаҡ филологтар, ошо редакцияға Рәми ағай менән осрашыр өсөн махсус бара торғайныҡ. Ул беҙгә донъяуи хәлдәрҙе, ул ваҡыттағы шиғри донъяны һөйләп, күп кенә әңгәмәләр ҡороп ултыра торғайныҡ. Шуның өсөн ул редакция миндә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы”.
2
Дуҫтар!
Ғашиҡтар көнөнә арналған бәйге иғлан итәбеҙ!
Бының өсөн ҡатын-ҡыҙҙар исеме булған йәки мөхәббәт тураһында йыр йырлап, журналдың "Бәйләнештә" төркөмөнә хәбәр (мессенджер) итеп ебәрергә.
Беҙҙән бүләк - Миләүшә Ҡаһарманованың автографы ҡуйылған китап, фоторама, профессиональ фотографтан фото һәм һеҙҙең турала беҙҙең социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт ҡуйыласаҡ!
Бәйге шарттары:
🔹 журналға яҙылыу тураһында квитанция ебәрергә;
🔹 журналдың «Бәйләнештә»ге төркөмөнә;
🔹 Телеграм-каналына (t.me/bashkizi) яҙылырға;
🔹 Был яҙманы диуарығыҙға күсерергә;
🎉 Еңеүселәрҙе 28 февраль 17.00 сәғәттә билдәләйбеҙ!
Журналды әсәйҙәрегеҙгә, өләсәйҙәрегеҙгә, һөйгәндәрегеҙгә, ҡыҙ туғандарығыҙға һәм коллегаларығыҙға яҙҙырырға мөмкин!
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙыусы, журналист, дәүләт эшмәкәре Ғәлим Хисамовтан Рәми Ғарипов тураһында хәтирәләре менән бүлешеүен үтендек.
Һылыуҡай әсәйенә “Башҡортостан ҡыҙы” журналын яҙҙырҙы
2003 йылда “Һылыуҡай” конкурсында Гран-при яулаған Сәлиә Ҡусҡарованың фотоһы “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тышлығында баҫылып сыҡҡайны.
Әлеге көндә һылыуҡай, хәҙер инде Сәлиә Ҡужәхмәтова, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондында эшләп йөрөй. Нурлы йөҙлө матурҡай әсәһе Ҡусҡарова Зифаға бүләк итеп яратҡан журналын яҙҙырҙы. Афарин, Сәлиә!
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мишкәләр “Башҡортостан ҡыҙы” журналына бик әүҙем яҙылалар
Мишкә районында 3 башҡорт ауылы бар. Шуларҙың береһенән Яхин Ильяс Раил улы – Шәйехзада Бабичтан һуң 5-се быуын вәкиле. Башҡорт. Телдәре төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡарай. Ильяс Раил улы – бик рухлы шәхес, ул ҡатынына 8 мартҡа бүләк итеп “Башҡортостан ҡыҙы” журналын яҙҙырҙы.
Афарин! Беҙ Ильяс Раил улына тик изге теләктәр, оҙон ғүмер, бәхет, һаулыҡ, шатлыҡ теләйбеҙ!
👍2
Ташҡын мәлендә БПЛА ҡулланыла

“Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты маҡсаттарына ярашлы Башҡортостанда ташҡын кимәлен билдәләү өсөн беспилотниктар ҡулланыласаҡ.
#миллипроект#нацпроект #национальныепроектыБашкортостан


– Һыу кимәлен пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында күҙәтеү Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшендә бик ярҙам итә. Уларҙы ҡулланыу ҡотҡарыусыларға һауанан үҙгәрештәрҙе оператив рәүештә күреп ҡалырға һәм ярҙам күрһәтеү ваҡытын тиҙләтергә мөмкинлек бирә, – ти Башҡортостан сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Рөстәм Нәбиуллин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/937459#scroll.
Вәлиә Нәжип ҡыҙы Ҡотошева - Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты, "Башҡортостан ҡыҙы" журналын әсәйенә яҙҙырып, уға ҙур бүләк эшләне.

Ҙур рәхмәт! Һеҙгә аҡ бәхеттәр, киләһе тормошоғоҙҙа тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғашиҡтар көнөнә арналған бәйгебеҙгә тәүге конкурсантыбыҙ йырын да ебәрҙе.

Өфө ҡалаһынан Айрат Хөснуллин.

"Ышан" тигән мөхәббәт тураһында йырын ебәргән.
Фирүзә Абдуллина һүҙҙәренә Айрат Хөснуллин үҙе ижад иткән йыр күңелегеҙгә хуш килер тип уйлайбыҙ.

Айрат Хөснуллин "Башҡортостан ҡыҙы" журналын Учалы
районында йәшәгән әсәһенә яҙҙырҙы.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙән дә йырҙар көтәбеҙ!
👍2🔥1
Ҡәҙерле дуҫтар!
Бөгөндән башлап "Журнал тарихын беләбеҙме?" тигән интеллектуаль уйынды башлайбыҙ.
Бөгөнгә ошо һорауҙарға яуап
биреүегеҙ һорала:
1. Был журналдың нисәнсе һаны? (Дөйөм алғанда)
2. Уның тышында кем төшөрөлгән?
3. Баҫманың ошо һанын сығарғанда кем уның
редакторы һәм яуаплы сәркәтибе булған?
4.Ошо номерҙы сығарғанда ниндәй ике яҙыусы ҡатнашҡан?
5.Был нисәнсе йылда сығарылған һан?
Яуаптарҙы комментарий итеп яҙығыҙ)
🔥2👍1