Ура! Ниһайәт, февраль һаны донъя күрҙе!
Икенсе һанда махсус хәрби операция менән бәйле материалдар, яугирҙәрҙе ҡыҙыҡһындырған мөһим һорауҙарға яуаптар; ошо көндәрҙә юбилейҙары булып үткән яҙыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында шәп мәҡәләләр; әҙәби әҫәрҙәр, конкурстар - ошо һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе таба алырһығыҙ!
Журналға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ!

🔥3
Бөркөт йөрәкле «Колибри» (мәҡәләнән өҙөк)
«Колибри» позывнойлы яугирҙең ялға ҡайтҡанын ишетеп, Ағиҙел ҡалаһына барып эҙләп таптыҡ. Махсус хәрби операцияның башынан шунда йөрөгән, ҡатын-ҡыҙ медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан беренсе булып генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән, Еңеү парадында ҡатнашҡан ханым менән осрашыуға килеп... ишек асҡан нескә генә һылыу алдында ҡаушап ҡалдыҡ. Уның артындағы олпатыраҡ, етдирәк апайға ынтылып өндәшәбеҙ:
– Беҙгә Гөлмирә Мөҙәрисова кәрәк ине, йәғни «Колибри»?
– Мин – «Колибри». Ә был әсәйем – Гүзәл Мәғсүм ҡыҙы. (Мәҡәләне тулыһынса журналыбыҙҙың февраль һанында уҡырһығыҙ)

👍3
Ғәмәлдә ярҙам саралары
Махсус хәрби операция темаһына ҡағылышлы йыш күтәрелгән һорауҙарға БР «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының хоҡуҡи
һорауҙар буйынса урынбаҫары Ғәлим Ғәни улы Мөхәмәтдинов яуап бирә.
– Яугир хәбәрһеҙ юғалған хәлдә уның ғаиләһениндәй ярҙам алырға мөмкин? Әгәр эҙләү осоро оҙаҡҡа һуҙылып китһә йәки бөтөнләй
табылмаһа, ниндәй документтар Үлем хаҡындағы таныҡлыҡҡа нигеҙ була?
– Беҙҙең «Ватанды һаҡлаусылар» фондына һалынған
тағы бер йүнәлеш – ул хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләү. Үткән йылдың ноябренәнбәйләнешкә сыҡмаған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларынан буккаль эпителий, йәғни
биоматериалдар ала башланыҡ. Әлегә тиклем ДНК менән Хәрби комиссариат һәмХәрби-тәфтиш бүлеге шөғөлләнә ине, хәҙер был эш Фонд филиалдарына ла йөкмәтелде.
Яугирҙең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында бойороҡ
сыҡҡандан һуң ғына уның ҡатынына йәки башҡа ғаилә ағзаларына аҡсалата түләүҙәрсыға. Бының өсөн ғариза яҙырға, банк иҫәбен тапшырырға тейештәр.

👍2
ДАУАМЫ – Ниндәй осраҡта хәбәрһеҙ юғалған тип таныла?
– Был – судҡа тиклемге тәүге этап. Яугир
юғалғас та, хәрби часть командиры уны хәбәрһеҙ юғалған тип бойороҡ сығара,шунан уның ҡайҙалығын билдәләү саралары башлана. Элек бер йыл эҙләгәс, унан һуң
хәрби часть командиры йәки туғандары яугирҙе хәбәрһеҙ юғалған тип танытыу өсөн судҡамөрәжәғәт итә алды. Үткән йылдан иһә кеше юғалғандан һуң ярты йылдан уҡ судҡа
мөрәжәғәт итергә мөмкин.
«Хәрби бурыстар һәм хәрби хеҙмәт тураһындағы»53-сө Федераль закон положениеларына ярашлы, яугир хәбәрһеҙ юғалған тип
танылғансы йәки үлгән тип иғлан ителгәнсе хәрби хеҙмәт вазифаһын башҡарыусы типһанала. Хәрби часть командиры хәрби комиссариатҡа хәбәрһеҙ юғалған кеше
тураһында мәғлүмәт (уведомление) бирә. Хәрби комиссариат яугирҙең ғаиләағзаһына хәбәр (извещение) ебәрә. Унан
бойороҡ сығарыла.
Хөрмәтле журнал уҡыусылары! МХО-ға бәйлеһорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ, белгестәр яуап бирер.
Дауамы киләһе һандарҙа.

👍1🔥1
«БАГРАМ» БАРҘА! (әңгәмәнән өҙөк)
Республика журналистарын кем ҡаршы ала махсус хәрби операция биләмәһендә? «Баграм»! Кем уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә, ашата-йәшәтә, мәғлүмәт табыу, яугирҙәр менән осрашыу мөмкинлектәрен булдыра? «Баграм»! Кем тылдағыларҙан фронтҡа туҡтауһыҙ ылауҙар ойоштора, нимәләрҙер йүнләй, таба, ҡайғырта? «Баграм»! Кем яугирҙәр өсөн атай ҙа, ағай ҙа, өлкән дуҫ та, яуҙаш командир ҙа була белә? «Баграм»!
Мәҡәләне тулыһынса февраль һанында уҡырһығыҙ.

👍1
Милли рухта тәрбиә
Өфө районы Шамонин ауылынан Лилиә СЫҢҒЫҘОВА – «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Бәләкәстәр өсөн башҡорт тематикалы уйынсыҡтарҙы үҙе лә эшләй ул. «Серле шаҡмаҡ». Интерактив кубикка башҡорт батырҙарын, әкиәттәрен урынлаштырҙыҡ. Ул шулай уҡ бала өсөн көтөлмәгән асыш, сюрприз булып та тора. Танып белеүгә, баланың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Һигеҙ кубикты бер-береһенә скотч менән йәбештерҙек, аҙаҡ сюжетлы һүрәттәрҙе дүрткә, һигеҙ өлөшкә бүлеп беркеттек. Шаҡмаҡтарҙы әйләндергәндә бер бөтөн сюжет килеп сыға.

❤2
БИЛДӘЛЕ ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘ ҺӘҘИӘ
Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арнап, уның ижадын бөгөнгө студенттарға уҡытыусы, тормошо хаҡында мәғлүмәттәр туплаусы, музейға экспонаттар йыйыусы һәм фәнни эштәр яҙыусы филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Һәҙиә Дәүләтшинаның яҙмышын беҙ Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Һәҙиә» романы аша тулыраҡ белдек кеүек. Һәр хәлдә нәфис әҫәр уҡыусыға күберәк мәғлүмәт бирҙе. Һеҙ был китаптағы Һәҙиә тарихы менән килешәһегеҙме?
– Әлбиттә, Гөлсирә апай иҫ киткес, тетрәндергес әҫәр ижад иткән. Төплө өйрәнеп, күпте белеп яҙған ул. Әммә был, үҙегеҙ әйткәнсә, әҙәби әҫәр. Һәҙиә Дәүләтшинаның үгәй ҡыҙы Рәйсә апай менән аралашҡандан да мин уның йәшәйеше ысынбарлыҡта аҙыраҡ икенсерәк булыуын беләм. Тик был «Һәҙиә» романына ла һәм әҫәр прототибына ла күләгә төшөрмәй.

❤3👍1
Ураҙа алдынан Морат хәҙрәт Лоҡманов менән түңәрәк өҫтәл үткәрҙек. Әңгәмәнән өҙөктө һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йылынабыҙ! Бөрйән.Ырғыҙлы.Эш сәфәре.Икенсе көн. Йылынабыҙ!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән.Ырғыҙлы.Икенсе көн.Рәйсә Һөйөшеваның ҡунаҡсыл йортонда интервью алабыҙ
❤1
Бөгөн, 20 февраль, Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында "Айыҡ ауыл"республика конкурсы сиктәрендә
"Сәләмәт ҡатын-ҡыҙ -сәләмәт быуын" темаһына ғилми-ғәмәли конференция булып үтте.
Был сараға "Башҡортостан ҡыҙы"
журналы хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны.
Конференцияла журналдың баш мөхәррире, билдәле яҙыусы Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова, редактор урынбаҫары Регина Камалова, филология фәндәре кандидаты, бүлек мөхәррире Роза Хөснуллина, психолог Гөлсинә Йосопова сығыш яһаны. Әсәйҙәрҙең, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге роле, ғаилә тотҡаһы булараҡ тәьҫир итеү көсө хаҡында кәрәкле мәғлүмәтәр бирелде.