Башҡортостан ҡыҙы
451 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
– Ауыл малайымын. Нефтсе булырға хыялландым. Ҡалаға килеп техникумға уҡырға индем, – тип һүҙ башланы юлдашым. – Көҙгө бысраҡ мәл. Бер соҡорҙо аша сығам тигәндә, тайып ҡоланым, кепкам осоп китте. Янымда ғына көлгән тауыш: «Бир ҡулыңды, егет», – ти. Нескә генә билле ҡыҙыҡай мине тартып торғоҙҙо, кепкамды ла алып бирҙе. Шулай таныштыҡ Фаягөл менән.

Дауамы.
👍41
🧿 Яҙмыш тамғалары артынан

Сибай ҡалаһындағы «Башмаркет» магазиндары селтәрен тотоусы Зифа Нәдип ҡыҙы Яҡупова үҙе асҡан кибеттәрендә башлыса Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар менән сауҙа итеүҙе өҫтөн күрә. Бишбармаҡ, туҡмас, ҡорот, эремсек, ҡымыҙ, буҙа – милли ризыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ бында! Ҙур супермаркеттар бәләкәй кибеттәрҙе йотоп, күптәр ябылырға мәжбүр булғанда ла, Зифа Яҡупова, баҙар шарттарына яраҡлашып, үҙ исемен, йөҙөн булдыра, һатып алыусыларҙың ихтирамын һәм абруйын ҡаҙана. Уның далан сере нимәлә? Зифа Нәдип ҡыҙы уңышлы эшҡыуар булып танылыу юлында ниндәй һынауҙар үткән?
Гөлназ Ҡотоева.

Дауамы.
👍43🕊2
❗️Тоҙаҡҡа эләкмәгеҙ

Терроризмға ҡаршы милли комитет мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 8 айында илдә 110 теракт киҫәтелгән. Был енәйәттәрҙә ҡатнашҡан меңдән ашыу кеше ҡулға алынған.
Кешеләрҙе, бигерәк тә үҫмерҙәрҙе, енәйәт юлына баҫырға нимә этәрә һәм был хәүефтән нисек ҡотолорға?

1. "Еңел" эш хаҡы тәҡдим итәләр
Башҡортостандан өс үҫмерҙе суд 8, 11 һәм 12 йылға хөкөм итте.
Тимер юлдың бер участкаһында реле шкафын яндырыу бурысын балаларға «Украина мәнфәғәтендә эшләгән» кеше ҡуя. Уңышлы үткәрелгән эш өсөн ул 20 мең һум вәғәҙә итә.
Үҫмерҙәр шкафтың өҫкө өлөшөн ҡайырып, бензин һибә һәм ут төртә. Шунан һуң, янғынды видеоға төшөрәләр һәм яҙманы кураторға ебәрәләр.

2. Һеҙҙең комплекстарығыҙға баҫым яһайҙар
Синыфташтарына ҡарата шәхси нәфрәт Өфөнән үҫмер ҡыҙҙы Рәсәйҙә тыйылған «Колумбайн» хәрәкәте сафына инергә этәрә. “Мин күп нәмәгә һәләтлемен. Башҡа юл юҡ”, - тип яҙа ул үҙенең көндәлегендә. Бәхеткә күрә, уның пландары ваҡытында асыла.
Терроризмды аҡлаған һәм пропагандалаған өсөн суд ҡыҙҙы 5 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итә.

3. Дуҫ булып ҡыланалар
Эксперттар фекеренсә, экстремистар һәм террорсылар сафына йыш ҡына ҡараштары нығынмаған үҫмерҙәр, комплекслы, рәнйетелгән кешеләр йәки үҙ амбицияларын баҫтыра алмағандар эләгә. Бөтә тәүге мәғлүмәтте енәйәтселәр кандидаттарҙың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси биттәрендә таба. Улар кешене үҙ селтәрҙәренә тартыр алдынан ентекләп өйрәнә. Уға аҡса, ярҙам, изге һүҙ кәрәклеген бик яҡшы тоялар.
Шулай уҡ вербовщиктар телеграмалағы төрлө каналдар, онлайн-уйын чаттары, эш эҙләү сайттары аша еңел эш хаҡы тураһында мәғлүмәтте мөмкин тиклем киң тарата, резюме ҡалдырғандарға тиҙ аҡса эшләргә тәҡдим итә.

4. Ҡыҙыҡлы уйын уйнарға тәҡдим итәләр
Әлеге ваҡытта эксперттар теракттар һәм суицидтар өсөн социаль селтәрҙәрҙә яңы элементтарҙың барлыҡҡа килеүен теркәй.
Ата-әсәләргә нимә эшләргә?
Ата-әсәләр баланың ниндәй социаль селтәрҙә ултырғанын, ниндәй төркөмдәрҙә һәм кем менән аралашыуын белергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, бала кәңәш һорап һеҙгә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмаһын өсөн, үҙ-ара мөнәсәбәтте ышаныуға ҡорорға кәрәк. Әгәр ул йышыраҡ яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрһә, компьютерҙа күп ваҡыт үткәрһә, кейем стилен үҙгәртһә, уңышһыҙлыҡтарын башҡаларҙан күрә башлаһа, һаҡ булырға кәрәк.
Уның ниндәй китаптар уҡыуына, ниндәй фильмдар ҡарауына иғтибар итегеҙ. Уның менән төрлө темаларҙы тикшерегеҙ, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтерегеҙ.

Балаларға нимә эшләргә?
- Интернетта һаҡ булығыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә һеҙҙең менән дуҫлашырға тырышҡан таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ.
Белегеҙ! Полиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да интернет аша мөрәжәғәт итмәй һәм енәйәт ҡылырға тәҡдим итмәй.
- Еңел тормош һәм ҙур табыш вәғәҙәһенә алданмағыҙ. Террорсылар йыш ҡына был ысулдарҙы кешеләрҙе ылыҡтырыу өсөн ҡуллана.
- Әгәр һеҙгә шикле эшмәкәрлектә ҡатнашырға тәҡдим итһәләр, баш тартығыҙ һәм был хаҡта өлкәндәргә хәбәр итегеҙ.

БР буйынсса Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ышаныс телефоны 8 (347)279-32-92.
👍4
💢 Ижади ғаиләнән тәмле һый

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры артистары Сәлимә менән Фәнил ҠАРАСУРИНДАР ғаиләһендә ҡунаҡтабыҙ. Улар театрҙағы үҙенсәлекле ролдәре менән бер рәттән «Күршеләр» проекты аша ла журнал уҡыусыларыбыҙға яҡшы таныш.

Тулыраҡ.
🔥4
Ерҙең ҡояшлы яғында

Күк Ирәндек тауҙарына һыйынып ҡына ултырған Сибай ҡалаһы салт аяҙ күге, көҙгө сағыу ҡояшы менән ҡаршы алды. Урал аръяғының йөҙөк ҡашы һаналған, лайыҡлы йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәре булған был ыҡсым, матур ҡалала рухиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ һағында тороусы уңған, ихлас халыҡ йәшәй. Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Сибай ҡалаһында «Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы» тигән күркәм сараның юғары кимәлдә үтеүе лә – әйткәндәргә асыҡ дәлил.

📍 Тулыраҡ.
👍5
Башҡорт теле көнө айҡанлы – флешмоб

Өфөнөң мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы Башҡорт теле көнө уңайынан «Туған телгә һөйөү менәнен» онлайн-акцияһы үткәрә.
🔥5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
В этом видео, по мне, самое главное в моей сегодняшней поездке. Гимн Бижбулякского района исполняется на пяти языках – русском, башкирском, татарском, чувашском и мордовском.

Вот так по-человечески, по-умному куется дружба народов России. А это, по моему глубокому убеждению, наше главное богатство. Надо его беречь.
👍4
🎉 Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Бөгөн, 12 декабрь, 2025 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу декадаһының һуңғы көнө.

Тулыраҡ.
2
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуыуына 86 йыл

Йылы өйҙөң ҡәҙерен беләм,
Ҡышҡы оҙон юлда туңып,
Ҡайтҡас, тәндән нисәмә көн
Бөтмәй ине сығып һыуыҡ.
Йотом һыуҙың ҡәҙерен беләм –
Селләләрҙә күп сарсаным.
Икмәктән дә тәмлеһе юҡ –
Аслыҡ мине күп ҡаҡланы.
Тоғролоҡтоң ҡәҙерен беләм –
Шаңғыттылар хыянаттар.
Һаулыҡтың мин ҡәҙерен беләм –
Иҫтә әжәл быуған саҡтар.
Ниндәй яҡшы кешеләрҙең
Өлгөрмәнек ҡәҙерен белеп.
Ҡәҙерләйек һәр нәмәне
Ҡәҙеребеҙ бөтмәҫ элек.
Ниндәй аҫыл көндәремде
Йотто донъя ваҡлыҡтары.
Ваҡыт ҡәҙере нығыраҡ артыр
Үтеп киткәс ваҡыттары!

(Рауил Бикбаев)
👍3
МХО-ла ҡатнашыусылар кредит бурыстарҙан ҡотола ала

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәренә ваҡыты үткән бурыстарҙы түләмәү тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Тулыраҡ.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Әлеге ваҡытта "Торатау" Конгресс-холында Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы бара. Мөһим йыйынға төрлө тарафтарҙан милләтебеҙҙең абруйлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм аҫыл ул-ҡыҙҙары йыйылған. Улар милләтебеҙҙе борсоған мөһим мәсьәләләр хаҡында кәңәш ҡора.

Ханты-Манси автоном округынан Бүләкова Динә Фәнил ҡыҙы үҙ тәҫораттары менән бүлешә 🔽
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔹 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы.

✔️ Пермь крайынан - Әнисә Сәлимйән ҡыҙы Мәүликәева.
🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔹 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы.

Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡ - "Каруанһарай" мәсете етәксеһе Гөлимә Сәләхйән ҡыҙы Йәнгәбилова.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔹 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы.

Саха Республикаһынан килгән ҡунаҡ Габышева Феодосия Васильевна.
🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү секцияһында "Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү: ғаилә, йәмғиәт һәм дәүләт миссияһы" доклады менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тел комиссияһы рәйесе Сынтимер Баязитов сығыш яһаны.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔹 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы.

Фәнүзә Собохан ҡыҙы Зарипова - Силәбе өлкәһенән делегат.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔹 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы.

Төркиә ҡунаҡтары - Динара Шәйхетдинова менән Гүзәл Хәйбуллина.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Из моего выступления на VI Съезде Всемирного курултая башкир.

Это наша позиция.
👍3