Башҡортостан ҡыҙы
451 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Шәхси йортто строим.дом.рф. менән хәүефһеҙ төҙөү
Махсус порталдағы каталогта "Эскроу менән төҙөлөш" тигән тамғалы проекттарҙы табырға мөмкин.
👍3
🎄 Яңы йыл марафоны

📜 Яратҡан гәзит, журналдарығыҙға яҙылырға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды!

Тулыраҡ.
🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔹 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы.

✔️ Татарстандан Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәширова.
🔥4
💚 Бөгөн – Башҡорт теле көнө.

Башҡорт теле көнө датаһының 14 декабргә тура килеүе осраҡлы түгел. Был көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

Башҡорт теле көнө 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә башлай. Уны рәсмиләштереү тураһындағы указ 2019 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителде.

📍 Тулыраҡ.
🔥5
Уның тураһында беҙ, бала-саға, ул саҡта әллә нәмәләр белмәнек, шуға йәйелдереп һөйләп тормаһаҡ та була. Әммә аты сыҡҡас, эш урыны телгә эләккәс, ситләтеп үтеп булмай. Килде-китте генә әҙәм булһа, ҡул ғына һелтәп, иғтибарға ла алмаҫ инек, әммә бик эшлекле кеше ине председатель бабайым.Шуға, рәхим итегеҙ, Хан бабай.

Дауамы.
👍3
Милли йәштәр театры актрисаһы Сулпан ӘБДРӘХИМОВАНАН сырлы бәлеш

200 грамм он,
шәкәр (ҡамырға – 50, эслеккә 70 грамм),
4 йомортҡа,
100 грамм аҡ май,
500 грамм маскарпоне сыры,
1 лимон ҡабын,
1 балғалаҡ ҡамыр күперткес кәрәк.

Дауамы.
👏3
Декабрь һаны - 2024

🔹 Тышлыҡта – Башҡортостандың мәғариф отличнигы Илсиә Ишбулат ҡыҙы Атауллина.

#башҡортостанҡыҙы
#журнал #БашкортостанКызы #башкортостан #башкортостан #казань #уфа 🔹 https://bashkizi.ru/
🔥6👍1
💢 Яҡтылыҡ илсеһе

Аралашыуға ябай, ипле холоҡло, шул уҡ ваҡытта эске ныҡлығы менән һоҡландырған, тормоштоң әсе һынауҙарына баш эймәйенсә, үҙе һалған йәшәү һуҡмағынан ышаныслы алға атлаған асыҡ күңелле, көслө рухлы гүзәл заттар – донъябыҙҙың күрке, йәме ул. Шундай ғәжәйеп сағыу, миһырбанлы, зирәк тормош аҡылына эйә милләттәштәребеҙҙең береһе – Зимфира Хөсәйенова-Юламанова ошо йылда күркәм юбилейын билдәләй. Ул алтын миҙгелен ҡаршылауы айҡанлы, уй-ниәттәре, ғәмәлдәре менән бүлешә.

Тулыраҡ.
🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎉 Внимание! Издательский дом "Республика Башкортостан" запускает акцию «Новогодний марафон»!

🎊 Приходите в редакцию, оформляйте подписку на газету или журнал со скидкой и участвуйте в розыгрыше!

🔹 Все подробности по телефону: 8(347) 226-99-54.

#Новогодниймарафонподписки
🔥3
Уңғандар һәм өлгөрҙәр

Өфө районының Шамонин ауылы күп балалы ғаиләләр һаны буйынса республикала иң алда килә, тиһәм дә хата булмаҫ. Өс балалылар күп, дүрт, биш, алты сабый тәрбиәләгән заманса ғаиләләр ҙә бар. Был юлы биш балалы ғаиләлә үҫеп, үҙе лә биш бала тураһында хыялланған йырсы, ҡурайсы, пародия оҫтаһы Илсур Тайсиндың бәхетле донъяһына күҙ һалайыҡ.

Тулыраҡ.
👍4
💗 «Йәннәт шишмәһе» моңо

Йәғәфәр Нәҙершин! Был исемде ишетеү менән күңелдә Аҡбуҙат ҡанат ҡағынған Йылҡысыҡҡан күле, данлы Шүлгәнташ мәмерйәһе, хозур Инсебикә ҡаяһы, көмөш тулҡынлы Ағиҙелкәй күҙ алдына баҫа. Тыуған яғы – мөғжизәле Бөрйәндең сихри матурлығын, серле гүзәллеген күңеленә һеңдереп үҫкән егеттең йәне моңдан яралыуы һис тә ғәжәп түгел. Ана бит, иҫ киткес матур, йыр булып ағылыр, мәғәнәһе «Йәннәт шишмәһе»н аңлатҡан исемде лә уға бушҡа ҡушмағандарҙыр! Һөйөклө атаһы Сәфәрғәли ағай улының яҙмыш йомғағы тик йыр-моңдан туҡылырын бар йөрәге менән тойған, ахырыһы.

Дауамы.
5
Яңы китап ҡотло булһын!
Шағирә, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Уйлы заман" исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан кисә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте кибетендә бик матур сара үтте. Яңы ғына табанан төшкән китаптың исем туйына шағирәнең ижадын яратыусылар, ҡәләмдәштәре, дуҫтары һәм коллегалары йыйылды. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы – егәрле ҡәләм эйәләренең береһе, ул шиғриәттә генә түгел, прозала ла, драматургияла ла ең һыҙғанып ижад итә.
👍4
📚 Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән заманса китап

Заманса биҙәлешле китап баш ҡалабыҙ, республикабыҙ ҡунаҡтары өсөн дә, ябай хужабикәләр өсөн дә берҙәй ҡиммәтле бүләк булмаҡсы.

Тулыраҡ.
🔥3
🎬 Рушанна Бабич һәм Сәғиҙулла Байегет төшкән һөйөү хаҡында фильм прокатҡа сыға

Өфөнөң юбилейы уңайынан төшөрөлгән «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» фильмы оҙаҡламай прокатҡа сыға. Беҙ яратҡан артистар, шулай уҡ Рәсәй кимәлендәге танылған актерҙар йәлеп ителгән унда.

Тулыраҡ.
🔥3
🎄 Яңы йыл марафоны

Тулыраҡ.
👍3
Заман башҡорто ниндәй ул? Был турала һәм халҡыбыҙ өсөн бик мөһим башҡа мәсьәләләр тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында әйтелгән фекерҙәр, милли батырыбыҙҙың аҙашы Салауат Щербаковтың һәйкәлде төҙөкләндереүгә ҡағылышлы һәм башҡортлоҡ тураһындағы һүҙҙәре - Вәлитов TV-ның сираттағы сығарылышында.

https://vk.com/video70810928_456239088
👍3
🐣 Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинананың ейәне тыуған

Шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәнзилә Дәүләтбирҙинаға Искәндәр улы менән Гөлгөнә килене тәүге ейән бүләк итеп ҡыуандырған.

Дауамы.
👏4
💬 Путин: Сәнәғәт үҫеше – 4,4 %, эшкәртеү сәнәғәтенеке 8,1% тәшкил итте, тармаҡтар буйынса ҡарағанда – тағы ла юғарыраҡ
👍3
💬 Путин МХО-лағы хәлдәр тураһында: Хәл-торош ҡырҡа үҙгәрә, көн һайын бөтә фронт һыҙығы буйынса хәрәкәт итәбеҙ
👍3