Башҡортостан ҡыҙы
450 subscribers
2.58K photos
599 videos
1.5K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Нурислам ағай менән осраҡлы рәүештә таныштыҡ. Редакцияла. Эшем шулай: көнөнә әллә нисәмә кеше инеп сыға. Берәүҙәре әйтәһе һүҙен әйтеп, йомошон тиҙ генә йомошлау яғын ҡарай, һүҙгә әүәҫерәктәре, хәл-әхүәлен һөйләп, оҙағыраҡҡа туҡтала. Һәр ҡайһыһын иғтибар менән тыңлайым, хат-хәбәрҙәрен теркәйем. Нурислам ағай шиғырҙар алып килгән ине. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Өфөлә ҙур урында эшләгән икән, әле олоғайғас, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнеп йөрөүе. Шиғырҙары баҫылып сыҡҡас, ныҡ ҡыуанды, ихлас рәхмәтен белдерҙе. Ошонан һуң йыш ҡына эш урыныма килер булып китте.

Дауамы.
🤩3👍2
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын ҙурланы

30 октябрҙә Бөрйән район мәҙәниәт һарайында күренекле шағирә, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Языусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның 60 йәшлек юбилейы уңайынан “Мин Бөрйәндән булған өсөн генә шиғыр яҙа алам, яҡташтар!” тип исемләнгән бай йөкмәткеле ижад кисәһе үтте. Күп ҡырлы ижади шәхесте хөрмәтләргә Өфөнән ҡәләмдәштәре, тыуған ауылы Иҫке Монасиптан ауылдаштары, яҡындары, туғандары, “Баҙал” әҙәби ойошмаһы ағзалары, әҙәбиәт һөйөүселәр килде.

Дауамы.
👍3
Как действовать при обнаружении БПЛА?

Если вы увидели беспилотный летательный аппарат, немедленно сообщите о нём по номеру «112». Назовите оператору ФИО и местоположение БПЛА. Ни в коем случае не трогайте его! Следуйте инструкции – в карточках, и делитесь этой информацией с близкими!

Глава Башкортостана Радий Хабиров сообщил о ситуации на предприятиях ТЭК, которые 31 октября подверглись атаке вражеских БПЛА. Серьёзных последствий удалось избежать. Предприятия функционируют в штатном режиме. На месте работают следственная группа, подразделения МЧС, оперативные службы. Ситуация под контролем.

Будьте бдительны и берегите себя!

#Башкирия #МЧСРБ
🙏3
💢 Ғәжәп ғүмер

Асҡын районы Үтәш ауылында ғүмер иткән 95 йәшлек Рафания Хәбибрахман ҡыҙы Лоҡманованың яҙмышы еңел булмаған: илебеҙ тарихындағы бөтә мөһим ваҡиғалар тәрән эҙ ҡалдырған уның күңелендә. Аслыҡ, һуғыш йылдары, балалар йорто, тиф… Әммә миһырбанлы инәй бөгөн дә изгелек ҡылыуҙан, тирә-яғында матурлыҡ тыуҙырыуға ынтылыуҙан туҡтамай, тилбер ҡуллы, һиҙгер аҡыллы мәғариф ветераны сигеү сигеп, әҙиптәребеҙҙең шиғырҙарын яттан һөйләп, яҡташтарын һоҡландыра, уйландыра, сәмләндерә. Үҙе лә шиғыр яҙа. Уның тормош һөйөүенә йәштәр көнләшә ала.

Дауамы.
5👍1
Премьера «Янған йөрәк»❤‍🔥
Таныш булығыҙ: Ҡәҙриә Зөбәйерова!

🎶Приятного прослушивания
Жду от вас максимальной поддержки🫶🏻

Музыка: Илшат Жамалов
Слова: Гарифабану Сагадуллина
Запись, сведение: Рашит Хабибуллин

#премьера #премьерапесни #янғанйөрәк #башкирскаямузыка
🥰5🔥1
Audio
Добрый день, ссылка на песню https://music.yandex.ru/album/33879067/track/132594966?utm_medium=copy_link

ВК: https://vk.com/wall138472900_5763

Приятного прослушивания 🫶🏻
5
Һыуыҡ тейеүҙән халыҡ дауалары
Кире эҙемтәләр сыҡмаһын өсөн был рецептарҙы профилактика маҡсатында ғына ҡулланырға тәҡдим ителә.

🍯 Прополис. Әллә ниндәй ҡыйбатлы тамаҡ ауыртыуынан тип һатылған дарыуҙарҙан бер киҫәк прополис файҙалыраҡ. Беренсенән, ул ауыҙ эсендәге һәм эсәктәге бактерияларҙы үлтерә. Икенсенән, ул һыҙланыуҙы баҫа. Грипп һәм һыуыҡ тейгән осраҡта бер аҙ хәлде яҡшырта. Өсөнсөнән, иммунитетты нығыта. Эпидемия осоронда организмды төрлө вирустарҙан һаҡлай.

🌵 Алоэ. Яңы ғына һығып алынған был мөғжизәле үҫемлектең һуты танау эсендәге йомшаҡ тирене дымландыра һәм тымауҙы бөтөрөргә ярҙам итә.

Тулыраҡ.
🙏4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
“Экстремистар үҫмерҙе, аҡса вәғәҙә итеп, енәйәт ҡылырға этәреүе мөмкин. Риза булып ошо эшкә барғандарҙы – закон буйынса төрмәгә ултыртыу ҡаралған.

Ошо видеояҙманы балағыҙға күрһәтегеҙ. Төҙәтеп булмаҫлыҡ аңһыҙ хаталарҙан һаҡ булһындар».
🙏3
Хәмдиә тағы урынында юҡ. Тайфа апай, өшәнһә лә, йылы түшәгенән айырылып тышҡа сыҡты. Урамда – ҡыш. Әллә ни һыуытмаһа ла, ҡар тыны тамаҡты бөрөштөрә, битте семтеп ала. Ҡыш ҡыш инде, барыбер үҙенекен итә, ярай әле еле юҡ. «Бисара, бынауы төн ҡараңғылығында ҡайҙа юғалды икән?» – тип уйлай хафалы ҡарсыҡ, тирә-йүнен байҡап. Бер йән эйәһе күренмәй.

Дауамы.
🔥3
Маҡсатлының юлы уңа
Гөлсәсәк Өмөтбаева Әбйәлил районының Айғырбатҡан утарында йәшәй. Үҙе Бөрйән районының Тимер ауылынан. Һеңлеһе Таңһылыу әйҙүкләй торғас, 2021 йылда тәүге балаҫын һуғып ҡарай. «Ошо көндән алып был «ауырыу» йәбеште лә ҡуйҙы миңә. Бәләкәй балаҫтар, паннолар ғына һуғырмын, тип башлағайным да, туҡтай алмайым хәҙер. Әйтерһең, икенсе һулышым асылып, бығаса баҫылып торған ижади асылым тышҡа бәреп сыҡты», – ти ул.
👍61
Йәрминкәгә килегеҙ
Башҡортостандың 37 ҡала һәм районында 8, 9 һәм 10 ноябрҙә ауыл хужалығы йәрминкәләре була, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.
🔥3
«Беләм, тиҙҙән һөйөү ағасымдан Һуңғы япраҡ төшөр өҙөлөп...»
Фирүзә Абдуллинаның исеме шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Күңеле тулы  йыр-моң булған  ижадсының тормошсан, ябай ғына шиғырҙары  халыҡсан фәлсәфә, тәрбиә менән һуғарылған. Баймаҡ районы Шүлкә ауылы һылыуы мәктәп йылдарынан әҙәбиәткә ғашиҡ. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт һәм рус филологияһы факультетында уҡығанда «Ашҡаҙар» ижади түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә ул. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған мәртәбәле уҡытыусы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында матур итеп донъя көтә. Ул  – «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!»,  «Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!», «Ихлас күңелдән!», «Әсәйем һабаҡтары» исемле китаптар авторы. Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына йөҙгә яҡын йыр ижад ителгән.
👏61
Иммунитетты күтәреү һәм организмдағы насар холестеринды кәметеү өсөн түбәндәге «эликсир дарыуҙы» ҡулланырға кәңәш итәбеҙ.

10 тырнаҡ һарымһаҡ әрсеп, банкаға тултырабыҙ, өҫтөнә бер сынаяҡ алма һеркәһе һәм шуның ҡәҙәр үк шыйыҡ бал ағыҙабыҙ. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Һәр көндө ас ҡарынға ике аш ҡалағы эсегеҙ. Уны һыу менән дә эсергә була.
🔥3👍1