This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Контракт хеҙмәте - ул илһөйәрҙәр өлөшө.
Был илебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыу! Ир-егеттәр өсөн лайыҡлы эш.
Контракт буйынса хеҙмәт ит һәм 3 825 000 һум ал. Был хаҡта 122 номеры буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ.

👍4
Балан ҡатығы яһауҙың тағы бер боронғо ысулы. Баланды мейестә оҙаҡ итеп бешергәндәр. Өҫтө ҡамыр менән ябылған суйын сүлмәктәге балан сәғәттәр буйына бығып ултырған. Шунан һөҙөп, балан ҡатығы яһағандар. Уны балсыҡ көршәктә һаҡлағандар.
bashkizi.ru
Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре баландан шифалы һый серҙәре менән уртаҡлаша
👍3
"Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай..."
Бар йәһәттән дә уңған, маҡсатлы, матур һылыуҡайҙарыбыҙ үҫеп килеүе һөйөндөрә. Шишмә районы ҡыҙы Гөлназ Мәзитова ла шундай аҫыл ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Бөгөнгө көндә ул Башҡорт дәуләт медицина университетында белем ала. Хыялы ла ниндәй матур уның –яҡшы табиб булыу һәм шәхси проектын асыу. Кешеләргә һаулыҡ өләшеү – минең изге маҡсатым, ти ул. Өлгөр ҡыҙ профессиональ рәүештә йыр, бейеү, моделинг менән шөғөлләнә, фәнни тикшеренеү эштәре алып бара, актёрҙар оҫталығы буйынса дәрестәргә йөрөй.

Бар йәһәттән дә уңған, маҡсатлы, матур һылыуҡайҙарыбыҙ үҫеп килеүе һөйөндөрә. Шишмә районы ҡыҙы Гөлназ Мәзитова ла шундай аҫыл ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Бөгөнгө көндә ул Башҡорт дәуләт медицина университетында белем ала. Хыялы ла ниндәй матур уның –яҡшы табиб…
🔥3
Журналыбыҙҙа бер нисә йыл дауамында милли кейем һәм биҙәүестәр хаҡында байтаҡ мәҡәләләр бирелеүе, оҫталыҡ дәрестәре баҫылыуы мул емеш бирҙе. Әүәлерәк ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың селтәр-хәситәләр кейеп йөрөүен күҙ алдына ла килтереп булмаһа, бөгөн ҡунаҡ йә тамашаларҙа ошо матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Әммә бында ла тергеҙәһе, теүәлләйһе нәмәләр байтаҡ әле. Шуларҙың береһе – нигеҙенә ғәйәт оло мәғәнә йәшергән өлтөк, өрпәкәй, өрпәтәкәй, ябайыраҡ итеп әйткәндә, ҡаҙ ҡойроғо.
bashkizi.ru
Өрпәкәй
Башҡорттар борондан тәбиғәт менән бер булып, үҙҙәрен дә уның айырылғыһыҙ өлөшө итеп тойоп йәшәгән. Тик һуңғы илле йыл самаһы ваҡыт арауығында ғына, халҡыбыҙ тәүҙә эш артынан колхоз-совхоз үҙәктәренә, унан эреле-ваҡлы ҡалаларға ла күпләп күсенгәс, ғәҙәти көнкүреш…
🔥5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат һәйкәлен төҙөкләндереү эшен теләһә ниндәй ойошма атҡара алмаясаҡ, был турала БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальныгы Салауат Ҡолбахтин ни ти?
👍5
💢 Оҙон ғүмерлеләр сере
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Мәфтуха Сабирйән ҡыҙы Вәлиеваға быйыл 18 мартта 85 йәш тулған. Сабирйән Кираметдин улы менән Фатима Шәмсетдин ҡыҙының ғаиләһендә Янһары – Яңы Собханғол ауылында донъяға килгән ул. Һигеҙ класс белем алғас, йәш көйө Яхъя Муса улына кейәүгә сыға. Ғүмер буйына сауҙа өлкәһендә эшләй. Хаҡлы ялға киткәненә лә 36 йыл тулып үткән. Мәфтуха апай – биш балалы әсәй, 50 йәштән пенсияла.
Гөлназ Ҡотоева.
Дауамы.

👍7
– Кафеға ингегеҙ киләме? – ҡаршымда оҙон буйлы ҡаҡса егет тора ине. Бик ябай күренде. Өҫтөндә арзанлы джинсы салбар менән ветровка. Тулҡынлы ҡара сәстәре матур икән, шундуҡ күҙгә ташланды. – Кисә лә ошонда тороп киттегеҙ, – тип дауам итте егет, – әйҙәгеҙ, инеп ултырайыҡ.
Дауамы.
Дауамы.
👍9
💢 Нурлы күңел ипкене
Күңелендә бер насар уй булмаған, эскерһеҙ һәм ихлас кешеләрҙән ул беҙҙең Гөләрә апайыбыҙ. «Беҙҙең» тиеүебеҙ шунан: Гөләрә МИҢЛЕҒОЛОВА – хеҙмәттәшебеҙ, ҡырҡ йылдан ашыу нәшриәт йортонда бухгалтер булып эшләгән, шуның ун йылы – «Башҡортостан ҡыҙы»нда.

❤4
Үпкәсел булмағыҙ!
Асыу тотоу, үпкә һаҡлау кеше организмына ифрат насар йоғонто яһай икән. Кемгәлер рәнйеү, үткәндәге күңелһеҙлектәрҙе ҡат-ҡат хәтерләү нервылар системаһын көсөргәндереп, уны “ғәскәри әҙерлек” хәленә килтерә, йөрәк тибешен йышайта.

👍4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💢 Өфө лимонарийында уҙған “Сәскәләрҙә – ҡояш сағылышы” исемле шиғриәт һәм йыр кисәһе хаҡында тапшырыуҙы тәҡдим итәбеҙ.
❤4
Forwarded from Башҡорт донъяһы
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Телебеҙ хикмәттәре 😁
Видео: Марсель Мөхәмәтйәнов.
Видео: Марсель Мөхәмәтйәнов.
🤩2
Forwarded from Радий Хабиров
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сегодня у делегации Башкортостана на «Транспортной неделе» – очень плодотворный день. Мы провели ряд важных встреч и обсудили вопросы, которые касаются развития дорог и транспортной системы в республике.
Из самого важного:
📌 договорились, что продолжаем работу по расширению федеральных трасс, которые проходят по территории Башкортостана. Уже есть понимание, что постепенно мы доведем до 4 полос все участки М-5 и М-7 в нашем регионе. В следующем году начинаем основной объем работ на трассе Р-240 – от Стерлитамака до Зиргана.
📌 обсудили увеличение нашего дорожного фонда. Эти средства пойдут на содержание и развитие региональной дорожной сети, в том числе на нашу программу «фонящих дорог».
📌 с руководством компании «Азимут» прорабатываем возможность открытия прямого рейса из Уфы в Республику Алтай – один из туристических центров России.
На полях форума также обсуждали развитие нашего речного флота, строительство мостов, другие наши проекты. Впереди – еще один насыщенный день.
Всем удачи!

Башҡортостанда Әсәйҙәр көнө алдынан Ҡатын-ҡыҙ һаулығы аҙналығы башланды. Уның сиктәрендә республикала йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүе үтә ала, тип хәбәр итәләр республика йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәгенән.
18-23 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүе үтергә һәм терапевт, гинеколог, эндокринолог, маммолог, дерматолог, психолог консультацияһын алырға мөмкин.

Ҡатын-ҡыҙ һаулығы аҙналығы бара
❤3
Өлкәндәргә файҙалы үләндәр
Йыш ҡабатланған баш ауыртыуынан бөтнөк үләненән төнәтмә кәңәш ителә.
Ярты ҡалаҡ бөтнөк үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасы ябыҡ килеш, һыуытырға. Һуңынан боҫ өҫтөндә 15 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, һөҙөп, бер стаканға еткергәнсе йылы һыу өҫтәргә. Көнөнә 2 тапҡыр аш алдынан ярты стакан эсергә.

🙏3
Туғанлыҡ ептәре
Ислам дине буйынса туғанлыҡ ептәрен һаҡлау – мөһим, сауаплы ғәмәл һәм әхлаҡи бурыс, йәмғиәтебеҙҙе нығытыусы нигеҙ.
Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн туғандарыбыҙҙың хәлен белешеп, ауырыһалар, ярҙам итешеп, ололарға – ихтирам, ә йәштәргә үрнәк күрһәтергә тейешбеҙ. Бының өсөн балаларҙы бәләкәстән үк бер-береһе менән таныштырырға, аралаштырырға кәрәк.
Ата-әсәләр, туғандар мәрхүм булһа, уларҙың дуҫтарын да ташларға ярамай, аралашып тороу лазым. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, Аллаһтан ҡурҡҡан кеүек, туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүенән дә ҡурҡыр кәрәк, сөнки туғанлыҡ ептәрен өҙөү гонаһ һанала, тәүбәгә килмәһәләр, уның өсөн кеше был донъяла ла, әхирәттә лә язаһын күрә.
Дауамы.
Зифа Толомбаева һүрәте.

❤6
VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үткәрелә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса полиция участковыйы, өлкән лейтенант Мансур Моратшин XIV Бөтә Рәсәй конкурсында «Халыҡ участковыйы — 2024» тип танылды. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итте.
bashkizi.ru
Әбйәлилдән полиция участковыйы Мансур Моратшин XIV Бөтә Рәсәй конкурсында еңде