Башҡортостан ҡыҙы
452 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
💞 Кәләш әйттергәндә

Хикәйә

Мөхәббәт тәменә иҫергән бәхетле кейәү менән кәләштең хисле кисерештәрен күҙәтеү еңел икән ул һәр туйҙа. Ә үҙ никахыңа әҙерләнгән һайын, эш кәмемәй, киреһенсә, береһе артынан икенсеһе, өсөнсөһө... Минең менән дә шулайыраҡ хәл булды.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2023-10-31/k-l-sh-ytterg-nd-3499420
3👍2🔥2
😳 Ышаналар, аҡсаларын күсерәләр...

Һуңғы тәүлектә республика буйынса мутлашыусыларға 12 миллион һумға яҡын аҡса күсергәндәр.

Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-18/yshanalar-a-salaryn-k-ser-l-r-3851439
🥴3
🌸🌸🌸

Ваҡыт етмәй.
Ваҡыт булһа,
Хәл ҡалмай йә ҡул теймәй.
Ҡырылмаһа ҡырыҡ эшем, –
Етеҙмен үҙем елдәй.

Уңғанмын мин.
Барыһына
Мин өлгөрәм. Етешәм.
Иртәгәмә инселәнгән
Күңелемдән ете шәм.

Ҡылдан нәҙек арҡан һуҙам,
Ҡаҙан ҡайнатам ҡарҙа.
Ваҡыт ҡына етмәй ҡала,
Үткер дарманым барҙа.

Ваҡыт барҙа тойоп ятам,
Еп өҙөрлөк юҡ хәлем.
Минең бит һуң елеп килгән
Тайҙы туҡтатыр мәлем!
Гөлназ Ҡотоева.

Вера Фролова һүрәте.

#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал

Рәссам хаҡында мәҡәлә сайтыбыҙҙа: https://bashkizi.ru/articles/r-ssam-o-takhana-ynda/2021-03-05/izhadynda-ruhi-kamilly-1174700
👍31🔥1
🌙 Изге йома мөбәрәк булһын!

🌙 Йома - ислам динендә иң изге көндәрҙең береһе һанала. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә әйтелеүенсә, йома Ғәйет һәм Ғәшүрә көндәренән изгерәктер. Аҙнаға бер тапҡыр булһа ла мәсеткә барып, йома намаҙын уҡыу, тыңлау - мосолмандар өсөн фарыз ғәмәл. Бер-береңә матур мөнәсәбәттә булыу, хөрмәтләү, балаларыңа бүләктәр биреп, уларҙы шатландырыу, мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу, туғандарың менән дуҫ-татыу йәшәү - иң сауаплы ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ. Йомала ҡылынған доғаларҙы Аллаһы Тәғәлә мотлаҡ ҡабул итер. Донъяларыбыҙ имен, үҙебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ!

🌙 Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:

Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.
🙏3
🏅 Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул ителә

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистика премияһына документтар ҡабул итеү бара.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-19/bash-ortostanda-sh-it-ho-aybir-in-isemend-ge-premiya-a-dokumenttar-abul-itel-3851551
🔥3
💢 Силәбе өлкәһендә II башҡорт мәҙәниәте фестивале үткәрелә

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Баязит ауылында 21 июлдә икенсе «Башҡорт иле» башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-19/sil-be-lk-end-ii-bash-ort-m-ni-te-festivale-tk-rel-3851846
👍3
😻 Популяр йәнһүрәт геройҙары башҡортса һөйләшә

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының гранты ярҙамында популяр йәнһүрәт геройҙары — Гриз, Панда, Аҡ айыу башҡорт телендә һөйләшә башланы. Идея авторы – радиожурналист Айбулат Сисәнбаев.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-22/populyar-y-n-r-t-geroy-ary-bash-ortsa-yl-sh-3856795
🔥3👍1
Ипотекағыҙ бармы? Мутлашыусыларҙан һаҡланығыҙ!
Схема нисек эшләй?

📍 Был турала тулыраҡ беҙҙең сайтта: https://bashkizi.ru/news/explain_bash/2024-07-22/ipoteka-y-barmy-mutlashyusylar-an-a-lany-y-3856737
👍3
💥 Июль һаны - 2024

💢 Тышлыҡта – эшҡыуар, талантлы ҡул эштәре оҫтаһы Фирүзә Әмирхан ҡыҙы Вәлиева.

#башҡортостанҡыҙы
#журнал #БашкортостанКызы #башкортостан💚 #башкортостан #казань #уфа 🔹 https://bashkizi.ru/
👍2🔥1
💢 Журналдан көс, илһам алып

Быйыл да Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө шаулап-гөрләп үтте. Байрамда ҡатнашыусылар 250-нән ашыу дана гәзит-журналға яҙылып һөйөндө. Һөнәр оҫталарын бүләкләү, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул итеү тантаналары ла сараға бәҫ өҫтәне.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/rukhi-tt-va-i-a/2024-07-22/zhurnaldan-k-s-il-am-alyp-3857811
👍3
💢 «Самауыр тояғы», «Оло бөтөй», «Батмус» тигән аҫалар

Миәкә районы Боғҙан ауылында йәшәгән Зәлифә ЙӘНЕШЕВА балаҫ һуғырға әсәһенән өйрәнә.

📍Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/be-e-b-ygel-r/2024-07-22/samauyr-toya-y-olo-b-t-y-batmus-tig-n-a-alar-3857832
🔥4
🌧 Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһы + 8 градусҡа тиклем төшә.

Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-23/k-nd-r-al-yn-a-tarta-3858274
😭3
📚 Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы бара.

📍 Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-23/m-kt-pk-erl-nerg-yar-am-it-aktsiya-y-bara-3858200
🔥3
💢 Нәҫел хәтере

Эшҡыуар, ҡул эштәре оҫтаһы, халҡыбыҙҙың күп йәһәттән өлгө итеп ҡуйырлыҡ аҫыл ханымдарының береһе Фирүзә Әмирхан ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ тарих төпкөлөнә сәйәхәттән башланды. Ни өсөн шулай икәнен һуңғараҡ аңланым. Был «сәйәхәт» татарсаға тартым һөйләшкән, әммә «мин – башҡорт!» тип шартлап торған апайҙың бар булмышын, күңел сөңгөлдәрен асҡандай булды. Фирүзә Вәлиеваның уңыштарында, тырыш, сабыр холҡо нигеҙендә ата-бабалары иңенә төшкән тетрәндергес яҙмыш, уларҙан ҡан хәтере аша күскән рухи ныҡлыҡ, йор аҡыл, асылға тоғролоҡ ята төҫлө...

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/be-e-tyshly-ta/2024-07-23/n-el-h-tere-3858860
🔥3
💢 «Танһыҡ ҡына миҙгел – бер һулыш шул, Һин дә моңһоу икән, аҡ ҡайын...»

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Айгөл Айытҡолова Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. Бөҙрә таллы Һаҡмары менән йырлап аҡҡан Йылайыры уның шиғриәтен яҡты, сағыу һәм моңло итә. Шағирәнең йөрәк хистәре тәбиғәт ауазы менән тығыҙ үрелеп, бер симфоник аһәң тыуҙырыусы хуш еҫле кәрәҙ төҫлө. Үткер ҡәләмле журналист – Күгәрсен районының «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе.

📍 Шиғри шәлкем сайтта: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-07-23/tan-y-yna-mi-gel-ber-ulysh-shul-in-d-mo-ou-ik-n-a-ayyn-3858879
👏4
💥 Башҡорт теле, ҡымыҙ, көрәш, башҡорт туй йолалары, башҡорт тирмәһен ҡороу технологияһы, башҡорт халыҡ музыка-поэтик ижады һәм башҡалар Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы дәүләт реестрына индерелә.

📍 Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-24/milli-mira-d-l-t-reestryna-inderel-3859355
🔥2
💢 Шәфҡәтлеләр юлы

«Рәсәй тимер юлдары-Медицина» клиник дауаханаһының гинекология бүлеге мөдире Лилиә Григорий ҡыҙы Оспанбаева бала сағынан шәфҡәтлеләр юлын һайлаясағын белә.
1978 йылдың 13 мартында Дүртөйлө ҡалаһында донъяға килгән ул. Табиптар династияһынан. Дүртенсе быуын сылбырҙы өҙмәй кеше һаулығы һағында хеҙмәт итә был нәҫел. Ҡарт өләсәһе, Бибизәйнә Сәмиғулла ҡыҙы Ғайсина, кендек инәһе булған. Уның ҡыҙы, Лилиәнең өләсәһе, Фатима Шәрифйән ҡыҙы Карамова ғүмер буйына акушерка, операциялар яһаусы шәфҡәт туташы һөнәренә тоғро ҡалған. Әсәһе Зилә Әбүзәр ҡыҙы Секованы ла Дүртөйлөлә белмәгән кеше юҡ. Ҡала дауаханаһының гинекология бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул.

📍 Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/-n-rene-o-ta-y/2024-07-24/sh-f-tlel-r-yuly-3860194
👍4
💢 «Гөлдөр-гөлдөр бергенәм...»

Зәңгәр офоҡтар артында ҡалған сәңгелдәкле бала сағым. Ҡояшы яҡтыраҡ, елдәре йомшағыраҡ, кешеләре фәрештәләй изге әкиәти бер донъя булып күңелгә уйылған. Ҡартатайым, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Мөьмин Мөхәмәтвәли улы Вәлиев яһаған тал сәңгелдәктә дүрт бала тирбәлеп үҫтек: апайҙарым Гөлфиә, Гөлнур, мин һәм туғаным Тимербай. Йәнем шифаға, илаһи моңға сарсағанда хәтирәләрҙә донъялағы иң бәхетле бала булған саҡтарыма әйләнеп ҡайтам.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/be-e-b-ygel-r/2024-07-24/g-ld-r-g-ld-r-bergen-m-3860219
👏5
🌝 Йөҙөң айҙай балҡыһын

Гүзәллекте һаҡлауҙың бер ысулы – битлектәр эшләү.

🍎 Һәр төрлө тире өсөн: марля киҫәген ҡурай еләге (таҙарта һәм дымландыра), ҡыҙыл ҡарағат (ағарта), әфлисун (витаминдарға бай), йөҙөм (йыйырсыҡтарҙы булдырмай) һуты менән сылатып, 15 – 20 минутҡа биткә һалып торалар. Йылымыс һыу менән сайҡаталар. Һут урынына еләк-емештең иҙмәһен ҡулланырға ла ярай.

Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2019-11-14/y-ay-ay-bal-y-yn-792638
👍3