Башҡортостан ҡыҙы
452 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киң ярҙам ойошторғандар
«Масксети «Щит» Өфө» берекмәһенең Башҡортостан буйынса – йөҙҙән һәм Өфөлә тиҫтәнән ашыу цехы бар.
Ул ил һаҡсыларының яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе берләштергән. Әсә һөйөүе, доғалар һәм аныҡ эштәр менән Ватаныбыҙ мәнфәғәте өсөн көрәшкән хәрбиҙәргә ярҙам итеү маҡсатында килә улар «Масксети «Щит» Өфө»гә.
Берекмә ирекмәндәре МХО яугирҙәренә ярҙам эшен 2022 йылдың октябрендә башлап ебәрҙе. Маскеровкалау селтәре үрәләр һәм уларҙы алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Оҫталарҙың йәше 20-нән 80-гә тиклем, күптәренең яҡындары фронтта.
Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары техника, дрондарға ҡаршы рэб-рюкзактар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алыу өсөн халыҡтан иғәнә лә йыя.
Теләгән һәр кем «Масксети «Щит» Өфө» эшмәкәрлегенә ҡушыла ала: https://vk.com/ufamaskseti
👍4
🌎 Ситтә йөрөгән тарығыр

Журналыбыҙҙың апрель һанында «Ер тойғоһо» тип аталған мәҡәлә донъя күргәйне. Түбәндә күтәрелгән мәсьәлә, уға ауаздаш булып, халҡыбыҙҙың киләсәгенә һуҡтырған тағы ла тәрәнерәк проблемаға ҡағыла.

📍 Тулыраҡ сайтыбыҙҙа: https://bashkizi.ru/articles/ber-m-s-l-g-arash/2024-07-25/sitt-y-r-g-n-tary-yr-3860254
👍4
🎉 «Рәхәттә» Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестиваленең хедлайнеры Олег Митяев була, тип кинәнеп хәбәр итәбеҙ!

📅 28 июлдә беҙҙгә совет һәм Рәсәй халыҡ шағиры, билдәле йырсы һәм йырҙар авторы Олег Митяев ҡунаҡҡа килә!

Уның ижады миллиондарҙың йөрәген яулаған, ә шиғырҙары һәм музыкаһы бард йырҙарының ысын ынйылары булып тора. Әҫәрҙәренең күп юлдары әле лә телдән төшмәй! Олег Митяевтың мәҙәниәткә һәм музыкаға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ!

Сәхнә оҫтаһының сығышын тыңлап ләззәтләнеү мөмкинлегенән ситтә ҡалмағыҙ!

📍 Ҡала ситендәге «Фазенда» клубы һеҙҙе «Рәхәттә» көтөп ҡала!

Башланыу ваҡыты – 15.00 сәғәттә.

#НаРахате #ОлегМитяев #ФестивальЗдоровья #Туризм #Культура #БардовскаяПесня
🔥4
🤲 Мәрхүмдәргә доға ҡылайыҡ

Был донъя ҡыҫҡа, ғүмер елеп кенә үтә лә китә, ҡасан да булһа бөтәбеҙ ҙә әхирәткә күсәбеҙ. Нисек кенә оҙаҡ йәшәргә теләһәк тә, Аллаһ кемгә күпме яҙған, шул ваҡытта фани донъя менән мәңгелеккә хушлашабыҙ. Бер кем дә ғүмерен секундҡа ла оҙайта алмай. Бер кемдең дә, «ул ҡартайып үләсәк, йә 100 йәшкә етәсәк, йә иһә 5 минуттан һуң тере буласаҡ», тигән гарантияһы юҡ.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/alla-b-r-k-te/2024-07-26/m-rh-md-rg-do-a-ylayy-3860183
🙏4
💢 Кешелеккә тоғролоҡ

Заман балаларын тәнҡит күҙлегенән ҡылыҡһырларға, уларҙа ниндәйҙер етешһеҙлек эҙләргә күнегеп барабыҙ кеүек. Быуындар араһындағы ҡатмарлыҡтар һәр ваҡыт булған, әлбиттә. Әммә балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, һәр кемен шәхес итеп ҡабул иткән, һәләттәрен асыуҙы һәм матур яҡтарын үҫтереүҙе, ауыр минуттарында ярҙам ҡулы һуҙыуҙы тормош саҡырыуы итеп алған фиҙакәр, көслө уҡытыусылар осраһа, уңышлы һәм бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ныҡлы ышаныс уяна. «Ауыл уҡытыусыһы» федераль программаһы буйынса конкурста ҡатнашып еңгән һәм бына инде дүрт йыл Ейәнсура районының Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбендә инглиз теленән белем биргән мөғәллимә Зиниә Дүшәнбаева ла – ана шундай рухлы, үҙ хеҙмәтен лайыҡлы башҡарған педагогтарҙың береһе. Тырыш, алдынғы ҡарашлы, етди фекерле уҡытыусыға мәктәп директоры урынбаҫары эшен дә ышанып тапшырғандар.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/y-r-k-d-rest-re/2024-07-26/keshelekk-to-rolo-3863404
👍5
Гаджеттар аша туған телдә аралашыу күп осраҡта хәүефһеҙлек өсөн ҡулай.

Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-29/mutlashyusylar-yulyn-taba-3864823
👍5
📅 2025 йылда байрам ялдары тураһында Рәсәй Хеҙмәт министрлығы хөкүмәт ҡарары әҙерләгән.

📍 Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-26/2025-yylda-bayram-yaldary-3862169
🔥4👍1
💢 Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы көнөнә концерттар афишаһы билдәле булды.
🔥5🥴1
🧿 «Мин – бейсә!»

Хәлиҙә Хариф ҡыҙы Гурованың «Мин – бейсә!» психологик тренингына эләгеүем осраҡлы ғына булды. Саҡырған ергә бар, тиҙәр бит. Әммә һәр осраҡлылыҡ тиккә генә түгеллеген беләм. Тимәк, ул ваҡыттағы күңел талабы, йән ҡорғаҡһыуы шуны һорағандыр. Ете һылыу, ете бейсә булып сыҡтыҡ был уҡыуҙа. Гүзәлдәр, ана, алыҫ, тип тормаған, Башҡортостандың башҡа ҡалаларынан да тартылған. Берәүһе – йөклө. Тиҙҙән өсөнсө балаһын ҡулына алырға тейеш. Барыһы ла – гөрләтеп донъя көткән ир ҡатыны, күп бала әсәһе. Әммә ошондай һөйләшеүҙәргә, практикаларға мохтаж булып килгәндәр.

📍 Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/rukhi-esh/2024-07-29/min-beys-3866496
🙏5😢1
Башҡортостандан вундеркинд Вадим Харисов ниндәй юғары уҡыу йортон һайлаған?

Йәш химик Сәғүд Ғәрәбстанында үткән 56-сы Бөтә донъя химия олимпиадаһында еңеүсе булғайны. Вадимдың коллекцияһында был дүртенсе алтын миҙал.

Вундеркинд Вадим Харисов республикабыҙҙа уҡырға теләй. Уҡыусы Өфө дәүләт нефть университетына документтар тапшырған, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл һәләтле уҡыусы ӨДНТУ-ның университетҡа тиклемге мәктәбен – Республика инженер лицей-интернатын тамамланы.

«Был инде беҙҙең еңеү – Вадим Харисов юғары белемде өйҙә, тыуған республикаһында – Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йортонда аласаҡ. Беҙ уны аҡыллы, маҡсатлы, фәнде үҫтерергә әҙер егеттәр өсөн булдырҙыҡ. Вадимға һәм беҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән бөтә абитуриенттарға уңыштар юлдаш булһын!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
🔥6
💥 Ваҡытлы матуғатҡа яҙылыусылар бүләктәр отто
2024 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.
🔥4
👁 Ҡараһыу

Башҡортса был сир «ҡараһыу» тип атала. Халыҡ, күҙ эсендәге шыйыҡсаның алмашыныуы боҙолоуын, торғон, йәғни ағыуҙан туҡтаған һыу менән сағыштырып, шулай тигән. Ваҡытында дауаламағанда дөм һуҡырлыҡҡа килтереүсе ауырыу – глаукома хаҡында Өфө ҡалаһы 8-се клиник дауаханаһының 1-се күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-офтальмолог Айҙар Ғаяз улы ЙӘМЛИХАНОВ һөйләй.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/sikh-t/2024-07-31/ara-yu-3868292
👍4
Инвалид бала тәрбиәләүселәргә – өҫтәмә ял көндәре
Быйыл Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә 28 348 өҫтәмә ял көндәре өсөн түләгән. Был маҡсатта 125 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип хәбәр итә бүлексәнең матбуғат хеҙмәте.
👍5
💢 Ҡурған һылыуы

Ҡурған һылыуҙарында серле бер яғымлылыҡ бар, гүйә, улар булмышындағы аҡ ҡайындар нескәлеге, сихри күлдәр тылсымы үҙенә арбай, ылыҡтыра. Ҡаршымда ултырған гүзәлкәйҙең дә үҙен тотошо, һөйләшеүе, холоҡ-фиғеле ялан яҡтарына хас – асыҡ ҡына. Ә исеме һуң! «Башҡорт исемдәре» китабында ла осрамаған, боронғо матур исемдәрҙең береһе – Шәһерниса. Урта Азияныҡылар уның исемен үҙҙәренеке һанаһа, күрше туғандаш халыҡтар иһә, «хозур»ҙы аңлатҡан шәһри һүҙе беҙҙеке, тип бара. Шәһерниса тип уға башҡорт рухлы атаһы Ғиниәтулла ағай ҡушҡан.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/a-byl-atyn-y/2024-07-31/ur-an-ylyuy-3868306
👍4🔥1👏1
🕌 Башҡортостандың иман йорттарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн доға ҡылыу ойошторола. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ғибәҙәт өсөн айырым көндәр билдәләргә тәҡдим итте.

Республиканың традицион конфессия лидерҙары һәм диндарҙары тәҡдимде тулыһынса хуплауҙарын белдерҙе. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы башлығы митрополит Никон һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына рухи ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
🙏4