Башҡортостан ҡыҙы
452 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Ял көндәренә һауа торошо

🌧️ Бөгөн республикала йәнә ямғыр яуа. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ, ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көслө. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.

⛈️ Шәмбе, 13 июлдә, төндә ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Көндөҙ урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус, көндөҙ +21, +26 градус.

⛈️ Йәкшәмбе, 14 июлдә, урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +22, +27 градус.
🤝3
Мутлашыусылар йоҡламай
Телефон аша мутлашыусылар көндән-көн йылғырлана, яңынан-яңы алымдар уйлап таба, ә уларҙың тоҙағына эләгеүселәр һаны артҡандан арта бара. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, енәйәттәр араһында мутлашыусылыҡ беренсе урында тора. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 2023 йылда республикала йәшәүселәр телефон аша һәм онлайн-мутлашыусыларға яҡынса өс миллиард һум күсергән.
🥴3
🌙

Серле яҙыуҙарға юлыҡтым мин...
Эске моңға улар таныш та...
Йыртыҡ бите рухи китабымдың,
Билдәһеҙ бер осор тарихта –

Ғәрәп графикаһы.
Уңдан – һулға
Ҡәләмемә үрлә, эй хәреф!
Ниндәйҙер моң йәнде саҡырғандай...
Түҙ, йөрәгем, ҡуйма этәреп!

Мейемә аҡ бураҙналар һалып,
Яҡтырып та килә был яҙыу.
Уңдан һулға – ҡулым саҡ ҡуҙғала...
Энә менән ҡойо был ҡаҙыу!

Белемлемен, тиеп кем дә әйтер,
Әйтеп ҡара, мин, тип, ғилемле?!
«Фатиха»лы, «Ихлас», «Әл Ғаср»лы,
«Аятел Көрси»ле – әләмле?!

Серле хәрефтәрҙең һәр һыҙығы
Һыйҙырғанмы әллә тылсымдар?
Гүйә, булмышымды сафландырып,
Күккә тоташтыра шул сымдар...
Тамара Искәндәриә.

📍 Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-06-26/yl-an-yma-tal-yn-na-lyby-be-3824910
4👍1
Аттар телен аңлай

Әбйәлил районынан Рәсих Ҡарабандин 2023 йылда “Агростартап” гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан. 4,6 миллион һум аҡсаға ул йылҡы малы алған.

Яңы эш башлаған фермер быға тиклем малсылыҡ өлкәһендә эшләгән. Башта ул – ветеринар, артабан баш зоотехник, район ветеринария станцияһы начальнигы вазифаларын үтәгән, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Ғүмерем буйы ауыл хужалығында эшләнем. Фермерҙарға малсылыҡтың үҙенсәлектәре тураһында һөйләнем, кәңәштәр бирҙем. Шуға ла был өлкә миңә бик таныш һәм күңелемә яҡын. Үҙем дә йылҡы үрсетергә булып киттем, – тип бүлешә йүнсел.
👍3
🌱 Файҙалы бәлеш

🔹 Ҡамырға 200-300 миллилитр ҡатыҡ (кефир), 200 грамм аҡ май, 400 грамм 1-се сортлы он, 1 ҡалаҡ етен оно, 1 ҡалаҡ талҡан, 1 балғалаҡ самаһы тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ аш содаһы кәрәк.

🔹 Эслек өсөн ит, картуф, ҡабаҡ, һуған, тоҙ, тәмләткестәр талап ителә.
Һурпаға ит, тоҙ, һуған, һыу алабыҙ.

👉 Артабан: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2024-03-25/tormosh-ere-3696763
👍3
WhatsAppтан Һеҙҙең исемдән яҙа башлаһалар, нимә эшләргә?
Мутлашыусылар WhatsApp аккаунттарын үҙ маҡсаттарында файҙаланыу өсөн ватып инә.
🙏4
Наҙлаһын, яндырмаһын

Йәйен айырыуса ҡояшта бешеп яфаланыусылар күп. Тәндең асыҡ өлөшөнә нурҙар самаһыҙ төшһә, тире ҡыҙарып сыға, ҡысыта, «яна», сабырта. Ғәҙәттә, тиренең ҡояшта еңелсә яныуы етди эҙемтәләрһеҙ үтә, был осраҡта махсус дауаланыу талап ителмәй. Бешеп сыҡҡан урындарҙы һалҡын һыуға мансылған сепрәк менән һыуытырға кәрәк. Алоэ һуты һөртөү, һалҡын ҡара сәй менән боҙ киҫәктәрен ҡуйыу килешә, ҡыяр һуты ла файҙалы. Һыуытылған тәнде дымландырыу мотлаҡ – бының өсөн ҡыҙынғандан һуң һөртә торған крем, ҡояшта бешеүгә ҡаршы медицина аэрозолдәре һәйбәт. «Өләсәй дарыуҙары» – ҡатыҡ, ҡаймаҡ, һөт тә ярҙам итер. Уларҙағы протеиндар тәндәге дымды һаҡлай, тиренең яңырыуына булышлыҡ итә.
Ҡояшта ныҡ бешкәндә тире өрөлөп-күпереп сыға, температура күтәрелә – был осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бәләкәй саҡта ҡояшта ныҡ яныу, ғөмүмән, тиренең ҡат-ҡат бешеүе киләсәктә тире яман шеше барлыҡҡа килеү ихтималлығы менән ҡурҡыныс.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/sikh-t/2021-06-22/na-la-yn-yandyrma-yn-2394232
🙏3
🌸 Биҙәүестә – ырыу тамғаһы

Әбйәлил районының емеш-еләккә бай Рәхмәт ауылында буй еткерә Гүзәл ҮТӘБАЕВА. Мотаһар мулла олатаһынан башланған уҡытыусылар династияһын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Әсәһе Таңсулпан Сәләх ҡыҙы Юнысова ғүмерен балалар уҡытыуға арнаһа, атаһы Рәхимйән Ишкилде улы колхозда хисапсы була. Тегеү-бәйләүгә оҫталыҡ та Гүзәл апайға әсәһенән күскән.

📍 Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/milli-bi-k/2023-02-28/bi-est-yryu-tam-a-y-3159808
🔥4
Telegram аккаунтын ватып инһәләр, нимә эшләргә?

Мутлашыусылар Telegram аккаунттарын да үҙ маҡсаттарында ҡуллана.

Әгәр ҙә мутлашыусылар һеҙҙең аккаунтты ватып инһә, нимә эшләргә кәрәклеген аңлатабыҙ. Мутлашыусылар бәйләнешкә ингән таныш-белештәрегеҙгә яҙығыҙ йәки шылтыратығыҙ. Һеҙҙең аккаунтты ватыуҙары һәм бер нәмә лә ебәрмәүегеҙ хаҡында иҫкәртегеҙ. Минең аккаунтты ватып инделәр, тигән яҙыу менән Аватар ҡуйығыҙ. Көйләүҙәргә инегеҙ. «Ҡоролмалар» бүлеген һайлағыҙҺеҙҙең профилгә инеү мөмкинлеге булған телефондарҙың һәм компьютерҙарҙың тулы исемлеге асыласаҡ. Үҙегеҙҙең ҡоролмаларҙы ғына ҡалдырығыҙ, ҡалғандарын һүндерегеҙ.
👍3
😋 Их, ҡорот, ҡорот, ҡорот, ашҡа шәп килеп тороп!

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе оҫта хужабикә Гөлнур Шаймарҙанова ҡорот эшләү серҙәре менән бүлешә

👉 Эшләү тәртибе сайтыбыҙҙа: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2022-10-17/ih-orot-orot-orot-ash-a-sh-p-kilep-torop-2991511
🔥3
💢 Ҡатайҙар

Ҡатайҙар Башҡортостандың – Әлшәй, Архангел, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Миәкә, Туймазы, Шишмә, шулай уҡ Ҡурған өлкәһенең – Әлмән, Сафакүл, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡонашаҡ, Нәзепетровск, Сосновка, Троицк, Уй һәм Сибәркүл райондарында йәшәй. Был атамалы ырыуҙар ғағауыз, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, үзбәктәрҙә лә осрай. Ҡатай исемен донъяның иң ҙур дәүләттәренең береһе булған Ҡытай Халыҡ Республикаһы йөрөтә.

📍 Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/tarikh-tirm-nen-n/2021-09-23/atay-ar-2517764
👍3
🎬 Режиссер Булат Йосопов Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына “Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара” фильмын төшөрә.

📍 Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-17/f-rz-n-k-nbayysh-a-taban-bara-3851366
🔥3
Байрам өсөнсө тапҡыр үтә

15-16 августа Баймаҡ районында "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә.
👏3
Республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы был осорҙа билдәләнгән тыйыуҙарҙы боҙмаҫҡа саҡыра.

Махсус режим мәлендә штрафтар ҡырҡа юғары икәнен дә иҫкәртәләр ведомствола.

Урман янғыны күрһәгеҙ, түбәндәге телефон номерҙары буйынса шылтыратығыҙ:
– урман һағының берҙәм телефоны: 8 (800) 100-94-00
– Башҡортостан урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте (тәүлек әйләнәһенә): 8 (347) 218-14-14
– 01, 101, 112

Карточкаларҙа тыйыуҙар һәм уларҙы боҙған өсөн штрафтар күрһәтелгән.
👍3