💢 Стәрлетамаҡтың Г.К. Жуков исемендәге скверында легендар партизан Мурзин Даян Баян улына бюст асылды.
👍6
☀ Көндәр йәнә эҫетә
Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июлдә республикала уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә (+19,2°С).
Шишәмбе, 2 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ иһә +23, +28°.
Шаршамбы, 3 июлдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +26, +31°.

🔥6
💢 Әсәй кеүек булды улар
Һәр кемдең ғүмерлеккә иҫтә ҡалған беренсе уҡытыусыһы була. Юғары синыфтарҙа уҡыусы балалар күмәктәр араһынан яратҡан остаздарын айыра һәм улар тураһында ла күңелдәрендә йылдар дауамында матур хәтирәләр һаҡлай. Ә яҙмышы интернат-мәктәпкә илткән малай һәм ҡыҙҙарҙың мәктәп йылдары тураһында иҫтәлектәре тағы бер изге һөнәр эйәләренән – тәрбиәселәрҙән – айырылғыһыҙ.
📍 Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/t-rbi-merlek-i/2024-07-01/s-y-ke-ek-buldy-ular-3831040

Башҡортостанда 72 йәшлек кейәү менән 66 йәшлек кәләш никахлашҡан
Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта Ишембай районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә никахҡа инеү тураһында 162 акт яҙмаһы теркәлгән.
Улар араһында иң йәш пар — 25 йәшлек егет менән 17 йәшлек ҡыҙ.
Ә иң өлкәне — 72 йәшлек кейәү менән 66 йәшлек кәләш. 2024 йылдың 29 июнендә Владимир Лефлер һәм Любовь Глазырина өйләнешкән.
Уларҙың һөйөүе һүрелмәһен, күңелдәре һәр саҡ йәш ҡалһын!

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләнең статусын раҫлаған таныҡлыҡ өлгөһө барлыҡҡа киләсәк. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Башта – ҡағыҙ, ә артабан электрон таныҡлыҡ булдырыласаҡ. Ғаиләләр уны үҙ төбәгендә ярҙам сараларын һәм тотош илдә федераль льготалар алыу өсөн файҙаланырға мөмкин (мәҫәлән, мәҙәни йәки ял итеү учреждениеларында).
Таныҡлыҡ биреү тәртибе төбәк кимәлендә билдәләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда күп балалы тигән статусты раҫлаған һәм магазинда, күңел асыу үҙәгендә, музейҙа, театрҙа төрлө ташламаларға хоҡуҡ биргән рәсми документ 2019 йылда уҡ таратыла башланы. Хәҙер илдә шундай берҙәм документ булдырыла.
Сығанаҡ: "Башинформ".

👍4
💢 Ҡунаҡсыл белорус еренә сәйәхәт
Башҡортостанда 2020 йылдан республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, хаҡлы ялдағы ханымдар һәм уҙамандар хозур тәбиғәтле республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарына бушлай бер көнлөк сәйәхәт ҡылыу мөмкинлегенә эйә. Проект сиктәрендә 2023 йылдан башлап Белоруссияға сәфәрҙәр ҙә ойошторола. Былтыр был илдә 1,6 мең яҡташыбыҙ булған. Форсаттан файҙаланып, мин дә ҡунаҡсыл белорус ерен күреп ҡайтырға ниәт иттем.
Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/nisek-y-sh-y-e-olo-keshe/2024-07-02/una-syl-belorus-eren-s-y-h-t-3831048

🔥5
Башҡортостан алдынғылары Екатеринбургта «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша
Башҡортостандың рәсми делегацияһы 8-11 июлдә Екатеринбургта «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Күргәҙмәнең төп темаһы – «Технологик партнерлыҡ: киләсәк образын формалаштырыу». Башҡортостан «Иннопром»да үҙенең сәнәғәт һәм технологик мөмкинлектәре менән таныштыра. Төбәк стендында төрлө экспонаттар, республиканың алдынғы предприятиелары продукцияһы һәм хеҙмәттәре, шул иҫәптән инновацион эшләнмәләр күрһәтелә. Улар араһында: БПЛА өсөн электр двигателдәре сығарыу буйынса илдәге беренсе завод проекты, Өфө турбина заводынан газ турбиналы двигателе макеты һәм башҡалар.

bashkizi.ru
Башҡортостан алдынғылары Екатеринбургта «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша
«Иннопром- 2024» күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй.
🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Енәйәт эшенә ҡушылмағыҙ! Бының өсөн ун йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү һәм 1 млн. һум штраф янай
👍4
💢 Ҡамыр аштары оҫтаһы
Булмышы менән балҡып, донъяны йәмләп, тирә-яғына нур сәсеп йәшәгән кешеләр осрай. Өфө районы Шамонин ауылында ғүмер иткән Мөнирә ҠАДАЕВА ла – шундайҙарҙан.
Гөлшат Ҡунафина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ.

Ҡамыр аштары оҫтаһы
Булмышы менән балҡып, донъяны йәмләп, тирә-яғына нур сәсеп йәшәгән кешеләр осрай. Өфө районы Шамонин ауылында ғүмер иткән Мөнирә ҠАДАЕВА ла – шундайҙарҙан.
❤4
😲 Стәрлетамаҡтан бер ҡатын танышыу сайтынан аферистҡа 3 миллион һум аҡса күсергән
Яңыраҡ Стәрлетамаҡ полицияһына аҡса урлау тураһында ғариза менән урындағы ҡатын мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, зыян күреүсе, танышыу сайтында аралашып, «мутлашыусы селтәренә» эләккән.

Стәрлетамаҡтан бер ҡатын танышыу сайтынан аферистҡа 3 миллион һум аҡса күсергән
🥴4
💥 Ниәттәре матур
Иглин ауылында Регина һәм Рауил Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе косметика һәм көнкүреш химияһы сығара.
Иглин ауылында Регина һәм Рауил Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе косметика һәм көнкүреш химияһы сығара.
bashkizi.ru
Ниәттәре матур
Иглин ауылында Регина һәм Рауил Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе косметика һәм көнкүреш химияһы сығара.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

👍5
ЫШАНЫС, ТОҒРОЛОҠ, БЕРҘӘМЛЕК, ҺӨЙӨҮ ЕПТӘРЕНӘН БӘПЛӘП СИГЕЛГӘН ҒАИЛӘ БӘХЕТЕН БЕР НИНДӘЙ ҠИММӘТТӘРГӘ ЛӘ ТИҢЛӘП БУЛМАЙҘЫР.
💞 ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ МЕНӘН,ДУҪТАР!
Бәхет сере
❤ Тоғролоҡ
Ысын бәхет тап шунан башлана.

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы белдереүенсә, байрам көндәрен күсереүгә бәйле 2025 йылдың 31 декабре ял көнө була, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы ведомство башлығы Антон Котяковҡа һылтанма менән.
«Быйыл, 2024 йылда, 31 декабрь — ял көнө. Киләһе йылда ла, беҙҙең проектлауҙар буйынса, 31 декабрь ял көнө булып тора. Артабан ҡарарбыҙ», — тип белдерҙе Котяков.

31 декабрҙе ял көнө итергә йыйыналар
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы белдереүенсә, байрам көндәрен күсереүгә бәйле 2025 йылдың 31 декабре ял көнө буласаҡ.
🔥3
💢 «Салауат нисә йәшендә...»
Салауат Юлаев XVIII быуаттың 50-се йылдары башында Башҡортостандың Себер юлы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙәй волосы Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы хәҙерге Салауат районы менән Силәбе өлкәһе сигендә, бәләкәй генә, ләкин ярһыу һыулы Һарыҡондоҙ йылғаһының Көҫкәндегә ҡойған тәңгәлендә, тәбиғәттең ифрат матур ерендә урынлашҡан булған. Бөтә донъяла билдәлелек аласаҡ был ауыл бөгөн ер йөҙөндә юҡ. Крәҫтиәндәр һуғышы еңелгәс, Екатерина батшабикә бойороғо буйынса, ихтилалдың күренекле етәкселәре тыуып үҫкән бүтән төбәктәр кеүек үк, Тәкәй ҙә яндырыла, ере һөрөп ҡуйыла. Аҙаҡ башҡорттар ни эшләптер был изге урынға бүтәнсә килеп ултырмаған. Хәҙерге заманда йыл һайын ойошторола торған Салауат көндәре нигеҙҙә өс төбәктә: район үҙәге Малаяҙҙа, легендар батыр тыуған ергә иң яҡын ултырған ҙур ғына Әлкә ауылында һәм элекке Тәкәй ауылы урынында үткәрелә.

«Салауат нисә йәшендә...»
Салауат Юлаев XVIII быуаттың 50-се йылдары башында Башҡортостандың Себер юлы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙәй волосы Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы хәҙерге Салауат районы менән Силәбе өлкәһе сигендә, бәләкәй генә, ләкин ярһыу һыулы Һарыҡондоҙ йылғаһының…
👍4
Ҡурай еләгенән бәлеш
Ҡамырға 2 стакан он,
ярты стакан шәкәр,
150 г аҡ май,
ярты стакан ҡаймаҡ,
1 балғалаҡ ҡамыр күперткес; эслеккә 350 г ҡурай еләге (туңдырылған булһа ла ярай),
1 стакан шәкәр,
1 йомортҡа,
1 стакан ҡаймаҡ,
2 ҡалаҡ он кәрәк.

Ҡамырға 2 стакан он, ярты стакан шәкәр, 150 г аҡ май, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес; эслеккә 350 г ҡурай еләге (туңдырылған булһа ла ярай), 1 стакан шәкәр, 1 йомортҡа, 1 стакан ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ он кәрәк.
🙏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💥 “Яҙыл һәм от!” конкурсы йомғаҡтары
Сираттағы ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы тамамланды. Ярты йыл һайын шулай гәзит-журналдар редакциялары үҙенсәлекле “ураҡ” үткәрә – тираж туплай. Алтын гәрәбәләй бойҙай кеүек, бөртөкләп йыйыла ул.
👉 Бүләктәрҙе оттоусылар исемлеге сайтыбыҙҙа.

ЯМҒЫР ЯУЫУЫ ҺӘМ КӨНДӘРҘЕҢ БЕР АҘ ҺАЛҠЫНАЙТЫУЫ КӨТӨЛӘ
Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, 11 июлдә төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, күк күкрәүе фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +23, +28 градус.
12 июлдә Башҡортостанда ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, күк күкрәүе, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы мөмкин. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +18, +23 градус.

ҒАИЛӘ ИПОТЕКАҺЫ 2030 ЙЫЛҒА ТИКЛЕМ ОҘАЙТЫЛА
Яңы төҙөлгән йортта фатир һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 6% ставка менән ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды, тип хәбәр итәләр Рәсәй Финанс министрлығынан.
Программа алты йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләүсе (бер бала булһа ла) ғаиләләргә ҡағыла. Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәр өсөн дә программа буйынса ставка – 6%.
Бала тыуған осраҡта элек бирелгән кредитты рефинансларға рөхсәт ителә.
Бынан тыш, яңы төҙөлгән йорттарға ғаилә ипотекаһын түбәндәге ғаиләләр алырға мөмкин:
- бәләкәй ҡалалаларҙа (50 меңгә тиклем кеше) йәшәгән һәм ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр;
- төҙөлөш күләме түбән төбәктәрҙә йәки шәхси үҫеш программалары булған төбәктәрҙә йәшәгән, ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр;
- инвалид бала ҡараған ғаиләләр.
Бер генә льготалы кредит алырға мөмкин – бынан алдараҡ бирелгән льготалы ипотека кредиттары иҫәпкә алына.
Сығанаҡ: “Башинформ”.

👍3
ЯМАН ШЕШ (РАК)
Зәйтүнә Көҫәпова
Был турала үҙем белгән ,инанған ысул тураһында яҙып ҡуймаҡсы булдым,бәлки берәй кешегә ярҙамы тейәр.
Мин күп йылдар халыҡ медицинаһың үҙләштерҙем.”ЗОЖ” гәзитен унлап йыл уҡып,тегеп барҙым, күп китаптар уҡыным,каталог төҙөнем. Үләндәрҙе күп йыйҙым,киптерҙем, уларҙан төнәтмәләр, квастар эшләнем. Үҙем ҡулландым һәм тыуған- ырыу,дуҫ-ишкә ярҙам иттем.
Рак тураһында 1998 йыл ҡулыма бик яҡшы китап керҙе- “Мировой опыт исцеления злокачественных опухолей”- тип атала. Уны ирле -ҡатынлы халыҡ медицинаһы докторҙары Фроловтар яҙған (1997й.).Бындай китаптарҙы һәр беребеҙгә уҡып,”дошман” менән көрәшер өсөн “ҡоралланып” ҡуйырға кәрәк.
Был ауырыуҙың ҡайҙан килеп сығыуының сәбәбе трехомонада микроорганизмының “эше” , тип иҫбатлаған беҙҙең ғалим-химик Тамара Свищева. Төрлө версияләр бар, ләкин миңә Т. Свищеваның һығымтаһы оҡшаны. Уның әйтеүе буйынса, иммунитеты кәмегән организмда трихомонадтар күбәйеп китеп,ҡан юлына ла керәләр,шунан үҙҙәренә иң уңайлы урын табып,шунда ғаилә ҡороп,күмәгәйеп йомғаҡланалар,һәм шеш барлыҡҡа килә. Операция менән алған шеште микроскоп менән ҡараһалар-эсе тулы шул трихомонадные палочки,ти. Әгәр шеш операцияға саҡлы өлгөрөп, организмда шартлаһа,теге палочкалар ҡан тамырҙары буйынса бөтә тәнгә таралалар ҙа,метостазы барлыҡҡа килә,ти. Ул саҡта операция ярҙам итмәй инде.Әсәйем дә әйтә ине (кайдан белгәндер) –шешек ике төрлө була: башы тышта булһа,шешеп өлгөргәс, эрене сығып,ул тиҙ төҙәлә, ә инде башы эстә булһа, эрене тәнгә таралып ,кеше үлерлек ауырыу була ,тип. Беҙҙә бер целитель ҡатын түштәге яман шештең башын массаж ярҙамында һурып тышҡа сығарам,тип һөйләгәйне ,бәлки дөрөҫтер ҙә.
Шул йылдарҙа уҡып ,БОЛИГОЛОВ ПЯТНИСТЫЙ тигән үләндең файҙалы икәнен белгәс,орлоғын иғлан буйынса Краснодарҙан алдырып,баҡсала үҫтерҙем.Ҡараһам, ул үлән беҙҙең суплектәрҙә,ауыл тирәһендә ,йылға буйында тулып үҫәләр икән. Беҙҙеңсә исемен бер китапта елан көпшәһе,икенсеһендә монар көпшәһе,тигәндәр. Шуға күрә уны тамсылап ҡына эсәләр. Ул үлән янында оҙағыраҡ торһаң, еҫенә башың ауырта,ти. Ул зонтичныйҙар төркөменә керә. Уны айырған сыйфат-сысҡан еҫе сыға,шома һабағында бурҙат (бордовый) тамғалар бар (шуға ла пятнистый тигәндәр инде).
Болиголовтың ярҙам итеүенең конкрет миҫалдарын китерәм.
Бер 10-12 йыл элек яман шеш менән ике әхирәтем ауырып китте.Береһе -Стәрлелән Әминә,икесеһе-Салауаттан- Мәрхәбә (исемдәрен үҙгәрттем).
Мин был хәбәрҙе ишетеп, болиголов төнәтмәһен алып Стәрлегә килгәндә Әминә эсәгенә операциянан һуң өйгә ҡайтҡан ине инде. Мин төнәтмә китергәнемде,уның файдалы икәнен аңлатып,инструкцияһын яҙып ҡалдырҙым. Химиотерапияне үтеп тә тормаған (мин уға химиядан һуң ғына эсәргә тәҡдим ителә тигән инем). Өс –дүрт курс үткәс , Әминә миңә шалтыратып,тағын төнәтмә һорай,ярҙам итә,ти. Шулай итеп, әхирәтем тиҙ арала терелеп китте.
Ә Мәрхәбәнең яман шеш щитовидкаһында ине. Өфөлә операция яһап,химияне үтеп ҡайтты. Ул да бер-нисә йыл болиголов төнәтмәһе эсте.Әле лә иҫән –һау , ул да һаман баҡса тота.
Был үләнде профилактика өсөн дә ҡулланалар.
Мин төнәтмәне нисек әҙерләйем?
Июль урталарында болиголовтың йәшел орлоҡтарын (әҙерәк сәскәләрен дә ҡушам) үләндең эргәһенә барып ,75 градуслы спирт һалған банкага ҡайсы менән ҡырҡып йыйам. Банканы орлоҡ менән тултырам. Өс аҙнанан һуң һөҙеп алам. Кипкән үләндә файҙалы мәтдәләре ҡалмай, өҙгәс тә 15 минутта улар осоп бөтә икән.
Нисек эсергә?
Профилактика өсөн 1:45:1 схемаһы буйынса. 30-100 мл. һыуға (һыуҙың күләмен яйлап күбәйтергә,мәҫәлән 30-45 тамсыға еткәс- 100 мл.) . Төнәтмәне һәр көн бер тамсы ҡушып 45 ҡа еткерергә лә, унан һуң һәр көн бер тамсыға кәметергә. Был дарыуҙы ас көйө, иртәнге ашҡа бер –ике сәғәт алдан эсәргә кәрәк.
Ә яман шеш булһа,операцианан һуң, химияне үткәс эсәргә кәрәк. Шулай уҡ иртүк ас ашҡаданға эсәргә. Өҫтә килтерелгән ысул менән өс курс үтәргә,курс араларында ике ай ял итәргә. Йылда ҡабатлап торһаң яҡшыраҡ.
Шуны онотмаҫҡа кәрәк: һәрбер ауырыуҙы дауалағанда (бигерәк тә ҡаты ауырыуға тарығас) Аллаһҡа мөрәжәғәт итергә,доға ҡылырға,ашау яғын тәртипкә һалырға,эсәктәрҙе таҙартырға һәм күңелеңде гел яҡшылыҡҡа йүнәлтергә мотлаҡ.

🙏3👍1