Башҡортостан ҡыҙы
450 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
🌸🌸🌸

Өфө сәскәләргә күмелә

Өфөлә сәскә ултыртыу эштәре башланды. Еңеү көнөн байрам итер алдынан Еңеү паркында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Еңеүҙең 50 йыллығы һәм Мостай Кәрим скверҙарында, ҡала хакимиәте бинаһы янындағы трибуна алдында һәм тантана саралары үтәсәк башҡа майҙансыҡтарҙа был эш айырыуса гөрләп бара.

Сәскә композициялары өсөн традиция буйынса петуниялар, тырнаҡ гөлдәре, цинерариялар ҡулланыла.

7 майға «Горзеленхоз» хеҙмәткәрҙәре 125 меңдән ашыу бер йыллыҡ сәскә ултыртҡан. Быйыл республикабыҙ баш ҡалаһын 1,5 миллионға яҡын сәскә биҙәйәсәк.

Фото Өфө хакимиәтенең социаль селтәренән.
👍6


Хөрмәтле ватандаштар! Бөйөк байрам – Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡшы кәйеф һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!

ЕҢЕҮ!
ҠОЯШ БАЛҠЫЙ БЕР БИТЕНДӘ.
БЕР БИТЕНДӘ МОҢҺОУ АЙ ҺАМАН!
БЕР КҮҘЕҢДӘН ШАТЛЫҠ НУРЫ ҺИБЕЛӘ,
БЕР КҮҘЕҢДӘН ҺАМАН ЙӘШ ТАМА...
(МОСТАЙ КӘРИМ).

#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал
🔥61
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мөрсәлим карьеры. Әр - Рәхим мәсете. Кем башҡорт телен һәм мәҙәниәтен ҡыҫырыҡлай?
🕊2
Үҙәк банк Пушкиндың 225 йыллығына арналған иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы

Рәсәй Үҙәк банкы бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле тәңкәләрҙе әйләнешкә сығара. Улар «Тарихи ваҡиғалар» серияһында сыға, тип хәбәр итә учреждениеның телеграм-каналы. Тәңкәләр араһында: 3 һумлыҡ – көмөш, 100 һумлыҡ – көмөш һәм 10 000 һумлыҡ алтын аҡса була.
Тәңкәләрҙе «Гознак» йәмғиәтенән һәм Рәсәй Банкы менән таратыу тураһында килешеү төҙөгән банктарҙан һатып алырға мөмкин. Бынан алда Рәсәйҙә өс һумлыҡ тәңкәнең БАМ төҙөлөшөнөң 50 йыллығына арналыуы хаҡында хәбәр булғайны.
4🔥2
💞 15 май –Халыҡ-ара ғаилә көнө. Бар ғаиләләргә лә именлҽк, татыулыҡ, тыныслыҡ теләйбеҙ. Ҡорған ғаиләләрегеҙ ныҡлы, күркәм, өлгөлө, бәхетлҽ булһын!

💞
Ғаилә ул – мөхәббәт,
Ғаилә ул – шатлыҡ,
Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,
Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
Ғаилә – ул балалар!
Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!

💞
"Эштән ҡайтыуыңа муйыныңа балаң килеп аҫылынырлыҡ булмаһа, нимәгә ул ғаилә ҡороу!" (Рәми Ғарипов)

💞
"Һәр ғаилә - үҙенә күрә бер карап ул...Уның да һәйбәт капитаны булырға тейеш!.."(Нәжиб Асанбаев)

💞
"Кеше өсөн донъяла үҙ ғаиләһендә балаларын башынан һыйпап, арҡаларынан тупылдатып ҡағып һөйөүҙән дә артыҡ нәмә юҡ" (Зиннур Ураҡсин)

💞
"Бәхетем – өй түрендә:
Иремдең һөйөүендә,
Баламдың көлөүендә!"

💞
Ир бала – йортҡа терәк,
Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк. (мәҡәл)

#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал
❤‍🔥4
💞 Халыҡ-ара ғаилә көнө – матур байрам

Бөгөн, 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев үҙенең телеграм-каналында ҡалала Ғаилә көнөн байрам итеү программаһы тураһында хәбәр итә. Өфөнөң бер юлы бер нисә майҙансығында концерттар уҙасаҡ.
🔥3
Май һаны -2024

Тышлыҡта – «Лилиә Байрам» туй һәм мәжлестәр үткәреү салоны хужабикәһе, эшҡыуар, риэлтор Лилиә Байсыуаҡова.

 #башҡортостанҡыҙы
#журнал #БашкортостанКызы #башкортостан💚 #башкортостан #казань #уфа 🔹 https://bashkizi.ru/
🔥4
📻 "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яҡын дуҫы, билдәле журналист Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрова махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән ауылдаштарының ғаиләләренә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыу бүләк итте.
👏51
🙏🏻 Ауырғазы районының Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында бөйөк башҡорт шағиры Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйылды.
👍61
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌸🌸🌸

“Яҙғы мәшәҡәттәргә күмелеп, “Башҡортостан ҡыҙы”на икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылырға онотманығыҙмы?” – тип һорай Әлшәй районы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Сәхибгәрәй ҡыҙы МӨФТИЕВА һәм барлыҡ гүзәл заттарҙы журналыбыҙ менән бергә ҡалырға саҡыра.
🔥5
💞 “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” – Өфөлә

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “ Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” Асыҡ академияһы саралары башланды. Ул ике көн дауам итәсәк. Бөтә Рәсәй кимәлендә дүртенсе тапҡыр үткәрелеүсе форумға илебеҙҙең төрлө тарафтарынан абруйлы эксперттар, спикерҙар, билдәле гүзәл заттар йыйылған.
🔥6👍3
#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Илеш районы Үрге Йәркәй ауылындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе. Мәктәп ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә.

Спорт мәктәбенең 1973 йылда төҙөлгән бинаһына, 28 йылдан һуң, тәүгә капиталь ремонт башҡарылған. Мәктәптә 400-гә яҡын бала волейбол, футбол, гимнастика, шашка, шахмат, тхэквондо, милли көрәш менән шөғөлләнә.

2022 йылдың сентябрендә башланған ремонт эштәре дүрт ай дауам итә. Төҙөүселәрҙең ялһыҙ эшләүе һөҙөмтәһендә ошо ваҡыт эсендә бар коммуникациялар ҙа алмаштырылған, бина эстән һыу үткәрмәҫлек итеп нығытылған.

Һөҙөмтәлә гимнастика, көрәштең төрлө төрҙәре өсөн яңы залдар, шулай уҡ тренажер, универсаль, шахмат залдары һәм бар уңайлыҡтары булған кейем алмаштырыу бүлмәләре барлыҡҡа килгән. Спорт мәктәбен яңы мебель, заманса тренажерҙар һәм инвентарь менән йыһазландырғандар.

📌 Һуңғы биш йылда республикала 140 мәктәп бинаһы, колледждарҙың 22 уҡыу корпусы һәм дөйөм ятаҡтары тәртипкә килтерелгән, шулай уҡ биш өҫтәмә белем биреү учреждениеһы төҙөкләндерелгән.
👍6
🎺 ПИОНЕРИЯ КӨНӨ МЕНӘН!!!
🔥6🕊2
Бәпембә

Бәпембәнең сәскәһе лә файҙалы. Һигеҙ ус сәскәһен йыйып 1,5 л ҡайнар һыуға һалығыҙ. Тәмлерәк булһын өсөн ҡара ҡарағат, сейә япраҡтары өҫтәгеҙ. Эсемлек 12-18 сәғәт ҡапҡас аҫтында ултырырға тейеш. Аҙаҡ ваҡ һөҙгөс аша һыуын түгегеҙ, 0,5-0,75 кг шәкәр өҫтәгеҙ һәм яй ғына утҡа ҡуйығыҙ.

Дауамы сайтыбыҙҙа: https://bashkizi.ru/articles/sikh-t/2022-04-05/b-pemb-2757009
👍4