#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһындағы бөгөнгө хәбәр – Баҡалы районынан.
✅ Баҡалы ауылының 2-се урта мәктәбенә 2022 йылда үткәрелгән капиталь ремонт бинаның бар өлөштәрен дә – ҡыйығын, алғы яғын, йылытыу системаһын, электр сымын, иҙән, түшәм, эске яҡтан биҙәүҙе – үҙ эсенә алған. Был эштәрҙе белем биреү учреждениеһының төп бинаһында ғына түгел, башланғыс мәктәптә, филиалда һәм гаражда ла башҡарғандар.
🔐 Капиталь ремонт барышында мәктәп биләмәһе лә төҙөкләндерелгән: канализация һәм һыу менән тәьмин итеүҙең тышҡы системаларын, йылытыу селтәрҙәрен алмаштырғандар, балалар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ял урыны эшләгәндәр, бордюрҙар ҡуйғандар, ашхана бинаһының ҡыйығын яңыртҡандар, тышҡы яҡтыртыуҙы монтажлағандар, тротуарҙарға асфальт түшәгәндәр.
📌 Белем усағы «Башҡортостандың мәктәп системаһын модернизациялау» өҫтөнлөклө төбәк проекты сиктәрендә ремонтланған. Был проект буйынса 2022 – 2023 йылдарҙа дөйөм алғанда 7,8 млрд һумға 140 бинаны тәртипкә килтергәндәр. Ә 2024 йылда 31 мәктәпте ремонтлау планлаштырыла.

👍4
Ышыҡта – ынйы ысыҡ
Йәшелсә-емеште, сәскәләрҙе ғәҙәттә яҡты, ҡояшлы урынға сәсергә тәҡдим ителә. Тик баҡсала, бигерәк тә ҡала янындағы алты сутый ерҙә көнө буйы ҡояш төшкән урынды ҡайҙан табаһың? Өй, мунса йә һарай артында, кәртә буйында, ағас күләгәһендә ниндәй культуралар үҙен яҡшы тоя һуң?
🔅 Күп йыллыҡ һуғандарҙың ҡыяҡтары күләгәле урында һутлыраҡ тәм ала.
🔅 Шулай уҡ ышыҡта ирәүәндең (ревень) дә һабаҡтары йомшағыраҡ, тәмлерәк була.
🔅 Шәфәри (петрушка), әнис (укроп), руккола, бөтнөк (мята) туҡтауһыҙ ҡояш төшкәнен өнәмәй.
🔅 Ҡыуаҡтарҙан барбарис, бүре емеше (бирючина), вейгела, тис күләгәне ярата.
🔅 Зелпе (бересклет) ҡояштан ышыҡта үҙен яҡшыраҡ тоя. Айыу баланына (жимолость) ла шундай шарттар кәрәк.
🔅 Күләгәләге сәскә түтәлдәрен яҙын мускари, зәңгәр умырзая (пролеска), зәғферән (крокус), нәркәс, ләлә, сөмбөл (гиацинт) кеүек һуғанбашлы үҫемлектәр биҙәр.
🔅 Хостаны «күләгә батшабикәһе» тип тә атайҙар.

🙏4🔥2
Ғалим Өфөлә ултыртылған ағастарҙы баһаланы
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биология институты урмансылыҡ лабораторияһы мөдире, биология фәндәре докторы Алексей Кулагин Өфө урамдарын биҙәгән яңы ағас үҫентеләрен баһаланы.
"Һыуыҡ һәм ямғырлы һауа торошо ағастар үҫешенә ыңғай йоғонто яһаны. Етерлек күләмдә дымлылыҡ һаҡланды. Артабан һыу һибеү һәм тейешле минераль туҡландырыу һөҙөмтәһендә яңы ағастар ҡала халҡын күп йылдар ҡыуандырасаҡ әле», — ти ғалим. Уның фекеренсә, бөгөн баш ҡаланың «йәшел» фондын яңыртырға кәрәк, сөнки урамдарҙағы ағастарҙың күбеһе 50 йәшкә яҡынлашҡан, йәшелләндереүҙә ағас төрҙәренең һәм декоратив үҫентеләрҙең төрлөһөн ҡулланыу мөһим.
"Тик ваҡ япраҡлы йүкә генә түгел, тирәк тә кәрәк. Был тиҙ үҫкән ағас ҡыҫҡа ваҡытта яңы ихата биләмәләрен дә тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең осло япраҡлы сағанды, ыҫлы сорттарҙы, Сукачев ҡарағасын, ябай ҡарағайҙы, шыршыны ултыртырға мөмкин. Ә бына имәндән тыйылыр инем: ул оҙаҡ үҫә һәм һыуыҡ ҡыштарға сыҙамай”, – ти ул.

👍7
"Сәләмәтлек поездары"н күрмәй ҡалмағыҙ
Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуына тура бәйләнеш ваҡытында май аҙағына титклем республиканың алыҫ ауылдарында «сәләмәтлек поездары»ның нисек эшләүе хаҡында һөйләнеләр.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең күсмә бригадалары был көндәрҙә Учалы, Дыуан, Ҡалтасы, Тәтешле, Бүздәк, Әлшәй, Ишембай, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ауылдарынан пациенттарҙы тикшерә. Эш графигы «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» порталында баҫылған.
Халыҡты йәнле сират буйынса ҡабул итәләр, алдан яҙылырға кәрәкмәй, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк.

👍5
🏅 Күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға – «Әсәлек даны» миҙалы
Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика Башлығының тейешле указына 15 майҙа ҡул ҡуйылған һәм бөгөн ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.
Бүләкләнеүселәр араһында – Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре бар.

❤🔥5❤2
🔇 Өндәшмәү нәҙере йәки ҡатын-ҡыҙға нисек көс тупларға
🔕 Арыным тигәндә, иң тәүҙә һин нисек ял итәһең, тип һорағы килә. Аҙна аҙағына гүзәл затты әллә күпме өй мәшәҡәттәре көтөп тороуы бер кемгә лә сер түгел. Икенсенән, ял тигәндә, хәҙер кешеләр әүҙем ялды ғына күҙ уңында тота. Конькиҙа шыуҙыҡ, пейнтбол йә боулингҡа барҙыҡ, мунсала сабындыҡ, дуҫтар менән осраштыҡ, тиҙәр. Ә бит нескә энергиялар тураһындағы фән әүҙем ялдың ир-егеттәр өсөн генә йән тыныслығы килтереүен иҫкәртә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн дә ул файҙалы, әммә күңел тыныслығы бирә алмай. Көслө зат ҡөҙрәтте хәрәкәт энергияһынан ала, ә ҡатын-ҡыҙ – тынлыҡтан. Бер нәмә лә эшләмәй генә, матурлыҡҡа һоҡланыуҙан, үҙе менән генә ҡалыуҙан, тыныс ҡына ҡул эштәре менән булыуҙан... Шулайтып, ҡасан һуңғы тапҡыр ял итеп алдығыҙ? Хәтерләмәйһегеҙме? Борон Тәңрегә табыныусылар бағымсыға хәлһеҙлеккә, күңел төшөнкөлөгөнә зарланып килгән осраҡта, дауалаусы уларға дүрт кенә һорау биргән:
– Ҡасан тынлыҡтан ҡаса башланығыҙ?
– Ҡасан бейеүҙән туҡтанығыҙ?
– Ҡасан йырлауҙан һәм музыка тыңлауҙан төңөлдөгөҙ?
– Ҡасан матур тарихтар, күңелле хәбәрҙәр һәм риүәйәттәр ҡыҙыҡһындырмай башланы?
📍Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-06-26/nd-shm-n-ere-y-ki-atyn-y-a-nisek-k-s-tuplar-a-2394205

bashkizi.ru
Өндәшмәү нәҙере йәки ҡатын-ҡыҙға нисек көс тупларға
Йыш ҡына әхирәттәрҙең: «Хәлем юҡ, бер нәмәгә лә күңелем төшмәй, ниәтләгән эштәремә тотона алмай тик йөрөйөм», – тип зарланғанын ишетергә тура килә. Ҙур тиҙлекле һәм ҡаңғырыҡ заманда йәшәүебеҙҙең касафаты был. Үҙ-үҙебеҙҙе нығыта, ярата, тәрбиәләй белмәүебеҙҙән…
👍8
🏵 Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Сәғиҙулла БАЙЙЕГЕТтән «Яҙ кәйефе» кексы рецебы
🥧 160 грамм аҡ май,
🍚 250 грамм шәкәр,
🥚 4 йомортҡа,
🥛 150 миллилитр һөт,
🥡 300 грамм он,
🥧 10 – 15 грамм ҡамыр күперткес кәрәк.
📍 Артабан сайтта: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2024-05-03/i-tatly-y-yyly-m-n-s-b-t-3752603

👍6
📢 Иртәгә Өфөнөң Совет майҙанында II Халыҡ-ара “Китап байрамы” йәрминкәһе асыла.
❗ Өс көн дауамында барған киң сарала ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ҙа ойошторола.
💥 Гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында көн һайын приздар отошо үткәрелә. Һәр көн уйнатыуға 1 пауэр-банк һәм 5 сымһыҙ ҡолаҡсын (беспроводой наушник) ҡуйыла.
❗Приздар көн дә 17.00 сәғәттә уйнатыла.
Шулай уҡ һәр кем, "Добрая подписка" акцияһында ҡатнашып, ваҡытлы матбуғат баҫмаларын МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләренә, мохтаждарға бүләк итә ала.
📌 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы - 758 һум 70 тин.

👍4🙏1
💗 Күңелдәр йылы көҫәй
Дубайға нигеҙ һалыусы Шәйех Рәшиттән үҙ иленең киләсәге тураһында һорағандар. Ул бик кинәйәле яуап биргән: «Олатайым дөйәлә йөрөгән, атайым да дөйәлә йөрөнө, мин – «Мерседес»та, минең улым «Ленд Ровер»ҙа йөрөйбөҙ, ейәнем дә «Ленд Ровер»ҙа йөрөйәсәк, ә бына бүләрем кире дөйәгә атланасаҡ...» – тигән.
📍 Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/bash-m-kh-rrir-e/2024-05-23/k-eld-r-yyly-k-y-3779614

🔔 Әйләнәбеҙ парланышып бала саҡтың һуңғы вальсын
24 майҙа Өфөнөң ун беренсе класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Ошо уңайҙан мәктәптәрҙә тантаналы саралар үткәрелә. Был көндө «Торатау» конгресс-холы майҙансығында мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн байрам ойошторола. Ул «Мәктәп йылдары» вальсын башҡарыуҙан башлана. Артабан сығарылыш класы уҡыусылары Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған «Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөлә. Концерт программаһында шулай уҡ уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб бар. Сара фейерверк-серпантин менән тамамлана.

🕊6
💢 Атай хаҡы
Хикәйә
Ғәлимйәндең автобусты туҡтатыуы булды, барса халыҡ этешә-төртөшә ишеккә тығылды.
– Күҙең аларып, әҙәм башы аша ҡайҙа ынтылаһың? Алдыңда торған кешеләр әллә һиңә түмәрме?
– Аяғыма баҫтың!!! Уй, Аллам, үлтерә инде! Ал аяғыңды! Ни таш һымаҡ кәүҙәң менән ҡымшанмай ҙа аяғыма баҫып тик тораһың?!
Ул арала бер бала ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Индерегеҙ бынау баланы әсәһе менән алдан...
– Ҡайҙа һуҡыр һарыҡ һымаҡ алға тороп алғанһың да ни инмәйһең, ни сыҡмайһың?
Дәү кәүҙәһе менән автобус ишегенә ҡыҫылып торған һаҡалтай иргә әрләү һүҙҙәре яуҙы.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә, барыһы ла үҙ урынын тапты. Иң аҙаҡ автобусҡа дүрт-биш йәштәр самаһындағы малайы менән йәш ҡатын инеп баҫты. Ул, ҡайҙа ултырырға белмәй, улай-былай ҡаранды. Буш урын тапмағас, автобустан төшөргә булды.
– Ҡара әле бынау туҙ битте?! Ни йөҙөң менән алғы рәттә ҡарбайып йәйелеп ултыраһың ул, ә? Тор хәҙер үк, ана, балаға урын бир. Бар, ана, төпкәрәк үт! – тип ярһыны алғы рәттә йәнәш ултырған ике оло апайҙарҙың береһе.
«Туҙ бит» өндәшмәне, теләр-теләмәҫ кенә торҙо ла артҡы рәттәргә табан уҙҙы.
📍 Дауамы: https://dzen.ru/a/Zk8Qi5wqMUH0IV6O

Дзен | Статьи
Атай хаҡы
Статья автора «Башҡортостан ҡыҙы» в Дзене ✍: Хикәйә Ғәлимйәндең автобусты туҡтатыуы булды, барса халыҡ этешә-төртөшә ишеккә тығылды.
– Күҙең аларып, әҙәм башы аша ҡайҙа ынтылаһың?

🔔 СЫҢЛАЙ ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ...
🔔 МӘКТӘП ВАЛЬСЫ
Был донъяға нимә булған
Тирә-яғы моңға сумған?
Әйләнәбеҙ ҡара-ҡаршы
Ә күҙҙәргә һағыш тулған.
Әйләнәбеҙ парланышып
Баласаҡтың һуңғы вальсын.
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.
Һау бул инде, туған мәктәп
Күрешкәнгә тиклем, дуҫтар.
Таралабыҙ төрлө яҡҡа
Ҡанат ҡағып осар ҡоштай.
Уҡытыусым - тоғро дуҫым
Кәңәш бирә һуңғы тапҡыр:
"Абынмайса атла алға,
Барыр юлдар булмаҫ таҡыр".
Борсолмағыҙ, тапшырырбыҙ
Заман ҡуйған һынауҙарҙы.
Тормошҡа беҙ ашырырбыҙ
Уйҙарҙағы хыялдарҙы.
Зөһрә Фәйзуллина.
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал

🕊6👍1
💞 Зәңгәр хыялдар артынан...
Саҡматаштай саялыҡ һәм нескә нәзәкәтлек, зирәк аҡыл һәм тилбер егәрлелек, ҡайнар ут ялҡыны һәм тын шишмә ағышы һыйған уның булмышына. Гүйә, ошо нескә генә һылыуҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ асылы сағыла. Кескенәнән зәңгәр хыялдар ҡора белгән һәм уларҙың ғәмәлгә ашыуына сикһеҙ ышанған, бөгөнгөһөнә маҡсатлы аҙымдар менән ныҡлы атлаған, алдынғы ҡарашлы, күптәргә аҫыл өлгө булырлыҡ замана героиняһы ул Лилиә Байсыуаҡова. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән бал ҡортондай уңған, «Лилиә Байрам» туй һәм мәжлестәр үткәреү салоны хужабикәһе, эшҡыуар, риэлтор Лилиә Иршат ҡыҙының күңел нурына, йөрәк йылыһына, ихтыяр көсөнә һоҡланмау мөмкин түгел.
📍 Айзилә Мортаева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/be-e-tyshly-ta/2024-05-24/z-g-r-hyyaldar-artynan-3782190

📚 Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙың әсәһенә "Башҡортостан ҡыҙы"на ярты йыллыҡ подписка бүләк итте.
#Китапбайрам
#Китапбайрам
🙏3❤2
📝 Бөгөн - Филологтар көнө!
Телһөйәр, илһөйәр, һүҙ менән эш итеүсе һөнәр эйәләрен Телселәр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
"Филология" һүҙе грек телендә "Һүҙгә һөйөү" тигәнде аңлата. Һүҙгә булған һөйөүегеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, һүҙҙең бәҫен төшөрмәй, телегеҙҙән һөйөнөп кенә йәшәгеҙ! Тел асҡыстары бирһен Һеҙгә Хоҙай!

👏5👍1🔥1
Азат Бадранов «Изге подписка»ла ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Китап байрамындағы «Изге подписка» хәйриә акцияһына ҡушылды. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә төрлө баҫмалар яҙҙырҙы.

👍3🆒1
🌺 Ҡурай ҡыҙы
Ғүмер сылбырының туҡһанынсы тиҫбеһен ваҡлаған талантлы шағирә, тормошсан хикәйәләр, халыҡ яратып тыңлаған йырҙар авторы Дилә Булгакова һаман да сафта һәм ижад ҡаҙанының уртаһында ҡайнап йәшәй. «Ҡурай ҡыҙы» исемле ижад емеше лә – халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралына оло мәҙхиә ул.
📍Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-05-26/uray-y-y-3782262