Башҡортостан ҡыҙы
450 subscribers
2.58K photos
599 videos
1.49K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
🌸

Яҙ һөйөнсөһө
Тәүге тамсы, ынйы тамсы
Балҡый көмөш нур булып.
«Һөйөнсө! Һөйөнсө!» – ти ул,
Ҡыйыҡ ситенә ҡунып.

Тама тамсы, зың-зың итеп,
Гәлсәр боҙҙа саң ҡаға:
«Яҙ килә, көләкәс яҙ!» – тип
Хәбәр итә донъяға.
Рәмзәнә Абуталипова.

📍 Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-04-19/a-yna-a-ylyp-ayalar-a-a-toman-b-el-s-hr-l-3735078
🔥3
💥 29 апрель Халыҡ-ара бейеү көнө

Бейеү һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Тән һығылмалылығы, зифа буй-һын хаҡында әйтеп тә тормайым. Бейегәндә бар мускулдар ҙа эшкә егелә, шуға ла бейеүсе кеше көслө һәм сыҙамлы була. Ҡан әйләнеше яҡшыра, тын юлдары асыла. Хәрәкәттәрҙең дөрөҫ башҡарылышын, эҙмә-эҙлелеген иҫтә ҡалдырыу хәтер яҡшырыуға килтерә. Бейеү баш мейеһенең ике яғын да «эшкә йәлеп итә»: был шөғөл образлы фекерләү һәм логика талап итә. Бейеү – хәҙерге тел менән әйткәндә, «релакс» ул. Кеше кәүҙәһен дә нығыта, бер мәлгә онотолоп, көндәлек мәшәҡәттәренән дә арына. Шулай булғас, бейегән кеше ҡартаймай!
👏6
💞 Яҙҙың бер мөғжизәһе

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, гәлсәр тауышы менән меңдәрҙең күңелен яулаған сәхнә алиһәһе Нәзифә Ҡадирова ғүмер миҙгеленең 70-се яҙын ҡаршылай. «Әгәр ҙә юлымда ҡайғылар булмаһа,Тоймаһам йәнемдең әрнеүен, зарын.Йәшәүҙең ҡәҙерен, ләззәтен Белер инеме һуң минең йәнем», – тип күп кенә йән тетрәүҙәре кисереп, уларҙы лайыҡлы үткән, булмышынан нәфислек, яҡты нур бөркөлгән артистка менән әңгәмәбеҙ – тормош, балалар, ҡатын-ҡыҙ бәхете һәм, әлбиттә, йыр хаҡында.

📍 Айзилә Мортаева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/ar-a-ly-atyn-y-aryby/2024-04-26/ya-y-ber-m-zhiz-e-3743764
🔥5
💢 ЯҘ ҺӘМ ХЕҘМӘТ БАЙРАМЫ МЕНӘН!!!
🕊5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
☀️ 🐝 Хәйерле иртә, көнөгөҙ матур үтһен!
🙏5
🌸 Өфөлә сакура сәскә атҡан

Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан. Ҡала халҡы алһыу сәскәле алмағасты шулай тип йөрөтә.
🔥8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📝 «Патриот» паркында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыр алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров акцияға нигеҙ һалыусыларға һәм уны ойоштороусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр ҙә, үҙ сиратында, яуапһыҙ ҡалманы.

📌 «Башҡорт телен үҫтереүгә, уны донъяға таратыуға һәм ошо белем биреү акцияһын халыҡ-ара кимәлгә сығарыуға ҙур өлөш индергән Радий Фәрит улы бүләкһеҙ ҡалды бит әле. Шуға беҙ ҙә уға бүләк әҙерләнек. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Башҡорт теле тураһында даими хәстәрлек күргәнегеҙ, уны үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалғанығыҙ өсөн».

Ошо һүҙҙәр менән «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, башҡорт теленән диктант уҙғарыу идеяһы авторы республика Башлығына башҡорт телен һөйөүселәр исеменән рәхмәт хаты тапшырҙы.
👍4
☀️ Бәпембәнән турама

🥬 100 грамм бәпембә япрағы, 200 грамм кәбеҫтә, 2 әсе алма, 1 кишер, үҫемлек майы йәки ҡаймаҡ кәрәк.

Бәпембә япрағын 40 минут тоҙло һыуҙа тотоп алабыҙ (әсеһе бөтһөн өсөн), сайҡатабыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы һаламлап ҡырҡабыҙ ҙа бергә ҡушабыҙ. Ҡаймаҡ (үҫемлек майы) өҫтәйбеҙ.
🔥4
📚 *Өфөлә өс көн дауамында «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе уҙасаҡ*

📆 24-26 майҙа Совет майҙанында Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын әҙәбиәт донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт көтә. Сараға килеүселәр, әҙәбиәттең төрлө дәүерҙәре һәм жанрҙары донъяһына сумып, бөйөк рус яҙыусылары һәм Башҡортостан әҙиптәренең ижад юлына байҡау яһай аласаҡ.

💯 Китап йәрминкәһенә килеүселәр шәхси китапханаһын байытыу, билдәле шағир һәм яҙыусылар менән аралашыу, йәш авторҙар ижады менән танышыу мөмкинлегенә эйә.

🎤 «Китап байрамы»нда билдәле яҙыусылар Дарья Донцова һәм Олег Рой, театр һәм кино актеры Александр Олешко, билдәле алып барыусы Оксана Федорова һәм башҡа ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Фестиваль майҙансығында Александр Пушкин, Сергей Аксаков, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкур, Гөлфиә Юнысова һәм башҡа күренекле шағир-яҙыусыларҙың ижад юлына арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

📕Иң йәш китап һөйөүселәр өсөн «Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!» исемле балалар әҙәбиәте фестивале ойошторола. Уның маҡсаты – ижади саралар һәм оҫталыҡ дәрестәре аша балаларҙа китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләү.

📖 Байрамдың программаһы бай йөкмәткеле һәм төплө уйланылған. Был көндәрҙә Совет майҙанына килеүсе һәр кем күңеленә хуш килерлек майҙансыҡ таба алыр, тип көтөлә.

📌 Сара Башҡортостандың Яҙыусылар союзы инициативаһы буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров һәм төбәк Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарыла.
🔥5
💞 Иң татлыһы – йылы мөнәсәбәт
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында сәхнәгә шаулап килеп ингән артистарҙың береһе ул. Күптәр был шөғөлөн ташлаған йә исеме лә онотолған саҡта ла, ул элеккеләй дәртле, сағыу, тамашасыһы зауығын иҫәпкә алып, үҙен йәлләмәй тырышып ижад итә. Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, ҡурайсы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Сәғиҙулла БАЙЙЕГЕТ хаҡында һүҙем.

📍 Гөлшат Ҡунафина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2024-05-03/i-tatly-y-yyly-m-n-s-b-t-3752603
❤‍🔥5
📝 5 май - Совет матбуғаты көнө

📌
1912 йылдың 5 майында большевиктарҙың "Правда" гәзитенең беренсе һаны донъя күрә. Нәҡ ошо көн матбуғат хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы тип билдәләнә лә инде.
🥰8👏2
🌱 Шпинат – витаминдар ҡаҙнаһы

Шпинатты сей килеш тә, бешереп тә ашайҙар. Ул йәшелсә, ит, ярмалар менән дә килешә. Ҡышҡылыҡҡа туңдырып, тоҙлап, киптереп һаҡлайҙар. Һутын ризыҡҡа төҫ биреү өсөн ҡулланырға мөмкин. Был йәшелсә (эйе, йәшел тәмләткес үлән түгел, йәшелсә ул) тиҙ өлгөрөүе менән отошло. Уны йыл дауамында бер нисә тапҡыр сәсергә мөмкин. Ҡайһы бер илдәрҙә шпинатты бик ҙурлап үҫтерәләр, күп ҡулланалар, беҙҙә иһә артыҡ әһәмиәт бирмәйҙәр. Ә бит ул аҡһымға, витаминдарға, минераль матдәләргә бай. Шпинатта калий, магний, тимер, фосфор, йод, А, В, С, В1, В2, В9, D, Р, Е, Н, РР, К витаминдары бар.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2020-07-02/shpinat-vitamindar-a-na-y-94254
👍4🔥2
Сталинград һаҡсыһы Фаҡия

Һуғыш ҡатын-ҡыҙ затынан түгел, тиҙәр. Әммә илебеҙгә фашист илбаҫарҙары баҫып ингәс, күпме нәфис, наҙлы ғына ҡыҙҙар ҡулдарына ҡорал тоторға мәжбүр булған. Улар яу яланда­рынан яралыларҙы алып сыҡҡан, зенитсы, пулеметсы, осоусы, элемтәсе булараҡ, дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән. Һүҙем шундай ҡаһарман йөрәкле гүзәл заттарҙың береһе – ҡарт өләсәйем Фаҡия Хажиәхмәт ҡыҙы Байморатова хаҡында.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/kh-ter-ya-ty-y/2018-06-04/stalingrad-a-sy-y-fa-iya-777256
👍6
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн – бушлай такси

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, концлагерҙарҙың элекке бәлиғ булмаған тотҡондары, шулай уҡ “Блокадалағы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгәндәр айына дүрт тапҡыр таксиҙа бушлай йөрөй ала.
👍6
Еңеүҙе яҡынайтыусылар хаҡында бер тарих

...Бында меңдәрсә яугирҙәр дауаланып, яраларын уңалта һәм яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана. Аҙаҡ улар үҙҙәрен ҡотҡарған аҡ халатлы фәрештәләрҙе рәхмәт менән иҫкә алып, йылы хаттар ебәрә. Мәктәп музейында һаҡланған хаттарҙың береһенән бәләкәй генә өҙөк: «1942 йылдың 31 октябрендә Сталинград янындағы ҡаты алыштарҙа уң ҡул­башым ауыр йәрәхәтләнде. Ноябрҙең тәүге көндәрендә үк мин Раевкалағы госпиталдә инем. Алтын ҡуллы табип Ломакинала дауаландым». Был юлдарҙың авторы – 1945 йылдың ноябренә тиклем сафта ҡалған яҡташыбыҙ Петр Салманов. «Петр Степановичтың санитар поезда тылға китеп барғанда, үҙе һорап, тыуған ауылы Раевкалағы госпиталгә төшөп ҡалыуы – ғәжәйеп бер тарих... Ветеран мәктәпкә балалар менән осрашыуға йыш килә торғайны, госпиталгә арналған таҡтаташты асыуҙа ҡатнашты», – тип хәтирәләрҙе тултыра музей етәксеһе Земфира Ибәтуллина.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/kh-ter-ya-ty-y/2019-05-31/e-e-e-ya-ynaytyusylar-ha-ynda-ber-tarih-88459
👍5