Башҡортостан ҡыҙы
449 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тажик ауылында ҡунаҡта) ҡунаҡтар ҡаршылауға өҫтәл әҙерләнә.
👍5
🍀 Алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

📆 Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы алты көнлөк буласаҡ. 1 Май байрамы алдынан 22 апрелдән 27-һенә, йәғни дүшәмбенән шәмбегә ҡәҙәр эшләйбеҙ.
👍5
💢 «Һәр бала үҙ ризығы менән...»

Әгәр ҙә мәгәр йәш сағында уға берәй күрәҙәсе: «Йәнем!» тип өҙөлөп торған кешегә кейәүгә сығасаҡһың. Уның менән ун бер бала үҫтерәсәкһегеҙ. Тәҙрәләре көлөп торған ике ҡатлы иркен йортта йәшәйәсәкһегеҙ. Алтын биҙәүестәр урынына тағып йөрөгәнең алтындан мең мәртәбә ҡиммәтерәк буласаҡ», – тип әйтһә, көлөп кенә ҡуйыр ине. Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында ғүмер итеүсе Герой-әсә Рауза Ғәбдерәүеф ҡыҙы Сафина: «Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа», – ти һәм үҙен донъялағы иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләй.

📍 Альмира Кирәева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/be__e_sh_j_r_/2024-04-20/r-bala-rizy-y-men-n-3735061
👍7
☀️☀️☀️

Алмағастар сәскә атҡанда...
8🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда урынлашҡан эҫе көндәр тәүге тәбиғи янғындарға сәбәпсе булды. 20 апрелдә Әбйәлил һәм Белорет райондарында ҡоро үлән яныуы теркәлгән. 0,5 һәм 0,9 гектар майҙанда ут һүндереүҙә тиҫтәнән ашыу кеше һәм шундай уҡ берәмек техника йәлеп ителгән.

Тәүлек эсендә, дөйөм алғанда, 1,7 гектар майҙанда 6 ҡоро үлән яныу осрағы асыҡланған. Янғындар һүндерелгән.

Көнүҙәк мәғлүмәт менән Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Ленар Вәхитов.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре йыһан мониторингы ярҙамында республика биләмәһендәге хәлде күҙәтә. 2024 йыл башынан алып республика биләмәһендә асыҡланған 67 термик нөктәнең 53 раҫланған, ут һүндерелгән.

Бер үк ваҡытта республикала ташҡынға бәйле хәл тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында ҡала. Ташҡын осоро башланғандан алып "ҙур һыу"ға бәйле 956 оператив хәл буйынса эш алып барылған. Республика йылғаларында һыу кимәле кәмей.

23 апрелгә ҡарата 9 муниципаль берәмектә йорт яны биләмәләрен, автомобиль юлдары участкаларын һәм түбән урынлашҡан күперҙәрҙе һыу баҫыуға бәйле 17 хәлде Баш идаралыҡ контролдә тота. 15 апрелдән Шишмә районының «Һаулыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәтендә һыу баҫыуға бәйле хәл контролгә алынған, көн һайын Дим йылғаһында һыу кимәле күҙәтелә. Баш идаралыҡтың пилотһыҙ авиация төркөмө йылғаның үҙәнен тикшергән - тығындар юҡ.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🍀Ишбулдина Әлиә Ишморат ҡыҙы , Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе:
🍀"Башҡортостан ҡыҙы"н бөтә ғаилә менән яратып уҡыныҡ һәм уҡыйбыҙ.
🍀Журналда файҙалы, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр күп. Әле 2024 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу бара. Беҙ, Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙары баҫмаға яҙылып ҡуйҙыҡ. Ә һеҙ яҙылдығыҙмы "Башҡортостан ҡыҙы"на?
5👍1🥰1
❗️ 600-ҙән ашыу кеше талпандан зыян күргән

Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү һәм биләмәне санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ләйсән Усманова белдереүенсә, көн йылынва башлағандан алып талпандан 676 кеше тешләнгән.

Шул иҫәптән 285 бала медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән.

Әлеге ваҡытта талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән ауырыусылар теркәлмәгән. Лабораторияларҙа дүрт энцефалитлы талпан асыҡланған, боррелиоз таратыусылар иһә 11%.

«Хәҙер парктарҙа, скверҙарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында акарицид ярҙамында эшкәртеү үткәрелә. Планлаштырылған 1000 гектарҙың 80% эшкәртелгән, был эш 1 майға тиклем тамамланырға тейеш», — тип асыҡлыҡ индерә ведомство вәкиле.
👍3🥴2
💢 Дим буйы биҙәктәре

«Аҫалы балаҫ һуҡҡанда үҙебеҙҙең Дим буйы биҙәктәрен ҡулланам. «Батмус», «Самауыр тояғы», «Бесәй табаны», «Һигеҙ ожмах асҡысы», «Ләлә сәскәһе», «Тау һикәлтәләре», «Һыу тулҡындары»... – ата-бабаларыбыҙҙың тәбиғәтте өйрәнеп, уның айырылғыһыҙ бер өлөшө булып йәшәүе ошо биҙәк атамаларында ла күренә», – ти Әлшәй районы Бәләкәй Аҡҡолай ауылынан Зәкирә Воронцова.

📍 Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/be-e-b-ygel-r/2024-04-19/dim-buyy-bi-kt-re-3735101
👍5
🌼 ҺАРЫ УМЫРЗАЯ

Һары умырзая (русса:горицвет(адонис) весенний) - күп йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлеге. Апрель-май айҙарында һары сәскә ата. Дауалау өсөн һары умырзая үләне сәскә атҡан мәлендә әҙерләнә: тупраҡ өҫтөнән 5-10 см өҫтәрәк өлөшө ҡырҡып алына. Тамыры менән йолҡоп алырға ярамай, юғиһә киләһе йылда был үлән үҫмәйәсәк. Йыйылған үлән күләгәле ҡоро урында киптерелә. Киптерелгән һары умырзая 2 йылға тиклем үҙ шифаһын юғалтмай.
Һары умырзая үләненән әҙерләнгән төнәтмә, нигеҙҙә, йөрәк ауырыуҙары булғанда, тын ҡурылыуҙы баҫыу, йөрәк эшсәнлеген яйға һалыу, йөрәктең һүлпән эшләүенән килгән шешенеүҙе бөтөрөү өсөн ҡулланыла. Был төнәтмә шулай уҡ нервылар ҡаҡшағанда ла, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы, тын алыу юлдары һәм үпкә шешкәндә лә файҙалы.
Һары умырзая ағыулы булғанлыҡтан, дауаны билдәләгән миҡдарынан артыҡ эсергә ярамай. 2 йәшкә тиклемге балаларға һары умырзая дауалары бирелмәй.
Интернеттан.
👍4🔥1
📌 Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенә ярашлы, 22 апрелдән 28-енә тиклем Эш урындарында һаулыҡты нығытыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙе популярлаштырыу аҙналығы уҙа. Шул уңайҙан күҙ сәләмәтлеген һаҡлауға арналған әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

👁 👁 Күҙ нурыңды һаҡла!

«Күҙ алмам, күҙ нурым!» – тип өндәшәләр беҙҙә өҙөлөп яратҡан кешегә. «Күҙ ҡараһылай һаҡлайым!» – бик ҡәҙерле нәмә хаҡында һүҙ барғанда шулай тиҙәр. Күреү һәләте ҡөҙрәтен нисек баһалауын халҡыбыҙ ана шулай телмәрендә лә сағылдыра. Әҙәм балаһына Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән бөйөк мөғжизәне – хозур донъяларҙы мең балҡышта күреү мөмкинлеген, күҙ сәләмәтлеген нисек һаҡларға? Өфө ҡалаһы 8-се дауаханаһының 1-се күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире, юғары категориялы табип-офтальмолог, медицина фәндәре кандидаты Айҙар Ғаяз улы Йәмлиханов шул турала бәйән итә.

📍 Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/sikh-t/2024-04-24/k-nury-dy-a-la-3740407
👍4
💦 Өфөлә фонтандарҙы асыу көнө һәм ваҡыты билдәле булды.

Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Әйтәйек,
💦 Мостай Кәрим һәйкәле янындағы фонтан — 25 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә,
💦 «Ете ҡыҙ» —25 апрелдә киске 5-тә,
💦 Салауат Юлаев майҙанындағы «Ҡурай» — 25 апрелдә киске 6-ла,
💦 Совет майҙанындағы фонтан — 25 апрелдә киске 7-лә,
💦 Имәндәр скверындағы «Бейеүсе торналар» — 1 майҙа киске 6-ла,
💦 Орджоникидзе исемендәге майҙанда фонтан — 25 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә,
💦 «Сәғәт» — 25 апрелдә көндөҙгө 1-ҙә,
💦 «Ҡашҡаҙан» паркындағы фонтан — 26 апрелдә киске 6-ла,
ә 💦 Беренсе Май паркындағы фонтан 1 майҙа көндөҙгө 12-лә асыла.
🔥5
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты бергәләп яҙайыҡ!

📆 Белем биреү акцияһы 27 апрелдән 29-ына тиклем ойошторола. Диктант тексын дикторҙар «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында тура эфирҙа 27 апрелдә 11:00 сәғәттә уҡый башлай.

2024 йылда ойоштороусылар текстарҙың тематикаһын илһөйәрлеккә, йәштәр тормошона һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышлаған. Диктант яҙыу өс йүнәлештә ойошторола.

🕚 11:00 сәғәттән 11:25 тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
🕦 11:30 сәғәттән 12:00 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
🕛 12:05 сәғәттән 12:30 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

✍🏻 https://lkbash.ru һылтанмаһы буйынса акцияла ҡатнашыусы тейешле офлайн-майҙансыҡты һайлай ала. Шулай уҡ һәр кем диктантты үҙ аллы онлайн да яҙырға мөмкин. Тура эфир видеоһы https://bashdictant.ru/ сайтында урынлаштырыласаҡ.

Диктант тексын фотоға төшөрөргә (скан аша үткәрергә) һәм 29 апрелдең 23:59 сәғ. тиклем электрон почтаға: bashdictant2024@mail.ru йәки телеграм-ботҡа: https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.

Акцияға йомғаҡ 30 көн дауамында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың рәсми сайтында яһаласаҡ. Ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йәки телеграм-бот аша ебәрелә.

Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы. Барығыҙға ла уңыштар!

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2024
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
👍6🔥1
📚 Китап байрамына билдәле яҙыусылар килә

Өфөлә 24 майҙан 26-ына тиклем Совет майҙанында II Халыҡ-ара “Китап байрамы” китап йәрминкәһе үтә. Өфөбөҙ өс көнгә илдең китап баш ҡалаһына әүереләсәк.
👍4🕊1
Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле: тура эфирҙа брифинг

Апрель. Ҙур һыу сигенде, әммә тәбиғәт янғындары сығыу хәүефе арта. Фажиғәне нисек иҫкәртергә? Янғын шаһиты булһаң, ни эшләргә? Махсус техника әҙерме, кешеләр етәме?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға брифинг барышында профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре тура эфирҙа яуап бирәсәк. Трансляцияны «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы»нда, шулай уҡ телеканалдың, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең, республика Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.

🕑 Брифинг БСТ телеканалында 25 апрелдә 19:00 сәғәттә башлана.
👍5
💖 25 апрель - Рәсәйҙә Ҡыҙҙар көнө

Ҡыҙлы йорт - наҙлы йорт, ҡыҙы барҙың - наҙы бар тигәндәр. Ҡыҙҙарыбыҙ бәхетле булһын!

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ!

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ,
Ашығып ҡуҙғалығыҙ,
Ярҙамға юлланығыҙ.
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Ҡылығын кәмләмәгеҙ,
Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,
Йәндәрен гөрләтегеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙғаныбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уңарыбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙарыбыҙ...
Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,
Янығыҙ, һыҙланығыҙ,
Һөйөүҙән наҙланығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...

(Ҡәҙим Аралбай)
5🥰1
Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Туйсинаның хәтирәләренән:
– Мәскәүҙә, Кремль һарайында концерт бара. Күмәк бейеүҙәрҙе башҡарҙыҡ, антракт мәлендә Фәйзи Ғәскәров йүгереп килде лә: “Туйсина, сәхнәгә, “Заһиҙә”не бейейһең!” – ти. Ә бит уның был бейеүҙе бейегәнемде күргәне лә юҡ, мин бер йыл ғына эшләйем әле ансамблдә, бары миңә уларҙы өйрәнеп ҡуйырға ҡушылған ине. Үҙе әйткәс, баш тартып булмай. Костюмдарҙы алып килделәр, йәһәт кенә кейендерҙеләр мине. Сәхнә артында торам ҡалтыранып. “Хоҙайым Тәғәләм, ярҙам ит миңә!” – тип ялбарам. Әлфәрит ағай Солтанов баянда таныш көйҙө уйнай башлау менән, бар ҡурҡыуҙарым юҡҡа сыҡты, донъямды онотоп бейенем дә киттем. Туҡтағайным, зал шып-шым. Юҡҡа ғына мине сығарҙылар, оятҡа ғына ҡалдыммы инде, тип уйлап торам. Сығырға тип ҡуҙғалған инем, дәррәү ҡул сабып ебәрмәһендәрме! Яңынан саҡырып, тағы берҙе бейергә тура килде. Концерттан һуң Фәйзи Әҙһәм улы рауза гөлләмәһе бүләк итте. “Һин быға лайыҡ. Белеп ҡуй, мин һәр ваҡыт һәм һәр кемгә сәскә бүләк итеп йөрөмәйем”, – тине. Ысынлап та, башҡа бер кешегә лә уның гөлләмә тапшырғанын күргәнем булманы. Ә мин шул концерттан һуң йондоҙға әүерелдем дә ҡуйҙым”

Башҡортостан Милли музейында “Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина” күргәҙмәһе 12 майға тиклем эшләй.
🔥3
💖 МУЙЫЛ СӘСКӘҺЕ

Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә
Бүләк иттең муйыл тәлгәше,
Һин ғүмерлек минең һөйгән йәрем,
Ә мин мөхәббәтең кәләше..

Гөлләмәле муйыл сәскәһендә
Һөйөүеңдең иң саф хистәре,
Һулымаҫ был сәскә күңелемдә
Хәтерләтеп яҙғы кистәрҙе.

Ап-аҡ сәскәләрҙең хуш еҫтәре
Йәнкәйемә кереп уралды,
Мәңгелеккә күңелемдә ҡалып
Минең хистәремә уранды.
📍Фаузия Кутлугильдина.
❤‍🔥6👍1🔥1
☀️ ☀️☀️

Йылмайығыҙ яҡты таңға:
Хәйерле иртә!
☀️☀️☀️
❤‍🔥4👍2🥰1