Башҡортостан ҡыҙы
450 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
🌿 Иң өлгөр еләк

Айыу баланы – баҡсала иң иртә өлгөргән емештәрҙең береһе, ҡайһы бер сорттары июнь башында уҡ, хатта еләктән дә алда бешә. Наҙлы, татлы, шул уҡ ваҡытта әскелтемерәк еләк бик файҙалы, ул С витаминына, органик кислоталарға, С, В төркөмө витаминдарына, Р-әүҙем матдәләргә, фолий кислотаһына, микроэлементтарға бай. Организмдың ҡартайыуын тотҡарлай торған «йәшлек гены» барлығын да билдәләйҙәр.

📍 Гөлшат Ҡунафина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/sh-p-ba-sa/2024-04-26/i-lg-r-el-k-3744078
👍4
🌏 Ер тойғоһо

Ҡайҙа ғына юҡ хәҙер башҡорт. Ил буйлап ҡына түгел, бөтә донъяға һибелгән. Юғары хәрәкәттә булған заманда йәшәгәс, был хәлгә кеше артыҡ аптырамай ҙа. Ләкин, нисек кенә ҡараһаҡ та, киң таралып киткән күренештең ыңғай ҙа, кире лә яҡтары бихисап.

Дауамы: https://bashkizi.ru/news/ber-m-s-l-g-arash/2024-04-26/er-toy-o-o-3743637
💯4
💥 Ханда ҡунаҡта

Айҙархан 2023 йылдың ноябрендә бизнес-шерифҡа килә. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә консультацион ярҙам алғас, ул районда туристик эшмәкәрлек алып барыу өсөн бизнес-план төҙөй. Уны уңышлы яҡлап, социаль килешеү буйынса адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса 350 мең һум финанс ярҙамы ала. Был аҡсаны ул “ХАНда ҡунаҡта” тип аталған ҡунаҡ йорто өсөн мискә-мунса һатып алыуға тотона, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Әле ҡунаҡ йорто туристар ҡабул итергә әҙер. Йәш эшҡыуар проектын артабан да үҫтерергә, күрһәтелгән хеҙмәттәр һанын арттырырға, төҙөкләндереү эштәре менән булышырға ниәтләй.
👍4
💥 Һәр кеше Ерҙә – берәү!

Кеше үҙен бер ниндәй шартһыҙ ҡабул итһә, тимәк, ул үҙен ярата. Үҙ ихтыяждарын аңлауҙы һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙы, үҙен ҡайғыртыуҙы, шулай уҡ тирә-яҡтағылар менән аралашыуҙа уңайлыҡты хуп күрә. Үҙенә нимә оҡшағанын яҡшы белә һәм тышҡы баһаларға йәки шарттарға бәйле түгел, үҙенә ҡарата ихтирам тойғоһо кисерә, үҙен ыңғай һәм кире сағылышында ҡабул итә.

🌸 Ял итергә ваҡыт тап.
🌸 Ваҡытында йоҡла, тәбиғәткә сыҡ, көс йый.
🌸 Үҙ фекереңде белдереүҙе ғәҙәт ит. Бының өсөн рөхсәт көтмә. Һинең тауышың башҡаларҙыҡы кеүек үк мөһим.
🌸 Матурлыҡты ябай нәмәләрҙә күрергә өйрән.
🌸 Рәхмәт тойғоһон кисер.
🌸 Үҙеңде аяуһыҙ тәнҡитләүҙән арын. Шул ваҡытта күңелең бөтөн, киләсәгең яҡты булыр.
Гөлназ Ҡотоева.
❤‍🔥4🥰2
💢 Мираҫыбыҙ һағында

Рухлы башҡорт һылыуы, ғалимә, суд эксперты Гүзәл Шәңгәрәеваның фәнни эшмәкәрлек даирәһе киң. Ул – 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт һәм уйлап табыуҙар авторы. Тап Гүзәл Сабир ҡыҙы етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында «Башҡорт балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Асы» һәм «Йоматау» минераль һыуҙары, «Ҡурай» музыка ҡоралы кеүек милли брендтар дәүләт теркәүе үтте. Билдәле бренд хужаларының интеллектуаль милкебеҙҙе, донъя дизайнерҙарының халҡыбыҙ орнаменттарын, этник мотивтарыбыҙҙы үҙләштерергә тырышыуы хафаға һала. Халҡыбыҙҙың ысын патриоты булған ғалимәбеҙ милли мираҫыбыҙҙы һаҡлау буйынса яңы күләмле проекттарҙы үҙ иңенә алған.

📍 Альбина Ғөбәйҙуллина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/alim-s-khif-e/2024-04-26/mira-yby-a-ynda-3743620
👍6
🍀 БАШҠОРТ ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

💢 ХЕҘМӘТ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Һөнәрленең ҡулы алтын.
Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
Ҡулы белгән бал ашар.
Сәмле эш - йәмле эш.
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
Эшһеҙ кеше - көсһөҙ кеше.
Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
Эше барҙың ашы бар.
Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
Аҙ һөйлә, күп эшлә.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
Эшләгәнгә эш ҡарышмай.
Эш араһында эш бөтә.
Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
Эш беләктә түгел, йөрәктә.
Эш бөтмәй йән тынмай.
Эш иплене ярата.
Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
Эш кешене кеше итер.
Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
Эш үҙе өйрәтә.
Эш һөйгәнде ил һөйгән.
Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡҡа тартыр.
Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
🔥5
🌸

Яҙ һөйөнсөһө
Тәүге тамсы, ынйы тамсы
Балҡый көмөш нур булып.
«Һөйөнсө! Һөйөнсө!» – ти ул,
Ҡыйыҡ ситенә ҡунып.

Тама тамсы, зың-зың итеп,
Гәлсәр боҙҙа саң ҡаға:
«Яҙ килә, көләкәс яҙ!» – тип
Хәбәр итә донъяға.
Рәмзәнә Абуталипова.

📍 Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-04-19/a-yna-a-ylyp-ayalar-a-a-toman-b-el-s-hr-l-3735078
🔥3
💥 29 апрель Халыҡ-ара бейеү көнө

Бейеү һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Тән һығылмалылығы, зифа буй-һын хаҡында әйтеп тә тормайым. Бейегәндә бар мускулдар ҙа эшкә егелә, шуға ла бейеүсе кеше көслө һәм сыҙамлы була. Ҡан әйләнеше яҡшыра, тын юлдары асыла. Хәрәкәттәрҙең дөрөҫ башҡарылышын, эҙмә-эҙлелеген иҫтә ҡалдырыу хәтер яҡшырыуға килтерә. Бейеү баш мейеһенең ике яғын да «эшкә йәлеп итә»: был шөғөл образлы фекерләү һәм логика талап итә. Бейеү – хәҙерге тел менән әйткәндә, «релакс» ул. Кеше кәүҙәһен дә нығыта, бер мәлгә онотолоп, көндәлек мәшәҡәттәренән дә арына. Шулай булғас, бейегән кеше ҡартаймай!
👏6
💞 Яҙҙың бер мөғжизәһе

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, гәлсәр тауышы менән меңдәрҙең күңелен яулаған сәхнә алиһәһе Нәзифә Ҡадирова ғүмер миҙгеленең 70-се яҙын ҡаршылай. «Әгәр ҙә юлымда ҡайғылар булмаһа,Тоймаһам йәнемдең әрнеүен, зарын.Йәшәүҙең ҡәҙерен, ләззәтен Белер инеме һуң минең йәнем», – тип күп кенә йән тетрәүҙәре кисереп, уларҙы лайыҡлы үткән, булмышынан нәфислек, яҡты нур бөркөлгән артистка менән әңгәмәбеҙ – тормош, балалар, ҡатын-ҡыҙ бәхете һәм, әлбиттә, йыр хаҡында.

📍 Айзилә Мортаева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/ar-a-ly-atyn-y-aryby/2024-04-26/ya-y-ber-m-zhiz-e-3743764
🔥5
💢 ЯҘ ҺӘМ ХЕҘМӘТ БАЙРАМЫ МЕНӘН!!!
🕊5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
☀️ 🐝 Хәйерле иртә, көнөгөҙ матур үтһен!
🙏5
🌸 Өфөлә сакура сәскә атҡан

Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан. Ҡала халҡы алһыу сәскәле алмағасты шулай тип йөрөтә.
🔥8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📝 «Патриот» паркында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыр алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров акцияға нигеҙ һалыусыларға һәм уны ойоштороусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр ҙә, үҙ сиратында, яуапһыҙ ҡалманы.

📌 «Башҡорт телен үҫтереүгә, уны донъяға таратыуға һәм ошо белем биреү акцияһын халыҡ-ара кимәлгә сығарыуға ҙур өлөш индергән Радий Фәрит улы бүләкһеҙ ҡалды бит әле. Шуға беҙ ҙә уға бүләк әҙерләнек. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Башҡорт теле тураһында даими хәстәрлек күргәнегеҙ, уны үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалғанығыҙ өсөн».

Ошо һүҙҙәр менән «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, башҡорт теленән диктант уҙғарыу идеяһы авторы республика Башлығына башҡорт телен һөйөүселәр исеменән рәхмәт хаты тапшырҙы.
👍4
☀️ Бәпембәнән турама

🥬 100 грамм бәпембә япрағы, 200 грамм кәбеҫтә, 2 әсе алма, 1 кишер, үҫемлек майы йәки ҡаймаҡ кәрәк.

Бәпембә япрағын 40 минут тоҙло һыуҙа тотоп алабыҙ (әсеһе бөтһөн өсөн), сайҡатабыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы һаламлап ҡырҡабыҙ ҙа бергә ҡушабыҙ. Ҡаймаҡ (үҫемлек майы) өҫтәйбеҙ.
🔥4
📚 *Өфөлә өс көн дауамында «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе уҙасаҡ*

📆 24-26 майҙа Совет майҙанында Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын әҙәбиәт донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт көтә. Сараға килеүселәр, әҙәбиәттең төрлө дәүерҙәре һәм жанрҙары донъяһына сумып, бөйөк рус яҙыусылары һәм Башҡортостан әҙиптәренең ижад юлына байҡау яһай аласаҡ.

💯 Китап йәрминкәһенә килеүселәр шәхси китапханаһын байытыу, билдәле шағир һәм яҙыусылар менән аралашыу, йәш авторҙар ижады менән танышыу мөмкинлегенә эйә.

🎤 «Китап байрамы»нда билдәле яҙыусылар Дарья Донцова һәм Олег Рой, театр һәм кино актеры Александр Олешко, билдәле алып барыусы Оксана Федорова һәм башҡа ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Фестиваль майҙансығында Александр Пушкин, Сергей Аксаков, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкур, Гөлфиә Юнысова һәм башҡа күренекле шағир-яҙыусыларҙың ижад юлына арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

📕Иң йәш китап һөйөүселәр өсөн «Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!» исемле балалар әҙәбиәте фестивале ойошторола. Уның маҡсаты – ижади саралар һәм оҫталыҡ дәрестәре аша балаларҙа китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләү.

📖 Байрамдың программаһы бай йөкмәткеле һәм төплө уйланылған. Был көндәрҙә Совет майҙанына килеүсе һәр кем күңеленә хуш килерлек майҙансыҡ таба алыр, тип көтөлә.

📌 Сара Башҡортостандың Яҙыусылар союзы инициативаһы буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров һәм төбәк Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарыла.
🔥5
💞 Иң татлыһы – йылы мөнәсәбәт
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында сәхнәгә шаулап килеп ингән артистарҙың береһе ул. Күптәр был шөғөлөн ташлаған йә исеме лә онотолған саҡта ла, ул элеккеләй дәртле, сағыу, тамашасыһы зауығын иҫәпкә алып, үҙен йәлләмәй тырышып ижад итә. Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, ҡурайсы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Сәғиҙулла БАЙЙЕГЕТ хаҡында һүҙем.

📍 Гөлшат Ҡунафина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2024-05-03/i-tatly-y-yyly-m-n-s-b-t-3752603
❤‍🔥5
📝 5 май - Совет матбуғаты көнө

📌
1912 йылдың 5 майында большевиктарҙың "Правда" гәзитенең беренсе һаны донъя күрә. Нәҡ ошо көн матбуғат хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы тип билдәләнә лә инде.
🥰8👏2
🌱 Шпинат – витаминдар ҡаҙнаһы

Шпинатты сей килеш тә, бешереп тә ашайҙар. Ул йәшелсә, ит, ярмалар менән дә килешә. Ҡышҡылыҡҡа туңдырып, тоҙлап, киптереп һаҡлайҙар. Һутын ризыҡҡа төҫ биреү өсөн ҡулланырға мөмкин. Был йәшелсә (эйе, йәшел тәмләткес үлән түгел, йәшелсә ул) тиҙ өлгөрөүе менән отошло. Уны йыл дауамында бер нисә тапҡыр сәсергә мөмкин. Ҡайһы бер илдәрҙә шпинатты бик ҙурлап үҫтерәләр, күп ҡулланалар, беҙҙә иһә артыҡ әһәмиәт бирмәйҙәр. Ә бит ул аҡһымға, витаминдарға, минераль матдәләргә бай. Шпинатта калий, магний, тимер, фосфор, йод, А, В, С, В1, В2, В9, D, Р, Е, Н, РР, К витаминдары бар.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2020-07-02/shpinat-vitamindar-a-na-y-94254
👍4🔥2