Башҡортостан ҡыҙы
449 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📍 Белорет районы, Ноҡат ауылы.

💦 Ноҡат йылғаһында боҙ китә.

Видео: Әнисә Аҫылгужинанан алынды.
👍51
💥 «Рәхмәт-2024» акцияһында фатир отҡандар.
👍6👏31
🍀 Тәтешле районы Ҡоҙаш ауылынан Филүзә Бәшәрованан төплөкәй рецебы:

🍀 Төплөкәй өсөн 5-6 литр ыуыҙ һөтө, 7-8 йомортҡа, тәменсә тоҙ, шәкәр, 1-2 ҡалаҡ аҡ май, он йә манный ярмаһы кәрәк.

Ыуыҙ һөтөн көйҙөрмәй, ҡарап ҡына эремсек итеп төшөрәбеҙ. Йомортҡа һытабыҙ, тоҙ, шәкәр, иретелгән аҡ май өҫтәйбеҙ, 1-2 ҡалаҡ он йә манный ярмаһы ҡушып бутайбыҙ. Эслек әҙер.

Һыу, он, тоҙ ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡыҫтыбый ҡамырынан ҙурыраҡ итеп йәймәләр йәйәбеҙ. Һәр береһенең бер яғын ғына табала ҡатырып алабыҙ. Шул яҡҡа эремсекте тигеҙләп йәйәбеҙ. Быны газ өҫтөндә бешереп булмай, сөнки эремсектең өҫтө ҡыҙарырға тейеш. Мейестең утын артҡараҡ этәбеҙ ҙә, табаны алға ултыртып, төплөкәйҙе бешерәбеҙ. Ҡыҙған мейес табалағы йәймәнең аҫҡы яғын бешерһә, ут эремсектең «йөҙөн килтерә». Ә газ духовкаһында тағы ла уңайлыраҡ: табаға бер нисә йәймәне һалып ҡуйып алабыҙ. Бешереп алған төплөкәйҙәрҙең өҫтөн майлайбыҙ.
👍6👏1
🌙 10 апрелдә мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.

📍 Өфөлә байрам саралары ҡайҙа үтә?
🙏4
🆘 Талпандан һаҡ булығыҙ

Көндәр йылытыу менән талпандар ҙа уянды.

Был ҡан эскес бөжәктең ҙур бәләгә, хатта ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуға килтереү ихтималлығын оноторға ярамай. Республиканың Роспотребнадзор идаралығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда талпан энцефалитынан прививка яһау кампанияһы башлана.
🤝5
Журналыбыҙҙың 3-сө һанындағы героинябыҙ, “Мин бәхетле” клубын ойоштороусы блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованан коллаген яһау рецебы:

Һөйәкле ит алабыҙ ҙа (тояҡ түгел, ә тубыҡ һөйәге) сайып, сөгөн һауытҡа һыу һалып, утҡа ҡуябыҙ.

Ҡайнап сыҡҡас, күпереген һөҙөп алып, 2 аш ҡалағы алма һеркәһе, тоҙ, бер кишер, бер баш һуған һалып, талғын утта 7-8 сәғәт ҡайнатабыҙ.

Бешеп сыҡҡас, һөйәктең елек майы, һеңерҙәрен мөнйөйбөҙ. Ә һурпаһын һөҙәбеҙ.
Һөйәкле һурпа һыуытҡыста ике-өс көн генә һаҡлана. Шуға силиконлы һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуябыҙ.

Нисек ҡулланырға?

“Гречка, йә плов бешергәндә ошо һурпаны ҡушырға; һурпаның үҙен генә эсергә мөмкин. Туңдырылған 4-5 шарсыҡҡа эҫе һыу ҡойоп, иретеп эсергә. Ҡорот һалып ебәрһәң, тағы ла тәмлерәк була", – ти Гөлфиә.

Коллагендың файҙаһы:

1. Глицин, аргинин, пролин, глутамин кеүек аминокислоталарҙан торған аҡһым бар. Был аҡһым – коллаген, беҙҙең организмға бик ныҡ кәрәк.

2. Кальций, фосфор, магний минералдары һөйәкте нығытырға ярҙам итә.

3. Хондроитин сульфат, глюкозамин һәм метилсульфонилметан (МСМ) быуындар өсөн файҙалы (кемдең быуыны һыҙлай, мотлаҡ эшләп эсергә кәңәш итәләр)

4. Коллаген пептидтары һәм желатин эсәктәрҙең дөрөҫ эшләүен тәьмин итә.

5. Сәстәрҙең,тырнаҡтарҙың һаулығын, матурлығын һаҡлаусы аминокислоталарға бай.
🔥5👍2
🍊 ЛИМОН-ӘФЛИСУН БӘЛЕШЕ

🍋 Ҡамыр өсөн: 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 0,5 стакан һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы сүпрә, бер семтем тоҙ, 2-3 стакан он.

🍋 Эслек: 1 лимон, 1 әфлисун, 1 стакан шәкәр, 3 сәй ҡалағы крахмал.

1. Өй температураһында иретелгән маргаринға он ҡушып болғатабыҙ.

2. Йылымыс һөткә шәкәр, сүпрә, тоҙ һалып, бер аҙ (5 минут) тотабыҙ.

3. Ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ һәм 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

4. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ, береһен – бәлештең аҫҡы өлөшөн ҙурыраҡ итәбеҙ.

5. Эслек әҙерләйбеҙ (уны ҡамырҙы йәйгәс кенә яһайбыҙ): лимон менән апельсинды төштәренән таҙалап, ҡабығы менән ит үткәргестән сығарабыҙ, шәкәр, крахмал өҫтәп болғатабыҙ һәм 3 өлөшкә бүләбеҙ.

6. Бәлеште ҡат-ҡат итеп, ҡамыр менән эслекте сиратлаштырып яһайбыҙ. Бәлеш өҫтөнә 1-әр аш ҡалағы шәкәр, аҡ май, он болғатып һибергә була.

7. Уртаһында, һауа сығырға, тишек ҡалдырабыҙ.

8. Духовкала 40 минут самаһы бешерәбеҙ (духовканы бәлеште ҡуйғас ҡына ҡабыҙырға). (Интернет селтәренән)
🥰4🙏2🔥1
“Башҡортостан ҡыҙы” журналына ташлама менән яҙылығыҙ!

8 – 18 апрелдә 2024 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу ун көнлөгө үтә.

Ул осорҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 682 һум 80 тин хаҡы менән яҙылырға мөмкин.

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Үҙегеҙ алдыртығыҙ, әсәй-өләсәйҙәрегеҙгә, ҡыҙ туғандарығыҙға бүләккә яҙҙыртығыҙ, дуҫ-иштәрегеҙгә баҫма тураһында һөйләгеҙ, тиражыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға шулай өлөш индерегеҙ.

Журналға:

- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә;

- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;

- редакцияла яҙылып була.

Бергә булдыҡ, ошо ябай булмаған осорҙа ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
🔥6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2024 йылдың 9 апреленә республикала 19 муниципаль берәмектә 39 һыу баҫыу осрағы контролдә тотола. Шуларҙан түбән урынлашҡан 12 күперҙе һәм 15 автомобиль юлын өлөшләтә һыу баҫҡан.

Ташкын башынан ҡотҡарыусылар 18 кешене, шул иҫәптән 6 баланы, 6 кеше ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырған. Хәл контролдә.

Төбәктәге ташҡын хәле тураһында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуы тура эфирында - Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Зәйтүнгөл Собханғолова.

Тәүлек эсендә һыу кимәле:

Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы янындағы Ағиҙел йылғаhы 65 см күтәрелгән, ағымдағы кимәле 342 см.

Уҙған тәүлектә 112 системаhына һыу баҫыу тураһында 10 хәбәр килде. Йыл башынан 850 мөрәжәғәт.

Республикаһы халҡы мониторинг системаһы мәғлүмәтен Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында күҙәтә ала https://gkchs.bashkortostan.ru/

Тулыраҡ мәғлүмәт - видеола, ҡарағыҙ.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Доложил Владимиру Владимировичу Путину основное о развитии республики.

Благодаря личной поддержке главы государства, многочисленным программам Правительства страны наша республика эффективно развивается.

Главной нашей задачей мы видим поддержку участников спецоперации, обеспечение их нужд на передовой и дома, внимание к их семьям. Чтобы это было возможным, нам важно развивать экономику. Активно этим занимаемся. Рассказал Президенту о том, как мы в Башкортостане работаем с инвесторами на разных уровнях, как строим отношения с партнерами на внешних рынках, как идут дела в сельском хозяйстве, строительстве.

Башкортостан старается участвовать во всех федеральных программах. По инициативе Президента очень важная для нас программа капремонта учреждений образования теперь распространится на садики и колледжи. Поблагодарил главу государства за это решение – тысячи наших детей и студентов смогут получать образование в хороших условиях.

Большую помощь из федерального центра мы получили и в ситуации с обманутыми дольщиками, это позволило нам закрыть вопрос, который «болел» не один год.

Спасибо нашему Президенту за исключительную поддержку Башкортостана, за уважение к жителям республики. С новыми планами двигаемся дальше.
😢2
🫓Йыуанан бәлеш
Бөрйән районы Байназар ауылының уңған килене Гүзәл АҘАНҒОЛОВАНАН йыуа бәлеше.
🌱Хәҙер генә, Алла бойорһа, йыуа сығырға тора. Унан бик тәмле бәлеш әҙерләйбеҙ.
🍽 100 грамм аҡ майҙы 2 – 2,5 стакан он менән ыуабыҙ, 1 йомортҡаны 1 семтем тоҙ менән туғып, 1 стакан үҙ аллы ойоған һөткә ярты балғалаҡ аш содаһы һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ ҙа бер аҙ һалҡынға ҡуйып торабыҙ. Ул арала эслек яһайбыҙ.
1 тотам йыуаға 4-5 бешкән йомортҡа, 200 грамм эремсек менән ярты балғалаҡ тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһен табаға йәйәбеҙ. Эслекте тигеҙләп һалып, икенсе йәймә менән ҡаплайбыҙ. Бәлеште мейестә 35 – 40 минут бешерәбеҙ.
🔥4👍2❤‍🔥1
Ноғман Мусин

Әйтелмәй ҡалған һүҙ

Хикәйә

Уяндым. Бармаҡ ҡыбырлатырға ла иренеп, күҙемде йомған көйө ятам. Ҡултыҡ аҫтым, түшем дымлы һымаҡ: күрәһең, төнөн тирләгәнмен. Кисәге шикелле башым һулҡылдап ауыртмай, тын юлдарым киңәйеп ҡалған кеүек. Бөтә тәнемдә рәхәт бер хәлһеҙлек, мамыҡтай еңеллек тоям. Күҙ алдымда өрһәң осоп китерҙәй оло ҡыҙыл шар сайҡалып торған төҫлө. Туҡта, әллә мине йомшаҡ сәңгелдәккә һалып бәүе­тәләрме?.. Ысынлап та шулай шикелле бит? Ана, әлеге ҡыҙыл шар сәңгелдәк бәүел­гән ыңғайға тегеләй ҙә былай шыуыша.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2020-10-14/ytelm-y-al-an-95763
👍5🔥1🤝1
Кәлтә эҙе*

Апрель кисе, йәшел урман,
Иңдә – һинең ҡулдар…
Аһ, урау һәм бик бормалы
Булды беҙҙең юлдар.
Затлы бүләк – йәшмә ҡумта
Өҫтәлемдә балҡый.
Ҡапҡасында – көмөш кәлтә
Үҙенә урын тапмай.
Алтын тажын ҡырын һалып,
Ята көмөш кәлтә.
Икебеҙҙең арабыҙға
Ҡора көмөш йәтмә.
Уралаһың шул йәтмәгә,
Йәнде йыуатаһың,
Ҡабатланмаҫ был йылдарҙы,
Мине юғалтаһың,
Юғалтаһың һәм үҙеңде
Юҡҡа йыуатаһың.
Апрель кисе, утлы тамсы
Үҙәктәргә тамды,
Алтын тажлы көмөш кәлтә
Зәһәрләнеп янды,
Һөйөүеңдән күңелемдә
Кәлтә эҙе ҡалды.
Хәлисә Мөҙәрисова.

*Кәлтә – кеҫәртке.
🔥4
☀️ Хәйерле йома иртәһе менән!

Тормош менән ҡәнәғәтһең икән - шул үҙе бәхет!
Ғайса Хөсәйенов.
👍2💯2🔥1