✨ Башҡорт бейеүе легендаһы Рәшиҙә Туйсинаға арналған күргәҙмә асыла
19 апрелдә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина» тигән күргәҙмә асыла.

🤩4❤1
👩🏻🦰 Сәс тәрбиәләү серҙәре
Оҙон, матур толомдар һәр бер ҡыҙҙы биҙәй, күркәмлек өҫтәй. Шуға ла сәстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләргә, таҙа, ҡупшы йөрөтөргә кәрәк.
🚿 💦 Сәсте ныҡ ҡайнар йәки һап-һалҡын һыу менән йыуырға ярамай. Сәс майлыраҡ булған һайын, һыу һалҡыныраҡ булһын.
Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар кис сәсен йыуа ла еүеш сәс менән йоҡларға ята. Был айырыуса зыянлы. Сәтәрегеҙҙе һәр ваҡыт киптереп ятығыҙ. Кис йоҡлар алдынан сәс төптәренә массаж эшләргә иренмәгеҙ. Был ҡан йөрөшөн яҡшырта һәм сәс шуның менән туҡлана. Витаминдар менән байытылған яҡшы шампунь ҡулланырға тырышығыҙ.
🌿 Сәскә алоэнан эшләнгән ҡатнашма ыңғай йоғонто яһаясаҡ: 2 ҡалаҡ алоэға 2 ҡалаҡ бал, 1 йомортҡа һарыһы, 2 балғалаҡ һарымһаҡ һуты ҡушып, яҡшылап бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы башҡа һөртөп, ярты сәғәттән йыуып төшөрөргә.

🤝4
Апрель һаны - 2024
Тышлыҡта – Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Нафиҡова (Ғәйнуллина).
#башҡортостанҡыҙы
#журнал #БашкортостанКызы #башкортостан💚 #башкортостан #казань #уфа 🔹 https://bashkizi.ru/

🔥7❤1
Аҙ һанлы халыҡтар телдәренең юғала барыуының төп сәбәбе, әлбиттә, уның йәмғиәттә ҡулланыу даирәһенең үтә лә сикле булыуында. Хатта ғаиләлә лә хәҙер аралашыу руссаға күсеп бөтөп бара.
Олпат өләсәй-ҡартатайҙар, юғары белемле атай-әсәйҙәр, бөтмәгән йәнһүрәт ҡарап теле боҙолған өс-дүрт йәшлек сабыйҙы еңә алмағас, “башҡортсаға өйрәтеп булмай бит, ҡалайтайым һуң” тип, шул хәлгә күнә лә ҡуя.
– Нишләп балаға русса өндәшәһең? – тип шелтәләйем апайымды.
– Аңламай бит башҡортса, – ти ҡартәсәй кеше, аҡланып.
– Пошли со мной играть, – тип, мине Илһөйәр етәкләп алды.
– Русса мин аңламайым, башҡортса әйт, – тим уға.
– Олатай, утыр, уйнайыҡ, – тип бөтәһен аптырата сабый.
– Йә, кем бында башҡортса һөйләшмәй?! – тим тантана менән апайыма.
Ныҡышҡанда, эҙмә-эҙлекле булғанда, баланы төҙәтергә мөмкин.
Милләтең уникаль һыҙаты булып тел тора. Унан һуң мәҙәниәте, психологияһы, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү рәүеше килә. Тел белмәгән быуын мәҙәниәтте, йолаларҙы дауам итә алырмы? Әлбиттә, юҡ. Тимәк, тел менән милләт тә юҡҡа сыға.

👍7
МӘРЙЕН МЕНӘН ҠАЙЫЛҒАН, МӘРҮӘТ МЕНӘН БИҘӘЛГӘН...
Төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәнеү әйберен эшләгәндә уның элементтарына исем ҡушҡан. Быға тиклем ундай үҙенсәлекте тамъян һаҡалы миҫалында ҡарап киткәйнек. Был йоланың селтәрҙә лә асыҡ сағылыш тапҡанлығы күренә.
Фотола (Әбйәлил районы. Археология һәм этнография музейында һаҡлана) тап шул атамалар бирелгән дә инде:
1. Биҙәнеү әйберен тағыу өсөн тегелгән таҫма – һапма.
2. Өс бағанаға теҙеп тегелгән тәңкәләр рәте – бүлмә.
3. Билдән быуыу өсөн тегелгән таҫма – билдек.
4. Биҙәнеү әйберенең өҫкө өлөшөн ситләтеп, ҡайып тегелгән тимер сылбыр – ҡыйыу.
5. Селтәрҙең өҫкө һәм аҫҡы яғын бүлеп торған тәңкәләр рәте – ҡор.
6. Мәрйендәрҙән теҙелгән аҫҡы өлөшө – селтәр.
7. Селтәрҙең нигеҙенән аҫҡа һалынып төшөп торған суҡтар – тояҡ.
Әлбиттә, селтәр киң биләмәләрҙә таралыу алғанға күрә, уның төҙөлөшөн аңлатыусы атамаларҙың икенсе төрлөрәк варианттары ла булыуы мөмкин.

🔥5❤1👍1
🥧 Татлы шарсыҡтар
2 йомортҡа, 1 банка ҡуйыртылған һөт, ярты балғалаҡ аш содаһы, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 стакан он, ҡыҙҙырырға үҫемлек майы кәрәк.
🧁 Йомортҡа һытабыҙ ҙа ҡуйыртылған һөт ҡушып бутайбыҙ. Тоҙ, аш содаһы өҫтәйбеҙ, он һалабыҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ. 2-3 сантиметр ҙурлығында шарсыҡтар әүәләп, ҡыҙыу майҙа бешерәбеҙ.

🔥3👍2💯1
Forwarded from Политолог02
❗️На что важно обратить внимание с прошедшей оперативки главы Башкирии
🔻Кадровые назначения🔻
Рокировка между Азатом Бадрановым и Уралом Кильсеньбаевым.
❗️Бадранов, заряженный в зоне СВО на патриотизм, сможет эффективнее, а местами и жестче, отработать сложные внутриполитические вопросы в предвыборной гонке.
❗️Кильсенбаев ушел на повышение и, опираясь на ранее полученный опыт «на земле», сможет проявить в правительстве другие свои сильные стороны, которые были не столь востребованы в решении внутриполитических вопросов.
🔻О закрытой части встречи с Владимиром Путиным🔻
Получена поддержка в строительстве госпиталя ветеранов войн, Лидерской общеобразовательной школы и «Южного обхода» Уфы.
❗️Поддержка главы на второй срок уже трансформируется в поддержку на федеральному уровне строительства крупных объектов, вопреки ожиданиям, что после юбилея Уфы такая поддержка может прекратиться.
🔻Форум «Россия – спортивная держава»🔻
Международный спортивный форум пройдет в Уфе, предварительная дата – 17 октября. Глава Башкирии отметил, что в форуме, как правило, принимает участие Президент России, а значит надо очень серьезно готовиться.
❗️Очередной визит Владимира Путина в Башкирию усилит позиции избранного к тому моменту главы республики и в очередной раз подчеркнет важную роль региона в стране.
🔻Башкирия всегда подставит братское плечо🔻
Башкирия приняла 498 детей из Белгородской области, которых разместят в детских лагерях Илишевского и Абзелиловского района. Главы районов Ильдар Мустафин и Ильдар Нафиков получили под личную ответственность подростков и, при качественной организации их быта, у обоих Ильдаров есть хорошая возможность укрепить свои позиции. Радий Хабиров, подчеркнул, что дети «намыкались в прифронтовой территории» и попросил уделить должное внимание.
Первые восемь человек прибыло в Башкирию из Палестины.
Из Башкирии гуманитарный груз отправился не только в зону СВО, а также в Сирию и Оренбургскую область. Кроме этого, на борьбу с паводком в Оренбург отправился отряд спасателей из республики.
🔻Критика глав район за уборку населенных пунктов🔻
Четыре главы районов (Альшеевского, Зилаирского, Краснокамского и Нуримановского) попали под жесткую критику Хабирова за отсутствие поливомоечных машин, это при том, что из регионального бюджета деньги на это выделялись, а их приобретение было личным поручение главы Башкирии.
Лишь 14 районов в Башкирии, по результатам проверки КРУ, оказались готовы к весенне-летнему сезону (Ленинский и Октябрьский районы Уфы, Агидель, Баймак, Белорецк, Белебей, Бирск, Дюртюли, Ишимбай, Мелеуз, Октябрьский, Салават, Стерлитамак, Сибай, Учалы) и получили от Радия Хабирова оценку «молодцы».
Низкая готовность оказалась в Туймазах, причем реплика «вы там встряхнитесь» не сулит Айдару Суфиянову и Эдуарду Рахматуллину ничего хорошего.
❗️Ситуация с весенней уборкой действительно не красит глав муниципалитетов. Если они не могут организовать элементарную уборку территорий, то рассчитывать на решение каких-то важных задач даже и рассчитывать страшно. В районах проблема качества кадров остается больным вопросом. Интересно понаблюдать как пройдет работа над ошибками, следующая проверка КРУ – 22 апреля.
🔻Подготовка к пожароопасному периоду🔻
C 27 апреля в республике вводится противопожарный режим. Радий Хабиров попросил изучить, как часто человеческий фактор становился причиной и пожара и к какой ответственности были привлечены виновные. Также глава республики обратился к Константину Толкачеву посмотреть, достаточно ли соизмеримы размеры штрафов с ущербом, наносимым лесными пожарами.
❗️Ждем инициативы от Госсобрания РБ по увеличению штрафов за костры в лесу.

«На Республику, как на крепкий регион, ложатся вот такие задачи, поэтому к ним надо относиться чрезвычайно серьёзно», - Радий Хабиров

«У нас предстоит очень жаркое лето и соответственно будем гореть. Поэтому надо быть готовым» – Радий Хабиров
❗️ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе аномаль эҫе һауа торошо хаҡында иҫкәртә.
☀️ 18-22 апрелдә төбәктә урыны менән һауа температураһы норманан 7-12 градусҡа юғарыраҡ булған аномаль эҫе һауа торошо көтөлә.
☀️Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа температураһы көндөҙ +20,+23 градусҡаса күтәрелә.

💢 Баймаҡта әҙәбиәт яраталар
Был хаҡта барыбыҙға мәғлүм. Журналыбыҙҙы ла иң күп алдырыусы райондарҙың береһе ул. Баймаҡ, тиһәләр, ашҡынып сәфәргә сығабыҙ. Был юлы ла маҡсатыбыҙ – журнал уҡыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр менән күҙгә-күҙ осрашыу, фекер алышыу ине.
📍 Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/yuldar-sa-yra/2024-04-17/bayma-ta-bi-t-yaratalar-3731325

🔥3
📚 Уникаль баҫмалар һанлаштырыла
📗 Улар “Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы” сайтында урынлаштырылған. 2024 йыл башынан алып 30 китап һанлаштырылған һәм “Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы” сайтына урынлаштырылған.
📕 Улар араһында уникаль китаптар, ноталар бар. «Шәфрәкәй», «Таштуғай», «Ҡаһым түрә көйө», «Зөлхизә», «Сибай кантон», «Халҡым өсөн», «Байыҡ», «Ҡолой кантон» халыҡ йырҙарын Ғәзиз Әлмөхәмәтов яҙып алған, Василий Виноградов эшкәрткән. Йыйынтыҡтар 1928-1929 йылдарҙа Ҡаҙан ҡалаһында баҫылған.

🔥4
☀️ Апрелдә көндәрҙең ҡапыл йылытыуы республикабыҙ игенселәрен тиҙ арала тупраҡтағы дымды һаҡлау эштәрен башларға мәжбүр итте. Юғиһә яҡшы уңышҡа өмөт итергә түгел, ти белгестәр.
🚜 Республиканың 23 районында дым ҡаплатыуға тотонғандар, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Илеш районында айырыуса әүҙемдәр, унда был эш 4,3 гектарҙа башҡарылған.
🌱 Республика хужалыҡтарында шулай уҡ ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе ашламалар менән туҡландырыу ҙа дауам итә – көнө йылды туйҙыра торған мәл бит әле.

🔥5
Forwarded from ЦУР Башкортостана
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районында Оло Эйек йылғаһында һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле Үрге Мөрсәләй ауылында 4 йорт яны участкаһын һыу баҫҡан. Хәл 14 апрелдән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты контроле аҫтында. Оло һыу йорттарға инмәгән, ҡотҡарыусылар 7 кешене, шул иҫәптән 3 баланы һыу баҫҡан йорт яны биләмәһенән сығарған. Халыҡты эвакуациялау талап ителмәй. Ҡотҡарыусылар шулай уҡ йорттарында ҡалырға ҡарар иткән кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм эсәр һыу алып барҙы.
Төбәктәге ташҡынға бәйле хәл тураһында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуы тура эфирында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Зәйтүнгөл Собханғолова һөйләй.
18 апрелгә ҡарата 16 муниципаль берәмектә 27 һыу баҫыу осрағы контролдә ҡала. Республикала 28 автомобиль юлын - өлөшләтә, түбән урынлашҡан 7 күперҙе, 115 йорт яны биләмәһен, 857 баҡса участкаһын һыу баҫҡан.
Уҙған тәүлектә 112 системаһына йорт яны биләмәһен һыу баҫыу тураһында 4 хәбәр килгән. Ташҡын осоро башланғандан алып йәмғеһе 931 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Тулыраҡ мәғлүмәт - видеола.
💚 ЦУР Башкортостана

Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤2🙏2
🎭 2024 йылдың 16-23 майында Өфөлә VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.
Быға тиклем фестиваль «Төрки телле театрҙар фестивале» тип аталһа, быйыл уның форматы киңәйә. Фестивалдә Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан, Марий Эл театрҙарының 14 спектакле ҡатнаша. Башҡорт академия драма театрының «Ҡыҙыл паша» һәм А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театрының М. Булгаков әҫәре буйынса «Морфий» спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә.
🎭 Спектаклдәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Өфө «Нур» татар театры, Мостам Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәләрендә ҡарарға мөмкин.

👍5
🍀🌸🍀
Һаумыһығыҙ, урман сәскәләре,
Һағынғанмын һеҙҙе шул ҡәҙәр!
Һеҙҙең менән ҡайһылай ҙа тыныс,
Ҡайһылай ҙа күркәм иртәләр!
Йәйғор төҫөн алған сәскәләрҙән
Ҡараштарым минең нурлана.
Һәр береһе хыялымда балҡый,
Уйҙарыма инеп урала.
Баҡҡан саҡта ҡалалағы асҡаҡ,
Йә туҡлыҡтан бүрткән йөҙҙәргә,
Мин тырышам һәр саҡ хыялымда
Һеҙҙең ҡараштарҙы эҙләргә.
Һәм бына мин бөгөн һеҙҙең янда,
Ҡайтты миңә күңел сихәте.
Сит һуҡмаҡтың йәнгә йәмдәре юҡ,
Вәғәҙәләр генә зиннәтле.
Саф тәбиғәт миңә дауа икән,
Шуға тағы бер ҡат инанам.
Ебәк шәлле һомғол ҡайындарға,
Болоттарға ҡарап ҡыуанам.
Баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң йәнем
(Бер көндө бит шундай мәл килер),
Был булмышым йә аҡсарлаҡ булыр,
Йәки бер гөл булып үрелер.
Әнисә Таһирова.
Һаумыһығыҙ, урман сәскәләре,
Һағынғанмын һеҙҙе шул ҡәҙәр!
Һеҙҙең менән ҡайһылай ҙа тыныс,
Ҡайһылай ҙа күркәм иртәләр!
Йәйғор төҫөн алған сәскәләрҙән
Ҡараштарым минең нурлана.
Һәр береһе хыялымда балҡый,
Уйҙарыма инеп урала.
Баҡҡан саҡта ҡалалағы асҡаҡ,
Йә туҡлыҡтан бүрткән йөҙҙәргә,
Мин тырышам һәр саҡ хыялымда
Һеҙҙең ҡараштарҙы эҙләргә.
Һәм бына мин бөгөн һеҙҙең янда,
Ҡайтты миңә күңел сихәте.
Сит һуҡмаҡтың йәнгә йәмдәре юҡ,
Вәғәҙәләр генә зиннәтле.
Саф тәбиғәт миңә дауа икән,
Шуға тағы бер ҡат инанам.
Ебәк шәлле һомғол ҡайындарға,
Болоттарға ҡарап ҡыуанам.
Баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң йәнем
(Бер көндө бит шундай мәл килер),
Был булмышым йә аҡсарлаҡ булыр,
Йәки бер гөл булып үрелер.
Әнисә Таһирова.
🔥4🤝2
🔮 Бармы ул теге донъя?
Теге донъя барлығына ышаныу-ышанмау һәр кемдең үҙенән тора. Был өлкәләге тикшеренеүҙәр әле лә бара, киләсәктә лә дауам итәсәк. Дин тәғлимәттәре асылда фәнни ҡараштар менән тап килеүе мәңгелек донъяның барлығына шик ҡалдырмай.

Ғәбдерәүеф Хәйруллин, Туҡай мәсете имам-хәҙрәте:
“Был донъяға беҙ бушҡа килмәгәнбеҙ. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе нисек бар шулай яратҡан. Кемдер дөрөҫ юлдан бара, Аллаһы ҡушҡандарҙы үтәй. Ҡайһы берәүҙәр инде шайтан юлын тапай, насар ҡылыҡтар эшләй. Изге кеше менән алама йән эйәһе араһында айырмалыҡтар бармы? Әлбиттә. Юҡҡа ғына беҙ теге йәки был әҙәм йәннәткә эләгә, ҡайһы берҙәрҙе тамуҡ алыр, тип әйтмәйбеҙ бит. Ҡиәмәт көнөндә лә беҙҙән һорауҙар аласаҡтар, йәнебеҙ ожмахҡа эләгәме, тамуҡта янасаҡмы, шунда билдәле була ла инде. Шуға ла үлгәндәрҙең тәне ерҙә ятһа ла, уларҙың йәндәре теге донъяла осоп йөрөй. Улар мең йылдар үткәс тә әйләнеп ҡайтырға мөмкин”.
🙏4
Республика ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны
18 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының XII отчет-һайлау конференцияһы үтте. Ойошма рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының биш йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланы. Гүзәл заттар республикала йәшәүселәрҙең 53 процентын тәшкил итә. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы уларҙың етәксе урындарға ынтылып бармауын билдәләне. Әлеге ваҡытта район башлығы йөгөн өс ҡатын-ҡыҙ тарта.
Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-04-18/respublika-atyn-y-ary-yyyyny-3733580?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

👍3🤝3❤2