БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белгородтан килгән балалар Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды

Оло хәстәрлек билдәһе. Был аҙнала Башҡортостанға Белгородтан 498 бала килде. Бындай ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Мәктәп уҡыусылары ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды. Улар өсөн бай мәғариф һәм күңел асыу программаһы ойошторолған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙары өсөн яҙғы сәсеү эштәре башланды

Башҡортостан аграрийҙары өсөн ҡыҙыу осор - яҙғы сәсеү эштәре башланды. Ауыл хужалығы предприятиелары алдында ниндәй бурыстар ҡуйылған, сәсеү материалдары етерлекме? Киләһе уңышҡа ниндәй фараздар бар. Был һорауҙарға Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Искәндәр улы Сураҡов яуап бирҙе. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәһе.
👍1
Forwarded from Telescopy
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👍3
Forwarded from Telescopy
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында шартлатҡыс табылған – фейк хәбәр

Интернетта Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы янында шартлатҡыс йәшерелгән маркер табылыуы хаҡында мәғлүмәт таралды. Видеояҙма авторы һөйләүенсә, маркер Һаҡмар буйында табып алынған. Ҡулға алыу менән ул шартлаған һәм зыян күреүсенең бирсәткәһен үтә сыҡҡан.

Мәғлүм булыуынса, был шартлатҡыс түгел, ә сигнал биреү өсөн ракетница.
1😱1🤝1
🤱 Өфөлә ҡатын өсөнсөгә алты бармаҡлы сабый тапҡан

Өфөнән йәш әсәнең быға тиклемге ике сабыйы ла патология менән донъяға килгән. Перинаталь үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын балаһы тыуғас та табиптарҙан уның бармаҡтарын һанауҙы үтенгән - был юлы ла сабыйҙың һәр аяғында алты бармаҡ булған.

Артыҡ тән ауырлығы арҡаһында УЗИ бөтәһен дә дөрөҫ күрһәтмәгән.

Әсә өлкән балаларын бер йәшлек сағында Санкт-Петербургҡа операцияға алып барған. Хәҙер улар һау-сәләмәт булып үҫешә.
😱3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда уҡыусылар башланғыстарын ҡеүәтләү конкурсына быйыл 374 заявка тапшырылған

Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 155-кә күберәк. Яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә төбәк башлығы бүлеште. Радий Хәбиров белдереүенсә, бәйгенең төп өлөшөнә республиканан 220 проект үткән. Был йәһәттән Әбйәлил, Ейәнсура, Туймазы райондары, Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ мәктәптәре әүҙемлек күрһәткән.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ташҡын иң юғары нөктәһенә еткән

Шулай ҙа Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер йылғаларҙа һыу кимәле тағы ла күтәрелеүе ихтимал. Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһында ташҡын 6 метрға тиклем еткән. Хәүефле кимәлгә тиклем тағы 1 метр тирәһе ҡала. Бынан тыш, баш ҡалалағы Дим йылғаһы, Бөрөләге Ағиҙел, Хәйбулла районындағы Таналыҡ йылғаларының ныҡ ташыуы теркәлгән. Һыу баҫыу хәүефе янаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре, автомобиль юлдары, күперҙәр республика ҡотҡарыусылары күҙәтеүендә ҡала.
3😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой барып етте

121-се ылауға, һалдаттар һорауы буйынса, хәрби шарттарҙа иң кәрәкле әйберҙәр - тепловизор, квадрокоптер, рациялар тупланған. Бынан тыш, республиканан Донбасҡа утын, төҙөлөш материалдары, кейем-һалым, дарыуҙар, эсәр һыу оҙатылды. НИВА, УАЗ, джип - ылау составында 25 юғары үтемле техника ла бар. Яугирҙарыбыҙға йәмғеһе 20 йөк машинаһы оҙатылды.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы малай-ҡыҙҙарҙы байрамға йыйҙы

«Тамырым ғаиләмдә» . Өфөлә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы малай-ҡыҙҙарҙы байрамға йыйҙы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған тамаша йылдағыса аншлаг менән үтте.
5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рингта башҡорт егетенә тиңдәр юҡ!

Башҡорт бокс мәктәбе тағы бер ҙур еңеү яуланы. Өфөнән Артур Собханҡолов IBА версияһы буйынса Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды!🥇

Шулай уҡ Башҡортостандан Денис Ғабдрафиҡов һәм Бекхан Исраилов юғары һөҙөмтә күрһәтте.

Һөҙөмтә – өс алыштан өс еңеү! Егеттәрҙе уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ!🔥
👍5❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Денис Мантуров Ташкентта Башҡортостан экспозицияһы менән танышты

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров Ташкентта Башҡортостан экспозицияһы менән танышты. «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара күргәҙмәһендә республика стенды бик күп видеоэкрандарҙан эшләнгән, уларҙың һәр береһе, айырым алғанда, Башҡортостан сәнәғәтенең мөһим этаптарын сағылдыра: нефть химияһы, машиналар эшләү, еңел һәм аграр сәнәғәт. Бөгөн 60-тан ашыу төбәк Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек итә һәм Башҡортостан иң әүҙемдәрҙең береһе, тип билдәләне федераль вице-премьер.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыштың тәүге составы бөгөн юлға сыҡты

Әрме хеҙмәтенә егеттәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте, Хәрби комиссариат етәкселеге, дин әһелдәре изге теләктәр менән оҙатты.
Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5 меңдән ашыу ир-егет алына. Бөгөн юлға сыҡҡан тәүге эшелонда 140 яҡташыбыҙ, улар һауа-космос, милли гвардия, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк.
👎2😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика баҫыуҙарында сәсеү эштәре старт алды

Яуаплы миҙгел. Республика баҫыуҙарында сәсеү эштәре старт алды. 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлылар, арпа, һоло, борсаҡ, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культуралар сәсеү көтөлә. Әле баҫыуҙарҙа дым ҡаплау, тупраҡты әҙерләү эштәре бара һәм ошо көндәрҙә сәсеү кампанияһына барлыҡ хужалыҡтар ҙа дәррәү ҡушылыр тип күҙаллана. Благовещен районы ауыл хужалығы эшселәре тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә төштө.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйәндә туризмды үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

Сәйәхәтселәр ағымы халыҡ кәсебе, сувенир продукцияһын һатыуға, хеҙмәттәр күрһәтеүгә киң юлдар аса. Хозур тәбиғәтле Бөрйәндә туризмды үҫтереү юлдарын хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәнә «Китапханалар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға килеүселәр ҡулъяҙмалар һәм һирәк осраған баҫмалар менән танышты, концерт программаһын ҡараны.
Йыл һайын китапхана хеҙмәткәрҙәре социаль-мәҙәни сараны төрлө яҡлап байытырға тырыша. Быйыл улар Ғаилә йылына арнап махсус майҙансыҡтар булдырған.
2
Башҡортостанға йәшенле ямғырҙар килә

Башҡортостанда аномаль эҫе көндәргә алмашҡа ямғырҙар һәм йәшен килә. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн, 23 апрелдә, төбәктә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы +23, +28°.

Иртәгә, 24 апрелдә, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°,төньяҡта +5°, көндөҙ +15, +20°, төньяҡ-көнсығышта +10° тиклем.
👍1😢1
Өфөлә тағы бер хәрби самолет урынлаштырыла

УМПО янында МиГ-29 истребителен ҡуялар. Постамент әҙер, самолетты урынлаштырыу эштәре бара. Истребитель двигателе Өфө предприятиеһында етештерелә. Быға тиклем УМПО биләмәһендә Су-25 һәм Су-27 самолеттары урынлаштырылды.
👍2
Дыуан егете махсус операция биләмәһендә һөйгәнен осратҡан

«Хонда» 2022 йылдың сентябрендә СВО-ға юллана. Хәрби бәрелештәр биләмәһендә ул буласаҡ кәләшен осрата. Ошо көндәрҙә йәштәр мөхәббәтен законлаштырған.

🔥Ҡыҙ Донецк ҡалаһынан, хәрби ҡушаматы - «Лена». 2014 йылда Донецк Халыҡ Республикаһы көстәре сафына баҫҡан.
2
Дауаханалар ял көндәрендә эшләйәсәк

Яҡынлашып килгән байрам көндәрендә медицина учреждениеларының эш тәртибе билдәле булды. Травпункттар бөтә ҡала һәм райондарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй. Табипты өйгә көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем саҡыртырға була. Поликлиникалар иртәнге 8-ҙән сәғәт 5-кә тиклем ҡабул итә. Был көндәрҙә шулай уҡ диспансеризация үтергә мөмкин. Быйыл Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан 28,29,30 апрель һәм 1 май ял була. Еңеү көнөндә, 9-ынан 12-еһенә тиклем ял ҡаралған.
👌2