БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙел йылғаһына аҡҡоштар төшкән

Мәләүез районының Сыртлан ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһына аҡҡоштар төшкән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» милли паркының телеграм-каналы.

«Көньяҡтан осоп ҡайтып килешләй ялға туҡтағандар. Был һомғол ҡоштар башлыса апрель урталарында ҡайта. Көндәрҙең йылыныуын һиҙгәндәр, күрәһең», — тип билдәләй белгестәр.
👍2
Рәсәйҙә һалым декларациялары менән бәйле мутлашыу осраҡтары теркәлә

Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, кешеләрҙең электрон почтаһына Федераль һалым хеҙмәте исеменән ялған хат ебәрелә. Унда махсус һылтанма буйынса үтеп декларация тултырырға тәҡдим ителә. Ошо ваҡытта мутлашыусыларға шәхси мәғлүмәт эләгә һәм банк иҫәбенән аҡса урларға мөмкин. Федераль һалым хеҙмәте электрон почтаға хат ебәреп онлайн түләргә тәҡдим итмәй. Белгестәр бындай хәбәрҙәргә иғтибар итмәҫкә һәм интернетта шикле һылтанмалар аша үтмәҫкә кәңәш итә.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтты

Донбаста активистар хәрби бурыс үтәгән яҡташтары менән осрашып, исемле посылкалар тапшырҙы. Гуманитар колоннаны Саҡмағош районы хакимиәте башлығының контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе етәкләне. Башҡа ирекмәндәр менән бергә Айҙар Насиров зонаға үҙенең «УАЗ» һәм «Нива» внедорожниктарын да алып килә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта халыҡ ижадын пропагандалаған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле сара үтте

Бишек йырҙары - халҡыбыҙ рухы. Ғаилә йылы уңайынан Баймаҡ ҡалаһының «Әкиәт» балалар баҡсаһында халыҡ ижадын пропагандалаған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле сара үтте. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яман шеште дауалауға арналған семинар-кәңәшмә үтте

Башҡортостанда онкология сирҙәрен дауалау, диагностика, инфраструктура. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яман шеште дауалауға арналған семинар-кәңәшмә үтте. Ул Дәүләт Думаһының онкология, онкогематология, трансплантация буйынса эш төркөмө тарафынан ойошторолған. Сарала Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Румянцев сығыш яһаны. Эшсе төркөм Өфөлә быйыл ғына файҙаланыуға тапшырылған Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәгендә лә булды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Медфест» - Кесе Ватанда минең карьера» республика мәшғүллек йәрминкәһе үтте

Сараның маҡсаты - Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған медицина ойошмаларының кадрҙарға ихтыяжын тәьмин итеп, табип һөнәренең абруйын күтәреү. Фестивалгә профилле юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары саҡырылғайны. Улар өсөн профориентация майҙансығы ла эшләне.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районы Әлимғол ауылы «зәңгәр яғыулыҡҡа» тоташтырылды

Ауылға «зәңгәр яғыулыҡ». Рәсәй төбәктәренә, айырыуса ауыл биләмәләренә газ үткәреү өҫтөнлөклө социаль мәсьәлә һанала. Күгәрсен районы Әлимғол ауылы халҡының шатлығын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы буйынса фатир һәм автомобиль отоусыларға асҡыс тапшырылды

Һайлауҙа тауыш биреп акцияла ҡатнашысуылар тантаналы шарттарҙа тәбрикләнде. Бынан тыш еңеүселәргә акция буйынса Сочиҙа, республика шифаханаларында ял итеүгә юллама һәм башҡа приздар тапшырылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың йәш инспекторҙары Өфөләге «Торатау» конгресс-холына йыйылды

Күләмле сарала республика район-ҡалаларынан 250 уҡыусы ҡатнашты. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәйле төрлө тематик һәм интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнашты.
👍31
Киләһе аҙнала Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры үтә

Ярыш “Динамо” спорт комплексында ойошторола. Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор кубогына ярышта матбуғат баҫмалары, теле- һәм радио компания хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Волейбол турниры 2 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Турнирҙа ҡатнашҡандар һәм көйәрмәндәр өсөн мәҙәни-күңел асыу программаһы ҡаралған, приз һәм бүләктәр әҙерләнгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу баҫыу хәүефе тураһында иҫкәртә

2 апрелдән 5-нә тиклем төбәктә аномаль йылы һауа торошо фаразлана, уртаса һауа температураһы норманан 3-7 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Термометр бағанаһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, көндөҙ 10-15 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡар әүҙем ирейәсәк. 3 апрелдән 7-һенә тиклем дала йылғалары асылыуы көтөлә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн» акцияһы үтте

Республика «Бергәләп тапшырабыҙ! Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн» бөтә рәсәй акцияһына ҡушылды. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия- интернаты базаһында ата-әсәләр, мәғариф учреждениелары директорҙары уҡыусылар менән бергә һынау тотто. Бөтә рәсәй акцияһы быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо. Ул тарих предметынан үтте. Эшлекле уйын Рәсәйҙең донъя үҫешендәге ролен тағы бер тапҡыр аңларға ярҙам итәсәк, ти ойоштороусылар.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Мәскәү башҡорттары «Ҡайтам тыуған яғыма» исемле тамаша менән сығыш яһаны

Мәскәү башҡорттары Өфө сәхнәһен гөрләтте! «Сесен» халыҡ коллективы баш ҡаланың «Атайсал» мәҙәниәт йортонда «Ҡайтам тыуған яғыма» исемле тамаша менән сығыш яһаны. Концерт программаһын әле илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттар тәҡдим итте
👍4
Өфөлә сәйер шарттарҙа юғалған ике үҫмерҙе эҙләү дауам итә

30 мартта 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов һәм 13 йәшлек Павел Паличев өйҙән сығып китә һәм дәрестән әйләнеп ҡайтмай. Улар бөгөнгәсә яҡындары менән бәйләнешкә сыҡмаған.

Һуңыраҡ эҙәрмәндәр малайҙарҙың сумкаһын урманда табып алды. Водолаздар Ағиҙел йылғаһына төшөп үҫмерҙәрҙе эҙләне, тик әлегә бер һөҙөмтә лә юҡ. Өфөнөң 40-сы мәктәбендә эҙләү штабы булдырылған, унда ирекмәндәр туплана. Теләгән һәр кем үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә ҡатнашырға мөмкин.

Әгәр ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт булһа, 112 йә 89373102112 телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
😱8👍1
Билдәле опера йырсыһы Сәлих Сөләймәнов вафат

Өфөлә билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәлих Сөләймәнов арабыҙҙан китте. Уға 67 йәш ине.

Сәлих Фәрих улы Сөләймәнов 1956 йылдың 1 октябрендә Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуған.

Ул бик сағыу характерлы артист булды. 1987 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы. Уның репертуарында Горо («Мадам Баттерфляй») һәм Пеппе («Паяцы»), Леопольд («Сильва») һәм Блинд («Летучая мышь»), Бомелий («Царская невеста») һәм Ротшильд («Скрипка Ротшильда»), Бохайыр («Салауат Юлаев»), Насир («Ҡаһым түрә») һәм Яппар («Ҡоҙаса») һәм башҡалар бар ине.

2002 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Сәлих Сөләймәнов балаларында ла сәнғәткә һөйөү уятҡан: скрипкасы һәм дирижер Рөстәм Сөләймәнов, телевидениела алып барыусы Ләйсән Мәзитова, 2019 йылда арабыҙҙан киткән хореограф Саръян Сөләймәнов.
😢21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐻 «Башҡортостан» милли паркында беренсе айыу уянған

Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан Ридан Хәкимов Ағиҙел ярында айыу осратҡан. Яңы уянған тайыштабан һыу эргәһендә йөрөгән. Белгестәр фаразлауынса, хайуан өңөнә һыу төшөүгә бәйле килеп сыҡҡан.

Яҙ килә! 😊
👍6
«Пионер» руднигында ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылды

Сөнки шахтаның ҡабаттан емерелеү хәүефе бар. Был хаҡта 1 апрелдә рудник етәкселеге хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 мартта «Пионер» руднигында тау тоҡомдары ишелеү һөҙөмтәһендә ун өс кеше 120 метрҙан ашыу тәрәнлектә емереклектәр аҫтында ҡалды. Уларҙың дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан, 31-48 йәшлек ир-егеттәр. Барыһы ла машинист булып эшләгән. Һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә аҡсалата компенсация түләнәсәк.
😢12😭5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Бехтерев урамында ер ишелеп төшкән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 1 апрелдә Өфөнөң Бехтерев урамында ер ишелеүе тураһында хәбәр иткәндәр.

«Мәғлүмәт Өфөнөң Киров районы хакимиәтенә еткерелде. Күсмә кәңәшмә була, шунан һуң артабанғы саралар күреү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Соҡорҙоң ситендә гараждар тора, милекселәрҙе асыҡлайҙар», — тип белдерҙеләр республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
👍4❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә юғалған ике үҫмерҙе эҙләү буйынса штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй

Малайҙарҙы табырға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән ирекмәндәр 40-сы мәктәптә йыйыла. Бөгөн ирекмәндәр өс йөҙҙән ашып китте. Ҡотҡарыусылар ҙа эшен дауам итә. Урман биләмәләренән тыш, улар йылғаларҙы, боҙ өҫтөн һәм аҫтын да тикшерә. Үҫмерҙәрҙе эҙләү операцияһы тураһында киләһе яҙмала.
👍2🙏21❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ҡушыуынса махсус хәрби операция биләмәһенә 118-се гуманитар ылау юлланды

Йөк автомобилдәрендә республика муниципалитеттарынан, ойошмалар, битараф булмаған граждандар әҙерләгән әйберҙәр оҙатылды. Конвой Рәсәйҙең 3 яңа субъектында урынлашҡан 11 хәрби бүлексә өсөн тәғәйенләнгән.
1