БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәсәй президентын һайлауҙа видеокүҙәтеү илдең бөтә төбәктәрендә ойошторола

Был турала Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итәләр. Рәсәйҙә президент 6 йылға һайлана. Кандидаттар өсөн өс көн эсендә тауыш бирергә мөмкин. Һайлау 15, 16 һәм 17 мартта үтә. Башҡортостанда 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы булдырылған.
Башҡортостанда ҡаргиҙәрҙәрҙе иҫәпләнеләр

Дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 5 мең 400 ошондайт транспорт бар. Ҡар мотоциклы хәүефле техника һанала, уны файҙаланыу һәм теркәү ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш. Был техниканы А категорияһы булған водителдәр йөрөтә ала. Башҡа категориялар өсөн инструктаж үтергә кәрәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Белоруссияла Башҡортостанда сығарыласаҡ техника өлгөләре менән танышты

Амкодор компанияһы заводы Өфөлә төҙөлә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, завод быйыл уҡ сафҡа индереләсәк һәм Башҡортостандың машиналар эшләү өлкәһендә ҙур алға китеш буласаҡ.
Автогрейдер, бульдозер, экскаваторҙар. «Амкодор» заводы сығарған махсус техника Башҡортостанда ла етештерелә башлаясаҡ. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә төҙөләсәк заводты быйыл уҡ сафҡа индереү күҙаллана. Йылына бында мең берәмек техника йыйыу мөмкинлеге буласаҡ.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә быйыл былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ҡар күберәк яуған

Баш ҡалала быйыл былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ҡар күберәк яуған. Коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнешле режимда эшләһә лә, бөтә ҡарҙы таҙартып өлгөрмәй. Был йәһәттән тағы ла ниндәй саралар күрелә? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды

Заманса йыһазландырылған кабинеттар һәм уңайлы палаталар. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды. Декабрь аҙағында уҡ сафҡа ингән учреждение, Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңыраҡ тулы ҡеүәттә эш башланы. Пациенттарҙы дауалау корпусы менән беҙҙең ижади төркөм танышты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы төҙөлөшө тамамланыу алдында

9 ҡатлы заманса бинала төҙөлөш эштәре 90 процентҡа теүәлләнгән. Май айында объектты медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыу, биҙәү көтөлә. Кардиология үҙәгенең яңы корпусында 320 пациентты хеҙмәтләндереү мөмкин буласаҡ. Бында диагностика, операция блогы, балалар һәм өлкәндәр бүлектәре эшләп торасаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта халыҡтың бөтә йәш категориялары өсөн «Финанс тураһында диалогтар» ойошторолдо

Башҡортостанда финанс грамоталылығы буйынса саралар уңышлы тормошҡа ашырыла. Стәрлетамаҡта халыҡтың бөтә йәш категориялары өсөн «Финанс тураһында диалогтар» ойошторолдо. Төрлө аудиторияларҙа уҡыусылар, студенттар, хеҙмәт коллективтары, пенсионерҙар, педагогтар, эшҡыуарҙар, шул иҫәптән үҙмәшғүл граждандар өсөн бушлай лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, методик семинарҙар үтте. «Финанс тураһында диалогтар» проекты тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә танылған композитор Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте

Яҙ илсеһенә дан. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында танылған композитор, йырсы, режиссер Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте. Башҡортостан артистары хәтирәләре менән уртаҡлашып, мәшһүр ижадсының әҫәрҙәрен тамашасыға еткерҙе.
👍2
Өфөлә ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыуға идарасы компаниялар яуаплы

Был турала ҡала хакимиәтендә белдерелде. - Тәү сиратта, йорттарға инеү урындары, тротуарҙар, контейнер майҙансыҡтары таҙартылырға тейеш. Күпләп ҡар яуған ваҡыттарҙа бер юлы бөтә урындарҙы тәртипкә килтереү мөмкин түгел тип хәбәр ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Былтыр республикала 1 миллон 500 меңдән ашыу кеше диспансеризация үткән

Былтыр республикала 1 миллон 500 меңдән ашыу кеше диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса, 300 мең кешелә тәүгә төрлө ауырыуҙар асыҡланған. Төбәктә быйыл да медицина тикшереүе дауам итә, диспансеризацияны йәшәү урыны буйынса поликлиникала бушлай үтергә мөмкин.
👍2
Өфө үҙәгендә гранит тротуарҙар була

Был турала ҡала хакимиәтенең архитектура идаралығынан хәбәр итәләр. Быйыл Ленин, Карл Маркс, Пушкин, Комммунистик һәм Яңы күпер урамдары яңыртыла. Шулай уҡ эскәмйә, сүп һауыттары ҡуйыла, фонарҙәр алмаштырыла. Эштәр Өфөнөң 450 йыллығы алдынан алып барыла.
👍3
Өфө һәм Минск төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә

Башҡортостан һәм Белоруссия араһында төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Беҙҙең республика бизнес-сәфәр менән Минскиға барҙы. - Башҡортостанда аҙ ҡатлы һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө үҫешә. Был килешеүгә ярашлы, сифатлы төҙөлөш материалдары килтереү, яңы технологиялар ҡулланыу планлаштырыла, - тип белдерҙе Башҡортостан төҙөлөш һәм аритектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.
Хәрби ветерандар реабилитация кәрәк-ярағы менән тәьмин ителә

Махсус хәрби операция ветерандарына техник реабилитация сараларын алыуға электрон сертификат бирелә. Был эш менән Социаль фонд шөғөлләнә. Хәрбиҙәргә ғариза яҙырға кәрәкмәй. Фонд инвалидлыҡ тураһындағы мәғлүмәттәргә ҡарап үҙ аллы эшләй. Уҙған йылда Социаль фондтың Башҡортостан бүлексәһе ребилитация саралары һәм протездар өсөн 1 миллиард 671 миллион һум йүнәлткән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белоруссияның «Белкоммунмаш» холдингы Өфө трамвайҙарын модернизациялау эшен башларға ниәтләй

Башҡортотстан үҙ сиратында Минск предприятиеларына йәмәғәт транспорты өсөн комплект частәр оҙатасаҡ. Бөгөн хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев «Белкоммунмаш» заводында электр транспорты йыйыу барышы һәм ике яҡ араһында кооперация мөмкинлектәре менән танышты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала Радий Хәбиров рәйеслегендә Башҡортостан делегацияһы Белоруссияға рәсми эш сәфәре менән барҙы

Өс көнгә иҫәпләнгән программа илдең машиналар эшләү өлкәһе, аҙыҡ-түлек тармағы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, бизнес даирәләрен киңәйтеүгә ҡоролған. Ошо маҡсатта ике республика араһында Халыҡ-ара бизнес форум үтте. Унда ике яҡтан меңгә яҡын эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Белоруссия Башҡортостан өсөн төп эшлекле партнер. Был сәфәрҙән дә республика етәкселеге яңы хеҙмәттәшлек һәм инвестициялар интеграцияһына нигеҙ һалырға иҫәп тота.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Былтыр Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары 783,2 мең тонна һөт етештергән

Биш алдынғы хужалыҡ исемлегендә Стәрлетамаҡ районынан Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә бар.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районынан Кудрявцевтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк

Улар янғында йортон, машинаһын һәм бөтә документтарын юғалтҡан. Бынан тыш, ҡыҙыл әтәс ДЦП менән яфаланған баланың инвалид креслоһын һәм махсус карауатын юҡ иткән. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында «Урал батыр ирмәктәре « фестивале ойошторолдо

«Айыҡ ауыл « конкурсы сиктәрендә үткән сарала урындағы халыҡ , ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре , өлкәндәр һәм кескәйҙәр ҡатнашты. Былтыр ауылдаштар конкурстың муниципаль этабында өсөнсө урын яулаған, быйыл улар республика кимәлендә еңеүгә өмөтләнә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекама инклюзив театры Өфө тамашасыһына яңы спектакль тәҡдим итте

Ике телдә барған «Прасковья» тип исемләнгән тамаша республика бәйгеһендә беренсе урынға лайыҡ булған. Инклюзив театры тиҫтәнән ашыу «үҙенсәлекле» артистарҙы берләштерә.
👍5
Башҡортостанда мәжбүри рәүештә күсеп килеүселәр урынлаша

Бының өсөн 21 миллион һум бүленгән. Аҡса Украинала һәм Рәсәй төбәктәрендә тыуған йортон ташлап китергә мәжбүр булған ил граждандарын урынлаштырыуға һәм ашатыуға тәғәйенләнә. Илдә был маҡсатта миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
👍1