БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
7.99K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы үҙәгендә яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә

1225 урынға иҫәпләнгән белем биреү усағы Звёздный биҫтәһендә урынлашҡан. Объект төҙөлөшөнә «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Йәмғеһе Иглин ауылында, шул иҫәптән Звёздныйҙа, 30 меңдән ашыу кеше йәшәй, һәм был күрһәткес тағы ла үҫә. Ә мәктәп юҡ. Әле объектта эш ниндәй этапта бара? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Махсус хәрби операцияла һәләк булған Альфред Усманов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә Махсус хәрби операцияла һәләк булған Альфред Усманов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ менән герой партаһы асылды. Тантаналы сара баш ҡаланың 35-се мәктәбендә үтте. Таҡтаташ асыуҙа мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусыларынан тыш, яугирҙың әсәһе, дуҫтары һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре йыйылды. Альфред Усманов 2022 йылдың ноябрендә БАРС-30 ирекмән отрядына ҡушылып махсус хәрби операция биләмәһендә хәҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 2023 йылдың мартында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яугирҙың ҡаһарманлығы дәүләт наградалары - «Батырлыҡ ордены» һәм «Ҡыйыулыҡ миҙалы» менән бүләкләнгән.
Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша

Башҡортостандың Беренсе президенты һыны Ленин исемендәге паркта, Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай бинаһы алдында урынлаштырыла. Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл 7 февралдә, Башҡортостандың беренсе президентының тыуыуына 90 йыл тулған көндә асыла. Бынан тыш, Өфөлә Энгельс һәм Беренсе Май урамдарында, Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта мемориаль таҡтаташтар беркетелә.
3
Өфөлә ҡар төшөүҙән 1 кеше һәм 3 автомобиль зыян күргән

Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәлдәр Совет, Киров һәм Орджоникидзе районында теркәлгән. Халыҡты биналар янынан йөрөмәҫкә саҡыралар. Коммуналь хеҙмәттәр хәүефле участкаларҙы уратып ҡуйған сигнал таҫмалар аша үтеү тыйыла.
Ишембай районынан йәш ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгә яҙған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, полицияға 30 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға үҙен банк хеҙмәткәре булараҡ таныштырған кеше шылтыратҡан һәм 1 миллион һумға кредит алырға күндергән. Аҙаҡ аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә ҡушҡан, әммә ҡатын алдағандарын аңлап ҡалған һәм һөйләшеүҙе туҡтатҡан. Полиция таныш булмаған телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә, мутлашыусылар менән аралашмаҫҡа һәм йәшерен мәғлүмәтте хәбәр итмәҫкә кәңәш итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сираттағы яугирҙар төркөмөн хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар

Улар барыһы ла махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусылар. Ир-егеттәр ике аҙна дауамында ғаиләләре, яҡындары менән аралашып, йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды.Яугирҙар хеҙмәттәштәренә тыуған яҡ күсәтәнәстәрен дә алып бара. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иғтибар үҙәгендә сабыйҙар сәләмәтлеге

Бөгөн Республика перинаталь үҙәгендә уҙған кәңәшмә ошо темаға арналды. Сарала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгения Котова ҡатнашты. Кәңәшмәгә Рәсәй субъекттарының һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары етәкселәре, Волга буйы федераль округы буйынса штаттан тыш белгес-неонатологтар саҡырылған. Һүҙ сабыйҙарҙың сәләмәтлеге, үлем осраҡтарын кәметеү тураһында бара. Был күп ҡырлы эшмәкәрлекте үҙ эсенә алған оҙайлы процесс.
Өфөлә ҡала халҡы ярҙамында 36 мең квадрат метрҙан ашыу биләмә ҡарҙан таҙартылды

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев өмә иғлан итте. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, битараф булмаған халыҡ ярҙамға сыҡты. Өмәлә 35,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 700-ҙән ашыу берәмек махсус транспорт йәлеп ителгән. Ҡала урамдарынан 10 мең кубометр ҡар сығарылған. Өмөләр бөгөн һәм иртәгә лә дауам итә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Федоровка районы Динес ауылы халҡы дәүләт программаһында ҡатнашырға ниәтләй

Федоровка районы Динес ауылы советы биләмәһендә йәшәүселәр урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында Кирюшкин мәктәбенең спорт залын ремонтларға ниәтләй. Бинаның ҡыйығын һәм тәҙрәләрен алыштырыу талап ителә.
👍2
Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәрҙе ҡойоп һатыу кибеттәрен ябырға рөхсәт ителде

Дәүләт Думаһы тейешле закон проектын ҡабул итте. Төбәктәр ресторан, бар, кафе һәм буфеттарҙа хәмер һатыуға талаптар ҡуя ала. Бынан тыш, күп фатирлы йорттар йәки улар эргәһендә урынлашҡан йәмәғәт туҡланыу урындарында иҫерткес эсемлектәр һатыу ваҡытын сикләргә рөхсәт ителә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ла бындай кибеттәрҙе тыйыуға бәйле закон проекты әҙерләнә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыу тантанаһы үтте

Рәсәй президенты Владимир Путин Өфөлә асылған балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген юғары баһаланы. Объект төҙөлөшө «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса алып барылғайны. Яңы учреждениела елек күсереп ултыртыу һәм интенсив терапия бүлексәһе, молекуляр-генетик лаборатория эшләйәсәк. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров вуз-ара студенттар кампусын республиканың ғилми берләшмәһенә тәҡдим итте

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү Владимир Путин ҡушыуы буйынса Һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә ил субъекттарында заманса студент кампустарын асыу буйынса видеокәңәшмәлә уны асыуға старт бирелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Сибай егеттәре ваҡыттарын файҙалы һәм һөҙөмтәле итеп үткәрә

Яугирҙар уҡыусылар, студенттар менән осраша, патриотик сараларҙа ҡатнаша. «Сибай» һәм «Кир» ҡушаматлы яугирҙар ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев менән осрашып яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. «Сибай» алғы һыҙыҡҡа үткән йылдың майында контракт буйынса юлланған. .Әле яугир «Башҡортостан» полкы составында хеҙмәт итә. Ошо көндәрҙә ул тыуған яғына ялға ҡайтҡан, күптән түгел донъяға килгән ҡыҙын ҡулына алған. «Кир» ҡушаматлы Сибай егете лә махсус хәрби операцияға күңел ҡушыуы буйынса юлланған. Ул Башҡортостан халҡына даими ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта «Аврора» тарафынан уҡытыу курстары ойошторолған

«Аврора» таланттарҙы уҡыта. Робототехника йүнәлеше буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашасаҡ малай-ҡыҙҙар белемдәрән камиллаштыра. «Аврора» тарафынан ойошторолған уҡытыу курстары Өфө фән һәм технологиялар университетының иң ҙур филиалы Стәрлетамаҡта үтә.
👍3
Башҡортостанда “Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһы раҫланды

Республика Хөкүмәте ҡабул иткән документ интернетта рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған. Программала мәҙәни сараларға халыҡты күберәк йәлеп итеү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр нигеҙендә илһөйәр кешеләр тәрбиәләү бурысы ҡуйыла. Ҡала һәм райондарға модулле мәҙәниәт йорттары төҙөү, китапханалар һәм виртуаль концерт залдары асыу өсөн конкурс шарттарында субсидиялар бирелә.
👍3
Былтыр 490 меңдән ашыу кеше контракт төҙөп махсус хәрби операцияға ҡушылған

Оборона министрлығы уҙған йылға йомғаҡ яһаны. Махсус хәрби операция барышында 320 меңдән ашыу яугиргә дәүләт наградалары тапшырылған, 272 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған. Башҡортостандан 7 яугир юғары хәрби дәрәжәгә эйә булды.
Башҡортостанда ҡояш күберәк яҡтырта

Өфө планетарийынан хәбәр итеүҙәренсә, төньяҡ ярымшарҙа декабрҙән алып февраль аҙағынаса көн оҙонлоғо 3 сәғәт ярымға арта. Ҡояш юғарыраҡ күтәрелә һәм әкренләп йылыта башлай. 2 февралдә көн оҙонлоғо 8 сәғәт 45 минут булһа, ай аҙағына ул ике сәғәткә күберәк була.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау барышында 10 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләйәсәк

Ғәҙел һәм асыҡ һайлау. Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау барышында тауыш биреү участкаларында 10 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләйәсәк. Махсус уҡыу үткән күҙәтеүселәр йәмәғәт палатаһы штабы тарафынан әҙерләнә. Өфөлә йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу уҙған йылда ноябрь айында уҡ башланды. Уларҙың күбеһе сәйәси кампаниялар барышын тикшергән тәжрибәле белгестәр. Юристар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа һөнәр эйәләре бойондороҡһоҙ рәүештә тауыш биреү процессын күҙәтеп барасаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында «Сәләмәтлек» милли проекты йылдам тормошҡа ашырыла

Быйыл районда 7 заманса модулле фап асыу күҙаллана. Тимәк, яңы шарттарҙа халыҡ йәшәгән урынында диспансер тикшереүе үтә, һаулыҡ торошон күҙәтә ала. Бындай мөмкинлектән Салауат районы Мәсетле ауылында йәшәүселәр ҙә ҡуллана.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән ҡул эштәре оҫтаһы коллекционерҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан блайз уйынсыҡтар етештерә

Һәр ҡурсаҡ - ысын сәнғәт өлгөһө. Өфөнән ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл Исмәғилева коллекционерҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан блайз уйынсыҡтар етештерә. Ҙур башлы, күҙҙәренең төҫөн алмаштырып булған ҡурсаҡтарҙы эшләү процессын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
👍4