БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда берҙәмлек бар һәм уны береһе лә ҡаҡшата алмаясаҡ

Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, үткән аҙнала уҙған «Көслө республика-көслө Башҡортостан» митинг-концерты быны тағы бер ҡабат иҫбатланы. Берҙәмлекте күрә, аңлау һәм күрһәтә белеү мөһим. Радий Хәбиров район башлыҡтары, етәкселәргә халыҡ менән аралашырға, асыҡ булырға өндәне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍4👎31🖕1🤓1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостан төбәктәрендә йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Унда баш ҡаланың тарихи үҙәгендә Ленин, Карл Маркс, Пушкин, Коммунистик һәм Яңы күпер урамдарын яңыртыуҙың «юл картаһы» тәҡдим ителде. Бының өсөн быйыл миллиард ярым һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Һүҙ тротуарҙарҙы яңыртыу, урамдарҙы яҡтыртыу, йорттарҙың фасадтарын ремонтлау хаҡында бара. Өфөнөң юбилейына 450 эре йүкә ағасы ултыртыласаҡ.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына Азат Ғәлимханов тәғәйенләнде

Рәсәй Президентын һайлауға 45 көн ҡалғанда, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына Азат Ғәлимханов тәғәйенләнде. Һайлауға федераль ведомство вәкилдәре видеобәйләнеш аша ҡушылды. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдиме буйынса яңы рәйес вазифаға бер тауыштан һайланылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауыл хужалығында эшләүсе йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

5-се февралдән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында был программала ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән рәсми документтар ҡабул ителә башлай. 2023 йылдан Республика бюджетынан дәүләт ярҙамы ярты миллиондан 750 мең һумға тиклем күтәрелгән. Бындай ярҙамды файҙаланған йәш белгестәр Эвелина һәм Павел Стог ғаиләһе янында беҙҙең ижади төркөм булды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҙған аҙнала Владимир Путин «Һөйөклө туғандар» Бөтә Рәсәй форумында Ғаилә йылына старт бирҙе

Был сарала Башҡортостандан ике династия ҡатнашты. Улар иҫәбендә йыл ғаиләһе конкурсы еңеүселәре - Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Мәхмүтовтар. Әбйәлилдә тыуып үҫкән Лилиә менән Күгәрсен егете Илнур ҡорған татыу ғаиләне беҙ быға тиклем дә күрһәткәнебеҙ бар ине. Тырыш һәм уңған пар тураһында киләһе яҙмала.
Республикала видеокүҙәтеү аша идарасы компаниялар эшмәкәрлеген ҡарап була

“Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” ҡушымтаһында яңы алым барлыҡҡа килде. Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, идарасы компанияларҙың фатир хужаларын видеосервисҡа тоташтырыу мөмкинлеге бар. Халыҡ онлайн тәртибендә ихатала ҡар таҙартыуҙы ҡарап бара, коммуналь хеҙмәттәргә ҡамасауламаҫ өсөн автомобилен ситкә алып ҡуйырға мөмкин. Рәсәйҙә 1 миллиондан ашыу кеше видеосервис менән файҙалана. Бының өсөн махсус сайтта заявка ҡалдырырға кәрәк.
👍1
Бал ҡорттарын химик препараттарҙан һаҡлау буйынса закон проекты әҙерләнде

Ул парламентта беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, химикат ҡулланырға тейешле урындан ете километрға тиклем алыҫлыҡта йәшәүсе халыҡ һәм умартасылар кәмендә биш көн алдан иҫкәртелергә тейеш була. - Бал продукцияһы төрлө өлкәлә ҡулланыла. Бал ҡорттары үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә мөһим роль уйнай, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә,экологик именлеккә йоғонто яһай, тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев.
👍1🔥1
Ҡотҡарыусылар "Салауат Юлаев" Кубогы өсөн көрәшә

Бөгөн Өфөлә “Салауат Юлаев” кубогына янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу спортсы, 14 команда ҡатнаша. Республика данын Өфө радиоэлектроника һәм телекоммуникация хәүефһеҙлеге колледжы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының башҡа уҡыу йорттары вәкилдәре яҡлай.
👍3🔥2👏1
Өфөлә баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә рейдтар үтә

Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төп маҡсат - янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Баҡса йорттарында даими йәшәүселәргә электр ҡорамалдарын, йылытыу приборҙарын ҡулланыу буйынса кәңәштәр бирелә. Рейдтар киске сәғәттәрҙә лә үтә.
👍3🔥1
Мортаза Рәхимовҡа бағышланған күргәҙмә асыла

Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған күргәҙмә асыла. Экспозицияла архив документтар, шәхси әйберҙәр була, Мортаза Рәхимовтың эш кабинеты интерьеры күрһәтелә. Күргәҙмә 7 февралдә Башҡортостан милли музейында асыла. Мортаза Рәхимов уҙған йылдың ғинуарында вафат булды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына баш ҡалала бер юлы бер нисә спорт объекты асыласаҡ

Уларҙың береһе - «Газпром - балаларға» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Өлфәт Мостафин исемен йөрөтәсәк физкультура-һауыҡтырыу комплексында алып барылған эш менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов 70 йәшлек юбилейын билдәләне

Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ҡурайсы, фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Тантана Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында үтте. Рәсәй һәм донъя күләмендә ҙур танылыу яулаған сәнғәт эшмәкәренең Башҡортостан телевидениеһы фондында 300-ҙән ашыу тапшырыуы һаҡлана.
1👍1👏1
"Салауат Юлаев" Континенталь хоккей лигаһының плей-офф этабына сыҡты

Юлаевсылар 77 мәрәй тупланы. Был һөҙөмтә даими беренселектә Көнсығыш конференцияла көслөләр рәтендә булыу мөмкинлеге бирә. Плей-офф 29 февралдә старт ала. "Салауат Юлаев" даими беренселектә киләһе уйынын 1 февралдә Тольяттиҙан "Лада" менән уҙғара.
Нуғай ауылында бер ир 7 йәшлек малайҙы ҡотҡарған

Бында шәхси йорта ут сыҡҡан. Өйҙә бала бер үҙе булған, ата-әсәләре эшкә киткән. Йортта янғын башланыуын эргәләге төҙөүсе ир күреп ҡалған. Ул өйгә инеп ванна бүлмәһендә ҡалған малайҙы тышҡа алып сыҡҡан. Бала дауаханаға оҙатылған. Ут һүндерелгән, тип хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Андрей Мигуновҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе

Ил президенты Владимир Путин «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры, подполковник Андрей Мигуновҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте

Енәйәтселекте асыҡлау йөҙ процентҡа еткән. Былтыр республикалағы оператив хәл тотороҡло булды, тине Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында. Полиция хеҙмәткәрҙәре 25 мең енәйәт эшен асыҡлаған. Шул иҫәптән 5 мең ярымы айырыуса ауыр һанала. Былтыр сәләмәтлеккә зыян килтереү, талау, урлау рецидив, иҫерек килеш ҡылынған енәйәтселек кәмегән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бөгөн блогерҙар менән осрашты

Популяр авторҙарҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә бөтәһе 15 миллиондан ашыу кеше яҙылған. Уларҙың блогы төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Осрашыуҙа төбәк етәксеһенә төрлө темаларға ҡағылышлы һорауҙар бирергә мөмкин ине. Радий Хәбиров блогерҙарҙың потенциалын рупор тип атаны. Сөнки һәр автор мәғлүмәт яҙып ҡына ҡалмай, йыш ҡына был анализланған материал. Шуға ла Радий Хәбиров, йәмәғәт фекерҙәре лидерҙарының аудиторияға объектив ысынбарлыҡты еткереүен теләне.
3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә «Рәсәй» форум-күргәҙмәһендә Башҡортостан телевидениеһы көнө уҙа

Республика стенды бер көнгә БСТ төҫтәренә мансыла. Популяр алып барыусылар ҡунаҡтарҙы телеканал программалары менән таныштыра, ә теләгән һәр кем үҙен алып барыусы ролендә һынап ҡарай ала. Башҡортостандың төп каналында көн дауамында хәбәрселәр илдең баш ҡалаһынан тура бәйләнешкә сығасаҡ. Ойоштороусылар Мәскәү халҡын һәм ҡунаҡтарын ВДНХ-ға килергә һәм Башҡортостан стендын ҡарарға саҡыра. Төбәк стенды 75 павильонда урынлашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Йыл уҡытыусыһы - 2024» конкурсы башланды

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе. Баймаҡта «Йыл уҡытыусыһы - 2024» конкурсы башланды. Бәйгелә төбәктең 10 мәктәбенән 15 педагог ҡатнаша. Теманың дауамы киләһе репортажда.
👍3
Яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Хөкүмәттә кәңәшмә үтте. - 2023 йылда йылғалар ғәҙәттәгенән иртәрәк асылды. Ташҡын тыныс үтте. Был алдан күрелгән сараларға ла бәйле, - тине Премьер-министр Андрей Назаров. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында оператив штаб булдырыла. Боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа алдан уҡ шартлатыу эштәре алып барыласаҡ.