Республикала былтыр 4 меңгә яҡын кеше исемен алмаштырған
Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был һан 2022 йылға ҡарағанда 16 процентҡа күберәк булған. Исемен алмаштырырға йәки төҙәтергә теләгәндәр Өфөлә йышыраҡ теркәлгән. Әйткәндәй, былтыр Әминә һәм Әмир исемдәре иң популяр булған.

👍2
Рәсәйҙә 1 февралдән социаль түләү һәм пособиелар арттырыла
Президент ҡушыуы буйынса Хөкүмәт тейешле бойороҡ әҙерләй. Документҡа ярашлы, әсәләк капиталы беренсе бала өсөн 630 мең һумға еткерелә, сабый тыуғанда 24,6 мең һумлыҡ пособие бирелә. Һуғыш ветерандары, инвалидтарға ла түләү арта. Йәмғеһе 40-тан ашыу социаль пособие индексациялана. Ул 20 миллион кешегә ҡағыла, тип белдерәләр федераль министрҙар кабинетынан.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башлаған
Ярҙам итеү теләге менән. Өфөлә йәшәүсе Әлфир Аҡҡужин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башлаған. Бәләкәйҙән инвалид булып ҡалған егет был шөғөлгә өйрәнеү өсөн ирекмәндәрҙә оҫталыҡ дәресе үткән. Әлфир Аҡҡужин 9 йәшендә аварияға эләгеп, сәләмәтлегенә зыян килә. Шуға ҡарамаҫтан тырыш, ярҙамсыл егет Рәсәй ислам университетын тамамлаған. Илһөйәр ирекмәндең башланғыстарын Башҡортостан батальондарының рухи остазы Хәмзә Хафизов та хуплаған. Оҫталыҡ дәрестәре тамамланғас Әлфир Аҡҡужин маскировкалау селтәрҙәрен йортонда үрә башлаясаҡ.

❤3👍3
Өфөлә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы финалына сығыусылар билдәләнде
Бәйгелә Архангел, Ауырғазы, Өфө, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарынан, Өфө ҡалаһынан 14 ғаилә ҡатнашты. Баш ҡаланан “Ғаилә ижады” номинацияһында Шәһәрғазиндар, “Ғаилә кәсебе”ндә Асаиновтар, Дәүләкән районынан “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре”ндә Ғәлимовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Еңеүселәр конкурстың республика этабында сығыш яһай.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика Хәрби Дан музейында МХО-ға арналған күргәҙмә залы яңы экспонаттар менән байытылды
Республика Хәрби Дан музейында махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә залы яңы экспонаттар менән байытылды. Был юлы экспозицияның бер өлөшөн трофей әйберҙәргә өҫтөнлөк бирелгән. Уның аша килгән халыҡ бөгөнгө ысынбарлаҡты күҙаллай ала.

👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө ҡалаһында «Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы башланды
Сараның тәүге көнөндә конкурсанттар өс номинацияла көс һынашты. Иртәгә үтәсәк гала-концертта еңеүселәр исеме билдәләнә. Бөрө ҡалаһы брендына әйләнгән саранан репортаж.

❤3
✨Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу эштәре башланды
Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәлде асыу тантанаһы 7 февралдә үтәсәк, тап ошо көндә Мортаза Рәхимовҡа 90 йәш тулған булыр ине. Әлеге ваҡытта һәйкәл ҡуйыласаҡ биләмә кәртәләнгән, нигеҙ плитаһын һала башлағандар.
Проектҡа ярашлы, һәйкәл бронзанан буласаҡ, бейеклеге - 4 метр. Ул БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йорто алдында, ике фонтан араһында урынлашасаҡ.

👍13
Башҡортостан йәштәре финанс белем буйынса онлайн дәрестәрҙә ҡатнаша ала
Рәсәй банкы өлкән класс уҡыусылары һәм урта уҡыу йорттары студенттары өсөн осрашыуҙар ойоштора. Унда шәхси финанс план төҙөргә, киберенәйәселәрҙе асыҡларға, аҡса менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәтәләр. Аҙаҡ “Финанс белем буйынса уйындар” уҙа. Яҙғы сессия 19 апрелгә тиклем дауам итә. Финанс белем буйынса онлайн дәрестәр 2015 йылдан ойошторолоп килә. Ошо ваҡыт эсендә унда республиканан 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Республикала “Беҙҙең йөрәк йылыһы” тигән акция иғлан ителде
Унда балалар баҡсалары һәм мәктәптәр ҡатнаша. Балалар махсус хәрби операция яугирҙәренә хат яҙа, сувенирҙар яһай, һүрәт төшөрә. Акция 17 февралгә тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Ветеран Башкортостана” газетаһының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Контракт төҙөмәйенсә махсус операцияла ҡатнашыусыларға ла ветеран статусы бирелә
Был турала Владимир Путин яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыуҙа белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте 1 апрелгә тиклем ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә тейеш. Уға ярашлы, махсус хәрби операцияла контракт төҙөмәйсә ҡатнашыусыларға хәрби бәрелештәр ветераны статусын биреү ҡарала. Бынан тыш, үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгән яугирҙәрҙең ғаиләләренә льготаларҙы закон яғынан нығытыу бурысы ҡуйыла.

Дәүләт милкен ташламалы хаҡҡа ҡуртымға алыу буйынса килешеүҙәр һаны артҡан
Уҙған йылда республикала 113 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм үҙмәшғүлдәр дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн 130 льготалы ҡуртым килешеүе төҙөгән, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 49 процентҡа күберәк. Ярҙамдың суммаһы 56 миллион һумға баһалана. Льготалы шарттар тәүге өс йылда яҡынса 40-80 процент ҡуртым аҡсаһын түләүҙе күҙ уңында тота.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурай борон-борондан башҡорт яугирҙарының тоғро юлдашы, моңдашы булған. Тыныс тормошта ла, яуҙа ла ҡурай уны оҙатып йөрөгән. Батырҙар уға ҡушылып йырлаған, моңланған, уйланған. Ҡурай менән ул тыуған ерен данлаған. Бөгөнгө көндә лә МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән егеттәр ҡурай моңонан айырылмай.
(Видеояҙма Башҡортостан яугирҙарының архивынан алынған)

👍4
Ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ табыусылар яуапҡа тарттырыла
Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланған намыҫһыҙ компаниялар 35 миллиард һум компенсация түләргә тейеш. Владимир ҡалаһындағы Беренсе арбитраж апелляция суды Өфөнән “Альтинвест” ойошмаһына Урал аръяғында алтын табыуҙы тыйҙы. Республиканың көньяҡ-көнсығышында ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрҙә файлаҙанған компанияларға ҙур штраф һалынды. Бынан тыш 5 ойошма етәксеһе тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙған өсөн суд алдында яуап бирәсәк. 2021 йылда Республика ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Ошо ваҡыт эсендә 13 намыҫһыҙ компанияның лицензияһы тартып алынды.

🤡3👍2🔥1
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Рәсәй президенты грантына дәғүә итә ала
1 февралдән заявкалар ҡабул ителә башлай. 11 йүнәлеш буйынса проекттар тәҡдим итергә була. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, сәләмәтлек, фән, тәбиғәтте һаҡлау буйынса грант юлларға мөмкин. Ғаризаны 15 мартҡа тиклем тултырырға кәрәк. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы конкурста ҡатнашырға теләгән ойошмалар өсөн вебинарҙар ойоштора.

Өфөлә агросәғәнәғәт форумы барышында 9 һөнәри конкурс ойошторола
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, малсылыҡта заманса технологиялар ҡулланыу, ауыл хужалығында яңы сорттар сығарыу, үҫемлекселекселектә фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса иң яҡшылар асыҡлана. "Агрокомплекс" күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форумы Өфөлә март аҙағында уҙғарыла.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында булды
Радий Хәбиров айкью паркта эш башлаған уҡыу йорттарының аудиторияларын, лабораторияларын ҡараны, ғалимдар менән аралашты. Айкьюпарк ете башнянан торған күләмле проекттың тәүге сираты ғына, ул яҡын арала файҙаланыуға тапшырыла.

☃1👍1
Башҡортостанда һауаны бысратыуҙы кәметеү өсөн саралар күрелә
Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә Экология көндәре уҙҙы. Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стәрлетамаҡ заводтары килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы ҡалала һауаны тикшереү буйынса автоматик систамалар урынлаштырыла. Быйыл атмосфераға сығарылған ағыулы матдәләрҙе 40 тоннаға кәметеү ҡарала. Форум барышында сәнәғәт ойошмалары вәкилдәре менән ултырыш уҙҙы. Унда тәбиғәтте һаҡлауҙа яңы алымдар ҡулланыу, зыян эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса фекер алышыу булды.

👍3🤔1
Башҡортостанда милли проект буйынса медицина ҡорамалдары ҡайтарыла
Башҡортостанда милли проект буйынса медицина ҡорамалдары ҡайтарыла. Балаҡатай район үҙәк дауаханаһында эндоскопия аппараты ҡуйылды. Бындай йыһаз юғары технологиялы хирургик операциялар үткәрергә мөмкинлек бирә. “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы ауыл һәм бәләкәй ҡалалар дауаханалары медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла.

Асҡындар махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтә
Ылау оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлектән, йылы ойоҡбаш, окоп шәмдәре һәм башҡа әйберҙәрҙән туплана. Ҡубыяҙ ауылында йәшәүселәр районда маскировка селтәрҙәрен тәүгеләрҙән булып үрә башлай. Бөгөн ауыл халҡы бер көс, тыл булып берләшкән.

👍4🔥1
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында төрлө йүнәлештәрҙә 86 килешеү төҙөлгән
Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө һәм Астана алмаш программаларҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Күрше илдән 700-ҙән ашыу студент Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында белем ала. Көнбайыш Ҡаҙағстан аграр университетында Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкиллеге эшләй. Өс мәғариф программаһы буйынса уртаҡ курстар уҙа һәм студенттар ике диплом алып сыға. Белгестәр үҙа-ара тәжрибә уртаҡлаша һәм белемен камиллаштыра. Өфө һәм Астана араһында самолеттар оса. Былтыр 16 меңдән ашыу пассажир файҙаланған. Бынан тыш, Алматаға аҙнаһына ике авиарейс башҡарыла.

❤2