БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды

Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды. Баш ҡалаға Мурманск, Ульяновск, Воронеж һәм башҡа өлкәләрҙән , Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм мәғлүмәтләштереү буйынса үҙәге ғилми-тикшеренеү институтынан делегациялар килде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡорамалдарын утыҙҙан ашыу ғаилә аласаҡ

Башҡортостанда социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ғаиләләргә gsm-модуль менән йыһазландырылған янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар тапшырыла башланы. Быға тиклем уны инвалидтар ғына ала ине. Хәүеф янаған осраҡта ҡоролмаға беркетелгән сим-карта ярҙамында яуаплы хеҙмәттәргә, ауыл советы хакимиәте һәм йорт хужаһына сигнал килә. Программалау эше менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәштәр өсөн профсоюз белемен арттырыусы форум ойошторолдо

Үҫешкә яңы көс һәм идеялар. Өфөлә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының «Стратегик резерв» Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз программаһының республика этабы үтте. Йәштәр көнөнә арналған сарала төрлө район-ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре - илленән ашыу кеше ҡатнашты.
👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен тамамланы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен тамамланы. Кисәлә театр эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ижади эшләүсе актерҙар бүләкләнде. Тантана аҙағында «Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле күрһәтелде. Миҙгел сағыу ваҡиғаларға бай булды. Быйыл тамашасылар биш премьера спектаклен ҡараған, коллектив гастроль турын да уңышлы үткәргән һәм йәш актерҙар менән тулыланған.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумында ҡатнашты

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумында ҡатнашты. Быйыл ул 26-27 июндә Түбәнге Новгородта үтте. Эшлекле программаның төп сараһы- «Беларусь һәм Рәсәй йәштәре- Бөйөк Еңеү вариҫтары һәм союздаш дәүләттәрҙең киләсәге» тип аталған пленар ултырыш булды. Уны Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Беларусияның Милли Йыйылышы респаублика советы рәйесе Наталья Кочанова уҙғарҙы.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сергей Зорин исемендәге танк батальоны полигонда оҫталығын камиллаштыра

Моторҙар геүләүе, солярка һәм яндырылған үлән еҫе. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары теоретик белемдәрен практикала нығыта. Полигондағы күнекмәләр барышында танкистар оҫталыҡтарын камиллаштыра.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөн Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы. Яңылыҡ баш ҡаланың тарихи үҙәгенең 9 урамына ҡағыла. Түләүле урындар иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 9-ға тиклем эшләйәсәк. Хаҡы - сәғәтенә 40 һум.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында һыу ятҡылыҡтарындағы күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүсе саралар үтә

Хәйбулла районында һыу ятҡылыҡтарындағы күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүсе саралар үтә. Һаҡмар йылғаһы буйында ойошторолған рейдта ҡотҡарыусылар һәм административ комиссия ағзалары ял итеүселәр менән әңгәмәләр уҙғарҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫкәрмәләрен таратты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенә ҡушылды

Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенә ҡушылды. Бөгөн республиканың 60-тан ашыу төбәгендә вакасиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Уларҙа 600-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма 14 мең тирәһе эш урыны тәҡдим итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алексей Касьянов Өфө студенттарына дипломдар тапшырҙы һәм фәнни үҫеш хаҡында һөйләне

Тотош курс менән ҡыҙыл дипломға! Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов төбәктең юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашты. Һүҙ Волга буйы федераль округында һәм Башҡортостанда йәштәргә үҫешергә ярҙам иткән фәнни-мәғариф үҙәктәрендә заманса инфраструктура булдырылыуы, йәмәғәт проекттарының тотош бер спектры эшләүе хаҡында барҙы.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы балалар баҡсаларында йәйге ремонт эштәре бара

Йәй айҙары мәғариф усаҡтары өсөн ҡыҙыу ремонт осоро. Сөнки булдырылған уңайлыҡтар, яңы шарттар балаларҙың һаулығы һәм хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп башҡарыла. Баймаҡ районы балалар баҡсаларындағы төҙөкләндереү эштәре хаҡында киләһе сюжетта.
🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан оҙатылған 153-сө гуманитар ылау составында Донбасҡа килеп етте

Берҙәмлектә - көс, берҙәмлектә - еңеү! Башҡортостандан оҙатылған 153-сө гуманитар ылау составында Донбасҡа килеп етте. Тиҫтәләгән йөк машинаһына яугирҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр тейәлгән. Был ярҙам халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, иғтибарын һәм хәрбиҙәргә булған ихтирамын күрһәтә. Ватан һаҡсыларына тәғәйенләнгән ылауҙы БЮТ ижади төркөмө ҡаршы алды.
3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлө Йәштәр көнөн билдәләнеләр

Бөгөн Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙең барлыҡ тәбәктәрендә, шул иҫәптән Өфөлә лә төрлө саралар уҙҙы. Баш ҡаланың Ағиҙел яры буйы байрамдың төп майҙансығына әйләнде. Ҡунаҡтар өсөн виртуаль уйын һәм аниме-косплей зоналары, сауҙа итеү майҙансыҡтары эшләне, төрлө конкурстар ойошторолдо, йәштәр араһында билдәле блогерҙар һәм артистар менән осрашыуҙар үтте. Шулай уҡ бай музыкаль программа ла әҙерләнгәйне.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар съезы үтәсәк

Киләһе аҙнала Өфө Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың ғилми берләшмәләре Съезын ҡабул итә. Унда ҡатнашыуға ике меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән. Сара барышында төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк, шулай уҡ 5-се Йәш ғалимдар конгрессы программаһына тәҡдимдәр ҡабул ителә. Съездың әһәмиәте, һәм Башҡортостанда йәш ғалимдарға булдырылған мөмкинлектәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өс фәндән дә 100 балл: Алексей Лобовҡа Ҡоролтайҙа хөрмәт күрһәтелде

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйған уҡыусы тәбрикләнде. Алексей Лобов өс фәнде лә йөҙөшәр балға яҙып, 300 балл туплауы тураһында алдан хәбәр иткәйнек инде. Был республика тарихында тәүге күренеш. Тантанала Алексей белем алған Өфөнөң 153-сө лицейы директоры һәм уҡытыусылары ла ҡатнашты. Педагогтар билдәләүенсә, Алексей бер ҡасан да дәрестәрҙе ҡалдырмаған, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашҡан.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Берҙәм Рәсәй» йәмәғәт штабында йәш сәйәси лидерҙар менән осрашыу үтте

«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт штабында «ПолитЗавод» федераль мәғариф проектында ҡатнашыусылар менән осрашыу үтте. «ПолитЗавод»- сәйәси әүҙем йәштәрҙе артабан республиканың ижтимағи-сәйәси тормошона йәлеп итеү өсөн асыҡ конкурс майҙаны. Осрашыу барышында унда ҡатнашыусылар власть вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мишкә районында «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни, илһөйәрлек фестивале үтте

Мишкә районында «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни, илһөйәрлек фестивале үтте. Мәртәбәле сара Башҡортостан район-ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары иғтибар үҙәгендә булды. Фестивалдә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, төрлө минстрлыҡ-ведомстволар тарафынан халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтелде. Берҙәмлек һәм илһөйәрлек байрамы хаҡында киләһе сюжетта.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Исхаҡ Ғүмәровҡа арналған хәтер кисәһе үтте

Батыр иҫтәлегенә. Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, полк командиры, гвардия подполковнигы, бихисап ордендар һәм миҙалдар кавалеры Исхаҡ Ғүмәровтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Геройҙың данлы яу юлын уҡыусылар өйрәнгән.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районында «Табын-Фест» йәштәр фестивале үтте

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватан һаҡсылары йылына арналған сара «Бәйге» ярышын да үҙ эсенә алды. Атап әйткәндә, бесән төргәген әйләндереү, төрлө ҙурлыҡтағы бүрәнәләрҙе күсереү, арҡан тартыу кеүек һынауҙар әҙерләнгәйне. Шулай уҡ «Табын батыры» менән «Табын һылыуы» конкурсы ла үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Беренселәр саҡырыуы» Бөтә Рәсәй проектының төбәк этабы үтте

Йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән проектта 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар-малайҙар ҡатнаша. Этап муниципаль кимәлдә еңеү яулаған иң яҡшы 23 команданы осраштырҙы. Фестивалдә ҡатнашыусылар биш дисциплинала - һыҙыҡ уйнау, гимнастика, резинка аша һиккереү,спорт скакалкаһын ҡуллана белеү кеүек йүнәлештәрҙә көс һынашты.
👍1