БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
1-се курс студенттары фестивале уҙғарыла

Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сара 4-се сентябрҙә Көрәш һарайында үтәсәк. Студенттарҙы беренсе курсҡа ҡабул итеү йолаһын йыл һайын уҙғарыу ҡарала, тип белдерҙе Республика Башлығы.
1
Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Ҡала советы депутаттары Ленин районында ике урамға исем биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәшит Шәкүр - Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле яҙыусы, профессор, Халыҡ-ара төрки академияһы академигы. Мәстүрә Саҡаева билдәле табип, ул Ҡыуатов исемендәге дауаханала бөйөр ауырыуҙары үҙәгенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Республикала урология һәм нефрология хеҙмәттәре үҫешенә ҙур өлөшө индерә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда инвесторҙар өсөн 1400 буш майҙансыҡ әҙер

Былтыр Башҡортостандың үҫеш корпорацияһына яңы производство төҙөргә урын һорап 80 эшҡыуар мөрәжәғәт иткән. Быйыл әле үк 30 мөрәжәғәт бар. Уның иллеһен «Инвестиция сәғәтендә» тикшерҙек, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыла Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры эшҡыуарҙар менән осрашыу үткәрҙе

Иң әүҙем һәм креатив эшҡыуарҙар Туймазыла эшләй. Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров район эшҡыуарҙары менән осрашыуҙа белдерҙе. Һөйләшеү диалог форматында үтте. Туймазының бизнес йәмғәтселеге менән осрашыу тәүгеһе түгел, әлегә тиклем был сара республиканың ете муниципаль берәмегендә үткән. Эшҡыуарҙар менән осрашыу Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. Бизнес форумда республиканың барлыҡ министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡатнаша.
3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатты

Ярҙам алғы һыҙыҡҡа республиканан тупланған ҙур конвой составында барып етәсәк. Махсус хәрби операция башланғандан алып муниципалитет хәрбиҙәргә 20 тапҡырҙан ашыу ярҙам йыйған. Һәр ылау яугирҙарҙың теләген иҫәпкә алып туплана. Был юлы яугирҙарға 2 УАЗ автомобиле, мотоциклдар, төҙөлөш материалдары һәм шәхси посылкалар ебәрелде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт моңо фронтта яңғырай: артистар һәм ирекмәндәр яугирҙарҙы ҡеүәтләне

Батыр йөрәкле башҡорт ҡыҙҙары йәнә алғы һыҙыҡта. «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларындағы хәрби берләшмәләрҙә булды. Был сәфәр яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеү һәм көс биреү маҡсатында ойошторолдо.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән йәш ғалимә – Рәсәйҙең «ТОП-1000» университет стартаптары араһында беренсе

Өфөнән йәш ғалимә Айгөл Шадрина икенсе йыл рәттән Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының «ТОП-1000» университет стартаптары рейтингында беренсе урын яулаған Уның Вуз-ара кампуста тормошҡа ашырылған «Киләсәк образы» мәғариф проекты Рәсәйҙең сәнәғәт предприятиеларына үҙ төбәктәрендә үҫмерҙәр менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыуға булышлыҡ итә.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы ултырышында ҡатнашты. Сараны сәйәси фирҡәнең рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы.
Ултырышта башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Дмитрий Медведев белдереүенсә, әле партия сафын яңы көстәр менән тулыландырыу буйынса әүҙем эш алып барыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә идара кадрҙарын әҙерләү федераль программаһының күсмә модуле эшләй башланы

Өфөлә идара кадрҙарын әҙерләү федераль программаһының күсмә модуле эшләй башланы. Президент академияһы базаһында тормошҡа ашырылған курс үҙ белемдәрен киңәйтергә һәм системаға һалырға теләүсе тәжрибәле идарасылар өсөн тәғәйенләнгән. Программала 12 модуль. Һәм уларҙың береһе - милләт-ара һәм конфессиональ мөнәсәбәт мәсьәләләренә арналғанын ҡатнашыусылар Башкортостанда өйрәнә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан геройҙары» проекты икенсе этапҡа күсә

«Башҡортостан геройҙары» проектының 150 шәхсән әңгәмә һынауы үтеүсенең яртыһы ғына киләһе этапҡа һайлап алына. Унда ҡатнашыусылар араһында ветерандар ҙа, отпуск ялына ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Радий Хәбиров тәҡдиме менән 24 февралдә ойошторолдо.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡъяр тау колледжында тәүге тапҡыр дәүләт аттестацияһы үҙ урынында үтте

Аҡъяр тау колледжы студенттары тәүге тапҡыр үҙ уҡыу йортонда биш йүнәлеш буйынса дәүләт аттестацияһы үтте. Быға тиклем уларға имтихан тотоу өсөн Учалы һәм Сибай ҡалаларына йөрөргә тура килгән. Хәҙер колледжда уҡ атесттация үтеү өсөн генә түгел, ә уҡыу процессын яҡшыртыу өсөн заманса шарттар тыуҙырылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районынан Федоровкаға илткән автомобиль юлында ремонт эштәре бара

Стәрлебаш районынан Федоровкаға илткән автомобиль юлында ремонт эштәре бара. Әлегә ике саҡрым участкала яңы асфальт ҡатламы түшәлгән. Объектты яңыртыу буйынса пландар һәм файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты - киләһе материалда
👍1
Стәрлетамаҡта "Ҡала алдындағы ҡаҙаныштар өсөн" билдәһе булдырылды

Ул иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау, ирекмәнлек һәм башҡа өлкәләрҙә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән граждандарға бирелә. Дәғүәселәрҙе предприятие һәм ойошмалар тәҡдим итә, ғаризаларҙы махсус комиссия ҡарай.
👍1
Өфө менән Силәбене “Ҡарлуғас” электр поезы тоташтыра

Яңы тимер юл маршруты 1 июлдә асыла. Был турала Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән белдерәләр. Киләһе йылда Рәсәй тимер юл компанияһы Өфөнән Һамар һәм Магнитогорскиға тиклем “Финист” һәм “Ҡарлуғас” электр поездарын ебәрергә ниәтләй.
👍2
Өфөлә тротуарҙарҙы яңыртыу эштәре бара

Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, быйыл 81 биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла. Күп эш "Белемгә юл" проектына ярашлы алып барыла. - Маҡсат 1 сентябргә тиклем мәктәптәр һәм балалар баҡсаларына уңайлы һәм хәүефһеҙ юл булдырыу, тип яҙа Ратмир Мәүлиев.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт сәнғәте – Рәсәйҙең иң юғары театраль премияһы менән билдәләнде

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры Рәсәй милли театраль премияһынан бер юлы алты «Алтын битлек» алып ҡайтып килә. Төбәктәр араһында был иң күп награда. Республика өсөн дә рекорд. Быға тиклем беҙҙең театрҙар бер юлы был тиклем премия алғандары юҡ, тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда саҡта улар осрашыуҙарҙа булған, йорт мәшәғәттәрен хәл иткән. «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда үткән тантанаға Ватан һаҡсыларын оҙатырға ғаиләләре, туғандары һәм дуҫтары килде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы саҡырылыш буйынса тәүге эшелон оҙатылды

Бөгөн яҙғы хәрби саҡырылыш нигеҙендә егеттәрҙе әрме сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Һауа шарттарына ярашлы сара хәрби комиссариаттың эсендә ойошторолдо. Буласаҡ ил һаҡсыларына республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, хәрби хеҙмәт ветерандары, дин әһелдәре изге теләктәрен еткерҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды

Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды. Баш ҡалаға Мурманск, Ульяновск, Воронеж һәм башҡа өлкәләрҙән , Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм мәғлүмәтләштереү буйынса үҙәге ғилми-тикшеренеү институтынан делегациялар килде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡорамалдарын утыҙҙан ашыу ғаилә аласаҡ

Башҡортостанда социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ғаиләләргә gsm-модуль менән йыһазландырылған янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар тапшырыла башланы. Быға тиклем уны инвалидтар ғына ала ине. Хәүеф янаған осраҡта ҡоролмаға беркетелгән сим-карта ярҙамында яуаплы хеҙмәттәргә, ауыл советы хакимиәте һәм йорт хужаһына сигнал килә. Программалау эше менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.
👍2