БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙел ҡалаһында һыу аҫты һунары фестивале үтте

Ағиҙел ҡалаһында һыу аҫты һунары фестивале үтте. Ике көн дауам иткән сарала илдең 12 төбәгенән 35 команда, йәғни 105 һунарсы ҡатнашты. Ярыш Ағиҙел йылғаһы акваторияһында уҙғарылды. Беренсе урынды Ҡазандан килгән команды алды, коллектив 50 кг ауырлыҡтағы йәйен тотто.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте

Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте. Аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусыларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан медицина учреждениеларна 31 автмобиль асҡысы тапшырылды. Транспорт саралары «Медицинаның беренсел звеноһын яңыртыу» милли проекты буйынса алынған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Медицина хеҙмәткәрҙәренә – дәүләт һәм ведомство наградалары

Фиҙаҡәрлеккә - абруйлы награда. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында ла һөнәри байрам уңайынан 200-ән ашыу медицина хеҙмәткәренең хеҙмәте һәм шәхси ҡаҙаныштары дәүләт һәм ведомство наградалары менән билдәләнде. Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп, тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып барыусыларға Лука Крымский миҙалы, «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе, Почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Петербург форумында: иҡтисад, мәҙәниәт һәм милли брендтар

Илдең төньяҡ баш ҡалаһында Халыҡ-ара иҡтисади форум эш башланы. Дүрт көн дауамында барасаҡ күләмле сара Рәсәй төбәктәренән тыш, донъяның 92 сит ил ҡунаҡтары ҡатнашлығында үтә. Форумдың тәүге көнөндә төбәк ресторандары менән бергә, дүрт автор гастрономия проекттары асылды. Улар араһында беҙҙең милли аш-һыуҙарҙы тәҡдим иткән «Башҡортостан» рестораны ла бар. Быйылғы форумда республика традицион мәҙәниәт аша фәнни-технологик йүнәлештәге килешеүҙәр төҙөү маҡсатында эш алып барасаҡ.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Пилотһыҙ авиация үҫешендә Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында тәҡдим ителгән төбәктәрҙе «дронофикациялау» пилот рейтингында өсөнсө урын яуланы.
Рейтингты төҙөүселәр илдең 47 төбәгенең пилотһыҙ осоу тармағын үҫтереүгә йәлеп ителеүен баһалаған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте.
3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Патриот» паркында Башҡортостандың география уҡытыусылары менән осрашты

Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» паркында Башҡортостандың география уҡытыусылары менән осрашты. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә педагогтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Тап улар ярҙамында мәктәп уҡыусылары тирә-яҡтағы мөхитте өйрәнә. Шулай уҡ был фән «Ватан» төшөнсәһе менән дә айырылғыһыҙ.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә

Бында республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар документ туплай, банк иҫәбе аса, медицина тикшереүе үтә һәм кәрәкле анализдар тапшыра. Контракт буйынса килешеүҙе 18 йәштән алып 65 тиклем ир-егеттәр төҙөй ала. Башҡортостанда контракт килешеүе төҙөүсе ир-егеттәргә түләүҙәр һәм шулай уҡ ғаиләләренә төрлө ярҙам сараһы ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн хәрби комиссариатҡа йәки республика һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
2
Башҡортостан сит илдәрҙә Discover Russia тигән бренд менән танытыла

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы бренд координаторы - Стратегик башланғыстар фонды менән килешеү төҙөлдө. Республика ведомствоһы башлығы Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, милли туристик бренд системаһына ҡушылыу Башҡортостан туристик индустрияһы үҫешендә ҙур аҙым булып тора. Беҙҙең республиканан тыш Discover Russiаға 24 төбәк ҡушылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумының икенсе көнө эш башланы

Күләмле сара донъяның 140 иленән 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында үтә. Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәй төбәктәре менән бергә, Башҡортостан стенды иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштыра. Көн дауамында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Форум барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтә.
👍21
Башҡортостанда ҡырағай йәнлектәр һаны артҡан

Республика урмандарында айыу, ҡоралай һәм мышылар күбәйгән. Ҡырағай хайуандарҙы аулаған һунарсыларға дәртләндереү сараһы булдырырға ниәтләйҙәр. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Бындай башланғыс йәнлектәр араһында ҡотороу осраҡтарын кәметеү маҡсатында булдырыла.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһенә Ҡалтасы районынан гуманитар ылау килеп етте

Хәрбиҙәргә тәгәрмәсле мунса. Махсус хәрби операция биләмәһенә Ҡалтасы районынан гуманитар ылау килеп етте. Был юлы урындағы халыҡ яҡташ яугирҙарына 4 техника оҙатҡан. Шуларҙың береһе үҙгәртеп ҡоролған «ПАЗ» автобусы. Уны оҫталар мобиль мунса итеп эшләгән. Эске яғында мейес, йыуыныу бүлмәһе, эләүкә һәм кейем элгестәр бар. Был мунса яугирҙарға фронт шарттарында таҙалыҡты һаҡларға, ял итергә ярҙам итәсәк.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ирекмәндәре яугирҙар өсөн Рәсәй флагын үрә

Халыҡ фронты «Маскировка Щит Өфө» ирекмәндәре хәрәкәте менән берлектә Рәсәй флагын үреп, уны яугирҙарға тапшырырға ниәтләй. Дүрт квадрат метр ярым ҙурлыҡтағы триколорҙы эшләү өсөн оҫталарға ни бары бер сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителде. Сөнки бында маскировка селтәрҙәрен үреүгә оҡшаш техника ҡулланыла.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Берҙәмлектә - көс» хәйриә концертты уҙҙы

Өфөлә «Берҙәмлектә - көс» хәйриә концертты уҙҙы. Сараға махсус хәрби операция яугирҙары, уларҙың ғаилә ағзалары, фронтҡа ярҙам итеүсе ирекмәндәр саҡырылды. Концерт алдынан хәрбиҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмалары тапшырылды. Тантана «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Ҡунаҡтар алдында билдәле артистар сығыш яһаны. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙамға йүнәлтеләсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған

Өфөлә 19 йәшлек студент тракторсы булып эшләй башлаған. Әҙилә Мирғаязова йәйге каникул ваҡытында ял итеп кенә ятмай, ә яңы һөнәр үҙләштерә. Ҡыҙ Октябрь районының Төҙөкләндереү хеҙмәтендә эшләй.
👍2
Башҡортостан паралимпия спортсыһы Мексикала 5 миҙал яуланы

Эмиль Сәлимгәрәев Халыҡ-ара паралимпия комитетының донъя серияһы этабында ҡатнашты. Ул 1 алтын, 3 көмөш һәм 1 бронза наградаға лайыҡ булды. Турнирҙа 26 илдән 282 спортсы сығыш яһаны, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан.
👍2
Республика баш автоинспекторы халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Ул ата-әсәләрҙе балаларын һаҡларға өндәй. Өфөлә мотоцикл йөрөткән үҫмер арба этеп барған тиҫтерен бәрҙерә. Коляскала ике айлыҡ сабый ятҡан була. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бөтә балалар ҙа имгәнә. “Үҫмер водителдәр ҡатнашлығында юл ҡазалары артыуы күҙәтелә. Өлкәндәр бәлиғ булмаған балаларға руль артына ултырыуҙы тыйырға тейеш. Юл уйнай торған урын түгел. Ҡыҙ һәм малайҙарға ҡағиҙәләрҙе аңлатығыҙ”, - тип яҙа социаль селтәрҙә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Республикала “Рулгә ултырма, малай” тигән акция иғлан ителде. Шулай уҡ “Иғтибар, балалар” тигәне лә дауам итә. Өфөлә “Автобус” операцияһы барышында пассажир транспорты торошо һәм водителдәр тикшерелә.
1👍1
⚡️ Башҡортостанда йәйге хәүефһеҙ миҙгел: тура бәйләнеш

Урман һәм йорт янғындары, һыуҙағы фажиғәләр, талпандар, ҡырағай хайуандар менән осрашыу – киҫкен хәлдә нимә эшләргә?

Тейешле ведомство белгестәре һеҙгә:

- янғын мәлендә йәки һыуҙа нисек үҙеңде тоторға һәм башҡаларға ярҙам итергә;

- балаларығыҙҙы өйҙә һәм урамда ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һаҡлар;

- талпандан, эттән нисек һаҡланырға һәм тешләгәндә нимә эшләргә;

- йылан йә башҡа ҡырағай йәнлек осраһа, нимә эшләргә;

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты БСТ телеканалында тура эфирҙа ҡарап белергә мөмкин.
⚡️ Тура эфирҙы ҡарағыҙ: https://vkvideo.ru/video-27097047_456291220
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумының икенсе көнө үтте

Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы быйыл донъяның 140 иленән 20 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Тәүге тапҡыр ул 1997 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының Таврический һарайында үтә. Ошо ваҡыттан күләмле сараға әүерелә. Бөгөн ул Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит ил вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындыра.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара

Кушнаренко районы Сайрыш йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү эштәре пландан алда бара. Өфө-Ырымбур трассаһының М-12 юлына тоташҡан ерендә урынлашҡан ҡоролманы ремонтлау быйыл мартта башланғайны. Төҙөүселәр эштең яртыһын теүәлләгән дә инде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда патриотик тәрбиә тураһындағы закон үтәлеше тикшерелде

Өфөлә «Башҡортостан республикаһында патриотик тәрбиә тураһындағы» законды тормошҡа ашырыу буйынса парламент тыңлауҙары үтте. Ҡануниәт 2023 йылда үҙ көсөнә ингәйне. Документҡа ярашлы тәрбиә биреү системаһына үҙгәрештәр индерелә, уның яңы йүнәлешетәре һәм формалары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары даирәһе киңәйә.
👍1