БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан Республиканың төп телеканалы музейында асыҡ ишектәр көнө үтте

Тәүге тапҡыр тормошҡа ашырылған сараға килеүселәр радио һәм телевидение тарихы менән яҡындан танышты. Уларға бай мәғлүмәт тупланған ике тиҫтәләп стендттан тыш, фондта һаҡланған яҙмалар ҙа күрһәтелде. Шулай уҡ экскурсияға килеүселәр уҙған быуаттан бөгөнгө көнгә тиклем файҙаланылған радио һәм телевидение ҡоролмаларын да ҡараны. Улар менән тармаҡ үҫешендә торған ветерандар үҙҙәре таныштырҙы.
👍1
Башҡортостанда эсәр һыу ҡоролмалары яңыртыла

Быйыл 4 объектты төҙөү һәм 17 урында ремонт ҡаралған, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Был 37 мең кеше өсөн коммуналь хеҙмәт сифатын яҡшыртырға тейеш. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. 2023-2024 йылдарҙа республикала 21 объект ремонтланған.
👍1
Тыуған илгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә

«Атайсал» форумында МХО яугирҙарына һәм ғаиләләренә күрһәткән ярҙамы өсөн ирекмәндәр юғары наградаларға лайыҡ булды.

Улар күсмә студияла ҡунаҡта - Салауат һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан МХО яугирҙары әсәләре, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды Рәйзәнә Солтанова һәм Раушания Рамаҙанова.
https://vkvideo.ru/video-27097047_456290316
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров йәш ғалимдар менән фәнде үҫтереү буйынса осрашты

Йәш ғалимдарға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары һәм күләмле төҙөлөш проекттары. Республика башлығы Радий Хәбиров төбәктең юғары уҡыу йорттары ғилми хеҙмәткәрҙәре, аспиранттары менән осрашып, фән һәм юғары белемде үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш менән таныштырҙы.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте

Бөгөн Өфөлә «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Илһөйәрлек ҡоронда илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән делегаттар ҡатнашты, сара ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы тәбрикләне. «Атайсал» реаль эштәргә нигеҙләнгән дөйөм халыҡ хәрәкәтенә әйләнде, тине Радий Хәбиров. 4 йыл элек старт алған проект бөгөн 7 меңдән ашыу кешене берләштергән күләмле майҙансыҡ, уның сиктәрендә 31 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы 1 миллиард 750 миллион һум тирәһе.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Рәсәйҙең яңы биләмәләренә гастроле тамамланды

Бөгөн ижади коллектив Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч һәм Луганск ҡалаларында сығыш яһаны. Иң тәүҙә яҡташтарыбыҙ Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекста булды.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл биләмәһендә хәтер мемориалы төҙөлә башланы

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл биләмәһендә хәтер мемориалы төҙөлә башланы. Урындағы халыҡ меценаттар менән берлектә аҡса йыйып яугир олатайҙарҙың исемен мәңгеләштерҙе. Мемориал майҙанын төҙөкләндереү эштәрен ауылдаштар тулыһынса үҙ көсө менән башҡарған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡ-ара музейҙар көнөндә Республиканың төп телеканалы музейында асыҡ ишектәр көнө үтте

Тәүге тапҡыр тормошҡа ашырылған сараға килеүселәр радио һәм телевидение тарихы менән яҡындан танышты. Уларға бай мәғлүмәт тупланған ике тиҫтәләп стендтан тыш, фондта һаҡланған яҙмалар ҙа күрһәтелде. Шулай уҡ экскурсияға килеүселәр уҙған быуаттан бөгөнгө көнгә тиклем файҙаланылған радио һәм телевидение ҡоролмаларын ҡараны.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев»тың баш тренеры Виктор Козлов яңы контрактҡа ҡул ҡуйҙы

Килешеү ике йылға иҫәпләнгән һәм эш хаҡы йылына 45 миллион һум тәшкил итәсәк. Виктор Николоевич 2022 йылдан юлаевсылар менән етәкселек итә. Быйылғы миҙгелдең даими чемпионатын Өфө клубы Көнсығыш конференцияла икенсе урында тамамланы. Плей-оффта яҡташтарыбыҙ ярымфиналға тиклем барып етте, унда Ярославлдең «Локомотив»ынан серияла 1:4 иҫәбе менән отолдо.
2👍1
Башҡортостанда электр самокаттар ҡатнашлығында авариялар теркәлә

Быйыл ғына 112 Системаһына 120-нән ашыу хәбәр ҡабул ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, улар самокаттан ҡолау, автомобилгә, йәйәүлегә бәрелеү осраҡтары менән бәйле. Электр самокатта иҫерек килеш йөрөргә ярамай. Транспортта бер юлы бер генә кеше булыуы шарт.
👍1
"Салауат Юлаев" командаһының төп уйынсыларын һаҡлап ҡалыу маҡсаты ҡуйыла

Был турала клубтың генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. Хоккейсылар даими беренселектә сығыш яһаны, плей-офта ҡатнашты. Ҡайһы бер позицияларҙы ғына нығытырға кәрәк, тине ул. "Салауат Юлаев" КХЛда Гагарин Кубогы өсөн көрәштә ярым финалға етте. Бронза миҙалдар яуланы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетында авиация көнө үтте

Йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ойошторолған сара аэропорттың һынау комплексында уҙҙы. Байрамда хәрби авиация күргәҙмәһе, концерт , уйындар ойоштролдо. Сарала самолеттар һәм вертолеттар өлгөләренән тыш ҡотҡарыусылар һәм ауыл хужалығы тармағы техникаһы күрһәтелде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәләнде

Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре өс номинацияла баһаланды. Иң яҡшы ауыл, ҡала һәм Өфөнөң мәктәп ашханаһы Мәскәүҙә үтәсәк бәйгелә көс һынашасаҡ. Был юлы ашнаҡсылар жюри ағзаларына ниндәй ризыҡтар тәҡдим иткән?
👍51🥰1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Яҙғы сәскәләр» тип исемләнгән акварель күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан Рәссамдар союзының бәләкәй залында «Яҙғы сәскәләр» тип исемләнгән акварель күргәҙмәһе асылды. Баш ҡала рәссамдарының әҫәрҙәренән тупланған экспозиция менән 13 июнгә тиклем танышырға мөмкин. Ҡыл ҡәләм оҫталары һынлы сәнғәт һөйөүселәргә шау сәскәләр донъяһын хәтерләткән сағыу күргәҙмә тәҡдим итә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Римма Сәйфуллина Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына йырҙар бағышланы

Өфөлө йәшәүсе автор-башҡарыусы Римма Сәйфуллина Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсылары йылына арнап бер-нисә йыр ижад иткән. Римма Генадьевна ҙур сәхнәлә һигеҙ йәшенән. Үҙен Рәсәйҙең патриоты тип иҫәпләй. Ижады,йәштәрҙең илһөйәрҙәр булып үҫеүенә булышлыҡ итер тигән ҡарашта.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә рәсми рәүештә мотомиҙгел асылды

Ғәҙәттәгесә, мотоциклистар уны баш ҡала урамдары буйлап тигеҙ сафтарҙа үтеп билдәләне. Мотомиҙгелгә старт Моторҙар эшләүселәр мәҙәниәт йорто алдындағы майҙандан бирелде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
3🔥1🎉1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ЕГЭ, сәсеү һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Башҡортостан һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшы учреждение тип һайланған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ултырышта берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу, баҫыуҙарҙа сәсеү кампанияһы барышы һәм башҡа эшлекле һорауҙар ҡаралды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Полиметалл» акционерҙар йәмғиәте Сибай тау -байыҡтырыу комбинаты эшен тергеҙә

Башҡортостан башлығы тау-металлургия өлкәһендә эшләүсе предприятие вәкилдәре менән осрашты. «Полиметалл» компанияһы Сибай тау-байыҡтырыу комбинатын модернизациялау маҡсатында һатып алғайны. Осрашыуҙа йәлеп ителәсәк инвестициялар, ҡаланы үҫтереү юлдары барланды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өршәк йылғаһы аша күпер 3 июндән август уртаһына тиклем ремонтҡа ябыла

1980 йылда төҙөлгән объект авария хәлендә тип танылған. Һуңғы тапҡыр ремонт 11 йыл элек яһалған. Булгаков ауылы эргәһендәге Өршәк йылғаһы аша күпер республиканың күпселек райондарына һәм туристик урындарға илткән трассала урынлашҡан. Көн һайын унан 58 меңгә яҡын автомобиль үтә. Шуға күрә төп ремонт эштәре иң аҙ трафик осоронда - июнь һәм июлдә уҙасаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бар төркөм хәрбиҙәр ике аҙна ял иткәндән һуң Донбассҡа, илебеҙҙе нацистарҙан һаҡларға юлланды

Улар мобилизацияланыусылар һәм үҙ теләге менән контракт төҙөүселәр. Яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы Өфөнөң «Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы. Ир-егеттәр тыуған ерҙән көс алған, ғаиләләре, яҡындары менән ял иткән.
👍1