БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын 450 мең һумға алданған

Белоретта йәшәүсе ханым полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул социаль селтәрҙә аҡса эшләү тураһында иғлан күреп ҡалған. Төрлө һылтанмаларға инеп тәҡдим ителгән тауарҙарҙы теркәп барған. Аҡсаһын сығарырға теләгәс уға комиссия түләргә кәрәк тигәндәр. Ҡатын ярты миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.
👏1
Семен Вязовой "Салауат Юлаев"тан китеүе ихтимал

Милли хокккей лигаһының “Сиэтл” командаһы “Салауат Юлаев” ҡапҡасыһы Семен Вязовой менән ҡыҙыҡһына. Был мәғлүмәтте Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында клубтың генераль директоры Ринат Бәширов та раҫланы. 22 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы карьераһын океан аръяғында дауам итергә ниәтләй. Ә бына Шелдон Ремпалдың киләсәге билдәһеҙ. Клуб етәкселеге хоккейсының агенты менән бәйләнеш урынлаштырған. Канада легионерының башҡа командаға күсеүе тураһындағы хәбәр әлегә ысынбарлыҡҡа тап килмәй,- тине Ринат Бәширов.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре 40 процентҡа тамамланған

Башҡортостандың 10 районы хужалыҡтары ярауай культура баҫыуҙарының яртыһын тиерлек сәсеп бөткән. Был иген, техник һәм майлы культуралар. Дөйөм алғанда төбәк буйынса яҙғы сәсеү эштәре 40 процентҡа тамамланған, йәғни бөтәһе 750 мең гектар майҙан сәселгән. Стәрлебаш районы аграрийҙары ла һәр аяҙ көндөң ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша. Ер хужалары мул уңышға нигеҙҙе йыр-моң аҫтында һала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белоретта «Аструм» ҡала баҙарында «Һөт кухняһы»ның яңы таратыу пункты асылды

Белоретта «Һөт кухняһы» н етештереү 2019 йылда башланды. Унда аҙнаһына дүрт тоннаға яҡын һөт эшкәртелә. Предприятие Белорет районын ғына түгел, күрше Учалы, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарын, шулай уҡ яҡын-тирәләге ҡалаларҙы ла продукция менән тәьмин итә.
👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә иң яҡшы иретеп-йәбештереүселәр исемен асыҡланылар

Өфөлә үткән Башҡортостандың иң яҡшы иретеп- йәбештереүселәре ярышында район-ҡалаларҙан 25 һөнәр эйәһе ҡатнашты. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурста студенттар ҙа һынау тотто. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сыр етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты

Яңы производство. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сыр етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты. Инвестиция проектына ярашлы предприятиела етештерелгән сифатлы сыр Бөтә Рәсәй буйынса һатыуға сығарыласаҡ . Бәләбәйгә эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе тимер конструкциялар етештереү предприятиеһында булды. Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәбдрәүеф Гәрәевты Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләп иҫтәлекле бүләк тапшырҙы
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бәләбәйҙә МХО-ла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, ата-әсәләргә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә

Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә. Унда Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан биш йыйылма команда ҡатнаша. Сит илдәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бар. Күләмле спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды. Көсөргәнешле ярыш барышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күҙәтте. Тулыраҡ киләһе материалда.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ете ҡыҙ» ойошмаһы яугирҙарға гуманитар ярҙам һәм йылы һүҙ алып килде

Йырҙары доға булып яңғыраны. Махсус хәрби операция яугирҙары алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова сығыш яһаны. Хәрби-ялан шарттарында үткән концертта уның менән бергә Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Наил Юнысов та йырланы. Яугирҙар янына улар «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән бергә гуманитар ярҙам алып килде.
👍7👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙалдар менән бүләкләнде

Бөгөн Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының бронза призерҙары - «Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙалдар менән бүләкләнде. Сара тантаналы шарттарҙа үтте. Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров лига вице-президенты Андрей Точицкий менән бергә юлаевсыларҙы юғары һөҙөмтәләре менән ҡотланы һәм бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтарыбыҙ 6 йыл эсендә беренсе тапҡыр Гагарин кубогының ярымфиналына етте.
👍2
Джошуа Ливо "Алтын сәкән"гә дәғүә итә

"Салауат Юлаев" һөжүмсеһе Джошуа Ливо КХЛда даими беренселектең иң ҡиммәтле уйынсыһы тип танылыуы мөмкин. Ул "Алтын сәкән" призына дәғүә итә. Дәғүәселәр исемлегендә шулай уҡ "Аҡ барыҫ"тан Артем Ғәлимов һәм "Трактор"ҙан Максим Шабанов бар. Джошуа Ливо был миҙгелдә даими беренселектә 62 осрашыуҙа 49 шайба индереп рекорд ҡуйҙы. Ул 80 мәрәй тупланы.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров заманса янғын һәм авария-ҡотҡарыу техникаһы өлгөләре күргәҙмәһе менән танышты

Экспозицияға яҙғы ташҡын, урман янғындары һәм кешеләрҙе эҙләүҙә ҡулланылған авиация системалары менән пилотһыҙ осоу аппараттары ла ҡуйылғайны. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов атмосфера һауаһы һәм һыу торошо контроле буйынса мобиль химия лабораториялары эше тураһында һөйләне. Ике комплекс та тирә-яҡ мөхитте анализлау өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында ла тәүлек әйләнәһенә эшләй.
👍1
Иң айыҡ ауылдар билдәләнде!

Быйылғы алтынсы тапҡыр үткәрелгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында түбәндәге райондар һәм ауылдар еңеүгә лайыҡ булды:

«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы;
III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы;
III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы.

«Урта тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы;
II урын – Благовар районы, Яныш ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы;
II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы;
III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү киләһе йылдың көҙөнә тиклем дауам итәсәк

Ремонт ваҡытына парк өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ябылып тора. Башҡортостандағы иң боронғо парктарҙың береһенә XIX быуат урталарында нигеҙ һалынған булған. Паркты яңыртыуға 977 миллион һум аҡса йүнәлтелә - сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Төҙөкләндереү барышында паркта йүгереү өсөн юлдар булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын алыштырыу, видеокамералар ҡуйыу ҡаралған. Майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, уны заманса яңыртыу һәм ял майҙансыҡтары менән тулыландырыу күҙ уңында тотола.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дәүләт һатып алыу заказдары тармағы белгестәренең конференцияһы үтте

Республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған сарала тармаҡ белгестәре дәүләт заказдарын үтәүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Федераль үҙәктән килгән эксперттар дәүләт заказдарын алыусылар иғтибарын йыш осраған хаталарға йүнәлтте, 223-сө федераль закондағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге эшләй башланы

Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге эшләй башланы. Бөгөн бында тәүге төркөм хәрбиҙәр һаулығын нығыта. Дауаланыу бушлай. Яугирҙар көн һайын махсус программа буйынса төрлө процедуралар үтә: һаулыҡты нығытыу сараларынан тыш, психологик ярҙам ала. Маҡсат - яу яланынан ҡайтҡан яугирҙың ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыуына булышлыҡ итеү.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Журналистика оҫтаханаһы» еңеүселәре бүләкләнде

Бөгөн Өфөлә «Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт» проекты конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Проект буйынса «Оҫтахана» эксперттары Башҡортостан райондарында уҡытыу семинарҙары үткәргән Матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәренең эшен камиллаштырырға ярҙам иткән. Артабан райондарҙағы киң мәғлүмәт саралары араһында конкурс үткәрелгән.
👍1