Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов мотоциклда 16 илде урап ҡайтты
Донъя буйлап сәйәхәт. Баймаҡ районынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов мотоциклда 16 илде урап ҡайтты. Грузиянан башланған оҙайлы сәфәр Иран, Һиндостан, Таиланд һәм Сәғүд Ғәрәбстанын да үҙ эсенә алды. Дүрт ай эсендә замандашыбыҙ 37 мең километр самаһы юл үтә. Сәйәхәтсе үҙенең ҡайҙа булыуын, ниндәй мажараларға тарыуы менән социаль селтәрҙәрҙә даими таныштырып барҙы. Тыуған еренә аяҡ баҫыу менән башҡорт байкеры үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

👍2🔥1
Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлында ремонт башланды
Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла, әле Шаран районында 5 километрҙан ашыу юл төҙөәкләндерелә. Был трасса Илеш, Саҡмағош Шаран раойндары ауылдарын тоташтыра. Бында көн һайын 1 мең 200-ҙән ашыу машина үтә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.Быйыл был юлдың 12 километры яңыртыла.

👍2
Республика халҡы мутлашыусыларҙан һаҡлана
Бөгөнгә 350 мең кеше үҙ исеменә кредит алыуға сикләү ҡуйған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында 4-се урында. Рәсәйҙә 10 миллион 300 меңдән ашыу кеше кредит алыуҙан баш тартҡан. Бындай ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин.

Ветерандар тураһында мәғлүмәттәр системаға һалына
Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырырға тәҡдим итә. Ошо турала закон проекты әҙерләнгән, ул Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырыла. Берҙәм интернет-ресурста һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандар, һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында мәғлүмәттәр туплана. Архивтағы документтарға һылтанмалар күрһәтелә. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, берҙәм база ветерандарҙың туғандарына, тарихсыларға файҙалы. Ул Еңеү тураһында хәтерҙе һаҡлау мөмкинлеген бирә.

👍1
Башҡортостанда 2 кеше һыу ҡорбаны булған
Ҡотҡарыусылар Салауат ҡалаһы янындағы Ҡорбалы күлдән 35 йәшлек ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарған. Ул күлгә балыҡ тоторға килгән булған. Белорет районы Сосновка ауылында Ағиҙел йылғаһында ир-егеттең кәүҙәһе табылған, уның шәхесе асыҡлана. Урында полиция һәм тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре эшләй, тип белдерәләр Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан.

👍1😱1
Өфөлә Рәсәй халҡы батырлығына арналған поезды ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тематик состав иртәгә тимер юл вокзалына килеп етә. Ул 19 апрелдә Мәскәүҙең Киев вокзалынан юлға сыҡты. Илдең 75 ҡалаһында туҡталыш яһай. Поезд Өфөлә урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем перронда тора. Халыҡ заманса ҡоралдар һәм хәрби техника өлгөләре менән таныша ала. Экспозициялар Рәсәй хәрбиҙәренең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығына арнала. Оборона министрлығы уҙғарған өгөт-пропаганда акцияһы барышында Башҡортостан артистары ҡатнашлығында концерт тәҡдим ителә. Халыҡты һалдат бутҡаһы менән һыйлайҙар.

👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика аграрийҙары 745 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарған
Был планлаштырылғандың 36 проценты. Бер үк ваҡытта хужалыҡтар дым ҡаплау менән дә шөғөлләнә. Эш 1 миллион 114 мең гектарҙа теүәлләнгән. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, иртә культуралар сәсеү менән бер рәттән ужым ашлау ҙа алып барыла. Пландың 96 проценты үтәлгән дә инде. Шул уҡ ваҡытта 321 гектар майҙанда ужым культуралары зыян күреү һөҙөмтәһендә урынына бөртөклө культуралар сәселгән.

Владимир Путин МХО-ла ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеген Александр Матросовтың батырлығы менән сағыштырҙы
Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеген Александр Матросовтың батырлығы менән сағыштырҙы. Был турала Рәсәй президенты Саида Медведева менән Павел Зурубиндың документаль фильмында белдерҙе.
Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеген Александр Матросовтың батырлығы менән сағыштырҙы. Был турала Рәсәй президенты Саида Медведева менән Павел Зурубиндың документаль фильмында белдерҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа юлланды
Бөгөн «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы менән мобилизация буйынса хеҙмәт итеүсе яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа юлланды.
Тантаналы сара «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте. Яҡташтарыбыҙҙы туғандары, дуҫтары һәм Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары оҙатты. Ирек Сәғитов әйтеүенсә, республика, ата-әсәләр исеменә төрлө хәрби частәрҙән беҙҙең яугирҙар намыҫлы һәм батырҙарса хеҙмәт итеүҙәре тураһында рәхмәт хаттары килә.

👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 69-сы мәктәбендә Эдуард Минилбаевтың яҡты иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды
Геройға парта. Өфөнөң 69-сы мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Эдуард Минилбаевтың яҡты иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды. Рәсәйҙе нацистарҙан һаҡлап яу яланында һәләк булған яугирға арналған илһөйәрлек сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

❤2👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Милли музейында «Үҙебеҙҙең геройҙар» тип исемләнгән күргәҙмә үҙ эшен дауам итә
Экспозицияға рәссамдар Вера Фролова, Ольга Винокурова һәм Марат Мөхәмәтйәновтың эштәре ҡуйылған. Тик портреттарҙан ғына торған күргәҙмә Ватан һаҡсыларына арналған. «Миһырбанлыҡ шаһиты» хәйриә фондының башланғысы менән Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында тормошҡа ашырылған проект киң тамашасыға беренсе тапҡыр Мәскәүҙә ойошторолған «Рәсәй халыҡтары» форумында тәҡдим ителгәйне.

👍1👎1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн шәхси парадтар ойошторолдо
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн шәхси парадтар ойошторолдо. 103 йәшлек Рәүфә Насирова, 98 йәшлек Иван Прокофьев һәм 97 йәшлек Анатолий Артемьев йәшәгән өйҙәр алдынан мәктәп уҡыусылары һәм йәш армеецтар тигеҙ сафта атлап уҙҙы. Еңеү маршы көйө аҫтына һауаға Еңеү байрағы күтәрелде.

👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры 34-се миҙгелен япты
Тамашасылар режиссер Фәнис Кәримов сәхнәләштергән Алексей Дударев пьесаһы буйынса «Янып-һүнгән ғүмерҙәр...» өр-яңы спектаклен ҡараны. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сәхнә әҫәрендә батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү темалары асыла. Фойела теләгән һәр кем «Герой Әсәһе. Герой Ҡатыны» күсмә фотокүргәҙмәһе һәм оҫталар йәрминкәһе менән танышты. Кисәнең тантаналы өлөшөндә Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрының бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

🥰1
Өфөлә Белоруссия консуллығы асыла
Бойороҡҡа Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Докумнетҡа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Республика хөкүмәтенә “Өфөлә Белоруссияның генераль консуллығы өсөн ҡуртым йәки һатып алыу шарттарында хеҙмәт һәм торлаҡ биналарын бүлергә, кәрәк булған осраҡта уларҙы Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы төҙөү өсөн ер участкаларын бирергә, шулай уҡ башҡа ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә” тәҡдим ителгән. Консуллыҡ округына Башҡортостан, Ҡалмыҡстан, Удмуртия, Әстерхан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләре инә. Әлеге көндә Өфөлә Белоруссияның Рәсәйҙәге илселегенең бүлексәһе эшләй.

Сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр аталды
ЗАГС реестры һуңғы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙҙарға һирәк исемдәр араһында Шанэль, Амели, Томирис, Юлиана һәм Шахзода. Малайҙарға Тимран, Динияр, Симеон, Эмил һәм Эдуард тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, София, Амелия, Эмилия, Эва, Эмир, Тимур, Әмир,Мирон һәм Марк булған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл 734 проект урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса субсидия аласаҡ
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, халҡыбыҙҙың иң әүҙем, ойошҡан төркөмдәре конкурсҡа үҙ ауылдарын төҙөкләндереү буйынса төрлө идеялар тәҡдим итте. Башланғыстар республика бюджетынан хуплау табасаҡ. Бының өсөн быйыл дөйөм субсидия күләме 700 миллион һумға тиклем арттырылған. Проекттарҙы берлектә финанслауҙа шулай уҡ муниципалитеттар, бағыусылар һәм халыҡ үҙе ҡатнаша. Быйылғы конкурс еңеүселәрен ҡотлайым һәм барлыҡ тәҡдимдәренең уңышлы тормошҡа ашыуын теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

2019 йылдан алып Башҡортостанда алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланып үлеүселәр 30 процентҡа кәмегән
Эскән килеш ҡылынған енәйәттәр 46 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән. Был турала хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ыңғай күренешкә республикала уҙғарылған «Айыҡ ауыл «конкурсы ла ҙур өлөш индерә. Тап уның сиктәрендә ауылдарҙа рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлек һатыу осраҡтары иҫкәртелә, халыҡ сәләмәт тормошҡа ылыға.

Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге асылды
Өфөлә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге асылды. Бөгөн ул тәүге төркөм хәрбиҙәрҙе ҡабул итте. Алда уларҙы ике аҙналыҡ комплекслы реабилитация көтә. Дауаланыу бушлай. Үҙәккә эләгеү тәртибе тураһында киләһе яҙмала.

👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Министрлыҡ вәкилдәре Буранғол һәм Асҡар ауылдарында халыҡ менән экология тураһында һөйләште
Әбйәлил районының Буранғол һәм Асҡар ауылдары халҡы Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибенә райондағы экологик хәл сығарылды, планлаштырылған геологик разведка эштәре мәсьәләһе күтәрелде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Әбйәлил районының Буранғол һәм Асҡар ауылдары халҡы Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибенә райондағы экологик хәл сығарылды, планлаштырылған геологик разведка эштәре мәсьәләһе күтәрелде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары Бөйөк Еңеүгә бағышлап ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашты
«Һәр үҫентелә - ғүмер, һәр үҫентелә - Еңеү». Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте менән Өфө лимонарийы ошондай исем аҫтында ағас ултыртыу буйынса «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап ойошторолдо.

👍3❤1👏1