БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда төрлө һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Фиҙаҡәрлек һәм һөнәргә тоғролоҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров 70-ән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында БСТ телеканалының хәрби хәбәрселәре, шулай уҡ «Әй Йола» төркөмө музыканттары ла булды. Тантаналы саранан киләһе яҙма.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Беренсе тирмә» ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙарға ярҙам күрһәтә

Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Башҡортостандан. Улар «Беренсе тирмә» проекты аҫтында берләшкән. Былтыр ноябрҙән тормошҡа ашырыла башлаған проект буйынса 100-гә яҡын гүзәл зат хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтеп ҡайтҡан. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Республика башлығы рәйеселендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнөнә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек эштәре лә тикшерелде.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәтә

Башҡортостандан Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ һәм юғары оҫталыҡ күрһәтә. Был хаҡта Рәсәй Оборона министрлығына һылтанма менән федерал каналдар хәбәр итә.
6👍1👎1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Алға-Патриот» хәрәкәте активистары Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған автоуҙыш ойошторҙо

Бөгөн Өфөлә «Алға-Патриот» хәрәкәте активистары Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған автоуҙыш ойошторҙо. Патриотик акцияла төрлө ведомстволар, ойошмалар ҡатнашты. Байрамса биҙәлгән 80 автомобиль Өфө урамдары буйлап үтте.
👍21👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө вуз-ара студенттар кампусында ике яҡлы хеҙмәттәшлек нигеҙендә инфарктҡа ҡаршы дарыу уйлап сығарыла

Рәсәй-Ҡытай ғалимдары яңы асыш алдында. Өфө вуз-ара студенттар кампусында ике яҡлы хеҙмәттәшлек нигеҙендә инфарктҡа ҡаршы дарыу уйлап сығарыла. Ул миокард инфарктынан һуң аяҡҡа баҫҡан пациенттарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн генә түгел, ә хәүеф кимәлен дә кәметәсәк. Молекула нигеҙендә эшләнгән яңы дарыу йөрәк функцияларын һаҡларға мөмкинлек бирә.
3
“Айғыр” поезы менән өс мең кеше файҙаланған

Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Туристар араһындағы иң популяр транспорт төрө булған электричка хәрәкәте 1 майҙан тергеҙелде. Йәй дауамында ул Өфө менән Белорет араһын тоташтырып, халыҡты Иҙелбашына ташыясаҡ. Айғыр ҡаяларын күрергә теләгән сәйәхәтселәр өсөн 4 вагондан торған состав әҙерләнә.
1👍1
Башҡортостанда "Һуңғы ҡыңғырау" байрамында хәмер һатылмай

Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итәләр. Республикала шундай закон бар. Талап дөйөм туҡланыу урындарына ҡағылмай. Һуңғы ҡыңғырыу" байрамы 24 майҙа була. Башҡортостанда шулай уҡ Яңы йыл каникулында, Йәштәр, Белем көндәрендә, һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатыу сикләнгән.
1👍1
Социаль фондтан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр

Ғаиләләргә 3 йәшкә тиклемге бала өсөн әсәлек капиталынан айлыҡ аҡса күсерелә. Эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә йәш ярымға тиклем пособие 7 майҙа түләнә. Республикала пенсия түләү көндәре майҙың байрам һәм ял көндәренә тап килмәү сәбәпле, аҡса ғәҙәти график буйынса: почта аша 3 майҙан 25-енә тиклем таратыла, банк иҫәбенә 12, 21 һәм 23 майҙа күсә.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналында «Еңеү яҙы» телемарафоны үтә

9 майҙа республиканың төп телеканалында Бөйөк Еңеүгә арналған «Еңеү яҙы» телемарафоны үтә. Көн дауамында зәңгәр экрандарҙа «Үлемһеҙ полк», хәрбиҙәр һәм техника парады күрһәтеләсәк, бөтә ил яттан белгән йырҙар яңғыраясаҡ.
2
Өфөнөң Хәрби Дан музейы яңы экспонат менән тулыланды

Махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмәлә "Вампир" исемле дошман дроны барлыҡҡа килде. Уны "Салауат Юлаев" исемендәге батальон командиры урынбаҫары "Әмин" ҡушаматлы яугир тапшырҙы. Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, пилотһыҙ осоусы аппаратты беҙҙең һалдаттар быйыл апрелдә Белгород өлкәһендә бәреп төшөргән.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала йәшәүсе ике ветеран Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына юлланды

Баш ҡалала йәшәүсе ике ветеран - Сафуан Басиров менән Родион Лобанов Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына юлланды. Уларҙы илебеҙҙең төп байрамына тантаналы оҙатыу сараһы Өфө Тимер юл вокзалында үтте.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө кадеттары сафта ҡорал менән эш итеү алымдарын күрһәтә

Ҡарауылдарҙы айырыу тантанаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. 15-17 йәшлек ватан һаҡсылары ҡорал менән эш итеү мәҙәниәтен һәм күнекмәләрен үҫтергән күнегеүҙәр комплексын башҡарҙы. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында тантаналы марш менән үтте. Кадет корпусында билдәләүҙәренсә, баш ҡалала йәшәүселәр бындай алымдарҙы күргәне булмаған.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Еңеүҙең 80 йыллығына – фронтовик ғалимдар хаҡында йыйынтыҡ

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ғалимдар өлөшө. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фәнни мәҡәләләрҙән торған йыйынтыҡтарҙың исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡтарға фронтовик ғалимдар тураһында ижади портреттар ингән.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Түбәнге Ләмәҙҙә батыр һалдатҡа иҫтәлек: Хәтип Хәлитовтың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылды

Еңеү көнө алдынан Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында совет һалдаты Хәтип Хәлитовтың ҡәберенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
Хәтип Нариман улы 1942 йылда 20 йәшендә фронтҡа китә, аяуһыҙ һуғыштың бар ауырлыҡтарын кисереп Еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Икенсе һәм өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Мемориаль таҡтаташты асыу сараһында ветерандың туғандары һәм яҡындары уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, ил именлеге өсөн башын һалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән яугирҙарҙың бер төркөмө МХО биләмәһенә юлланды

Бөгөн Өфөнән бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-арена» бой һарайы алдындағы майҙанда уларҙы яҡындары һәм туғандары оҙатты. Хәрбиҙәр ике аҙналыҡ отпускала ғаилә мсьәләләрен хәл итеп тә, көс туплап та өлгөргән. Алғы һыҙыҡҡа улар үҙ әйберҙәренән тыш, хеҙмәттәштәре өсөн посылкалар ҙа алған.
2👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тәүге тапҡыр «Минең атайым - Герой!» билдәһе менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы

Ғорурлыҡ һәм ихтирам билдәһе. Өфөнөң Ленин районында тәүге тапҡыр «Минең атайым - Герой!» билдәһе менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе Владимир Нагорный, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашҡан сарала ул 30 уҡыусыға тапшырылды. Яҡын арала билдәгә Ленин районынан тағы 899 үҫмер эй буласаҡ.
3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге парк реконструкциялана

Әҙерлек 80 процент. Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге парк реконструкциялана. Йәмәғәт бәләмәһен йәйгә, ҡала көнөнә асырға ниәтләйҙәр. «Ирекле яр» проекты буйынса яңыртылған парк йәйгә асыласаҡ, бында ял һәм спорт өсөн бөтә шарттар булдырыла.
3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогы өсөн көрәште туҡтатты

«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогы ярымфиналында «Локомотив»ҡа еңелеп, миҙгелде бронза миҙал менән тамамланы. Республика башлығы Радий Хәбиров уйынсыларға рәхмәт белдереп, баш тренер Виктор Козловҡа эшен дауам итергә тәҡдим итте.
2👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һандар, мәғлүмәттәр, тарихтар. Бер ауылдың Еңеүгә индергән өлөшө.
БСТ каналында яңы тапшырыу.

10 майҙа 12.30 сәғәттә «Һәйкәлдәр нимә хаҡында һөйләй» тапшырыуының яңы сығарылышы күрһәтелә.
3