БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә — һаҡсыл ҡараш

Ҙур тулҡынланыу һәм хөрмәт менән. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары үҙҙәренең яуаплылыҡ биләмәһендәге Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар мемориалын тәртипкә килтерҙе.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районыда Махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егетттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егетттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Илһөйәрлек сараһында ҡаһарман яугирҙарҙың ғаиләләре, ауылдаштар һәм Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Мемориалда алғы һыҙыҡта һәләк булған Денис Иҫәнбаев, Илмир Сәйфетдинов һәм Әмир Ибраҡовтарҙың исемдәре уйылып яҙылған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
🔥31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында «Батырлыҡ дәресе»: йәш быуынға рухи тәрбиә

Илһөйәрлек рухында. Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашыу уҙғарылды. «Батырлыҡ дәресе» нә «Пухляш», «Изя» ҡушаматлы яугирҙар саҡырылды. Осрашыу мәктәп музейында ойошторолдо.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үҙәк хәрби округының Хәрби автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә оҫталыҡтарын камиллаштыра

Максимовка микрорайонында улар аварияға ҡаршы әҙерлек үтә. Инспекторҙарға киләсәктә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы тора. Хәрби автоинспекция хеҙмәткәрҙәренең имтихан тапшырыу мәлен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
👍42
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Майҙың тәүге көндәрендә тыл һәм хеҙмәт ветераны Әҙибә Латипова 95 йәше уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә

Һуғыш йылдары сыныҡтырған замандашыбыҙ исеменә Рәсәй Президенты, республика башлығы һәм башҡала мэрынан ҡотлау хаттары тапшырылды.
🥰21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде

Илгә Еңеү яҙы килтергән атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде.
5🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә

Хәүефһеҙлек маҡсатында урман- яландарҙа, ихаталарҙа усаҡ яндырыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәр өсөн 20 мең һумға тиклем штраф, ә янғын сыҡҡан осраҡта ғәйепле граждандарҙы яуапҡа тарттырыу ҡаралған. Янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн Өфөнөң Киров районында рейд ойошторолдо.
👍21👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҙған тәүлектә Өфө юлдарында 6 водитель эскән килеш руль артына ултырып тотолған

Ҡаланың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың икәүһе медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта.
Иглин ауылында иһә чат-бот ярҙамға килгән. Ваз-2113 автомобиле руле артындағы ирҙең иҫерек хәлдә булыуы тураһында граждандарҙың береһе чат-ботҡа хәбәр итә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары шунда уҡ транспорт сараһын таба.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты

Республика башлығы социаль селтәрҙәрендәге «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитовҡа бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты. Ейәнсура районында йәшәүсе ветеранға 99 йәш.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҡты иҫтәлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө – Валентина Потаповаға 102 йәш

Дәһшәтле һуғыш йылдары, һикәлтәле яҙмыш һуҡмаҡтары... Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова яҙмыш һынауҙарына һынмаҫ рухына һәм уңғанлығына таянып лайыҡлы үтеүсе. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәрҙең фронттағы ҡаһарманлығы һәм тыныс тормоштағы фиҙәҡәр хеҙмәте биттәрен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлө халҡы яугирҙарға йыйған адреслы ярҙам махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте

Гуманитар мәҙәни десант. Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн Дүртөйлө районы халҡы йыйған адреслы ярҙам барып етте. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында дауаланған хәрбиҙәр өсөн концерт ойошторолдо. Тулыраҡ хәрби хәбәрсебеҙ әҙерләгән яҙмала.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Антон Марченко хәйриә марафоны иғлан итте

Уның сиктәрендә спортсы 24 майға тиклем көн һайын 20 километр араны йүгерергә бурыслы. Акцияның маҡсаты - «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәгенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары өсөн инклюзив йәйге сменалар ойоштороуға 100 мең һум аҡса йыйыу. Йүгереүсе менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда төрлө һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр - дәүләт наградаларының күп өлөшө ил президенты ҡултамғаһы менән. Республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, төрлө сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Төбәк етәксеһе тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт һәм республика иҡтисады үҫешенә индергән өлөш өсөн рәхмәт белдерҙе.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда урман ҡануниәте өлкәһендә 200-гә яҡын хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡлаған

Улар буйынса 250 мең һумдан ашыу штраф һалынған. Глонасс системаһы менән портатив навигатор инспекторҙарҙың рейдтар ваҡытында иң ҙур ярҙамсыһы. Тәбиғәт һаҡсылары тәүлек әйләнәһенә внедорожникта патруллек итә, тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә километр юл үтә. Кешеләр менән осрашҡанда уларға тәбиғәтте һаҡлауҙа яуаплылыҡ тураһында иҫкә төшөрә. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлгә ингән.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей парадына әҙерлек

9 майҙа Өфөнөң Октябрь проспектында Өфө территориаль гарнизон хәрбиҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары, кадеттары тантаналы маршта үтә.Тәүге репетициялар 27 мартта уҡ башланды һәм һәр кесаҙна «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында ойошторолдо. 4 майҙа ла Октябрь проспектында репетиция киң ҡолас менән уҙҙы. 7 майҙағы Еңеү парады репетицияһын иһә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 21 берәмек хәрби ретро-техникаһынан һәм Өфө гарнизоны ғәскәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм заманса хәрби техниканан торған механизацияланған колонна менән берлектә үткәреү планлаштырыла.
2👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыл ветераны Рәсиха Сафина – Еңеүгә өлөш индергән герой быуын вәкиле

Уларҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Быуындары ла нығынмаған көйө тылда фиҙаҡәрлек күрһәтеүсе геройҙар әле лә сафта.Улар илебеҙҙең һынылышлы дәүеренең тере шаһиттары. Тыл ветераны Рәсиха Нурислам ҡыҙы Сафинаның тамырҙары Шишмә районынан. Һуғыш йылдарында яралы һалдаттарға ярҙам иткән хеҙмәт ветераны хәтирәләре хаҡында киләһе яҙмала.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта балалар араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурс үтте

Кескәйҙәр өсөн йыр һәм строй конкурсы. Баймаҡ ҡалаһында тәүге тапҡыр мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурс үтте.
👍31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
74-се йәшендә Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Павел Рюриковичты белгән һәр кем өсөн был көтөлмәгән һәм ҡайғылы хәбәр булды. Беҙҙең сағыу, һәр ваҡыт шат күңелле иптәшебеҙ, Өфөнөң элекке мэры, бөтә ҡала халҡы яратҡан шәхес ине тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда төрлө һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Фиҙаҡәрлек һәм һөнәргә тоғролоҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров 70-ән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында БСТ телеканалының хәрби хәбәрселәре, шулай уҡ «Әй Йола» төркөмө музыканттары ла булды. Тантаналы саранан киләһе яҙма.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Беренсе тирмә» ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙарға ярҙам күрһәтә

Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Башҡортостандан. Улар «Беренсе тирмә» проекты аҫтында берләшкән. Былтыр ноябрҙән тормошҡа ашырыла башлаған проект буйынса 100-гә яҡын гүзәл зат хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтеп ҡайтҡан. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Республика башлығы рәйеселендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнөнә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек эштәре лә тикшерелде.
3