БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. 283 яугирҙы оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында үтте. Тыуған ерендә ял итеүселәрҙең күбеһе отпускты яҡындары менән үткәргән. Яугирҙар сәләмәтлеген нығытып, мәктәптәрҙәге патриотик сараларҙа ҡатнашып рухи көс туплаған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында фельдшер -акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды

Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауыл өсөн был мөһим ваҡиға. Объектты асыу тантанаһынан киләһе репортаж.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ҡыйғы районында сүп-сар эшкәртеү комплексы эшенә старт бирҙе

Ҡалдыҡтарҙы бүлеп йыйыу һәм икенсел сеймалға әйләндереү мөмкинлеге биргән цехтар Өфөлә уҙған Экология форумында видобәйләнеш режимында сафҡа индерелде. Проектты Радий Хәбиров ғинуар айында ғына «Инвестиция сәғәтендә» хуплағайны.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәнәғәт предприятиелар эшмәкәрлек алып барыу өсөн рөхсәт алырға тейеш

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда йөҙҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алырға тейеш. Тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән ойошмалар комплекслы экологик тикшереү үткәс кенә, сәнәғәт эшмәкәрлеген дауам итә аласаҡ. Республикала әлегә 8 предприятие тикшереү үткән.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Управдом» республика форумы үтте

Иң яҡшыларға диплом һәм аҡсалата сертификат. Бөгөн «Күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» конкурсы еңеүселәре билдәләнде. «Управдом» республика форумы сиктәрендә наградаларҙы республика башлығы тапшырҙы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Орск ҡалаһында дамба емерелеү арҡаһында зыян күреүселәргә ярҙам туплайҙар

Орск ҡалаһында дамба емерелеү арҡаһында зыян күреүселәр араһында милләттәштәребеҙ ҙә бар. Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында улар тыуған йорттарын ҡалдырып, таныштарында йәки ваҡытлыса йәшәү пункттарында торорға мәжбүр.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа төнгө клубта 23 йәшлек егетте яңылыш атып үлтереүсе Волгоград өлкәһендә ҡулға алынған

Хоҡуҡ һаҡлаусылар хәбәр итеүенсә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юлда таксиҙы туҡтатҡан. Документтарҙы тикшергәндә пассажирҙарҙың береһе федераль эҙләүҙә булыуы асыҡлана. Ул Марзпетуни Галустян булып сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны артабан Башҡортостандағы коллегаларына тапшырыу өсөн ҡулға ала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика халҡы ярҙамы менән һатып алынған квадрокоптер яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етте

Еңеү ҡошо алғы һыҙыҡта. Республика халҡы ярҙамы менән һатып алынған квадрокоптер яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етте. Заманса дрон «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирына тапшырылды.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән хеҙмәт ветераны йәшәй

Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Ғәбиҙә Мөхөмәтғәли ҡыҙы Шәмсетдинованың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Биш йәшенән тылда сынығып үҫкән быуын вәкиле хәтирәләре киләһе яҙмала.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә кескәйҙәр араһында «Абилимпикс» фестивале үтте

Бәләкәй ашнаҡсы, парикмахер һәм табиптар. Өфөлә 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр араһында «Абилимпикс» фестивале үтте. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар төрлө компетенцияла көс һынашты.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бына, исмаһам, бәхет!

Билдәле йырсы Ришат Төхвәтуллин тәүге тапҡыр улы менән күрешә. Иҫ киткес бәхетле миҙгел.❤️
13👍3🥰1
Республикала талпандар әүҙемләшә

Тәүге талпан ҡаҙалыу осрағы март аҙағында теркәлгән, әле табиптарға 16 кеше мөрәжәғәт иткән. Республика гигиена һәм эпидимиология үҙәге тикшергән бөжәктәрҙә энцефалит һәм боррелиоз асыҡланмаған. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда, дөрөҫ кейенергә кәрәк. Талпан ағаста була тип уйлаусылар яңылыша, ти биология фәндәре кандидаты Дилбәр Ҡыуатова. Талпандың зарарлымы, юҡмы икәнлеге Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә тикшерелә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт.
1
Башҡортостандағы Павловка һыуһаҡлағысы ҙур һыуҙы күтәрерме?

Орск ҡалаһындағы ваҡиғанан һуң халыҡ социаль селтәрҙә ошондай һорау ҡалдыра. Хафаланырға урын юҡ. Гидротехник ҡоролма хәүеф тыуҙырмай, ти белгестәр.
Оператив штаб ташҡынға бәйле хәлде тәүлек әйләнәһе күҙәтә. Уҙған тәүлектә яҙғы ташҡынға бәйле 11 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Әле ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.
2
Өфөнөң 450 йыллығына 450 километр араға йүгереү була

Ультра-марафон июндә өс көн дауамында “Өфө муйынсағы” маршруты буйынса ойошторола. Ул эстафета рәүешендә була. Һәр кемгә 8-10 километр йүгереп үтәргә кәрәк. Марафонда һәр кем ҡатнаша ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша

Тирә-яҡ мөхитте, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлау, ҡалаларҙы төҙөкләндереү даими иғтибар үҙәгендә. Өфөлә үткән Экология форумында ла ошо мәсьәләләр ҡаралды. «ЭКСПО» күргәҙмәләр комплексында үткән форум-күргәҙмәлә халыҡ-ара, ил кимәлендәге эксперттар бергә йыйылды, фекер алышты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районында йәшәгән Нәфисә Ғүмәрованың шиғри йыйынтығы донъя күрҙе

«Балан әсеһе». Саҡмағош районында йәшәгән Нәфисә Ғүмәрованың шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Ҡәләм оҫтаһы китабын махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ейәне Тимур Хисмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлаған. Был хаҡта киләһе яҙмала.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Яугир егет СВО биләмәһенән ҡайтҡан һәм уҡытыусы әсәһенең мәктәбенә килеп ингән!

Тулҡынландырғыс!

🤲 Һәр һалдат әсәһенә ошондай ҡыуанысты кисерергә насип булһын!
10👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө «Рәсәй - спорт державаһы» форумын ҡабул итә

Башҡортостан эстафетаны ҡабул итте! Мәскәүҙә беҙҙең республикаға Пермь крайынан Халыҡ-ара спорт форумының рәсми символы тапшырылды. 2024 йылда Өфө «Рәсәй - спорт державаһы» форумын ҡабул итә. Әле күләмле сараға әҙерлек бара. Бынан тыш баш ҡалала Рәсәй спорт министры Олег Матыцин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Дыуан бульварында Һәм Максим Рыльский урамында ике физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында ҡатнашты.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хәрби подразделениеларына юлланды

Ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хәрби подразделениеларына юлланды. Уларҙы оҙатырға туғандары, хәрби комиссариат һәм власть органдары вәкилдәре килде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «ПрофФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһе үтте

Өфөлә «ПрофФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһенең төбәк этабы үтте. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған күргәҙмә программаһында йөҙгә яҡын эш биреүсе ҡатнашты, йәштәргә улар хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған вакансиялар тәҡдим итте. Шулай уҡ майҙанда урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары тарафынан профориентация эше алып барылды.
2