Башҡортостанда халыҡтың 90,96% Владимир Путин өсөн тауыш биргән
Башҡортостанда Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса ил президентын һайлауҙа Владимир Путин 90,96% тауыш йыйған. Был 2018 йылғы һайлауға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Ул саҡта республикабыҙҙа һайлаусыларҙың 77,69% Путинды хуплағайны.
Халыҡтың 3,64% — КПРФ вәкиле Николай Харитоновты, 2,61% — ЛДПР лидеры Леонид Слуцкийҙы, 1,93% — «Яңы кешеләр»ҙән Владислав Даванковты һайлаған.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты Владимир Путин һайлауҙа йәнә ышаныслы еңеү яуланы
Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты Владимир Путин 15 марттан 17-нә тиклем үткән ил Президенты өсөн һайлауҙа йәнә ышаныслы еңеү яуланы.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙағы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда Владимир Путин өсөн һайлаусыларҙың 90,90 проценты тауыш биргән.

👍3👎3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә һайлау һөҙөмтәләре барланды һәм иртәнге сәғәттәргә бюллетендәрҙең 100 проценты эшкәртелде
Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Президентын һайлауҙа Владимир Путин Башҡортостанда 90,9 процент тауыш йыйған. Өс көн дауам иткән һайлау Башҡортостанда асыҡ, ғәҙел ойошторолдо, тауыш биреү учаскалары законға ярашлы штатлы режимда эшләне.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар юлланды
Ике аҙналыҡ отпуск тамам. Был юлы «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын оҙаттылар. Улар менән һаубуллашырға тормош иптәштәре, яҡындары һәм дуҫтары килгәйне. Яугирҙар уңайлығы өсөн республика тарафынан юғары комфортлы автобустар бүленгән. Алда уларҙы ике көнлөк юл көтә.

❤🔥2🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Батыр рухы менән һуғарылған «Салауат йыйыны» үҙенең 20 йыллығын билдәләй
Республика фольклор байрамы Башҡортостан мәҙәниәтенә ниндәй яңылыҡ индерҙе? Был турала Азат Ғәлиуллин әҙерләгән махсус репортажда

❤5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика халҡы юғары электораль әүҙемлек күрһәткән
Исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 83,73 проценты - 2 миллион ярымға яҡыны гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Владимир Путин 90,9 процент тауыш йыйған. Икенсе урында 3,69 процент менән КПРФ вәкиле Николай Харитонов килә, ә бына ЛДПР партияһынан Леонид Слуцкий өсөн һайлаусыларҙың 2,72 процент тауыш бирһә, «Яңы кешеләр»ҙән Владислав Даванков 1,88 процент йыйған.

❤🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең үҙәк һайлау комиссияһы президент һайлауҙарында тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын барланы
Рәсәйҙең үҙәк һайлау комиссияһы ла үҙенең рәсми сайтында президент һайлауҙарында тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Протоколдарҙың 100 процентын эшкәрткәндән һуң, беренсе урынды Владимир Путин яулай, ул 87,28 процент тауыш йыя. Ҡалған һөҙөмтәләргә килгәндә Николай Харитонов - 4,31, Владислав Даванков - 3,85, Леонид Слуцкий - 3,20 процент тауыш йыйған.

Радий Хәбиров сәйәси кампанияға һығымта яһаны
Беҙҙең алда үҫеш юлындағы алты йыл бар. Барыбыҙ ҙа ил ҡаҙанышы, киләсәге лә беҙ һәм лидерыбыҙ Владимир Путин менән берҙәм эш алып барыу һөҙөмтәһе икәнлеген яҡшы аңлай. Был һайлау илебеҙҙең иҫ киткес берләшеүен сағылдырҙы, тине Радий Хәбиров сәйәси кампанияға һығымта яһап.
Беҙҙең алда үҫеш юлындағы алты йыл бар. Барыбыҙ ҙа ил ҡаҙанышы, киләсәге лә беҙ һәм лидерыбыҙ Владимир Путин менән берҙәм эш алып барыу һөҙөмтәһе икәнлеген яҡшы аңлай. Был һайлау илебеҙҙең иҫ киткес берләшеүен сағылдырҙы, тине Радий Хәбиров сәйәси кампанияға һығымта яһап.
❤🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 313 тораҡҡа һыу баҫыу хәүефе янай
Был турала республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Быйыл да саманан тыш артыҡ оло һыу көтөлмәй, шулай ҙа ҡатмарлыҡтарға әҙер булырға кәрәк , тине Радий Хәбиров. Район башлыҡтары, айырыуса Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфө етәкселеге ташҡынға етди әҙерләнергә тейеш. Тап ошо биләмәләрҙә йылғаларҙың ярҙарынан сығыу ихтималлығы һаҡлана.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәк аграрийҙарына яҙғы сәсеү миҙгелен башлау өсөн 6 миллирд һумға яҡын льготалы кредит хупланған
Ул Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан Башҡортостандың 132 хужалығына бүленәсәк. Ә ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредит механизмын тормошҡа ашырыу өсөн республикаға федераль бюджеттан 486 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ауыл хужалығы эшсәндәренә льготалы кредиттар нисек ярҙам итә? Ентекләберәк киләһе яҙмала.

❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Донбасҡа сираттағы 116-сы гуманитар ылау юлға сыҡты
Гуманитар ярҙам республиканың мобилизацияланған һәм үҙ ирке менән хеҙмәт иткән яугирҙарға тәғәйенләнгән. Йөк машиналарында 4 автомобиль, мобиль мунса, маскировка селтәрҙәре һәм туғандарынан посылкалар. Ылау туплауҙа 2 муниципалитет, республика халҡы, ойошмалар һәм йәмәғәт берекмәләре әүҙем ҡатнашҡан.
Гуманитар ярҙам республиканың мобилизацияланған һәм үҙ ирке менән хеҙмәт иткән яугирҙарға тәғәйенләнгән. Йөк машиналарында 4 автомобиль, мобиль мунса, маскировка селтәрҙәре һәм туғандарынан посылкалар. Ылау туплауҙа 2 муниципалитет, республика халҡы, ойошмалар һәм йәмәғәт берекмәләре әүҙем ҡатнашҡан.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында ата-әсәләргә һәм балаларға психологтар менән осрашыу ойоштолдо
Хәйбулла районында ата-әсәләргә һәм балаларға психологик-педагогик һәм консультатив ярҙам хеҙмәте белгестәре менән осрашыу ойоштолдо. М. Аҡмулла мсемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө, Баймаҡ ҡалаларының республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәктәре белгестәре менән уҡыу саралары райондың бер- нисә ауылында уҙҙы. Сиҙәм ҡасабаһында ойошторолған консультациялар хаҡында киләһе яҙмала.

Өфөлә Ҡырым Республикаһының Һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуының ун йыллығын билдәләнеләр
Ҡырым яҙы. Бөгөн ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуына ун йыл тулды. 2014 йылдың тап ошо көнөндә тарихи ерҙәребеҙ ҡайтарылды. Мөһим ваҡиға уңайынан илдең барлыҡ субъекттарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла тантаналы саралар үтте.

👍1
"Салауат Юлаев" тренеры Константин Кольцов вафат булған
Уға 42 йәш ине. "- Көслө кеше булды, уны хоккейсылар, көйәрмәндәр хөрмәт итте, - тип хәбәр итәләр клубтан. Константин Кольцов юлаевсылар составында сығыш яһаны, Өфө командаһы менән ил чемпионы булды, Гагарин Кубогын яуланы, 2022 йылдан клубтың тренерҙар штабында эшләне."

😢3👍1
Республикала был аҙнала йылғалар торошо күҙәтелә башлай
Бының өсөн Ка-32 янғын һүндереү–ҡотҡарыу вертолеты һәм пилотһыҙ осоҡостар ҡулланыла. Белгестәр шулай уҡ аэрокәмә файҙаланырға ниәтләй. Хөкүмәттә оло һыуға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов әйтеүенсә, боҙ тығыны хәүефе булған урындар асыҡланған. 29 биләмәлә 62 участка билдәләнгән. Республикала ташҡындан зыян күреүселәр өсөн ваҡытлыса 276 йәшәү пункты әҙерләнгән. Унда 37 меңдән ашыу кешене урынлаштырыу мөмкинлеге бар.

Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған
Амур өлкәһе Зей муниципаль округындағы рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелгән. 13 кешенең емереклектәр аҫтында ҡалыуы ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Улар араһында биш яҡташыбыҙ ҙа бар.
«Дүртәүһе — Сибайҙа, берәүһе Учалынан, 31-48 йәшлектәр. Барыһы ла машинист булып эшләй», — тип хәбәр ителә министрлыҡтан.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, шуға бәйле өлкәлә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Әлегә эшселәр менән бәйләнеш юҡ.

😱2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Факты о Радие Хабирове, которые получат огласку впервые.
Что заставляет Главу Башкортостана идти на серьезный риск для жизни? Насколько сложно руководителю республики принимать непопулярные решения, и каким образом Радий Хабиров причастен к «Крымской весне»?
Смотрите большое интервью с Главой Республики Башкортостан в день шестидесятилетия Радия Хабирова. 20 марта в 20:00, только на БСТ.

👍3🔥2🤮1
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле һәм ул урынлашҡан ҡурған реставрациялана
Был турала Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса идаралыҡтан хәбәр итәләр. Эштәр быйыл башлана. Һәйкәлде урынынан алыу планлаштырыла. Реставрация бер нисә йыл барасаҡ. Милли герой Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылдың 17 ноябрендә асылған.

Башҡортостанда “Рәсәй – спорт державаһы” форумы уҙа
Ул Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы барышында, сентябрь-октябрь айҙарында ойошторола. Ил президенты Владимир Путин ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. “Сара республикала спортты һәм физкультураны үҫтереү өсөн өҫтәмә этәргес буласаҡ”, ти "Спартак" физкультура-спорт ойошмаһының Башҡортостан Советы рәйесе Фуат Дәминдәров.