Яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды
Хөкүмәттә кәңәшмә үтте. - 2023 йылда йылғалар ғәҙәттәгенән иртәрәк асылды. Ташҡын тыныс үтте. Был алдан күрелгән сараларға ла бәйле, - тине Премьер-министр Андрей Назаров. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында оператив штаб булдырыла. Боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа алдан уҡ шартлатыу эштәре алып барыласаҡ.

Өфөлә “Диктор тауышы” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтә
Ижади ярыш легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. "6 февралдә Әхәт Мотаһар улының тыуған көнө. Беҙҙең арала булһа, уға 65 йәш тулыр ине. “Был көндө иң оҫта йәш алып барыусыларҙы “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһына саҡырҙыҡ, - ти ярышты ойоштороу комитеты ағзаһы Гүзәл Ситдиҡова.

👍4
"Башҡортостан тауары" проектында ҡатнашыусылар арта
Биш йылда уларҙың һаны 70 процентҡа күбәйгән, тип хәбәр итәләр Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан. "Башҡортостан тауары" беҙҙең республикала етештерелгән сеймалдан әҙерләнә, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Бөгөн республикала 29 мең төр продукция ошондай тамға менән сығарыла.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Хеҙмәт» Бөтә Рәсәй конкурсы премияһы лауреаты Салауат районы Миәшәгәр ауылында йәшәй
«Кеше яҙмышы- Ватан ғорурлығы»номинацияһында еңеү яулаған Илнара Сафинаға Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй. Тормош иптәше махсус хәрби операцияға юлланғас, депутаттар уны яуалы вазифаға тәҡдим иткән. Иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алған Илнара Сафинаға юғары награданы ил Президенты Владимир Путин «Кесе Ватан-Рәсәй ғорурлығы» форумы барышында тапшырҙы. Халыҡ мәнфәғәте, ил берҙәмлеге өсөн хеҙмәт итеүсе менән БЮТ ижади төркөмө лә осоашты.

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә БСТ телеканалы көнө үтә
Ошо уңайҙан ВДНХ майҙанында Башҡортостан юлдаш телеканалына арналған стенд ойошторолған. Күргәҙмә ҡунаҡтары үҙҙәрен зәңгәр экрандарҙа һынап ҡарап, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, республиканың төп телеканалы тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле тамаша менән таныша ала. Ваҡиға урынында БЮТ ижади төркөмө лә эшләй.

Бөр төркөм яугирҙар ике аҙна отпускта булып махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ҡыҫҡа ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөр төркөм яугирҙар ике аҙна отпускта булып махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Өфө-Арена боҙ һарайына яугирҙарҙы оҙатырға туғандары, рәсми вәкилдәр йыйылды. Әммә улар һаубуллашыу өсөн генә килмәй. Республика етәкселеге һәр яугирҙың хәлен һораша, проблемалары бар икән шундуҡ хәл итеү бурысы ҡуйыла.

👍1
“Рәхимов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһына эштәр ҡабул итеү тамамлана
Сара Күмертау ҡалаһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында ойошторола. Конференцияла 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Мәктәп директоры Шайморат Тимербулатов әйтеүенсә, бер нисә йүнәлештә ғилми эштәр ебәрергә була. “Рәхимов уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы Башҡортостандың беренсе Президентының тыуған көнөндә, 7 февралдә үтә. Ғилми эштәр 1 февралгә тиклем ҡабул ителә.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Учалы районында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге менән танышты
Алтын табыуға лицензия бирелгәндә урындағы халыҡ мәнфғәттәре иҫәпкә алынырға тейеш. Был турала Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышында билдәләне. Яуаплы органдар, прокуратура, эске эштәр министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығындағы кәңәшмә Учалыла ойошторолдо. Тап был районда алтын табыуға 47 федераль лицензия бирелгән. Төбәк етәксеһе республикала дөрөҫ рекультивация алып барыу буйынса бер генә ыңғай миҫал булмауын да билдәләп үтте.

Учалыға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров яңыртылған Йәштәр йортонда булды
Төҙөкләндереү эштәре «Рәсәй йәштәре» федераль проекты буйынса ойошторолған. Бинаның Матди-техник базаһын нығытыуға яҡынса 76 миллион һум йүнәлтелгән. Бинаның ишек-тәҙрәләре алмаштырылған, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәү эштәре башҡарылған, заманса ҡорамалдар һәм мебель һатып алынған. Үҙәктә ваҡытты файҙалы үткәреү - белем алыу, фекерҙәр менән алышыу, дискуссиялар, мәҙәни саралар, хореография дәрестәре уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.

Радий Хәбиров Учалы районынан «Портной» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһе менән осрашты
Радий Хәбиров Учалы районынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән «Портной» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһе менән дә осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе Донбасҡа эш сәфәрҙәре барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға мөмкинлек булғанда ғаиләләреһәм туғандарын күрергә вәғәҙә биргәйне. Сираттағы осрашыу барышында Хәрбиҙең әсәһе, ҡустылары һәм һеңлеһенә хәрбиҙән сәләм еткерелде.

Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә БСТ телеканалы көнө үтте
ВДНХ майҙанында Башҡортостан юлдаш телеканалына арналған стенд ойошторолдо. Күргәҙмә ҡунаҡтары үҙҙәрен зәңгәр экрандарҙа һынап ҡарап, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, республиканың төп телеканалы тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле тамаша менән таныша алды. Ваҡиға урынында БЮТ ижади төркөмө эшләне.
ВДНХ майҙанында Башҡортостан юлдаш телеканалына арналған стенд ойошторолдо. Күргәҙмә ҡунаҡтары үҙҙәрен зәңгәр экрандарҙа һынап ҡарап, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, республиканың төп телеканалы тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле тамаша менән таныша алды. Ваҡиға урынында БЮТ ижади төркөмө эшләне.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Урал-Волга буйы археологтары конференцияһын ҡабул итә
56-сы тапҡыр ойошторолған ғилми-ғәмәли форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән 100-ҙән ашыу йәш ғалим ҡатнаша. Ғалимдар тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, һанлы форматҡа күсереү, архелогик экспедицияларҙа, артефакттарҙы өйрәнеүҙә заман технологияларын ҡулланыу буйынса фекер алыша.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Охлебинин ауылында табип амбулаторияһы асылды
Иглин районы Охлебинин ауылында «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса төҙөлгән табип амбулаторияһы асылды. Сарала һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты. Ул шулай уҡ Иглиндә ашығыс ярҙам хеҙмәте подстанцияһы төҙөлөшө менән дә танышты.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә төбәк-ара спорт байрамы уҙҙы
Сәләмәт тормош юлында. Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә төбәк-ара спорт байрамы уҙҙы. Саңғы юлына республиканың 4 районы һәм Пермь крайынан килгән спортсылар сыҡты. Төлгөҙбаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Былтыр район кимәлендә беренсе урын яулаһалар, быйыл иһә республика кимәлендә иң айыҡ ауыл исеменә лайыҡ булып, еңгән аҡсаны ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтмәксе.

👍4❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында Башҡортостандың ветеринария буйынса Төбәк-ара команда-штаб уҡыуҙары үтте
Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған. Борай районында Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарының Төбәк-ара команда-штаб уҡыуҙары үтте. Уның барышында мал һәм ҡош-ҡорттарҙы хәүефле ауырыуҙарҙан аралау һәм юҡ итеү алымдары ҡаралды.

Рәшит Назаровҡа бюст әҙер
Һөйөнөслө яңылыҡ менән бюст авторы Илдус Закиров уртаҡлашты. Бюст күренекле шағирҙың исемен йөрөткән Талбазы башҡорт гимназияһы алдында ҡуйыла.
Был эштә гимназия коллективы һәм өлкән класс уҡыусылары советы ҙур тырышлыҡ һалған. Улар «Мәктәп башланғысын бюджетлау» проектында ҡатнашып, грант алған. Грант аҡсаһына гимназия биләмәһен төҙөкләндереү һәм Рәшит Назаровҡа бюст асыу планлаштырыла.

👍6❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Владимир Путинға студенттар кампусының тәүге бинаһы менән таныштырҙы
Ил президенты Владимир Путин бөгөн Өфөләге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының тәүге бинаһын файҙаланыуға тапшырыуға старт бирҙе.
Ил субъекттарында заманса студент кампустарын асыу буйынса видеокәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров күләмле проекттың планы һәм эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. IQ - паркта фәнни эҙләнеүҙәр, ғилми эштәр өсөн заманса шарттар булдырылған.

Өфөлә «Өйҙә» студенттар форумы үтте
Өфөлә ойошторолған «Өйҙә» студенттар форумы республиканан ситтә уҡыған яҡташтарыбыҙҙы бер майҙанға йыйҙы. Улар өсөн уңышлы карьера төҙөү, стажировкалар үтеү, вакансиялар эҙләү буйынса тематик саралар уҙғарылды. Тыуған яғына эшкә ҡайтырға әҙер аҡыллы быуын менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Өфөлә ойошторолған «Өйҙә» студенттар форумы республиканан ситтә уҡыған яҡташтарыбыҙҙы бер майҙанға йыйҙы. Улар өсөн уңышлы карьера төҙөү, стажировкалар үтеү, вакансиялар эҙләү буйынса тематик саралар уҙғарылды. Тыуған яғына эшкә ҡайтырға әҙер аҡыллы быуын менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ғаилә йылы»на старт бирелде
Тантаналы сара Өфөнөң Колонна залында оойшторолдо. Сараға оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән, ишле бала тәрбиәләгән, ил, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулаған өлгөлө парҙар саҡырылды. Байрам ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Лира Иғтисамова, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне, «Герой-әсә», «Ата-әсә даны» наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында кәсепселек эшмәкәрлеген үҫтереү мөмкинлектәре
Ике республика ҡатнашлығында үткән форумда «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының урындағы ике ҙур компания менән хеҙмәттәшлеккә килешеү төҙөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн Өфөлә яҡтарҙың берҙәм проекттарының береһе тормошҡа ашырыла ла башланы.