Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«112-ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы менән 6 мең ярымдан ашыу кеше ҡуллана
2023 йылда уйлап сығарылған мобиль ҡушымта аша янғын һүндереүселәрҙе, полиция, ашығыс медицина ярҙамын, газ һәм «антитеррор» хеҙмәтттәрен саҡыртырға була. Ул айырыуса телмәре боҙололған һәм ишетеү һәләтен юғалтҡан граждандар өсөн уңайлы. Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенән репортаж.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Донбассҡа алғы һыҙыҡтағы Башҡортостан яугирҙарына 165-се гуманитар ылау оҙатылды
Махcус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡтар, төҙөлөш матералдары 11 фураға тейәлгән. Изге сәфәргә юлланыусыларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбриәкләне,водителдәргә ҡуйылған бурыслы яуаллылыҡ менән башҡарып сығыуҙарын теләне.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта махсус хәрби операция биләмәһе өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса күләмле эштәр дауам итә
Баймаҡта махсус хәрби операция биләмәһе өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса күләмле эштәр дауам итә. Тулыра беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватандаш» журналы Һаҙый Арыҫланов исемендәге конкурста беренсе урын яуланы
«Ватандаш» журналы фронтовик журналист Һаҙый Арыҫланов исемендәге республика конкурсында уңыш ҡаҙанды. Абруйлы конкурс еңеүселәре исеменә 40-лаған журналист дәғүә иткәйне. Жюри ағзалары тәү сиратта Һаҙый Арыҫлановтың ижады һәм тормош юлы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙарына арналған материалдарҙы юғары баһалаған.

Әбйәлил районында ат-спорт клубында шөғөләнеүсе балалар уҡ атырға өйрәнә башланы
«Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә призлы урындар яулаған һыбайлылар Әлшәй районында үткән ярыштарҙа ла яҡшы күрһәткестәргә ирешкән. «Юрға» ат спорты клубында балалар һыбай йөрөргә һәм уҡ атырға бушлай өйрәнә.
«Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә призлы урындар яулаған һыбайлылар Әлшәй районында үткән ярыштарҙа ла яҡшы күрһәткестәргә ирешкән. «Юрға» ат спорты клубында балалар һыбай йөрөргә һәм уҡ атырға бушлай өйрәнә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Руденконың 140 йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияға йомғаҡ яһалды
Шишмә районында бөгөн өс көн дауамында барған Археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференцияға йомғаҡ яһалды. Донъя ғалимдарын берләштергән форум был юлы этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә медиа һәм пиар өлкәһендә эшләүселәр өсөн уҡыуҙар үтте
Башҡортсотандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм ведомстовның йәштәр советы тарафынан ойошторолған «Медиа мәктәп» 70 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ике көнлөк уҡыуҙарҙа эксперттар ҡыҙыҡлы текстар яҙыу, матбуғат саралары өсөн релиз төҙөү, сығыш яһау, видео төшөрөү, мотнажлау һәм нейроселтәр серҙәре менән бүлеште.

👍5