БСТ | Яңылыҡтар
2.37K subscribers
5.25K photos
8.76K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаранда «Шаран турғайы» балалар фестиваль-конкурсы үтте

Кескәйҙәр йыр аша туған теленә һөйөүен белдерҙе. Шаран ауылының Мәҙәниәт йортонда татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Шаран турғайы» балалар фестиваль-конкурсы үтте. Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған конкурста 5 йәштән 14 йәшкәсә 23 уҡыусы ҡатанашты. Сәхнәлә улар татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Brain Bricks» уйындар эшләүселәр клубы йәштәре грант ярҙамында идеяларын тормошҡа ашыра

Дизайнерҙар, программистар һәм рәссамдар үҙҙәренең грант проекттары менән таныштырҙы, тәжрибә уртаҡлашты, яңы уйындар эшләүҙә алдынғы ысулдар хаҡында һөйләне. Александра Ляготина «Килогерц» тигән новелланың демоверсияһын яҙған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә суд приставтары институтына нигеҙ һалыныуға 160 йыл тулды

Радий хәбиров тарихи дата уңайынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Сара ил Президенты Владимир Путиндың видеоҡотлауы менән асылды. Республика башлығы үҙенең сығышында суд приставтарының дәүләт ғәҙеллек системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булыуын билдәләне. Бөгөн һеҙһеҙ суд ҡарарҙарын үтәүҙең, законлылыҡты контролдә тотоуҙың, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың һөҙөмтәле механизмын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, тине Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Суд хеҙмәткәрҙәре көнө үткәрелде

Бөгөн илдә тәүге тапҡыр суд хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Һөнәри байрам Юғары суд рәйесе Игорь Краснов башланғысы менән булдырыла. Был тәҡдим Владимир Путин тарафынан да хуплау таба. Рәсәй суд эштәренең фундаменталь нигеҙҙәрен 300 йылдан ашыу элек Император Петр Беренсе һалған тип иҫәпләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республикала иң ҙур креатив парк барлыҡҡа килеүе ихтимал

Ижад өсөн урын. Өфөлә республикала иң ҙур креатив парк барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бөгөн проект Радий Хәбиров ҡатнашлығында ижади индустриялар сәғәте ултырышында тәҡдим иттелде. 25 мең квадрат метр, тиҫтәләгән студия, ял көндәрендә бушлай оҫталыҡ дәрестәре һәм тәүлегенә ун мең кеше. Бизнесмендарҙың баһаһы буйынса өфөләге ижади паркка тап шул тиклем кеше йөрөйәсәк. Республикала иң ҙур кластерҙы яҡын киләсәктә булдырыу планлаштырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Тарих һаҡсылары» слетында ҡатнашты

Йәш быуын менән эшләү минең өсөн шәхси өҫтөнлөк. Был турала Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, «Юнармия» ның баш штабы етәксеһе Владислав Головин һәм «Беренселәр хәрәкәте»нең идаралыҡ рәйесе урынбаҫары Ксения Янова менән осрашыуҙа белдереҙе.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә

Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы бер нисә юл менән ебәрә алаһығыҙ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Перинаталь үҙәге иң яҡшыһы тип танылды

Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Перинаталь үҙәге-иң яҡшыһы. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында ойошторолған конкурста төрлө күрһәткестәр ҡаралған. Шул иҫәптән, үҙәктең заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыуы тикшерелгән. Дауахананың Перинаталь үҙәге башҡа бала табыу йорттары араһында өлкән пациенттар өсөн реанимация бүлеге булған берҙән-бер учреждение.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы асылды

Бөгөн Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы асылды. Күләмле проект илдең 13 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Башҡорт дәүләт аграр университетында ойошторолған майҙансыҡ менән беренсе көнөндә 700-гә яҡын бала танышҡан.