БСТ | Яңылыҡтар
2.36K subscribers
5.24K photos
8.67K videos
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ Хәйҙәр Вәлиев йәнә ҙур сәхнәлә!

«Дуҫлыҡ» вокал ансамбле «Мультимедиа арт» оркестры менән бергә классик музыка һәм кино сәнғәтен берләштерҙе. Моссовет исемендәге округ йәмәғәт үҙәге сәхнәһендә «Классика һәм кино» тип аталған концерт ойошторолдо.
6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрь дауамында барған Бөтә донъя күкрәк яман шешенә ҡаршы көрәш айлығы тамамланды

Быға бәйле Республика клиник онкология диспансерында ай дауамында шәмбе, ял көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар һөт биҙҙәрен тикшертте: күрһәтмәләр буйынса УЗИ, скрининг маммографияһы үтте. Һөт биҙҙәрен үҙҙаллы тикшереү алымдарын өйрәнде. «Алһыу таҫма» тип исемләнгән акцияһының төп маҡсаты-халыҡҡа күкрәк яман шеше сире проблемаһын, иҫкәртеү ысулдарын аңлатыу, ауырыуҙың иртә билдәләре тураһында мәғлүмәт биреү.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының йәш белгестәре үҙҙәрен «Йөрәгемде һөнәремә бирәм» конкурсында һынаны

Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән, йәш белгестәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған бәйге хаҡында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй мәғариф программаһында уңышлы сығыш яһаны

Компьютер уйындарының стратегик ҡоролош үҙенсәлектәре. Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй мәғариф программаһында уңышлы сығыш яһаны. Владивосток ҡалаһында ойошторолған киберспорт уйындарында Ғафури районы Красноусол ауылының 2-се мәктәбе командаһы ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефе тураһында иҫкәртеү системаһы эш башланы

Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мәжбүри сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйҙы. Күберәк кеше белергә тейеш. Шулай уҡ ултырыш барышында урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефе тураһында иҫкәртеү системаһы эш башланы

Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мәжбүри сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйҙы. Күберәк кеше белергә тейеш. Шулай уҡ ултырыш барышында урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев батальоны яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды

Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр тыуған яғында ике аҙна тирәһе ял иткән. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Салауат Юлаев батальоны-республика ғорурлығы булыуын билдәләне, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле старт алды

Бөгөн Ғафури районында республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле старт алды. «Красноусол» шифаханаһы базаһында уҙғарылған икенсе модулдә ҡатнашыусылар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Социаль эшҡыуар Марина Ғәйнетдинова сумка бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

Улар балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторола. Әммә төрлө ғаилә мәшәҡәттәре оҫта ҡуллы ханымдың эшен туҡтатып торорға мөжбүр итә. Шөғөлдө яңынан тергеҙеүгә дәүләт ярҙамлаша. Атап әйткәндә, льготалы заем бирелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 93 экскурсовод аттестация үткән

Ошо рәүешле, белгестәр үҙҙәренең һөнәри әҙерлеген һәм юғары кимәлдәге экскурсиялар үткәреү һәләтен раҫлаған. Аттестация Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында тест үтеүҙе һәм телдән квалификация имтиханын тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Алынған документ республикала экскурсия эшмәкәрлеген алып барыу хоҡуғын бирә. Кире осраҡта ҙур күләмдәге штраф янай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы 25 йыллығын билдәләй

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Ошо уңайҙан Барҙа районында байрам саралары уҙҙы. Юбилей тантанаһында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Милләттәштәр ҡорон беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Руслан Һәм Людмила» спектакленең премьераһына саҡыра!

Сәхнә әҫәре Берҙәм Рәсәй партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ҡуйыла. Кескәй тамашасыларҙы ниндәй тамаша көтә?
Өфөлә ҡышҡы тәгәрмәстәр уртаса 23 мең һум тора.

“Авито” аналитиктары ошо турала хәбәр итә. Күп водителдәр тәгәрмәстәргә 20 мең һумға тиклем аҡса бүлә алыуы хаҡында белдерә. Өфө водителдәре ҡышҡы резинаны офлайн-магазиндарҙа һатып ала.
Башҡортостанда Владимир Жириновскийҙы иҫкә алалар

2026 йылда уның тыуыуына 80 йыл тула. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән юбилей сараларын әҙерләү һәм уҙғарыу тураһында ойоштороу комитеты булдырыла. Уны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев етәкләй, составка Парламент, Республика башлығы идаралығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Мәҙәниәт министры вәкилдәре индерелгән. Сәйәсмән Владимир Жириновский 2022 йылдың апрелендә вафат булды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хеҙмәт иткән полк гвардия исемен алды

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хеҙмәт иткән 57-се мотоуҡсылар полкына «гвардия» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 57-се мотоуҡсылар полкы яу яланында күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы һәм сыҙамлығы өсөн юғары хөрмәткә лайыҡ булды һәм был тулыһынса беҙҙең яугирҙарға ла ҡағыла, ти яҙған социаль селтәрҙәрҙә
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ирекмәндәр менән осрашты

Бейбаҡты ауылының «Иман» мәсетенә өс яугир килде, улар ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Ике йылдан ашыу ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, костюмдар тегә, окоп шәмдәре етештерә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә сәксәк бешереп, йөн ойоҡбаштар бәйләп оҙата.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала ҡотҡарыусыларға эмоциональ яныу менән көрәшергә ярҙам итәләр

Республикала көн һайын тиерлек ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлә, ҡотҡарыусылар ярҙамға беренсе булып килә. Әммә эш көндәренән һуң уларға ла ярҙам кәрәк, тәү сиратта психологик яҡтан. Эмоциональ яныу менән көрәшеү өсөн хеҙмәткәрҙәргә психологик бушаныу бүлмәһе эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәттән һуң Һәйтәк ауылында уттар янды

Балтас районы Һәйтәк ауылы урамдарында төнгө сәғәттәрҙә лә яҡты. Зәүҡиә менән Рәлиф Әҡсәновтар ейәненең республика Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш ваҡытында мөрәжәғәтенән һуң ауылда уңайлы мөхит булдырыла. Электр бағаналары яҡтыртыла. Тораҡ пункт тормошондағы ыңғай үҙгәреш хаҡында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда сәнәғәт үҫешә: 60 млрд һум инвестициялар һәм 4 мең яңы эш урыны

Яҡынса 60 млрд һумлыҡ инвестициялар һәм 4 меңдән ашыу яңы эш урыны. 2017 йылдан алып Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә төбәктә 202 проект тормошҡа ашырылған. Әйтәйек, Өфө районындағы предприятиеларҙың береһе ярҙам сараларын ҡулланғандан һуң телекоммуникациялар, автоматлаштырыу һәм электрификация өсөн тәғәйенләнгән металл корпус һәм шкафтар производствоһын дүрт тапҡырға арттырасаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ғәрәп теле буйынса курс башланды

Өс көнлөк уҡыуҙар Рәсәй ислам университеты майҙансығында үтә. Унда студенттарға үҙҙәре тел өйрәтеүсе юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм ғалимдар ҡатнаша. Тыңлаусылар ғәрәп телен өйрәнеүҙең алдынғы методикалары менән танышасаҡ. Төп иғтибар практик аралашыуға һәм уҡытыу барышында осраған төп проблемаларға йүнәлтелә.