Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мирауай судьяларҙың эш йомғаҡтары һәм киләсәк бурыстары тикшерелде
Өфөлә мирауай судьяларҙың һәм республиканың суд участкалары аппараты хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтте. Ултырышта мирауай судьялар эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар тикшерелде.
Өфөлә мирауай судьяларҙың һәм республиканың суд участкалары аппараты хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтте. Ултырышта мирауай судьялар эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар тикшерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фехтование — йәшәү рәүеше: Альберт Камаловтың илһам бирерлек тарихы
Яңы үрҙәр яулау өсөн тәү сиратта үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк. Альберт Камалов-фехтование буйынса Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы. Ул 18 йыл элек юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеп, аяғынан яҙа. Биш йыл тирәһе реабилитация үтеп, яңынан йәшәргә өйрәнә, спорт менән шөғөлләнә башлай. Әле фехтование буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, күп тапҡыр чемпион, паралимпия уйындары ҡатнашыусыһы. Альбер Камалов менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда икенсе юғары белем алыусыларға «Юриспруденция» буйынса дипломдар тапшырылды
Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Юриспруденция» йүнәлешендә икенсе һөнәр алыу буйынса дипломдар тапшырылды. Улар барлығы 30 кеше-дәүләт учреждениелары, ведомстволар, эре компаниялар, район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары юриспруденция һөнәре буйынса ҡулына рәсми документ алды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университеты музейы мамонт һәм мөгөҙморон һөйәктәре менән тулыланды
Өфө фән һәм технологиялар университетының Зоология музейы коллекцияһы мамонт һәм мөгөҙморондың һөйәк ҡалдыҡтары менән тулыланды. Экспонаттарҙы Кушнаренко районынан һыу аҫты һунарсыһы Вячеслав Мосунов тапшырған. Ағиҙел йылғаһында табылған палеонтология өлгөләрен тикшергән ғалимдар, уларға яҡынса 15 мең йыл булыуын асыҡлаған.

Өфөлә «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте
Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте. Сара сиктәрендә райондан сыҡҡан билдәле кешеләр ҡатнашлығында пленар ултырыш ойошторолдо. Муниципалитеттың ҡаҙаныштары, киләсәккә пландар билдәләнде.
Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте. Сара сиктәрендә райондан сыҡҡан билдәле кешеләр ҡатнашлығында пленар ултырыш ойошторолдо. Муниципалитеттың ҡаҙаныштары, киләсәккә пландар билдәләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Балет бөтәһе өсөн»: Өфө балалары һәм ололар классик бейеү серҙәрен үҙләштерә
Олоһона ла, кесеһенә балет дәресе. Бер ай дауамында теләге булған һәр кем үҙен бейеү сәнғәтенең иң матур төрө балетта һынап ҡарай, бейеү станогы артына баҫа ала.«Балет бөтәһе өсөн» «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй мәҙәниәт фонды грантына тормошҡа ашырыла. Уның буйынса бушлай классик бейеү нигеҙҙәрен өйрәнергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. Программала шулай уҡ сәхнә йондоҙҙары менән осрашыуҙар һәм сағыу постановкалар ҡаралған.
Олоһона ла, кесеһенә балет дәресе. Бер ай дауамында теләге булған һәр кем үҙен бейеү сәнғәтенең иң матур төрө балетта һынап ҡарай, бейеү станогы артына баҫа ала.«Балет бөтәһе өсөн» «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй мәҙәниәт фонды грантына тормошҡа ашырыла. Уның буйынса бушлай классик бейеү нигеҙҙәрен өйрәнергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. Программала шулай уҡ сәхнә йондоҙҙары менән осрашыуҙар һәм сағыу постановкалар ҡаралған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ Хәйҙәр Вәлиев йәнә ҙур сәхнәлә!
«Дуҫлыҡ» вокал ансамбле «Мультимедиа арт» оркестры менән бергә классик музыка һәм кино сәнғәтен берләштерҙе. Моссовет исемендәге округ йәмәғәт үҙәге сәхнәһендә «Классика һәм кино» тип аталған концерт ойошторолдо.

❤4