БСТ | Яңылыҡтар
2.37K subscribers
5.24K photos
8.62K videos
211 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Ибрай ауылында яҡташтар, бағыусылар ярҙамы менән мәсет төҙөлә

Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр төҙөлөш материалдары, ҡул көсө менән ярҙам итә. Әле иман йорто стенаһы манара күтәрелгән.. Мәсеттең имам-хатибы Рәсим Мәһәҙиев төҙөлөштә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарына рәхмәтле булыуын билдәләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан һәм Татарстан сигендәге яңы күпер асылды

Республикалар араһында күпер. Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһы менән Татарстан сигендә реконструкциянан һуң Ыҡ йылғаһы аша күпер асылды. Объект планлаштырылған ваҡытынан бер йыл алда сафҡа индерелде. Уны файҙаланыуға тапшырыу тантнаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры Алексей Песошин ҡатнашты. Транспорт хәрәкәтенә телекүпер режимында Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин старт бирҙе.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эш сәфәре менән Радий Хәбиров Туймазы ҡалаһында булды

Төбәк етәксеһе Туймазы дәүләт юридик колледжында булып креатив индустриялар йүнәлешендә уҡытыу шарттары менән танышты. Шулай уҡ республика башлығы бишенсе ҡала мәктәбенә капиталь ремонт үткәреү һөҙөмтәһен баһаланы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө үҙәгендә Азамат Юлдашбаевтың күн оҫтаханаһы продукцияһы менән сауҙа итеү нөктәһе барлыҡҡа килде

Ассортимент башлыса ир-егеттәр өсөн тәҡдим ителгән янсыҡ, сумка, билбау кеүек әйберҙәрҙән тора. Барыһы ла милли стилдә эшләнгән. Махсус урын Башҡортостан башлығының креатив индустрия вәкилдәре менән осрашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаттары тағы ла биш журналистҡа тулыланды

Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан булдырылған премияларҙы тапшырыу тантанаһы бөгөн Өфөлә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында үтте.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия-ул юғары хөкүмәт наградаһы, журналистың талантын һәм ҡаҙаныштарын таныу. 1989 йылда Журналистар Союзы тарафынан булдырылған дәртләндереү сараһы 1996 йылдан республика статусына эйә. Республика кимәлендәге бүләккә быйыл профессиональ ҡаҙаныштары һәм ҡыйыу гражданлыҡ ҡарашы булған һәләтле журналистар лайыҡ булды.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
70 йыл бергә: Туймазы районында Ғәбдрәхимовтар бәрәкәт туйын билдәләне

70 йыл бергә.Туймазы районы Кәлшәле ауылында йәшәүсе Зөбәржәт менән Мазһар Ғәбдрәхимовтар бәрәкәт туйҙарын билдәләне. Был күркәм датаны уҙған быуат уртаһынан тормош һынауҙарын бергә үткән пар балалары, ейәндәре һәм бүләләре менән бергә ҡаршы алды. Өлгөлө ғаиләнең бәхет серҙәре менән беҙҙең ижади төркөм ҡыҙыҡһынды.