БСТ | Яңылыҡтар
2.38K subscribers
5.24K photos
8.58K videos
210 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл никахҡа инеүселәр 3 процентҡа артҡан, айырылышыуҙар 28 процентҡа кәмегән

Башҡортостан ЗАГС бүлектәре статистикаһына ҡарағанда, өйләнешеүселәрҙең уртаса йәше 33-35. Загс бүлектәре киләһе йыл никахлашырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул итә башлаған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Атайҙар аллеяһы» барлыҡҡа килде

Йыл да октябрҙең өсөнсө аҙнаһында Атайҙар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә «Атайҙар аллеяһы» барлыҡҡа килде. Ике тиҫтәләп төп ағас Салауат Юлаев проспектында, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы үткән участкала ултыртылды
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль мәғариф программа йомғаҡтары билдәләнде

Үҙ эшеңде үҫтереү буйынса иң яҡшы бизнес-проектҡа - 150 мең һум. Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль мәғариф программа йомғаҡтары билдәләнде. Уның сиктәрендә 60 йәштән өлкәнерәк граждандар эшҡыуарлыҡ буйынса проекттарын яҡланы, уҡыуҙар үтте. Өфөнән инженер-автомеханик Фәрүәз Мөниров та еңеүселәр исемлегендә. Замандашыбыҙ менән беҙҙең ижади төкрөм осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлө ҡалаһында «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһы һәм квиз-уйыны үтте

Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Дүртөйлө районы хакимиәте, урындағы башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре менән берлектә ойошторҙо.
Сарала Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары - Баҡалы, Бүздәк, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Квиз уйындарынан тыш эксперттар алдында туғыҙ команда биш йүнәлеш буйынса презентацияларын яҡланы.
👍3
🙌 «Дуҫтар» проектында ҡунаҡта билдәле блогер Miss Ilnara - Илнара Рахманғолова!

Башҡорт блогерҙары күпме аҡса эшләй икән? Нисек интернет илендә популярлыҡ яуларға? Ни өсөн бөтәһе лә уның менән талаша? Әллә был тик пиармы?

Илнараның шәхси тормошо һәм башҡа күп һорауҙарға яуап ошо сығарылышта!
https://vk.com/video-233002662_456239021
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы шартлауҙа һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы «Авангард» заводында һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә һәм зыян күреүселәргә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шартлауҙан зыян күргән биш хеҙмәткәр Өфө дауаханаларына урынлаштырылған. Уларҙың ғүмерҙәренә хәүеф янамай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан муниципалитеттары «Иң яҡшы муниципаль практика» конкурсында еңеү яуланы

Республика муниципалитеттары 2024 йыл өсөн «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы сығыш яһап, дөйөм алғанда 55 миллион һумлыҡ федераль ярҙам алыуға өлгәште.
Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында билдәләне. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге федераль конкурс комиссияһы илдең 29 төбәгенән 50 иң яҡшы башланғысты һайлап алған. Башҡортостан бер юлы өс еңеү яуланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ространснадзор вәкилдәре менән транспорт хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен тикшерҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Косолапов менән осрашты.
Яңы тәғәйенләнгән вәкил ведомствоның республикалағы эшенә туранан-тура етәкселек итәсәк һәм үҙ бурыстарын үтәүгә тотонған да инде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йырсы һәм йәмәғәт эшмәкәре Ринат Байымов менән хушлаштылар

Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға уның яҡындары, дуҫтары, коллегалары килде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ринат Шәхметдин улының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ырымбур өлкәһенең Пролетар ауылы мәктәбендә башҡорт теле буйынса факультатив курс асылды

Унда беренсе кластан алтынсыға тиклем башҡорт балалары шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәғариф министрлығы, республика мәғарифты үҫтереү институты белгестәре ҡатнашлығында төбәктең туған тел уҡытыусылары өсөн семинар һәм уҡыусыларға асыҡ дәрес үткәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Мостай Кәримде хөрмәтләп иҫкә алды

Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 106 йыл тулыуға арналған саралар илдең төрлө төбәктәрендә уҙҙы. Өфөлә ул әҙиптең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Республика Профсоюздар йорто алдында урынлашҡан скульптура алдында шағирҙың үҙе уҡыуындағы әҫәрҙәр ҙә яңғыраны. Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге фондының быйылғы лауреаттары тәбрикләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Федоровка районындағы «Шәүәли» мәсетенең тәүге юбилейына арналған байрам саралары үтте

Теүәл 10 йыл элек Татар Ҡоро Иҙәге ауылында ҡыҙыл кирбестән манаралы йорт ҡалҡып сыға, унда коллектив доғалар яңғырай, йома вәғәздәре һәм мосолман байрамдары үткәрелә башлай. Революцияға тиклемге осорҙа төбәктә мәсет урынлашҡан була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Һәнәк» журналы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Байрам сараһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Башҡорт телендә айына бер тапҡыр сыға торған сатира һәм юмор журналы тоғро дуҫтарын, авторҙарҙы һәм мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыйҙы. Юбилей сараһында журналға яҙылыу ҙа ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә балалар һәм йәштәр өсөн «Ҡолонсаҡ» беренсе Халыҡ-ара спектаклдәр фестивале тамамланды

Сарала Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән 11 профессиональ коллектив ҡатнашты. Спектаклдәр Өфөнөң төп театр майҙансыҡтарында күрһәтелде. Фестиваль барышында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы менән берлектә семинар-лабораториялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән тарих уҡытыусыһы Юлия Садиҡова «Класс темаһы!» Бөтә Рәсәй телепроекты финалына үткән

Баш ҡалаллағы шәхси мәктәп педагогы телешоуҙың 4-се миҙгеленең ете финалисы иҫәбенә ингән.
Тарих фәне дәрестәре ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Юлиә Садиҡова үткәнде- заманса алымдар ҡулланып аңлатҡанға, уҡыусылар теманы еңел үҙләштерә.