Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә гармун һәм баяндарға арналған музей булдырыласаҡ
Башҡортостанда беренсе гармун музейы асылыуы ихтимал. Өфөлә музыка ҡоралдарын ремонтлаусы ойошма яҡын арала һирәк осраған гармун, баян, аккордеондан торған экспозиция булдырырға ниәтләй. Бөгөн уның тиҫтәләп төрө йыйылған.
Башҡортостанда беренсе гармун музейы асылыуы ихтимал. Өфөлә музыка ҡоралдарын ремонтлаусы ойошма яҡын арала һирәк осраған гармун, баян, аккордеондан торған экспозиция булдырырға ниәтләй. Бөгөн уның тиҫтәләп төрө йыйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса эш дауам итә
Программала ҡатнашҡан компанияларҙың береһе төтөн торбалары производствоһын яңыртыуға 100 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Яңы станоктар етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итәсәк. Уңышлы башланғыс тураһында киләһе сюжетта.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ун автомобиль ҡатнашлығындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө
Дәүләт автоинпекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Новожженов урамы менән Өфө шоссеһы киҫелешендә «Шакман» йөк автомобиленең тормоздары тотмай, юғары тиҙлектә 11 автомобилде бәрҙерә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдә ултырған ике кешенең ғүмере өҙөлә. Йәрәхәтләнеүселәр буйынса мәғлүмәт тупалана. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эшләй.

Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһына йомғаҡ яһалды
Өс ай дауамында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары балалар ялын ойоштороусы 55 учреждениела булып, тикшереүҙәр үткәрә. Мәғариф буйынса комиссия рәйесе Марина Таран мониторинг йомғаҡтарын тәҡдим итте.
Өс ай дауамында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары балалар ялын ойоштороусы 55 учреждениела булып, тикшереүҙәр үткәрә. Мәғариф буйынса комиссия рәйесе Марина Таран мониторинг йомғаҡтарын тәҡдим итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Салауат Итбаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте
Ваҡытында ул Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе була, 200-ҙән ашыу театрлаштырылған концерт программалары ҡуя. Салауат Мостафа улы эстрада артисынан күп яҡлы профессиональ белемгә эйә булған киң ҡарашлы, үҙенсәлекле, танылған режиссерға тиклем юл үтә.