Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ФСИН етәксеһе итеп Сергей Кудрявцев тәғәйенләнде
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһы Сергей Кудрявцевҡа йөкмәтелде. Был туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Бөгөн төбәк башлығы Радий Хәбировты ведомствоның яңы етәксеһе менән таныштырҙылар.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһы Сергей Кудрявцевҡа йөкмәтелде. Был туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Бөгөн төбәк башлығы Радий Хәбировты ведомствоның яңы етәксеһе менән таныштырҙылар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йыл башынан миллион ярым турист ял иткән
Йыл башынан Башҡортостанда миллион ярым кеше ял иткән. Туристар ағымы буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө, ә Рәсәй кимәлендә-17 урында. Шифаханалағы ялға ихтыяж буйынса ла ул ил кимәлендә алдынғы биш төбәк исемлегендә. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Көн тәртибенә шулай уҡ йәмәғәт биләмәләрен, юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре лә сығарылды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте»ндә юлдарҙы яңыртыу мәсьәләһен тикшерҙе
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Унда төбәктең юл селтәрен яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде. Быйыл төбәктә дөйөм оҙонлоғо 150 километр тәшкил иткән 56 төбәк һәм муниципаль-ара трасса участкаһы ремонтланған. Юл-ремонт миҙгеле аҙағына тиклем «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса тағы ла 350 километр юлды тәртипкә килтереү күҙаллана.

Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды
Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә. Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды. Уны скульпторҙар Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуров эшләгән. Тантанала район етәкселеге, яугирҙың яҡындары һәм яҡташтары ҡатнашты.
Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә. Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды. Уны скульпторҙар Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуров эшләгән. Тантанала район етәкселеге, яугирҙың яҡындары һәм яҡташтары ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө баҡсасылары алманан бизнес ойоштора
Алманы серетеп түкмәҫкә, ә аҡса итергә. Өфөләге «Йәйғор» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр быйылғы мул уңыштан килем аласаҡ. Башҡорт дәүләт агарар университеты менән берлектәге проект агростартап конкурсында ҡатнашмаҡсы.
Алманы серетеп түкмәҫкә, ә аҡса итергә. Өфөләге «Йәйғор» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр быйылғы мул уңыштан килем аласаҡ. Башҡорт дәүләт агарар университеты менән берлектәге проект агростартап конкурсында ҡатнашмаҡсы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә гармун һәм баяндарға арналған музей булдырыласаҡ
Башҡортостанда беренсе гармун музейы асылыуы ихтимал. Өфөлә музыка ҡоралдарын ремонтлаусы ойошма яҡын арала һирәк осраған гармун, баян, аккордеондан торған экспозиция булдырырға ниәтләй. Бөгөн уның тиҫтәләп төрө йыйылған.
Башҡортостанда беренсе гармун музейы асылыуы ихтимал. Өфөлә музыка ҡоралдарын ремонтлаусы ойошма яҡын арала һирәк осраған гармун, баян, аккордеондан торған экспозиция булдырырға ниәтләй. Бөгөн уның тиҫтәләп төрө йыйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса эш дауам итә
Программала ҡатнашҡан компанияларҙың береһе төтөн торбалары производствоһын яңыртыуға 100 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Яңы станоктар етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итәсәк. Уңышлы башланғыс тураһында киләһе сюжетта.
Программала ҡатнашҡан компанияларҙың береһе төтөн торбалары производствоһын яңыртыуға 100 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Яңы станоктар етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итәсәк. Уңышлы башланғыс тураһында киләһе сюжетта.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ун автомобиль ҡатнашлығындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө
Дәүләт автоинпекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Новожженов урамы менән Өфө шоссеһы киҫелешендә «Шакман» йөк автомобиленең тормоздары тотмай, юғары тиҙлектә 11 автомобилде бәрҙерә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдә ултырған ике кешенең ғүмере өҙөлә. Йәрәхәтләнеүселәр буйынса мәғлүмәт тупалана. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эшләй.

Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһына йомғаҡ яһалды
Өс ай дауамында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары балалар ялын ойоштороусы 55 учреждениела булып, тикшереүҙәр үткәрә. Мәғариф буйынса комиссия рәйесе Марина Таран мониторинг йомғаҡтарын тәҡдим итте.
Өс ай дауамында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары балалар ялын ойоштороусы 55 учреждениела булып, тикшереүҙәр үткәрә. Мәғариф буйынса комиссия рәйесе Марина Таран мониторинг йомғаҡтарын тәҡдим итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Салауат Итбаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте
Ваҡытында ул Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе була, 200-ҙән ашыу театрлаштырылған концерт программалары ҡуя. Салауат Мостафа улы эстрада артисынан күп яҡлы профессиональ белемгә эйә булған киң ҡарашлы, үҙенсәлекле, танылған режиссерға тиклем юл үтә.